Ташкент

Үҙбәкстандың башҡалаһы

Ташке́нт (Ташҡәнт; үзб. Toshkent / Тошкент) — баш ҡала һәм Үзбәкстандағы иң эре ҡалаларҙың береһе, административ үҙәге Ташкент ѳлкәһе. Халыҡ иҫәбе буйынса ла Үзбәкстандың һәм Урта Азияның иң ҙур ҡалаһы, Ташкент агломерацияһының үҙәге, илдең мөһим иҡтисади, сәйәси, мәҙәни, фәнни һәм шулай уҡ авиация, тимер юлы, автомобиль үҙәге. Административ яҡтан 11 районға бүленгән.

Ҡала
Ташкент
үзб. Toshkent / Тошкент
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Үзбәкстан

Статус

дәүләт баш ҡалаһы, өлкәнең административ үҙәге

Координаталар

41°18′ с. ш. 69°16′ в. д.HGЯO

Эске бүленеш

11 район

Хоким

Усманов Рахмонбек Джахонгирович

Беренсе мәртәбә телгә алынған

Б.Э.Т II быуат

Элекке исеме

Чач, Шаш (Мадина́-аш-Шаш), Бинке́т (Бинка́т)

Майҙаны

334,8[1] км²

Бейеклеге

455 м

Климат тибы

уртаса-континенталь

Рәсми теле

үзбәк

Халҡы

2 571 668[2] кеше (2020)

Тығыҙлығы

7083 кеше/км²

Агломерация

6,5 млн

Милли состав

үзбәктәр − 65,0 %
урыҫтар − 18,0 %
татарҙар − 4,5  %
немецтар − 6.0%
корейҙар − 2,2 %
ҡаҙаҡтар − 2,1 %
уйғырҙар — 1,2 %
другие − 7,0 %[3]

Конфессиональ составы

мосолмандар, христиандар, атеисттар и др.

Этнохороним

ташке́нтец, ташке́нтка, ташке́нтцы

Сәғәт бүлкәте

UTC+5

Телефон коды

+998 71

Почта индексы

100000 [4]

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

01—09, (10, 30 — старые)

Рәсми сайт

tashkent.uz

Награды

Ҡалып:Орден Мустакиллик Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Ташкент (Үзбәкстан)
Ташкент
Ташкент

Ташкент халҡы буйынса БДБ илдәре араһындағы иң эре ҡалаларҙың береһе. Уның халҡы 2,3 миллион тәшкил итә.

Физик-географик характеристикаһы

үҙгәртергә
 
Ташкент и его окрестности, космический снимок LandSat-5, 30 июня 2010 года

Географик урыны

үҙгәртергә

Ташкент республиканың тѳньяҡ-кѳнсығыш ѳлѳшѳндә, Чирчик (йылға) үҙәне буйында, диңгеҙ кимәленән 440—480 метр бейеклектә урынлашҡан һәм 30 мең гектар территорияны алып тора. Ташкенттан кѳнсығышҡа һәм тѳньяҡ-кѳнсығышҡа ҡарай кѳнбайыш Тянь-Шань армыттары урынлашҡан.

Беҙҙең эраға тиклем II—I быуаттарҙа уҡ билдәле.[6][7], Ташкенттың Шаш-тепа, Чач-тепа тигән атамалары ла осрай.

XI быуаттан ҡала Ташкент булараҡ танылыу ала. Был исем (латин телендә — «таш») Таш ҡала тигән мәғәнәне аңлата. Иң тәүге ҡытай сығанаҡтарында Ташкент Шаш (Ши)ѳлкәһе, Чжэши һәм Юэни, иртә Урта быуаттар осоронда — Чач, Шаш (ѳлкә) һәм Джач тип йѳрѳтѳлә. «Ши» ҡытайса «таш» (ҡыт. ябайл. , пиньин: shí) тигәнде лә аңлатырға мѳмкин булғанлыҡтан, тѳбәккә тѳрки ырыуҙар күсеп ултырғандан һуң, был атамаларҙың тѳркисә «таш» тигән һүҙгә әйләнеүе лә бар.[8].

XIV—XV быуаттарҙа Ташкент Тимур империяһы составына инә. XVI быуатта ҡала менән Шейбанидтар династияһы идара итә.[9][10] 1586 йылда ҡаҙаҡтар Ташкентҡа уңышлы поход яһай. Артабан ҡала, 1557—1598 йылдарҙа, бында үҙенең тимер аҡсаларын сығарған шейбанид Абдулла-хан II буйһона.[11] 1598 йылдан 1604 йылға тиклем Ташкент менән үҙ исеменән кѳмѳш һәм баҡыр аҡса сығарған шейбанид Кельди Мѳхәмәт идара итә.[12]. 1630 йылдар тирәһендә Ташкент Ҡаҙаҡ ханлығы хандарының резиденцияһы була.[13]. 1784 йылда Юныс Хаджа үҙ власы аҫтына бѳтә ҡаланы берләштерә һәм бойондороҡһоҙ Ташкент дәүләте тѳҙѳй. XIX быуат башына был дәүләт бик күп ерҙәрҙе эләктерә. Әммә, Юныс Хаджа үлгәндән һуң, 1807—1808 йылдарҙа, ил Коканд ханлығына буйһона.[14]. Коканд ханлығында Ташкент соҡор һәм 20 саҡрым оҙонлоғондағы балсыҡ ҡатыш стена менән уратып алынған була (Ташкент ҡапҡаһы). Ҡаланың яңы ѳлѳшѳнә, 1865 йылда Ташкентты Рәсәй империяһының рус ғәскәрҙәре баҫып алғас нигеҙ һалына. Ул иҫке ҡаланан Анхор каналы менән айырылып тора.

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә
  • Молчанов Анатолий Александрович (15.08.1938), ғалим—геофизик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1974), профессор (1981). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1979), почётлы геолог (1988), почётлы эколог (2013). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1987) һәм Дәүләт премияһы лауреаты (1980). Башҡортостандың Октябрьский ҡалаһының почётлы гражданы[15].
  • Новиков Михаил Николаевич (1941), хеҙмәт ветераны, кинооператор. 1998 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостандың Кинематографсылар союздары, 2000 йылдан — Башҡортостандың Фоторәссамдар союзы ағзаһы. 1971 йылдан Свердловск киностудияһы кинооператоры, 1976 йылдан — Өфө кинохроника пунктының үҙ хәбәрсеһе; 1993—1997 йылдарҙа «Башҡортостан» киностудияһы директоры. «Почёт Билдәһе» ордены (1981) кавалеры. Ташкент ҡалаһынан[16].
  • Ғәлиуллин Марат Мөҙәрис улы (28.04.1956), комсомол органдары, сәнәғәт өлкәһе һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 2014—2022 йылдарҙа Өфө ҡалаһы ҡала округының Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы. 2-се класлы ғәмәлдәге муниципаль советник. Башҡортостан Республиканың Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2009).
  • Әсфәндиәрова Гөлсөм Жафар ҡыҙы (12 ноябрь 1880 йыл — ноябрь 1941 йыл) — юғары белемле беренсе ҡаҙаҡ ҡатын-ҡыҙ-табибы, Төркөстан крайында һаулыҡ Һаҡлау системаһын ойоштороусы, табип-педагог

Ташкент Климатик бүлкәттең Субтропик һәм Талғын-континенталь сигендә ята. Йылына 440 мм яуым-тѳшѳм була. Кеше йәшәмәгән буш һәм ярым буш уйпат ѳлкәләр менән сағыштырғанда тауҙарҙың яҡын булыу һѳҙѳмтәһе күпкә әһәмиәтле. Ғәҙәттә, һыуыҡтар оҙаҡ булмай, ләкин аяҙ булғанда һауа температураһы ҡайһы ваҡыттарҙа минус 20 °C -ҡа тиклем тѳшә, йәйгеһен күләгәлә ул йыш ҡына 35-40°C-ҡа тиклем етә.

Минималь температура — 29,5 °C (1930 йылдың 20 декабре), максималь температура — + 44,6 °C (1997 йылдың 18 июле), 40 кѳнлѳк елһеҙ, йәйге томра, йәғни селлә ваҡыты Ташкент ҡалаһы мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ ѳлѳшѳ.[17].

Яҙ менән кѳҙ иртә килә. Был һыу ятҡылыҡтарының булмауы арҡаһында һауаның тиҙ йылыныуы һәм һыуыныуы менән бәйле.

  • Уртаса йыллыҡ температура — +14,8 C°
  • Уртаса йыллыҡ Бофорт шкалаһы, елдең тиҙлеге — 1,4 м/с
  • Уртаса йыллыҡ һауа дымлылығы — 56 %
Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 22,2 27,0 32,5 36,4 39,9 43,0 44,6 43,1 39,8 37,5 31,1 27,3 44,6
Уртаса максимум, °C 6,8 9,4 15,2 22,0 27,5 33,4 35,7 34,7 29,3 21,8 14,9 8,8 21,6
Уртаса температура, °C 1,9 3,9 9,4 15,5 20,5 25,8 27,8 26,2 20,6 13,9 8,5 3,5 14,8
Уртаса минимум, °C −1,5 0,0 4,8 9,8 13,8 18,0 19,7 18,0 12,9 7,8 4,1 0,0 8,9
Абсолют минимум, °C −28 −25,6 −16,9 −6,3 −1,7 3,8 8,2 3,4 0,1 −11,2 −22,1 −29,5 −29,5
Яуым-төшөм нормаһы, мм 53 64 69 61 41 14 4 1 6 24 44 59 440
Сығанаҡ: Погода и климат

Экологик торошо

үҙгәртергә

Территорияның яртыһын тиерлек ултыртылған ағастар алып тора. Бөгөн Ташкент кешеһенең һәр береһенә йәшелләндерелгән 69 квадрат метр тура килә[18]. Ҡайһы бер саҡтарҙа бында насар экологик хәл күҙәтелә. Ҡалала йыш ҡына кѳслѳ төтөн булыуы ихтимал, шул арҡала күреү мѳмкинлеге 1,5-3 саҡрымдан артмай. [19]. Был осраҡта, һауа таҙа булған ваҡытта офоҡта яҡшы күренгән Тянь-Шань тауҙары насар ғына төҫмөрләнә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Справка о городе на официальном сайте хокимията г. Ташкент 2013 йыл 22 октябрь архивланған.
  2. Численность постоянного населения (динамика населения Узбекистана и его регионов в 1991 — 2015) // Государственный комитет Республики Узбекистан по статистике. Демографические данные
  3. Сведения о населении города на официальном сайте хокимията г. Ташкент 2013 йыл 22 октябрь архивланған.
  4. Узбекское Агентство связи и информатизации. Почтовые индексы 2010 йыл 2 ноябрь архивланған.
  5. Расчет расстояний между городами. АвтоТрансИнфо. Дата обращения: 16 август 2014.
  6. 2007 йыл 14 март [https://web.archive.org/web/20070314224502/http://goskompriroda.ccc.uz/Tashkent/russian/background/istdr.htm архивланған. Ташкент тураһындағы айырыуса билдәле мәғлүмәттәр беҙҙең эраға тиклем II быуатта, боронғо Ҡытай хроникаһында осрай. Унда Кангюй дәүләтенә ингән Ташкент оазисы һәм уның үҙәк ҡалаһы Юэни исеме менән бирелә. Ҡайһы бер боронғо Ҡытай сығанаҡтарының транскрипцияларында Шаш (ѳлкә) итеп бирелә. Фарсы батшаһының (Шапур I) «Каабе Зороастра» (беҙҙең эраға тиклем 262 йыл) яҙыуында Ташкент оазисы Чач исеме аҫтында телгә алына.
  7. XIX быуатта, Чач тип телгә алынған Ташкент тураһындағы тәүге мәғлүмәттәр VII быуатта, ҡытай сәйәхәтсеһе Сюаньцзан яҙмаларында иҫкә алынғанда уҡ, билдәле булған тип һанала.Ташкент // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  8. Макс Фасмер. Этимологический словарь русского языка. Перевод с немецкого и дополнения члена-корреспондента АН СССР О. Н. Трубачева. Под редакцией и с предисловием проф. Б. А. Ларина. Издание второе, стереотипное. В четырёх томах. М.: «Прогресс», 1986.
  9. Добромыслов А. И., Ташкент в прошлом и настоящем. Ташкент, 1912, с.9
  10. История Ташкента. Ташкент: Фан, 1988, с.70
  11. Е. А. Давидович, Корпус золотых и серебряных монет Шейбанидов. XVI век. М., 1992
  12. Бурнашева Р. З., Некоторые сведения о чеканке медных монет в Ташкенте в XVI—XIX вв. Известия Национальной академии наук Казахстана, № 1, 2007, с.153
  13. Из истории Казахстана XVIII в.
  14. История Ташкента (с древнейших времён до победы Февральской буржуазно-демократической революции) / ответственные редакторы Х. З. Зияев, Ю. В. Буряков. — Ташкент: Издательство «Фан» УзССР, 1988. — ISBN 5-648-00434-6. С. 85—88
  15. Башҡорт энциклопедияһы — Молчанов Анатолий Александрович (Тикшерелеү көнө: 2 май 2021)
  16. Башҡорт энциклопедияһы — Новиков Михаил Николаевич (Тикшерелеү көнө: 2 май 2021)
  17. Чилля в самом разгаре! — Новости Узбекистана — ANONS.UZ 2014 йыл 14 июль архивланған.
  18. Хокимият города Ташкента 2013 йыл 22 октябрь архивланған.
  19. Информационная экосеть sreda.uz Смог над Ташкентом