Химик элементтарҙың периодик системаһы
Химик элементарҙың периодик таблицаһы (Д. И. Менделеевтың периодик системаһы) — химик элементтарҙың үҙенсәлектәрен атом ядроһы заряды менән бәйле квалификациялау. Система, 1869 йылда урыҫ химигы Д. И. Менеделеев асҡан периодик закондың, график һүрәтләмәһе булып тора. Уның беренсе вариантын Д. И. Менделеев 1869—1871 йылдарҙа төҙөгән. Химик элементтарҙың атом ауырлығына (хәҙергесә: атом массаһына) бәйле химик үҙенсәлектәре уҙгәререүен һүрәтләгән таблица. Барлығы периодик таблицаның бер нисә йөҙ варианты тәҡдим ителгән[1]. Периодик система өсөн ике үлсәмле таблица ҡабул ителгән. Таблицаның бағаналары (группа) элементтың төп физик-химик үҙенсәлеген күрһәтә, ә таблицаның юлдары период үҙмә-эҙлеклеген (ҡабатланыуын) күрһәтә.
Асыу тарихыҮҙгәртергә
XIX быуат уртаһына 63 химик элемент булыуы билдәле була. Химик элементтарҙы бер системаға бер нисә мәртәбә төҙөп ҡарайҙар. 1829 йылда Дёберейнер "Триада законы"н аса: химик үҙенсәлектәре оҡшаш булған элементтарҙың атом ауырлығы ике яҡ күрше элементтарҙың уртаса арифметик атом ауырлығына тигеҙ.
Химик элементтарҙы атом ауырлығы буйынса беренсе мәртәбә Александр Эмиль Шанкуртуа (1862) төҙөп ҡарай. Ул элементтарҙы винт формаһындағы баҫҡысҡа теҙә һәм элементтарҙың үҙенсәлеге циклик рәүештә ҡабатланыуын билдәләй. Ике модельда ғилми йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итмәй.
1866 йылда периодик системаның үҙ вариантын химик һәм музыкант Джон Александр Ньюлендс тәҡдим итә. Уның «октава законы» Менделеев таблицаһын хәтерләтә, әммә таблицала мистик музыкаль гармония эҙләү үҙен аҡламай. Был йылдарҙа тағы бер нисә тапҡыр периодик таблицаны төҙөп ҡарайҙар.
Д. И. Менделеев үҙенең таблицаһының беренсе вариантын 1869 йылда Рус химия йәмғиәте журналында «Химик элементтарҙың атом ауырлығын үҙенсәлеге менән сағыштырыу» мәҡәләһендә яҙып сыға, 1869 йылдың февралендә асыш тураһында донъя химиктарына хәбәр ебәрелә.
Легенда буйынса, Д. И. Менделеев периодик системаны төшөндә күрә, әммә уның периодик системаны нисек астығыҙ тигән һорауға «Мин был турала егерме йылға яҡын уйланып йөрөнөм, ә һеҙ ти генә әҙер законды уйлап сығарған, тип әйтәһегеҙ», тип яуап биргәне билдәле.
Карточкаға элементтың үҙенсәлектәрен яҙып Менделеев карточкаларҙы бер нисә тиртиптә теҙеп карай. Тикшереү нәтижәһе булып 1869 йылда Рәсәй һәм сит ил фәнни учреждениеларына ебәргән 19 горизонталь рәттән (хәҙерге группалар), һәм 6 вертикаль бағананан торған (хәҙерге периодтар) таблица булып тора. 1870 йылда «Основы химии» журналында һелтеле металдарҙан башланып галогендар менән бөткән периодик система вариантын тәкдим итә. Һәр период ике рәткә бүленә, группа бәләкәй группаға бүленә.
Менделеев таблицаһының әһәмиәте элементтың атом массаһы үҫеү менән үҙенсәлеге периодик рәүештә ҡабатлана. Мәҫәлән, натрий калийға оҡшаған, фтор хлорға оҡшаған, алтын көмөш менән баҡырға оҡшаған. Әлбиттә, үҙенсәлектәре теүәл ҡабатланмай, үҙгәрә бара. Менделеев, башҡа тикшереүселәрҙән айырмалы булараҡ, элементтарҙы атом ауырлығы буйынса һәм химик оҡшашлығы буйынса классификациялай. Периодик система тулы булһын өсөн Менделеев бер нисә элементтың атом массаһын төҙәтә (мәҫәлән, бериллий, индий, уран, торий, церий, титан, иттрий). Таблицала асылмаған элементтар өсөн бер нисә буш оя ҡалдыра.
Периодик система үенең фәнни ышаныслылығын тиҙҙән иҫбат итә. 1875—1886 йылдарҙа билдәле булмаған элементтар галлий (экааллюминий), скандий (экабор) һәм германий (экасилиций) асыла. Менделеев уларҙын атом массаһын һәм физик-химик үҙенсәлектәрен таблицаһында яҙған була.
XX быуат башында, атом төҙөлөшө асылғас, период атом ауырлығы буйынса түгел, ә атом ядроһы заряды менән бәйле икәне асыҡлана. Элементың үҙенсәлеген тышҡы орбиталағы электрондар билдәләй.
Периодик таблицаның төҙөлөшөҮҙгәртергә
Менделлев таблицаһының 3 варианты киң таралған: «ҡыҫҡа», «оҙон» һәм «ныҡ оҙон». «Ныҡ оҙон» вариантында химик элеметтар бер юлға теҙелгән. «Оҙон» варианта лантаноидтар һәм актиноидтар таблицанан ситкә сығарылған. «Ҡыҫҡа» варианта дүртенсе һәм унан һүң периодтар 2 юлға урынлаштарыла, төп һәм бәләкәй группа элементтарҙың символдары ояның төрлө мөйөштәренә яҙыла.
1969 йылда Теодор Сиборг периодик системаның киңәйтелгән вариантын тәҡдим итә. Нильс Бор баҫҡыс (пирамида) формаһындағы периодик система төҙөй. Бөгөнгө көндә ғалимдар периодик системаның яңынан-яңы төрөн тәҡдим итә.
Периодик системаның әһәмиәтеҮҙгәртергә
Менделеевтың периодик таблицаһы атом-молекуляр тәғлимәт үҫешендә мөһим баҫҡыс булып тора. Асылмаған элементтарҙың үҙенсәлектәрен билдәләргә мөмкинлек бирә.
Химия һәм химия менән ҡәрҙәш фәндәрҙе, дөйөмләштереп, нәтижә яһап, алдар күрә белеп берҙәм системаға берләштерә.
Химик элементтарҙың периодик системаһыҮҙгәртергә
Группа → Период ↓ |
IA | IIA | IIIB | IVB | VB | VIB | VIIB | VIIIB | IB | IIB | IIIA | IVA | VA | VIA | VIIA | VIIIA | ||
1 | 1 H |
2 He | ||||||||||||||||
2 | 3 Li |
4 Be |
5 B |
6 C |
7 N |
8 O |
9 F |
10 Ne | ||||||||||
3 | 11 Na |
12 Mg |
13 Al |
14 Si |
15 P |
16 S |
17 Cl |
18 Ar | ||||||||||
4 | 19 K |
20 Ca |
21 Sc |
22 Ti |
23 V |
24 Cr |
25 Mn |
26 Fe |
27 Co |
28 Ni |
29 Cu |
30 Zn |
31 Ga |
32 Ge |
33 As |
34 Se |
35 Br |
36 Kr |
5 | 37 Rb |
38 Sr |
39 Y |
40 Zr |
41 Nb |
42 Mo |
43 Tc |
44 Ru |
45 Rh |
46 Pd |
47 Ag |
48 Cd |
49 In |
50 Sn |
51 Sb |
52 Te |
53 I |
54 Xe |
6 | 55 Cs |
56 Ba |
* | 72 Hf |
73 Ta |
74 W |
75 Re |
76 Os |
77 Ir |
78 Pt |
79 Au |
80 Hg |
81 Tl |
82 Pb |
83 Bi |
84 Po |
85 At |
86 Rn |
7 | 87 Fr |
88 Ra |
** | 104 Rf |
105 Db |
106 Sg |
107 Bh |
108 Hs |
109 Mt |
110 Ds |
111 Rg |
112 Cn |
113 Nh |
114 Uuq |
115 Uup |
116 Uuh |
117 Uus |
118 Uuo |
Лантаноидтар * | 57 La |
58 Ce |
59 Pr |
60 Nd |
61 Pm |
62 Sm |
63 Eu |
64 Gd |
65 Tb |
66 Dy |
67 Ho |
68 Er |
69 Tm |
70 Yb |
71 Lu | |||
Актиноидтар ** | 89 Ac |
90 Th |
91 Pa |
92 U |
93 Np |
94 Pu |
95 Am |
96 Cm |
97 Bk |
98 Cf |
99 Es |
100 Fm |
101 Md |
102 No |
103 Lr |
Металл булмаған элементтар | Инерт газдар | Һелтеле металдар | Ярымметалдар- металоидтар | Галогендар |
Металдар | Күсеүсе элементтар | Актанноидтар | Лантаноидтар | Һелтеле ер металдары |
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Таблица Менделеева на сайте IUPAC (инг.)
- Интерактивная таблица Менделеева
- Основы строения вещества. Глава 5. Структура периодической системы элементов
- Периодическая система элементов 2016 йылдың 19 октябрь көнөндә архивланған. (pdf)
- Статья: Филатов Д. В. Вклад европейских учёных в становление и укрепление периодического закона // Химический портал Новосибирска, 2009 2009 йылдың 14 сентябрь көнөндә архивланған.
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
- Агафошин Н. П. Периодический закон и периодическая система элементов Д. И. Менделеева. — М.: Просвещение, 1973. — 208 с.
- Евдокимов Ю., кандидат химич. наук. К истории периодического закона. Наука и жизнь, № 5 (2009), С. 12-15.
- Макареня А. А., Рысев Ю. В. Д. И. Менделеев. — М.: Просвещение, 1983. — 128 с.
- Макареня А. А., Трифонов Д. Н. Периодический закон Д. И. Менделеева. — М.: Просвещение, 1969. — 160 с.
- Eric R. Scerri. The Periodic Table: Its Story and Its Significance. — Нью-Йорк: Oxford Univercity Press, 2007. — 368 с. — ISBN 978-0-19-530573-9