Ҡала

торлаҡ пункт

Ҡала — ҡағиҙә булараҡ, ауыл хужалығынан тыш башҡа эштәр менән шөғөлләнеүселәр йәшәгән урын.

Токио, Япония
Чешме, Төркиә
Сәмәрҡәнд, Үзбәкстан
Швейцария Альптарында Давос

Ҡала — халыҡ йәшәгән эре тораҡ пункт, унда йәшәгән кешеләр ауыл хужалығы менән шөғөлләнмәй. Үҫешкән хужалыҡ комплексы, иҡтисады бар, архитектура һәм инженер ҡоролмалар тупланмаһы булып һанала.

Ҡала термины ултыраҡ тирәләй һаҡланыу ҡоймаһы ер ҡулсаһы йәки ҡала стенаһы булыуҙан килеп сыҡҡан. Боронғо рус дәүләтендә ҡала тип ошондай ҡойма менән уратып алынған һәм халыҡ йәшәгән һәр эре пункт аталған. Ҡалалар сәнғәт һәм һөнәрселек, техник ҡаҙаныштар үҫеше үҙәге булып хеҙмәт иткән.

Үҫә килә, ҡалалар ҡала агломерациялары булдыра. Континенттар һәм илдәр өсөн айырыуса мөһим ролде баш ҡалалар һәм миллиондан ашыу халҡы булған агломерациялар, шул иҫәптән мегалополистар һәм глобаль ҡалалар уйнай.

Дөрөҫ ҡала төҙөлөшөн өйрәнеү менән махсус дисциплина — ҡала төҙөлөшө шөғөлләнә. Ул ҡала төҙөлөшө ҡағиҙәләрен, закондарын өйрәнә. Ҡала төҙөлөшө архитектура өлкәһендә барлыҡҡа килә. Тора-бара ҡалалар ҙурая төшә һәм уларҙы планлаштырыу өсөн гигиена, иҡтисад, экология, транспорт һ.б. тураһында өҫтәлмә белем кәрәк була.[1].

Билдәләмә үҙгәртергә

Тарихи фән контексында ҡала ун билдәгә эйә. Бының буйынса ул тәүге ваҡыттарҙағы ауылдарҙан, атап әйткәндә, һөнәрселәр оҫтаханаһы, сауҙа билдәләре (килтерелгән әйберҙәр, аҡса) һәм административ идаралыҡ — раҫлаусы мисәт һәм пломба), хәрби йыһазландырыу предметтары (ҡорал, хәрби ҡорамалдар), төрлө нығытмалар, таш төҙөлөш сәнғәте объекттары зодчество, яҙмалар, ҡиммәтле көндәлек тормош предметтары, биҙәүестәр, ҡала төҙөлөш усадьбалары, уратып алған ҡоймалар буйынса айырыла.

Хәҙерге тораҡ пункттарҙы ҡала категорияһына индереү законлы рәүештә башҡарыла; был осраҡта ҡала халҡы иҫәбе айырыла: 250 кешенән — Данияла, 50 мең кеше — Японияла.

Тарих үҙгәртергә

Бөтә ҡалаларҙың һәм ауылдарҙың тарихы уларҙың барлыҡҡа килеүенән, ошо территорияла тәүге кешеләрҙең барлыҡҡа килеүенән һәм уларҙың туҡтауһыҙ ошонда йәшәүенән башлана. Традиция буйынса тораҡ пункттарҙың тарихын уларҙың тәү башлап телгә алыныуынан һанайҙар (дөрөҫ мәғлүмәт тапшырыусы башҡа ысул әлегә тиклем юҡ). Ҡала булғандан алып бер нисә тапҡыр уның статусы һәм исеме лә үҙгәрергә мөмкин. Бөгөн археологтар тарафынан табылған меңләгән реаль, боронғо һәм урта быуат ҡалалары билдәле. Ҡайһы берҙәренең территорияһына яңы ҡалалар төҙөлгән, икенсе берҙәрендә тормош өҙлөкһәҙ дауам итә. Тарих белгәнде, тикшергәнде хикәйәләү. Шуға күрә, ҡала тарихын уларҙың тәүге тапҡыр яҙма рәүештә иҫкә алыу ваҡытынан алып һанайҙар.

Боронғо донъя ҡалалары үҙгәртергә

 
Археологтар ҡаҙып сығарған Мохенджо-Даро емеректәре

Әлеге ваҡытта планетаның иң боронғо ҡалаһы булып беҙҙең эраға тиклем 8 мең йыллыҡтағы Чатал-Хююк ҡалаһы һанала. Башҡа ҡалалар беҙҙең эраға тиклем 5 мең йыллыҡтағылары ла мәҙәниәте буйынса ла, дәүмәле буйынса ла тура килмәй. Яҡынса беҙҙең эраға тиклем 5 меңенсе йылдан Дунайҙан буласаҡ Греция һәм Днепр яғына эре территориаль үҙәктәр тарала.

Триполь мәҙәниәте буйынса прото-ҡалалар (нығытылған ҡалалар), 5-12 мең халыҡ йәшәгән (Доброводтар, Майданецк, Петрендар һ.б. 250—400 гектар майҙанға эйә; Румыния, Молдавия, Украина).

Рәсәй территорияһында был осорҙоң иң эре ҡалаһы булып әҙ тикшерелгән Вожмариха тора. Арҡайым һәм Урал буйы территориаль үҙәктәре (Ҡалалар иле) беҙҙең эраға тиклем 3-2 мең йыллыҡтан үҫешә. Археологик мәғлүмәттәр буйынса, Дербент (Дағстан) 5000 йыллығын билдәләне. Беҙҙең эраға тиклем 4-3 мең йыллыҡтар менән донъяға билдәле булған боронғо территориаль үҙәктәр даталана: Боронғо Месопотамияла — Ур, Урук, Ницер; Боронғо Мысырҙа— Мемфис, Фивы; ҺиндостандаМохенджо-Даро, Хараппа; ГрециялаСпарта, Афина.

Европа ҡалаларының дөйөм билдәле тарихын беҙҙең эраға тиклем 8-7 быуаттан Ереван (Әрмәнстан), Гадес (Испания), Массилия (Франция), Рим (Италия), Ольвия, Пантикапей (Керчь, Ҡырым) һ.б. башлай. Беҙҙең эраға тиклем VI быуатта — беҙҙең эраға тиклем V быуатта уҡ хәҙерге Рәсәй территорияһында Фанагория, Гермонасса, Танаис һәм башҡа антик ҡалалар барлыҡҡа килә. Тәүге ҡалалар промыслалар һәм ауыл хужалығы менән тығыҙ бәйләнгән була, сөнки йыш ҡына улар ултыраҡ игенселәр һәм малсылар тарафынан булдырыла. Күп илдәрҙә бәләкәй ҡалалар был бәйләнеште әлегә тиклем һаҡлай, ауыл хужалығы хеҙмәтенә эре ҡалалар халҡы ла тартыла.

Урта быуат ҡалалары үҙгәртергә

Рим, Константинополь, Херсонес Таврический (Севастополь, Ҡырым) тарихы күрһәтеүе буйынса, V быуаттан урта быуат ҡалалары антиклыҡ ваҡытында уҡ булдырылған традицион йәмғиәт тенденцияһын дауам итә. XI быуатXII быуатрҙа Европа өлөшөнөң иң эре ҡалалары: Флоренция, Рим, Париж, Лондон, Кёльн, Киев һәм башҡалар.

 
Париж XV быуатта

Ҡалалар йыш ҡына һаҡланыу нығытмалары (замоктар, ҡәлғәләр һ.б.) булған урындарҙа һәм улар тирәләй үҫешә. Быны этимология ла сағылдыра: «ҡала» (сиркәү-славян телендә «градъ») уратып алынған, һаҡланған урын, тигәнде асыҡ аңлата (поляк һүҙе gród— крепость) [1]).

Русьтың Скандинав телендәге Гардарика лар атамаһы ҡушма һәм «ҡалалар дәүләте» тигәнде аңлата. Бында garđ шул уҡ индоевропа тамырынан килеп сыға — «городить», «огораживать».

Кешеләр баштан уҡ ҡалалар тирәһенә урынлашырға тырышҡан, сөнки улар кәрәк ваҡытта ошо стеналар артында ышыҡ тапҡан.

XIX—XX быуаттарҙа Көнбайыш Европала һәм АҠШ-та ҡалалар үҫеше үҙгәртергә

 
Глазгола ҡараңғы мөйөш, 1871 йыл

XIX быуатта ҡалаларҙың ҡыҙыу үҫеше сәнәғәт революцияһы арҡаһында була. Эре ҡала биҫтәләрендә башта ярлы ҡатлам вәкилдәре йәшәгән.

Әммә XIX быуатта уҡ Европала һәм АҠШ-та тимер юлы транспортының үҫеше арҡаһында, эре ҡалаларҙың абруйлы биҫтәләре барлыҡҡа килә, унда бай ҡатлам кешеләре йәшәй.

 
Сан-Хосе (Калифорния) эргә-ҡалаһы

Ҡыҙыу субурбанизация (эре ҡалаларҙың биҫтәләр үҫеше) АҠШ-та Икенсе донъя һуғышынан һуң башлана. Халыҡтың ҡала янына күсеүенә шәхси автомобилдәрҙең күбәйеүе һәм юл селтәрҙәренең, шул иҫәптән, тиҙ йөрөшлө магистралдәрҙең үҫеше нигеҙ булып тора. Ошо уҡ ваҡытта АҠШ-тың ҙур ҡалалары үҙәгендә күп фатирлы иҫке өйҙәрҙә йәшәгән фәҡирҙәр күбәйә.

Субурбанизация ҡала агломерацияһын барлыҡҡа килтерә. (ингл. metropolitan areas). Донъяла майҙаны буйынса иң эре ҡала агломерацияһы — Нью-Йорк. Ул өс штат территорияһында урынлашҡан. Халҡы буйынса иң ҙур агломерация — Токио. Унда 35 млн кеше йәшәй.

 
Рединг, Англия

Европа ҡала агломерацияһы АҠШ һәм Канада агломерацияһынан ҡала биҫтәләренең артыҡ ҙур булмауы һәм үҙаллы ҡала йәки ауыл булыуы менән айырыла. Уларҙың күбеһе йоҡо райондарына әйләнгән. Ундағы халыҡ көн һайын яҡындағы эре ҡалаға автобустарҙа эшкә йөрөй.

XX быуатта үҫешкән илдәр ҡалалары үҙгәртергә

 
Джакартала ҡараңғы мөйөш

Күп кенә үҫешкән илдәр юғары урбанизация темпы менән айырылып тора. Бындай илдәрҙә күп миллионлы ҡала агломерацияларын булдырыу бара, мәҫәлән, Мехико, Буэнос-Айрес, Сан-Паулу, Рио-де-Жанейро, Калькутта, Мумбай һәм башҡалар. Әммә ауыл халҡының ҡалаларға килеүе, эшсе ҡулдарға мохтажлыҡты уҙып китә һәм урбанизация эшһеҙлек, ярым эшһеҙлек иҫәбен арттыра, төпкөл ҡала райондарын киңәйтә.

Үҫеш динамикаһы үҙгәртергә

Индустриаль дәүер башланыу менән ҡала халҡы ҡыҙыу арта, сөнки күп кенә ауыл кешеһе юғары эш хаҡы һәм комфортлы тормош артынан эре ҡалаларҙа йәшәргә ынтыла.

XIX быуатта сәнәғәт ҡалалары һаны арта, ләкин XX быуат урбанизация быуаты тип һанала. Быны түбәндәге мәғлүмәттәр дәлилләй: 1900 йылда ҡалаларҙа 13 % халыҡ йәшәй, ә 2000 йылға — 47 %. Әлеге ваҡытта ҡалаларҙа планетаның яртыһынан күберәк кешеһе йәшәй.[2].

1994 йыл башына Рәсәйҙә ҡала халҡы 108,5 млн. кеше тәшкил итә, йәки бөтә халыҡтың 73%.

Йыл Ҡалала йәшәүселәр һаны[3] Барлыҡ халыҡ ниҫбәтендә
ҡалала йәшәүсәләр һаны[3]
1900 220 млн[4] 13 %[4]
1950 736,796 млн 29,1 %
1960 996,298 млн 32,9 %
1970 1 331,783 млн 36 %
1980 1 740,551 млн 39,1 %
1990 2 274,554 млн 43 %
2000 2 853,909 млн 46,6 %
2005 3 164,635 млн 48,6 %

1950 йылда 83 ҡала иҫәпләнә, халҡы 1 млн.-дан ашыу була. 2000 йылда — 411. 2010 йылда — 800-ҙән ашыу.
2000 йылда — 18 ҡала, халҡы — 10 млн.-дан ашыу. 2005 йылда — 20 (22 ҡала, халҡы - 5—10 млн. кеше, 370— 1—5 млн, 433—500— 1 млн). 2010 йылдың апреленә улар һаны 23 етә.

Тикшереүселәр, әлеге тенденция дауам иткән осраҡта, ҡала халҡы һәр 38 йыл һайын икеләтә артып торасаҡ, тип раҫлай. Европала 50 % ҡала халҡы ҙур булмаған ҡалаларҙа йәшәй (5-10 мең кеше) , 25 % -ы — 10-250 мең кеше, һәм 250 меңдән ашыу кешеһе булған ҡалаларҙа йәшәгән.

Әлеге ваҡытта бөтә ҡалалар 1 % — тай ҡоро ер майҙанын алып тора.

Хәҙерге ҡалалар үҙгәртергә

Хәҙерге ҡалалар төрө: бәләкәй (50 мең кеше), уртаса (50-1000 мең кеше), ҙур (100—250 мең кеше), эре (250—1000 мең кеше), иң эре (1миллион-дан — 3 млн-ға тиклем) һәм бик ныҡ эре (3 млн.-дан ашыу). 1980 йылдарҙа донъяла 220 миллионлы ҡала иҫәпләнгән.

Күп кенә эре ҡалаларҙың юлдаш ҡалалары барлыҡҡа килә. Йыш ҡына ҡалалар һәм юлдаш-ҡалалар берләшә һәм ҡала агломерацияһын барлыҡҡа килтерә. Уларҙың, үҙ сиратында, мегалополистарға берләшеүе ихтимал.

Рәсәйҙәге ҡалалар үҙгәртергә

Рәсәйҙә ҡала статусы Рәсәй Федерацияһының субъекттары ҡануниәте менән билдәләнә. Шул уҡ ваҡытта, ҡалалар ике төргә бүленә: төбәк (өлкә, край, республика һ.б.) һәм район әһәмиәтендәге.

Мәҫәлән, Волгоград өлкәһендә халыҡ йәшәгән пунктты район әһәмиәтендәге ҡала тип атау өсөн ошондай шарттарҙы үтәргә кәрәк: халыҡ 10 меңдән кәм, эшселәре, хеҙмәткәрҙәре, уларҙың ғаилә ағзалары 85 проценттан кәм булмаҫҡа (формаль критерийҙар) тейеш; сәнәғәт һәм мәҙәни үҙәк булырға тейеш (баһалау критерийы).[5]. Әлбиттә, өлкә ҡарамағындағы ҡалалар өсөн талаптар юғарыраҡ.

Әммә был талаптар ҡәтғи тип һаналмай. Тораҡ пункттың ниндәйҙер критерийға (тәү сиратта формаль, айырыуса халыҡ иҫәбе буйынса) тура килмәүе, уның автоматик рәүештә ҡала статусын юғалтыуына килтермәй, сөнки бының өсөн тейешле норматив хоҡуҡи акт (өлкә законы) ҡабул ителергә кәрәк, ә халыҡтың һиҙелерлек булмаған үҙгәреше тәбиғи һанала.

Мәҫәлән, 2013 йылда Волгоград өлкәһе Серафимович ҡалаһының ни бары 9300 халҡы була. Бынан тыш, ҡала статусы ниндәйҙер сәйәси көс файҙаһына (Ингушетияның баш ҡалаһы Магас – Рәсәйҙең иң бәләкәй ҡалаһы, Федерация субъектының административ үҙәге һанала) ярашлы, ҡала тарихының һәм мәҙәниәтенең баһаһы кеүек (Чекалин (Рәсәйҙең иң бәләкәй ҡалаһы), Верхотурье, Верхоянск) булырға мөмкин.

1990 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһында 1030-ҙан күберәк ҡала иҫәпләнә, унда 73 % халыҡ йәшәй. Рәсәйҙә тораҡ пункт, унда 12 меңдән дә кәм булмаған кеше йәшәгән һәм халыҡтың 85%-ы ауыл хужалығында шөғөлләнмәгән осраҡта рәсми рәүештә ҡала статусын алырға мөмкин. Әммә Рәсәйҙә халҡы 12 меңдән кәмерәк булған бик күп ҡалалар (1092-нән 208) бар. Уларҙың ҡала статусы тарихи факторҙар һәм халыҡ иҫәбе үҙгәреү менән бәйле.

Ҡала төҙөлөшө үҙгәртергә

Ҡалаларҙы бер-береһе менән юлдар тоташтыра. Ҡала эсендәге юл урам йәки проспект тип атала. Урамдар буйлап биналар, торлаҡ йорттар һәм башҡа ҡоролмалар төҙөлә. Биналар комплексы торлаҡ һәм эш кварталдарына берләштерелгән Өйҙәр тирәләй кешеләргә йөрөү өсөн тротуарҙар һалынған. Ҡалаларҙа биналар һәм ҡаралтылар төҙөү төрө:

Һәр ҡала юридик сиккә йәки ҡала һыҙығына эйә. Халыҡ һаны артыуына ҡарап, ҡала төҙөлөшө был юридик сик аша сыға. Юридик һәм фактик сиктәрҙең тура килмәүе ҡала хужалығы менән идара итеүҙе ҡатмарлаштыра. Ҡала администрацияһы транспорт һәм коммуналь хеҙмәттәр менән үҙ сигендә йәшәгән ҡала халҡын ғына түгел, ә ҡала янында йәшәүселәрҙе һәм көн һайын ҡалаға эшкә килеүселәрҙе лә хеҙмәтләндерергә мәжбүр.

Маятниклы миграция транспорт инфораструктураһына - яңы магистралдәр төҙөүгә, шул иҫәптән ҡаланың тарихи урындарына ла, транспорт ҡоролмаларына, тиҙ йөрөшлө транспорт линияларына ҙур аҡса һалыуҙы талап итә. Был проблеманы ҡала һәм ҡала яны халҡының сығымдарында уртаҡ ҡатнашып, йәки административ сикте киңәйтеп кенә хәл итеп була[6].

Ҡала үҫеше факторы үҙгәртергә

Төп милли йәки халыҡ-ара сауҙа юлдары киҫешкән ерҙәге урын үҙ мәлендә төрлө ваҡытта Генуя, Венеция, Париж, Амстердам, Бөйөк Новгород, Данциг ҡалаларының үҫешенә килтерә. Шулай уҡ файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылығы урыны ла ҙур әһәмиткә эйә була.

Ҡалалар экологияһы үҙгәртергә

Ҡалаларҙа айырым микроклимат була. Бындағы һауа температураһы һәр ваҡытта ла тирә-яҡ мөхиттәге уртаса температуранан юғарыраҡ була. Ҡала атмосфераһының йылыныуы яғыулыҡ яныуынан, биналарҙы йылытыуҙан һәм уларҙан килгән йылылыҡтан килә. Ҡалаларҙа ҡар иртә ирей, үҫемлектәр иртә йәшәрә, йыш ҡына икенсе өлкәләргә ҡышларға киткән күсмә ҡоштар, үҙ инстинкттарын онотоп, ошонда ҡышларға ҡала.

Ҡалалар сәнәғәт производстволары һәм автомобиль транспорттары арҡаһында тирә-яҡ мөхитте бысратыусы мөһим сығанаҡ булып тора. Торлаҡ йорттар төҙөлөшө елдең тиҙлеген кәметә, был иһә бысратыусы матдәләрҙең һауала йыйылыуына килтерә. Ҡалаларҙың һәм ҡала яны биҫтәләренең киңәйеүе ауыл хужалығы биләмәләрен ҡыҫҡарта[7].

2012 йылда баҫылған «Хабитат» докладында ҡалаларҙа парник газдарын кәметеүгә саҡырыу бар. Бының өсөн түбәндәгеләр тәҡдим ителә:

  • энергияны һаҡлау буйынса саралар үткәрергә;
  • шәхси автомобилдәргә ҡаршы тороусы йәмәғәт транспортын үҫтерергә;
  • күп ҡатлы биналар төҙөргә, сөнки тығыҙ төҙөлөшлө территориялар парник газдарының аҙ сығыуына булышлыҡ итә.

Ҡала атмаларының килеп сығышы үҙгәртергә

Ғәҙәттә, ҡала атамалары түбәндәгеләрҙән барлыҡҡа килә:

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. А. Гутнов, В. Глазычев. Мир архитектуры. — Москва: Молодая гвардия, 1990. — 351 с. — 200 000 экз. — ISBN 5-235-00487-6.
  2. Ер ҡала тибындағы планетаға әйләнә.
  3. 3,0 3,1 World Population Prospects: The 2006 Revision and World Urbanization Prospects: The 2007 Revision (ингл.). Population Division of the Department of Economic and Social Affairs of the United Nations Secretariat. Дата обращения: 30 апрель 2009. Архивировано 21 август 2011 года. 2011 йыл 24 август архивланған.
  4. 4,0 4,1 World Urbanization Prospects: The 2005 Revision (ингл.). Population Division of the Department of Economic and Social Affairs of the United Nations Secretariat. Архивировано 21 август 2011 года.
  5. Статья 1 «Волгоград өлкәһенең административ-территориаль төҙөлөш тураһында» № 139-ОД
  6. Общественная география современного мира 2011 йыл 29 июль архивланған.
  7. Общественная география современного мира 2011 йыл 27 июль архивланған.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Арсеньев К. К., Латышев С. М.,. Город // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Иванов В. В. К семиотическому изучению культурной истории большого города 2009 йыл 6 апрель архивланған. // Иванов Вяч. Вс. Избранные труды по семиотике и истории культуры. Т. 4.— М., 2007, с. 165—179
  • Макс Вебер Город
  • Chandler, T. 1987. Four Thousand Years of Urban Growth: An Historical Census. Lewiston, NY: Edwin Mellen Press.
  • Modelski, G. 2003. World Cities: −3000 to 2000. Washington: Faros2000.
  • А. Гутнов, В. Глазычев. Мир архитектуры. — Москва: Молодая гвардия, 1990. — 351 с. — 200 000 экз. — ISBN 5-235-00487-6.
  • Хайдуков Д. С. Университетские города — обучение будущему // Мировой опыт и отечественные традиции управления человеческими ресурсами: Сб. материалов III Международной научно-практической конференции. МГУ / Под общ. ред. д. ф. н., проф. В. П. Пугачева;. — М.: МАКС Пресс, 2012.
  • Зифельдт А. О происхождении слова «город» 2013 йыл 11 ноябрь архивланған.// «Филологические записки», Воронеж, 1913.

Һылтанмалар үҙгәртергә