Ғәзизов Хәтиб Шәрифйән улы
Ғәзизов Хәтиб Шәрифйән улы (1 май 1949 йыл, Башҡорт АССР‑ының Борай районы Берләҫ ауылы) — инженер-механик, ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2003), профессор[1].
Ғәзизов Хәтиб Шәрифйән улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 1 май 1949 (75 йәш) |
Тыуған урыны | Берләҫ ауылы |
Һөнәр төрө | университет уҡытыусыһы, ғалим, инженер-механик |
Эш урыны | Өфө дәүләт авиация техник университеты |
Уҡыу йорто | Өфө дәүләт авиация техник университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | тарих фәндәре докторы[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәХәтиб Шәрифйән улы Ғәзизов 1949 йылдың 1 майында Башҡорт АССР‑ының Борай районы Берләҫ ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Өфө авиация институтына уҡырға инә һәм уны 1971 йылда инженер-механик һөнәре алып тамамлай. 1971 йылдан Өфө авиация институтында (хәҙер Өфө дәүләт авиация техник университеты): материалдарҙың ҡаршылығы кафедраһы профессоры. 1980 йылда техник фәндәр кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп «Неосесимметричная деформация оболочек двигателей при эволюциях летательного аппарата» темаһына диссертация яҡлай,ә 2003 йылда техник фәндәр докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп «Разработка теории и методов расчета динамики, жесткости и устойчивости составных оболочек вращения» темаһына диссертация яҡлай[2][3].
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәФәнни эшмәкәрлеге деформацияланыусы ҡаты есем механикаһына арналған. Хәтиб Шәрифйән улы Ғәзизов “рамлы” контурҙың, күп ҡатламлы конструкцияларҙың һәм башҡаларҙың ҡушма көплөктәре әйләнешенең иҫәпләү алымдарын уйлап таба, улар авиация двигателдәрен эшләүҙә, түбән температураларҙа күләмле штамплау инструменттарын яһағанда ҡулланыла. Фәнни хеҙмәттәре көплөктәрҙең һыҙыҡһыҙ теорияһына, деформацияланыусы ҡаты есем механикаһының һанлы ысулдарына арналған. 70-тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы[2].
Уйлап табыусы Ғәзизов Хётиб Шәрифйән улы түбәндәге патенттар авторы[4]:
- Күп ҡырлы изделиеларҙы ултыртыу өсөн ҡаты иретмәле матрица. Уйлап табыу металдарҙы баҫым ярҙамында эшкәртеүгә ҡағыла һәм гайка кеүек күп ҡырлы продукция әҙерләгәндә ҡулланыла ала.
- Ярым ҡыуыш эсле стерженлы киртләсле деталдәр эшләү ысулы. Уйлап табыу металдарҙы баҫым менән эшкәртеүгә ҡағыла һәм вал, сигәләр, шип корпусы кеүек киртләсле формалағы ярым ҡыуыш эсле стерженлы деталдәр эшләгәндә ҡулланыла ала.
Хеҙмәттәре[5]
үҙгәртергә- Метод конечных элементов в геометрически нелинейных задачах теории тонких упругих оболочек. М., 2002 (авторҙаш);
- Элементы тензорного исчисления, Уфа, 2006 (авторҙаш);
- Термоупругие напряжения в соединениях и элементах конструкций. 2‑е изд., доп. М., 2008 (авторҙаш).
- Динамика и жесткость вращающихся роторов ГТД / Х. Ш. Газизов; М-во образования Рос. Федерации, Уфим. гос. авиац. техн. ун-т. - [Препр.]. Өфө 2002.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Газизов Хатиб Шарифзянович 2022 йыл 10 май архивланған.
- Ғәзизов Хәтиб Шәрифйән улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Газизов Х. Ш. 2022 йыл 10 май архивланған.
- Хатиб Шарифзянович
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ғәзизов Хәтиб Шәрифйән улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 2,0 2,1 Газизов Хатиб Шарифзянович 2022 йыл 10 май архивланған.
- ↑ Газизов Х. Ш. 2022 йыл 10 май архивланған.
- ↑ Хатиб Шарифзянович
- ↑ Ғәзизов Хәтиб Шәрифйән улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.