Дыуан-Мәсетле
Дыуан-Мәсетле (рус. Дуван-Мечетлино) — Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районындағы ауыл, ошо исемдәге ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 681 кеше булған[3]. ОКАТО коды — 80242820001.
Дыуан-Мәсетле | |
Дыуан-Мәсетле | |
Рәсми атамаһы | Дыуан-Мәсетле |
---|---|
Дәүләт |
![]() |
Административ үҙәге | Дыуан-Мәсетле ауыл советы[1] |
Административ-территориаль берәмек | Дыуан-Мәсетле ауыл советы һәм Златоуст өйәҙе |
Халыҡ һаны | 681 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 452565 |
ТарихыҮҙгәртергә
Халыҡ һаныҮҙгәртергә
Дөйөм халыҡ һаны [4],[3] (кеше) | |||||||
Халыҡ һаны | 2002—2010 халыҡ үҙгәреше | ||||||
Иҫәп алыу йылы | 1989 | 2002 | 2010 | кеше | % | ||
Бөтәһе | 651 | 669 | 681 | +12 | +1.79 | ||
Ир-егеттәр | 296 | 316 | 321 | +5 | +1.58 | ||
Ҡатын-ҡыҙҙар | 355 | 353 | 360 | +7 | +1.98 |
Географик урыныҮҙгәртергә
- Район үҙәгенә тиклем (Оло Ыҡтамаҡ): 32 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сулея): 94 км
Билдәле шәхестәреҮҙгәртергә
- Аллаяров Ричард Хәйрулла улы (5 июнь 1927 — 5 ноябрь 1988) — СССР-ҙың почётлы нефтсеһе, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1959). Нефтеюганск ҡалаһының почётлы гражданины. КПСС-тың XXII съезы делегаты.
- Батталов Эдварт Миңләхмәт улы (4.03.1951), ғалим-химик, уйлап табыусы. 1974 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Органик химия институтының ғилми хеҙмәткәре, 1993 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр. Химия фәндәре докторы (2008).
- Бикова Ғәлиә Әхмәҙи ҡыҙы (7.08.1952), табип. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1995). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Ҡыҙыл Гвардия районы Иҫке Юлдаш ауылынан.
- Ваһапов Сабир Әхмәтйән улы (10.05.1904—13.08.1993), дәүләт, хужалыҡ һәм партия эшмәкәре. 1940 йылдан БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе, 1946—1953 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының 1‑се секретары. СССР-ҙың 1—3‑сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты, 3-сө саҡырылыш Юғары Совет Президиумы ағзаһы, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың 1—3‑сө саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Ленин (1943, 1944, 1948, 1949), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1972), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары менән бүләкләнгән.
- Камалов Ринат Әлтәф улы (28 июнь 1954) — яҙыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2010), Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге әҙәбиәт, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге премияһы лауреаты (2002).
- Кәлимуллин Барый Ғибәт улы (10 апрель 1907—21 июль 1989) — совет архитекторы, педагог, йәмәғәт эшмәкәре. Сәнғәт фәндәре докторы (1976), профессор (1976), СССР-ҙың Төҙөлөш һәм архитектура академияһы ағза-корреспонденты (1957). БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1947), РСФСР-ҙың атҡаҙанған архитекторы (1976). СССР-ҙың Архитекторҙар союзы ағзаһы (1935).
- Ҡылысбаев Шакирйән Ғәбделнафиҡ улы — 3-сө Бөтә башҡорт ҡоролтайында Кесе Ҡоролтай (предпарламент) ағзалығына кандидат итеп һайлана. 1917 йылда Башҡорт мәркәз шураһы тарафынан «федералист-башҡорттар» исемлеге буйынса Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалығына кандидат итеп күрһәтелә
- Фәтҡуллин Хөсәйен Ямалетдин улы (5 сентябрь 1887 йыл — 1979), уҡытыусы, Беренсе Донъя һуғышыныда ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәктәп уҡытыусыһы (1943), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1949). Ике Ленин ордены менән бүләкләнгән (1944, 1947).
- Һаҙыева Салиха Йосопйән ҡыҙы (30 декабрь 1925), китапханасы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981). Өфө китапхана техникумын тамамлаған (1955). 1944 йылдан Йомағужа социаль тәьминәт район бүлеге мөдире, 1946 йылдан ВЛКСМ-дың Йомағужа райкомы секретары, бүлек мөдире. 1952—1984 йылдарҙа Мәсетле район китапханаһы директоры, бер үк ваҡытта 1978 йылдан — үҙәкләштерелгән китапхана системаһы директоры. Сығышы менән Мәсетле районының Дыуан-Мәсетле ауылынан.
УрамдарыҮҙгәртергә
Урам исеме [5]:
- башҡ. Әй (урамы) — рус. Айская ( улица )
- башҡ. Комосмол (урамы) — рус. Комсомольская ( улица )
- башҡ. Туғай (урамы) — рус. Луговая ( улица )
- башҡ. Тыныслыҡ (урамы) — рус. Мира ( улица )
- башҡ. Йәштәр (урамы) — рус. Молодежная ( улица )
- башҡ. Сабир Ваһапов (урамы) — рус. Сабира Вагапова ( улица )
- башҡ. Баҡса (урамы) — рус. Садовая ( улица )
- башҡ. Салауат Юлаев (урамы) — рус. Салавата Юлаева ( улица )
- башҡ. Совет (урамы) — рус. Советская ( улица )
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ Дөйөм Рәсәй муниципаль берәмектәр территориялары классификаторы (ОКТМО)
- ↑ http://www.webcitation.org/6Rxi3K6iw
- ↑ 3,0 3,1 Численность и возрастно-половой состав населения по итогам Всероссийской переписи населения 2010 года. Муниципальный район Мечетлинский район Республики Башкортостан: статистический бюллетень. — Уфа: Башкортостанстат, 2012. — 103 с., табл.
- ↑ Населенные пункты Республики Башкортостан (по данным Всероссийской переписи населения 2002 года). Статистический сборник./Башкортостанстат. - Уфа,2006. - 145 с.
- ↑ "Налог Белешмәһе" системаһында Дыуан-Мәсетле ауылы
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |