Юлалы

(рус. Юлалы) — бөткән ауыл. Башҡортостандың Баймаҡ районы Ишмырҙа ауыл Советына ҡараған ауыл. 1870-се йылдарҙа барлыҡҡа килгән. 1968 йылдан иҫәп

Юлалы (рус. Юлалы) — бөткән ауыл. Башҡортостандың Баймаҡ районы Ишмырҙа ауыл Советына ҡараған ауыл. 1870-се йылдарҙа барлыҡҡа килгән. 1968 йылдан иҫәп документтарынан алынған[1].

Юлалы
Нигеҙләү датаһы 1870
Дәүләт  Рәсәй империяһы
 СССР
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1968
Карта

Исеменең килеп сығышы үҙгәртергә

Рудник Таналыҡ йылғаһының уң ҡушылдығы Юлалы йылғасығы буйында урынлашҡан була. Ауылға әлеге йылға исеме бирелә[1].

Географик урыны үҙгәртергә

Район үҙәге Баймаҡтан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан булған[1].

Тарихы үҙгәртергә

1912—1913 йылдарҙа Көньяҡ-Урал тау сәнәғәте акционерҙар йәмғиәте (ЮУГАО) хәҙерге Баймаҡ районы биләмәләрендә алтын һәм баҡыр эҙләп разведкалау эштәрен киң йәйелдерә. Һөҙөмтәлә таналыҡ үҙәнендә, Сибай, Ирәндек, Юлыҡ райондарында һәм Һаҡмар округында мәғдән ятҡылыҡтары булыуы билдәләнә. Рудниктар янында ҡасабалар (Байҡара, Баҡыртау, Семеновка) барлыҡҡа килә, шулар араһында — Юлалы руднигы (32 йортта 261 башҡорт) һәм Юлалы ауылы. Әлеге ауылда 1925 йылда 20 хужалыҡ теркәлгән[2]. Баймаҡ мәғдән районында үҙенсәлекле баймаҡ тибына ҡараған ваҡ, әммә мәғдәндәргә бай барит һәм галенит менән баҡыр-цинк-алтын колчеданы ятҡылыҡтары табыла[3]. Ошо тирәләге рудниктар (Түбә, Троицк, Граф, Таналыҡ-Баймаҡ, Ыуараш, Япай, Баҡыртау, Таштау) араһында Юлалы руднигында әлеге ятҡылыҡтар үҙләштерелә. Юлалы руднигының ауылы бик ныҡ үҫешә: 1915—1942 йылдарҙа ауылда 1560 кеше йәшәй[1].

Ауыл халҡы шул уҡ ваҡытта малсылыҡ, айырыуса йылҡысылыҡ менән, шөғөлләнә[1].

Ауыл 1968 йылға тиклем иҫәп документтарында теркәлә.

Юлалы бөгөнгө көндә үҙгәртергә

Хәҙерге көндә 02:06:090201:35, 02:06:090201:37, 02:06:090201:148 кадастр номерҙары менән Юлалы ятҡылығын эшкәртеү, мәғдән минералдарын сығарыу буйынса хужалыҡ эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт бар. Төҙөлөш объектының тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһон баһалау проект документацияһы сиктәрендә үткәрелгән. «Семеновский Рудник» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте фекер алышыуҙарҙың заказсыһы булып тора[4]. 2017 йылдың 8 сентябрендә «ЮЛАЛЫ РЕСУРСТАРЫ» ЯСЙ-ҺЫ теркәлгән (директоры Ершов В. П.). Төп эшмәкәрлек төрө — Ҡиммәтле металдарҙың мәғдәндәрен һәм ҡомдарын сығарыу (алтын, көмөш һәм платина төркөмө металдары)[5].

Билдәле кешеләре үҙгәртергә

Әхмәтшин Фазылйән Әхмәтйән улы (1910 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ефрейтор, ике тапҡыр «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры[6][7];

Үтәғолов Рамаҙан Исмәғил улы (15 ноябрь 1930 йыл — 6 март 2017 йыл) — педагог, яҙыусы. Башҡортостан Республикаһының почетлы тыуған яҡты өйрәнеүсеһе (2008). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1966). БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1965)[8]. Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты[9]. Сибай ҡалаһының почетлы гражданы (2010). Юлалы мәктәбендә уҡытҡан.

Былар ҡыҙыҡлы үҙгәртергә

— Юлалы-8, Баймаҡ районындағы ҡурған, боронғо ҡәберлек, «Ирәндек» тарихи-археологик һәм ландшафт музей-ҡурсаулығының буфер зонаһы — мәҙәни мираҫ объекты[10].

— Миҙалһыҙ һалдат. Повестан өҙөк. Р. Байгилдин. «Башҡортостан ҡыҙы», май 2020 йыл[11].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8 124 бит.
  2. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 92. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  3. Юлалы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Разработка золоторудного месторождения «Юлалы»
  5. Организация ООО «РЕСУРСЫ ЮЛАЛЫ»
  6. Шаймуратовцы. АХМЕТШИН Фазыльян Ахметьянович
  7. Беркуты Ирандыка
  8. УЧИТЕЛЬ. КРАЕВЕД. ПРЯМОЙ ПОТОМОК БУРАНБАЯ-СЭСЭНА 2020 йыл 25 июнь архивланған.
  9. Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик күрһәткес. Икенсе баҫма. Баймаҡ, 2010 йыл.
  10. Приволжский федеральный округ Республика Башкортостан паспорт культурной жизни(недоступная ссылка)
  11. Миҙалһыҙ һалдат

Һылтанмалар үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә