Башҡортостан юлдаш телевидениеһы
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы (рус. Башкирское спутниковое телевидение, БСТ) — Башҡортостан Республикаһының дәүләт телеканалы. Тапшырыуҙары тәүлегенә 18 сәғәт дауамында сыға.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы | |
рус. Башкирское спутниковое телевидение | |
Ил | |
---|---|
Тапшырыу зонаһы |
Башҡортостан, Рәсәй, Удмурт Республикаһы, Татарстан, Ырымбур өлкәһе |
Эшләй башланған ваҡыт | |
Етәксеһе |
Рөстәм Зәрәфетдинов[1] |
Сайт |
Дөйөм мәғлүмәт
үҙгәртергәТапшырыуҙар Башҡортостандың рәсми дәүләт телдәре булған (башҡорт һәм урыҫ телдәрендә эфирға сыға. Ижади хеҙмәткәрҙәр ҡайһы бер тематик һәм маҡсатлы тапшырыуҙарҙы шулай уҡ республикала йәшәгән башҡа милләттәр телдәрендә лә әҙерләй.
Эфирға сыҡҡан тапшырыуҙар һаны — 50-нән ашыу; улар төрлө йәшәйеш өлкәләренә — сәйәсәт, иҡтисад, мәҙәниәт һәм сәнғәт, йәмғиәт булмышына бағышлана, шулай уҡ күңел асыу һәм интерактив йүнәлеш-жанрҙарын биләй.
Канал 2002 йылда эшләй башланы; бығаса Башҡортостан урынлы телевидениеһы башҡа исемдәр йөрөттө: 1959 йылдан эфирға сығып килгән урындағы телевидение тапшырыуҙарҙы Башҡорт телевидение студияһы әҙерләп килде.
Сигнал таратыу саралары
үҙгәртергәБашҡортостан халҡына БСТ тапшырыуҙарын еткереү өсөн республиканың төбәктәрендә 400-ҙән ашыу ретранслятор төҙөлдө; улар күбеһенсә дециметр йышлыҡтарында эшләй, ҡеүәте 1 Вт-тан 5 КВт-ҡаса. Һуңыраҡ ретрансляторҙар шулай уҡ Силәбе өлкәһенең Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондарында ла ҡуйыылыыды.
Рәсәйҙең Башҡортостан менән күрше субъекттары: Ырымбур, Һамар, Силәбе, Свердловск һәм Төмән өлкәләрендә, Татарстан менән Удмуртия республикаларында БСТ тапшырыуҙарын кабель селтәрҙәре аша ҡарап була.
Тапшырыуҙар шулай уҡ Ямал-401 спутнигы аша таратыла.
Ҡаҙаныштары
үҙгәртергә- 2016 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан юлдаш телевидениеһы МЕДИАТЭК Бөтә Рәсәй премияһының дипломына лайыҡ булды. Яғыулыҡ-энергетика комплексы тармағында яңы технологиялар индереү темаһын әүҙем һәм профессиональ яҡтыртҡаны өсөн Башҡортостан юлдаш телеканалы илдең төбәк телекомпаниялары араһында өсөнсө урын алды[2].
- Башҡортостан юлдаш телеканалы 2016 йылда Башҡортостанда Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙы яҡтыртыу буйынса иң яҡшы киң мәғлүмәт сараларының береһе тип танылды[3].
Даими тапшырыуҙар
үҙгәртергә- Мәғлүмәт-аналитик
- «Асыҡларға ваҡыт» ток-шоу -
- Ысынлап та
- Һүҙһеҙ ҡараш
- Телеүҙәк
- Мәҙәни-мәғариф
- Автограф
- Башҡорттар — Бөтә донъя башҡорттары тормошонан мөһим ваҡиғалар, факттар, проблемалар яҡтыртыла. Шәмбе көн кисен 19 cәғәт 30 минутта эфирға сыға, йәкшәмбе көн төш ваҡытында 13 cәғәт 30 минутта ҡабатлана.
- Бәхетнәмә
- Белергә кәрәк
- Замандаштар
- Орнамент
- Шәмбе. Төнгө канал
- Өсөнсө ҡыңғырау
- Музыкаль
- Байыҡ
- Башҡорт йыры
- Дарман
- Йырым булһын бүләгем
- Концерттар
- Муз-баҙар
- Тылсымлы ҡурай
- Танып белеү һәм күңел асыу
- Алтын тирмә
- Арыҫлан
- Башҡорт телен өйрәнәм
- Күңелле йәшәбеҙ
- Ҡайтайым ауылыма
- Сәләм
- Тәмле
- Танышайыҡ
- Уңған килен
- Балалар өсөн «Тамыр» телеканалы тапшырыуҙары
- Әкиәт байрамы
- Борсаҡ
- Байтус
- Бауырһаҡ
- Тау - тау хәбәр
- Ғәләмәт донъя
- Йырлы кәрәҙ
- Семәр
- Сәңгелдәк
- Шәп арба
- Сулпыдар
- Шатлыҡ йыры
- ӘЮЯ ҡаласығы
- Дини
- Йома
- Мәғлүмәт-аналитик
Тапшырыуҙарҙа ҡатнашыусылар
үҙгәртергәУчалы филармонияһының «Хазина» башҡорт фольклор ансамбле коллективы Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Бәхетнамә», «Сәләм», «Алтын тирмә» программаһында сығыш яһаны[4][5].
Етәкселәре
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Башҡортостан юлдаш телевидениеһы коллективын яңы етәксе менән таныштырҙылар. , 2017, 14 март (Тикшерелеү көнө: 15 март 2017)
- ↑ Башҡортостан юлдаш телевидениеһы МЕДИАТЭК Бөтә Рәсәй премияһының дипломына лайыҡ булды. , 2017, 11 ғинуар{V|11|01|2017}}
- ↑ «Башинформ» агентлығы — Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙы яҡтыртыу буйынса иң яҡшылар рәтендә. , 2016, 15 декабрь (Тикшерелеү көнө: 16 декабрь 2016)
- ↑ ХАЗИНА фольклор ансамбле
- ↑ Народный фольклорный ансамбль «ХАЗИНА» Организатор Кудрявая Гарифа Гиниятулловна. Руководитель Сагитов Салават Сагитович
- ↑ Директором БСТ стал Галим Якупов 2012 йыл 17 июнь архивланған.
- ↑ Ғәлим Яҡупов яңы вазифаға тәғәйенләнде. , 2017, 13 март (Тикшерелеү көнө: 15 март 2017)