Төньяҡ Америка
Төньяҡ Америка — (ингл. North America, франц. Amérique du Nord, исп. América del Norte, Norteamérica, ацт. Ixachitlān Mictlāmpa) Ер планетаһының Көнсығыш һәм Көнбайыш ярымшарҙары тоташҡан урындағы ҡитға. Төньяҡ Америка халҡы 500 млн кеше. Халыҡ тығыҙлығы Кариб диңгеҙе һәм ҡитғаның Үҙәк өлөшөндә ҙур. Бында 1 кв.км-ға 200-ҙән артыҡ кеше тура килә.
Төньяҡ Американың утрауҙарһыҙ майҙаны — 20 360 000 км², утрауҙар менән 24 365 000 км² тәшкил итә[5][6][7]. Төньяҡ Америка халҡының һаны 500 миллиондан ашыу кеше, донъя халҡының 7 %-н тәшкил итә. Төньяҡ Америка утрауҙарына Гренландия, Канада Арктика архипелагы, Вест-Һиндостан, Алеут утрауҙары һәм башҡалар инә. Материк сиктәрендә йыш ҡына, АҠШ-ты берләштергән Төньяҡ Америка төбәген, Гренландияны, Сен-Пьеро һәм Микелонды, Бермудты атайҙар. Төньяҡ Америка, Австралия кеүек үк, диңгеҙгә сығыу урыны булмаған материк булып тора.
Сағыштырмаса характеристика
үҙгәртергәДәүләт | Баш ҡала | Территория,
км2 |
Халҡы,
кеше |
ЭТП күләме
(номинал), $ млрд. |
---|---|---|---|---|
Канада | Оттава | 9 984 670 | 38 014 184 | 1904 |
Мексика | Мехико | 1 964 375 | 128 649 565 | 2616 |
АҠШ | Вашингтон | 9 629 091 | 328 239 523 | 21428 |
Этимологияһы
үҙгәртергәМатерик Флоренция сәйәхәтсеһе Америго Веспуччи хөрмәтенә немец картографы Мартин Вальдземюллер һәм Матиас Рингманн тарафынан Америка тип аталған[8]. 1497 һәм 1502 йылдар араһында Көньяҡ Американы тикшереүсе Веспуччи — Американы Ост-Һиндостан тип түгел, ә билдәле булмаған яңы континент тип фараз итеүсе беренсе европалы була. 1507 йылда Вальдземюллер донъя картаһын төҙөй, унда хәҙерге Бразилия районында Көньяҡ-Америка континентына «Америка» атамаһын ҡуя. Ул атаманы картаға ҡушымта булған Cosmographiae Introductio китабында былай тип аңлата[9]:
Бөгөн донъяның был өлөштәре (Европа, Африка һәм Азия) тулыһынса өйрәнелгән, ә донъяның дүртенсе өлөшөн Америго Веспуччи аса. Европа һәм Азия ҡатын-ҡыҙҙар исеме менән аталғанлыҡтан, мин был яңы өлкәне, аҡыллы ир исеме менән Америга йәки Америка тип атауҙан ҡамасау күрмәйем
Оригинал текст (лат.)Nunc vero et hae partes sunt latius lustratae et alia quarta pars per Americum Vesputium (ut in sequentibus audietur) inventa est, quam non video cur quis iure vetet ab Americo inventore sagacis ingenii viro Amerigem quasi Americi terram sive Americam dicendam: cum et Europa et Asia a mulieribus sua sortita sunt nomina.
.
Һуңғараҡ картала Төньяҡ Америка барлыҡҡа килә, уға ла шул уҡ исем ҡушыла: 1538 йылда Герард Меркатор «Америка» топонимын донъя картаһында бөтә көнбайыш ярымшарын билдәләү өсөн ҡуллана[10].
Ҡайһы бер тикшеренеүселәр раҫлауынса, ул ваҡытта асылған ерҙәрҙе исем менән атау ҡабул ителмәй (король шәхестәренән тыш), ә тик фамилия менән генә рөхсәт ителгән, шулай итеп Америго Веспуччи исеменән сыҡҡан атаманың сығышы теорияһы бәхәсле[11]. Альфред Хадд 1908 йылда теория тәҡдим итә, уға ярашлы континент Бристоль сауҙагәре Ричард Америка хөрмәтенә аталған, ул, фараздар буйынса, 1497 йылда Ньюфаундлендты асыусы Джон Кабот экспедицияһын финанслаған. Тағы бер фараз буйынса Америка боронғо вестгот Амаирик исемле булған испан диңгеҙсеһе хөрмәтенә аталған. Шулай уҡ «Америка» атамаһының тамыры индейҙар теленә бәйле[10].
1970 йылдарҙан алып, индейҙарҙың активистар хәрәкәте Төньяҡ Америка өсөн «Гөбөргәйелдәр утрауы» тигән терминды пропагандалай.
Географияһы
үҙгәртергәТөньяҡ Америка көнбайыштан Тымыҡ океандың Беринг диңгеҙе, Аляска һәм Калифорния ҡултығы менән, көнсығыштан Атлантик океандың Лабрадор, Кариб, Изге Лаврентий һәм Мексика ҡултығы менән, төньяҡтан Төньяҡ Боҙло океандың Бофорт, Гренландия Гудзон ҡултығы менән йыуыла. Көнбайыштағы Евразиянан Беринг боғаҙы айырып тора. Көньяҡ Американан Панама боғаҙы айырып тора. Төньяҡ Америка составына шулай уҡ Гренландия, Канада арктика архипелагы, Алеут утрауҙары, Ванкувер утрауы, Александр архипелагы һәм башҡа утрауҙар инә. Утрауҙар менән Төньяҡ Америка майҙаны — 24,2 млн кв. км., утрауҙарһыҙ — 20,4 млн.кв. км.
Төньяҡ Американың ситке нөктәләре:
- Төньяҡ нөктәһе — Мёрчисон мороно, 71°50′ с. ш. 94°45′ з. д.HGЯO
- Көньяҡ нөктәһе — Марьято мороно, 7°12′ с. ш. 80°52′ з. д.HGЯO
- Көнбайыш нөктәһе — Принц Уэльс мороно, 65°35′ с. ш. 168°05′ з. д.HGЯO
- Көнсығыш нөктәһе — Сент-Чарльз мороно, 52°24′ с. ш. 55°40′ з. д.HGЯO
Төньяҡ Американың оҙонлоғо төньяҡтан көньяҡҡа табан 66°, йәки 7326 км тәшкил итә, ә көнбайыштан көнсығышҡа табан оҙонлоғо 112°, йәки яҡынса 5700 км тәшкил итә. Шулай уҡ был материк яр буйы һыҙығының иң ҙур оҙонлоғона — 60 мең километрға эйә.
Төньяҡ Американы асыу һәм тикшереү тарихы
үҙгәртергә1000 йыл элек материкҡа Скандинавияның боронғо халҡы — викингтар килә.
986 йылда Эрик викингтар төркөмөн йыя, улар үҙҙәре асҡан утрауҙа төпләнә.
982 йылда Ерән Эрик Рыжий, кеше ғүмерен ҡыйған өсөн, Исландия колонияһынан ҡыуыла. Ул Исландиянан 1000 километр алыҫлыҡта ятҡан ерҙәр тураһында хикәйәләр ишетә. Унда ҙур булмаған отряд менән юллана. Ҡыйынлыҡ менән йөҙөп барып етә алған. Эрик был урынды Гренландия («йәшел ил») тип атаны. 986 йылда Эрик үҙе асҡан утрауҙа төпләнгән бер төркөм викингыларҙы йыйған.
Эриктың улы Лейф Бәхетле тағы ла арыраҡ китә һәм Лабрадор ярымутрауына барып етә.
1492 йылдың 12 октябрендә Христофор Колумб Багам утрауҙарының береһе «Сан-Сальвадор» тип аталған утрауҙы асҡан. Әммә Үҙәк Американың материк ярын ул 1502 йылда ғына аса.
1497 йылдың майында Джон Кабот һәм Себастьян Кабот «Мэтью» карабында Бристоль портынан йөҙөп китә. Июль аҙағында Азия тип ҡабул итеп, улар Ньюфаундленд тип аталған утрауға төшә, һәм яр буйлап Изге Лаврентий ҡултығынан көнсығышҡа ҡарай йөҙөүҙе дауам итә. Яр буйлап бер ай тирәһе йөҙгәндән һәм балыҡтың бай запасын тапҡандан һуң, улар кирегә йүнәлеш ала.
1512 йылда Понсе де Леон Флорида ярымутрауын аса; 1513 йылда Бальбоа Панама морононоң бер бейеклегенән Тымыҡ океанды күреп ҡала. Грихальва 1515 йылда Мексиканың көнсығыш ярын, йәки Яңы Испанияны аса, уны аҙаҡ 1519—1521 йылдарҙа Фернандо Кортес баҫып ала.
Төньяҡ Америкала яңы ерҙәрҙе асыу өсөн ебәрелгән беренсе француз карабы 1524 йылда Флоренция кешеһе Джиованни Верраццани етәкселегндә китә, ул Төньяҡ Американың көнсығыш ярын Флориданан алып Акадиға тиклем урап үтә.
1534 йылдың апрелендә, Сен-Мало ҡалаһынан йөҙөп китеп, француз Жак Картье 20 көндән һуң Ньюфаундленд утрауына барып етә, һәм, утрауҙы урап үтеп, Бен-Иль боғаҙы аша Изге Лаврентий ҡултығына инә. Урындың картаһын төҙөп, Картье кире Францияға ҡайта. 1535 йылда Картьеның өс карабы ҡабаттан Ньюфаундлендҡа яҡын килә. Ул төньяҡтан Антикости утрауын урап үтә һәм Изге Лаврентий йылғаһының тамағына инә. Юл күрһәтеүсе-гурондарҙы яллап, француз караптарҙы йылға буйлап алып бара һәм, индеецтар Стадакон тип атаған ергә килә (хәҙер унда Квебек ҡалаһы урынлашҡан).
Октябрь башында француздар ирокездарҙың Ошелага утырағына килә. Картье ауыл өҫтөнән ҡалҡып торған тауға менә, уны Мон-Руаяль (Король тауы) тип атай. Тауҙан тупһалар күренә, улар караптарға йылға буйлап үргә менергә мөмкинлек бирмәй. Картье Стадаконға әйләнеп ҡайта. Француздар бында форт төҙөп, ҡышларға ҡала.
1541 йылда Картьеның өсөнсө йөҙөүе башлана. Ул үҙе тикшергән ерҙәрҙә Яңы Франция тип аталған колониялар төҙөргә тейеш була. Ләкин был уй килеп сыҡмай. Сәйәхәтсе Францияға ҡайта, мәрхәмәтһеҙлеккә эләгә һәм 1557 йылда вафат була.
1577 йылда уҡ инглиз кешеһе Мартин Фробишер Гудзон ҡултығының инеү урындарының береһе аша уҙа, һәм ошо ваҡыттан алып Төньяҡ Американың арктик ярҙарын тикшереү өсөн күп һанлы экспедициялар башлана. 1585-86 йылдарҙа Джон Дейвис Гренландияның көнбайыш ярын урап үтә, Баффин еренең Камберленд ҡултығын аса, Төньяҡ Америка яры буйын ентекле тикшерә һәм Гудзон боғаҙының аныҡ урынын билдәләй; 1609—11 йылдарҙа Генри Гудзон Төньяҡ Американың төньяҡ-көнсығыш һәм көнсығыш ярҙарын тикшерә; 1611—15 йылдарҙа Уильям Баффин һәм башҡалар Баффин ҡултығына үтеп инә.
1608 йылда Самуэль де Шамплейн Стадакон ауылы урынында Квебек ҡалаһына нигеҙ һала, ә 1611 йылда Ошелага ултырағына яҡын ерҙә Монреаль төҙөй.
1542—1543 йылдарҙа испан Хуан Родригес Кабрильо хәҙерге Мексиканан төньяҡҡа Калифорнияның яры буйын тикшереү өсөн йөҙөп китә.
Төньяҡ Америка Азия менән тоташмағанлығын 1648 йылда казак Дежнёв иҫбатлай, ул Беринг боғаҙын аса, унда 1725—28 йылдарҙа Витус Ионассен Беринг килә һәм уға үҙенең исемен бирә.
XVIII быуат уртаһында Бөйөк Төньяҡ экспедицияһы ваҡытында материктың төньяҡ-көнбайыш яры буйын асыу үтә. 1741 йылдың июлендә Витус Беринг етәкселеге аҫтында «Изге Пётр» карабы командаһы Америка яры буйын яҡынса 58° т. киңлектә күрә, ә Алексей Чириков етәкселегендәге «Изге Павел» карабы командаһы Америка ярҙарына саҡ ҡына көньяҡтараҡ — 55° т. киңлеккә яҡын килә.
Төньяҡ Американың төньяҡ-көнбайыш ярҙарын, 1775 йылдан башлап, испандар Хуан Айала, Франсиско де ла Бодега-и-Квадра]], 1777—78 йылдарҙа Бөйөк Британия диңгеҙсеһе Джеймс Кук тикшерә. 1789 йылда Александр Макензи Макензи йылғаһының (йылға уның исеме менән атала) тамағына етә, ә 1786 йылда Жан-Франсуа де Лаперуз]] һәм 1792—94 йылда Джордж Ванкувер картаға төньяҡ-көнбайыш ярын төшөрә.
Испан Эрнандо де Сотоның 1539—43 йылдарҙа Миссисипи йылғаһы йыуған ерҙәргә сәйәхәте, Төньяҡ Америка төпкөлөнә беренсе экспедиция була. 1540—1542 йылдарҙа Франсиско Васкес де Коронадо Мексиканан төньяҡҡа икенсе испан экспедицияһын етәкләй. 1673 йылда француз сығышлы сауҙагәр Луи Жоллье һәм француз миссионеры Жак Маркет, Арканзас һәм Миссисипи йылғалары ҡушылған урынға етә, унда индеецтарҙан Миссисипи йылғаһының Тымыҡ океанға түгел, ә Мексика ҡултығына ҡойғанлығын белә. 1682 йылда француз Рене-Робер де Ла Саль Миссисипи йылғаһының тамағына етә. 1804—06 йылдарҙа Американың Льюис һәм Кларк экспедицияһы АҠШ-тың көнбайышында яңы ерҙәр тикшерә[12][13].
Рельефы
үҙгәртергәРельефтың айырмалығы — боҙлоҡ дәүеренең оҙайлы эшкәртеүе һөҙөмтәһе. Һөҙәкле-тулҡынлы ҡалҡыулыҡтарҙың бейеклеге — 150—600 м. Үҙәк тигеҙлек — Төньяҡ Америка платформаһы өлөшө. Бейеклеге — 200—500 м. Рельефы эрозиялы һәм аҙ тулҡынлы, төньяҡта боҙло һәм боҙлоҡ менән шыуып төшкән тау тоҡомдарынан тора. Көньяҡ өлөшө урман менән ҡапланған. Озарк ҡалҡыулығы (бейеклеге 760 м тирәһе), Уошито ҡалҡыулығы (884 м тиклем) эпигерцин плтаформаһының йыйырсығы булып тора. Бөйөк тигеҙлектәр Кордильер платоһының тау итәге булып тора. Бейеклеге — 500—1500 м. Былар Кордильер платоһының ватылып, йыйырсыҡланып өҫкә күтәрелеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.
Төньяҡ Американың иң юғары нөктәһе — Денали тауы (2015 йылға тиклем Мак-Кинли тип аталған) — 6190 м, иң түбән нөктәһе — Үлем үҙәне — диңгеҙ кимәленән 86 м түбәнерәк.
- Тауҙар
- Ҡаялы тауҙар
- Каскад тауҙары
- Яр буйы һырттары
- Сьерра-Невада
- Аппалачи
- Кордильер
Климаты
үҙгәртергәКлимат алыҫ төньяҡта Арктиктан алып Үҙәк Америкала һәм Вест-Һиндостанда субэкваториалгә тиклем, яр буйы райондарында океанлы, эске райондарҙа — континенталь. Ғинуарҙа уртаса температура −36 °C (Канада Арктик архипелагы төньяғында) алып 20 °C (Флориданың һәм Мексика таулығының көньяғында), июлдә — 4 °C алып Канада Арктик архипелагының төньяғында 32 °C тиклем АҠШ-тың көньяҡ-көнбайышында. Иң күп яуым-төшөм Аляска һәм Канаданың Тымыҡ океан яры буйында һәм АҠШ-тың төньяҡ-көнбайышында (йылына 2000—3000 мм); материктың көньяҡ-көнсығыш райондарында 1000—1500 мм, Үҙәк тигеҙлектәрҙә — 400—1200 мм, Кордильерҙың субтропик һәм тропик райондарының тау-ара үҙәндәрендә — 100—200 мм. 40—44° так как төньяҡҡа ҡарай ҡышын тотороҡло ҡар ята. Йәй йылы, һирәк ҡойон ямғырҙар, ҡоролоҡтар һәм ҡоро елдәр менән.
Төньяҡ Американың климат шарттары шаҡтай төрлө. Был полюсҡа яҡыныраҡ Ерҙең «иң төньяҡ» континенты, шул уҡ ваҡытта төньяҡтан көньяҡҡа 7 мең километр һуҙылған. Материк экваториаль бүлкәттән тыш планетаның бөтә климат бүлкәттәрендә урынлашҡан. Климат типтарының шундай төрлөлөгө һөҙөмтәһендә Төньяҡ Америкала Ерҙең бөтөнләй тиерлек тәбиғәт зоналары формалашҡан, ә материктың тере тәбиғәте үҫемлек һәм хайуан төрҙәренең шаҡтай төрлөлөгө менән айырыла.
Арктик климат Канада Арктик архипелагы утрауҙарына, Гренландия һәм Алясканың төньяҡ өлөшөнә хас. Яланғас ташлы арктик сүллектәр көньяҡта мүк һәм лишайниктар менән ҡапланған, төньяҡта ҡалын япма боҙлоҡтар аҫтында ята. Ҡыш саманан тыш ҡырыҫ, температура уртаса −32 °C алып −40 °C тиклем тирбәлә һәм Гренландияның эске райондарына ҡарағанда түбән. Яуым-төшөм бик аҙ, йылына 250—100 мм. Йәй бөтөнләй тиерлек булмай, тик йылдың эҫе айҙарында һауа торошо температураһы 0 °C юғары күтәрелә.
Субарктик климат бүлкәте Канаданың төньяҡ һәм үҙәк өлөшөндә һәм Алясканың көньяҡ өлөшөндә урынлаша. Урман һәм урман тундраның тәбиғәт зоналарынан ғибәрәт. Йәй бик ҡыҫҡа, ҡар июндә ирей, ә йылы һауа торошо тик бер ай ғына була. Поляр түңәрәктән һуң поляр төн һәм поляр көн башлана. Төньяҡҡа ҡарай яуым-төшөм әҙерәк — йылына 500 алып 100 мм тиклем. Ҡыш температура −24 алып −40 °C тиклем төшә. Ҡыш ҡырыҫ һәм оҙайлы. Иң күп яуым-төшөм йәйгә тура килә, ул саҡта төбәк өҫтөнән уртаса һауа массалары өҫтөнлөк итә. Йәй температура көньяҡта 0 алып +16 °C тиклем етө.
Уртаса бүлкәт — Төньяҡ Американың иң ҙур климат бүлкәте, ул Ҡушма Штаттарҙың төньяҡ һәм үҙәк өлөшөн һәм Канаданың көньяҡ өлөшөн биләй. Уртаса бүлкәт шулай уҡ өс секторға бүленә. Уларҙың иң йомшағы көнбайыш сектор. Йылы Төньяҡ-Тымыҡ океан ағымы арҡаһында бында яуым-төшөм күп, ул башлыса ҡышҡа тура килә. Материкта теркәлгән иң ҡарлы ваҡыт тап бында — Рейнир вулканы районында (АҠШ) булған, 1971-72 йылдар ҡышында ул 31 102 мм тәшкил иткән. Уртаса яуым-төшөм бында 2000 алып 3000 мм тиклем. Йәй ярайһы уҡ һалҡын +8 — +16 °C. Ҡыш йылы, температура төньяҡта 0 алып −16 °C тиклем. Үҙәк сектор байтаҡҡа ҡырыҫыраҡ. Бында көнбайыштағы диңгеҙ климатынан айырмалы климаттың континенталь һәм ҡырҡа континенталь типтары күҙәтелә. Яуым-төшөм күләме йылына уртаса 250 алып 500 мм тиклем. Йылда сыуаҡ көндәрҙең күплеге һөҙөмтәһендә (океандан алыҫ булыуы һөҙөмтәһендә) бында температураның ҙур йыллыҡ амплитудалары күҙәтелә — йәй +16 — +24 °C тиклем һәм ҡыш −8 алып −32 °C тиклем. Төньяҡта тайганың тәбиғәт зонаһы урынлашҡан, ул ҡырҡа далаларға күсә. Климат бик киҫкен булыу сәбәпле, япраҡлы урмандар ҙур булмаған территорияларҙы биләй. Көнсығыш сектор муссондар йоғонтоһо аҫтында. Яуым-төшөмдәр Атлантик океан ярында 2000 мм алып материк эсендә 500—1000 мм тиклем. Бында йәй йылы +16 — +24 °C һәм һалҡынса, ләкин шулай уҡ сағыштырмаса йылы ҡарлы ҡыш, температура 0 алып −16 °C тиклем. Секторҙың төньяғы бореаль (төньяҡ) урмандар һәм тайга, көньяғын ҡатнаш һәм киң япраҡлы урмандар биләй.
Субтропик климат бүлкәт Мексиканың төньяҡ өлөшө һәм АҠШ-тың көньяҡ өлөшө территорияһында урынлашҡан. Был материкта ул ҙур майҙан биләй, әммә ошо уҡ сәбәптәр менән — көнбайыштан көнсығышҡа ҡарай оҙонлоғо арҡаһында уның барлыҡ райондары ла йәшәүгә яраҡлы түгел. Бүлкәтте өс секторға бүлергә мөмкин. Көнбайыш нәҙек һыҙат булып Тымыҡ океан яры буйлап — Кордильер таулыҡтарында һуҙылған. Бында ҡатнаш урмандарҙың (төньяҡта) һәм мәңге йәшел урмандарҙың һәм ҡыуаҡлыҡтарҙың (көньяҡта) тәбиғәт зоналары урынлашҡан. Бында уртаса +16 алып +24 °C тиклем температура эҫе йәй һәм +8 — 0°С температура менән һалҡынса ҡыш күҙәтелә. Яуым-төшөм күләме 500 алып 2000 мм тиклем, уларҙың һаны көньяҡтан төньяҡҡа ҡарай арта. Үҙәк йәки континенталь сектор уңайлы булмаған климат шарттары менән характерлана. Секторҙың ҙур майҙандарын Кордильер тауҙары биләй, тигеҙлектәрҙә сүллектәр барлыҡҡа килә. Бында ҡоро континенталь һауа массалары өҫтөнлөк итә, яуым-төшөм аҙ — йылына 100 алып 500 мм тиклем. Һауа температураһы йәй +32 алып +16°С тиклем, ҡышын +8 алып −8°С тиклем тирбәлә. АҠШ-тың һәм Мексиканың үҙәк субтропиктары өсөн бөгөнгө көндә муссондар йоғонтоһо аҫтында сүллектәрҙең артыуы көнүҙәк проблема булып тора. Көнсығышҡа ҡарай сүллектәр дала һәм урман далаға әүерелә. Көнсығыш сектор муссондар йоғонтоһонда. Яуым-төшөм бик аҙ, йылына 1000—2000 ммтәшкил итә, ваҡыты менән был урындың һаҙланыуына килтерә. Дымлы климат алмашлап дымлы урмандарҙың үҫеүенә килтерә. Бында эҫе йәй (+32 °C һәм юғарыраҡ) һәм 0 алып +24°С тиклем температура менән йылы ҡыш күҙәтелә (Флоридала).
Тропик климат Үҙәк Американың ҙур өлөшө өсөн хас. Уның территорияһында яуым-төшөм бүленеше буйынса өс сектор айырыла. Көнбайыш секторҙы (көньяҡ Мексиканың Тымыҡ океан яры буйы) алмашлап дымлы урмандар биләй. Яуым-төшөм Кордильер битләүҙәрендә яуа, уларҙың күләме йылына 2000 мм тиклем етә. Үҙәк секторҙы саванналар һәм сүллектәр биләй. Континенталь тропик һауа массалары йоғонтоһонда булғанлыҡтан, унда яуым-төшөм аҙ. Урындың диңгеҙ кимәленнә юғары булыуы һөҙөмтәһендә температура бер аҙ түбәнерәк. Йәйен +16 алып +32 °C тиклем (бейклек менән бәйле), ҡышын — +8 алып +24°С тиклем. Яуым-төшөм күләме 500 алып 250 мм тиклем һәм әҙерәк.
Төньяҡ Американың субэкваториаль бүлкәте континенттың иң көньяғында, Панама морононда урынлашып, ҙур булмаған территорияны биләй. Бүлкәтте алмашлап дымлы урмандарҙың тәбиғәт зонаһы, шулай уҡ саванналар һәм көнбайышта һирәк урмандар биләй. Бында йәйен дә, ҡышын да +20 °C температура менән даими эҫе һауа торошо һаҡлана, яуым-төшөмдөң иң күбе йәйгә тура килә. Яуым-төшөм күләме йылына 2000-3000 мм һәм күберәк.
Гидрографияһы
үҙгәртергәТөньяҡ Америкала йылғалар, күлдәр ярайһы уҡ күп: Миссури ҡушылдығы менән Миссисипийылғаһы, ә сөсө һыуҙар тупланмаһы Бөйөк Америка күлдәре районында урынлашҡан. Континент территорияһы климат, шулай уҡ орографик үҙенсәлектәр арҡаһында тигеҙ һуғарылмай. Иң ҙур һыу системаһын Бөйөк күлдәр һәм уларҙы Атлантик океан менән тоташтырған Изге Лаврентий йылғаһы барлыҡҡа килтерә.
Төньяҡ Америка йылғалары Тымыҡ, Төньяҡ Боҙло һәм Атлантик океандар бассейнына ҡарай; уларҙың ҡайҙы берҙәре эске аҡмаға эйә. Күпселеге Атлантик океанға ҡоя.
Төньяҡ Американың күп өлөшө ҙур транспорт һәм гидроэнергия әһәмиәтенә эйә.
Материктың төрлө өлөштәрендә бер үк йылға режимдары булмаған төрлө төрҙәге һыу системалары урынлашҡан. Улар климат һәм орография шарттары үҙенсәлектәренә бәйле.
- Йылғалары
- Күлдәр
- Бөйөк күлдәр
- Ҙур айыу күле
- Ҙур Тоҙло күл
- Виннипег
- Крейтер күле
Фаунаһы
үҙгәртергәХайуандар донъяһы. Фаунаның күпселек, материктан тыш өлөшөндә Евразияның ошондай уҡ өлөштәренең фаунаһы менән оҡшашлығы ҙур, был материктар араһында ҡоро ер бәйләнешенең һөҙөмтәһе булып тора һәм был территорияларҙы Голарктиканың эре зоогеография өлкәһенә берләштерергә мөмкинлек бирә. Бының менән бер рәттән фаунаның ҡаһы бер үҙенә генә хас үҙенсәлектәре Төньяҡ Америка өлөшөн үҙ аллы Неарктик булмаған өлкә булараҡ ҡарарға һәм уны Евразияның Палеарктик өлкәһенә ҡапма-ҡаршы ҡуйырға мөмкинлек бирә. Тундра зонаһына хас булған йәнлектәр: төньяҡ боланы (карибу), аҡ айыу, аҡ төлкө, лемминг, поляр ҡуяны, поляр өкөһө, ағуна. Һарыҡ-үгеҙ Канада Арктик архипелагында һәм Гренландияла ғына осрай. Тайганың иң типик вәкилдәре: ҡондоҙ, Америка кеше, вапити, һоро айыу, һеләүһен, ағас дикобразы, ҡоно, ондатра, һыуһар илька, ҡыҙыл тейен, ҙур осар тейен. Йәнлектәрҙең, бигерәк тә ҡиммәтле тиреле йәнлектәрҙең һаны ҡырҡа кәмегән.
Тағы ла нығыраҡ йәнлектәрҙең үҙенсәлекле төрҙөрен үҙ эсенә алған ҡатнаш һәм киң япраҡлы урмандар зыян күргән (мәҫәлән, Виргиния боланы, скунс, һоро төлкө, звездонос, ҡыҙыл һеләүһен, һоро тейен, ҡоштарҙан — көйгәнәк, ҡырағай күркә).Йышыраҡ алйырҙандар, һуҡыр сысҡандар, урман байбаҡтары осрай. Субтропиктарҙа, материктың көньяҡ-көнсығышында, йәнлектәр менән бер рәттән, киң япраҡлы урмандар зонаһы менән дөйөм булған, тропик фауна вәкилдәре лә — аллигатор, аллигаторға оҡшаш гөбөргәйелдәр, ибистар, фламинго, пеликандар, колибри, тутыйғош осрай. Дала һәм урман-дала йәнлектәре бик ныҡ юҡҡа сыҡҡан: бизон (тик ҡурсаулыҡтарҙа ғына һаҡланған), антилопа, оҙон ҡолаҡлы болан мазама, (тауҙарҙа һаҡланған), бүре койот, төлкө; кимереүселәр байтаҡ: йомрандар, болон эттәре, дала көҙәндәре, бурһыҡ, һәм ҡоштар: ер өкөһө, болон ҡоро һ.б. Кордильерҙарҙың тау-урман ландшафтына хас йыуан мөгөҙлө тәкә, гризли айыуы, ҡар кәзәһе. Сүл-дала яҫы таулыҡтарында һөйрәлеүселәр күп, шул иҫәптән ағыулы шалтырауыҡ йылан, кеҫәртке фринозома, быуар йылан һ.б. Үҙәк Америкала һәм Вест-Һиндостанда, өлөшләтә Мексика таулығының көньяғында тропик йәнлектәр, шул иҫәптән Көньяҡ Америка маймылдары, кеҫәрткеләре, ярғанаттар, колибри, тутыйғоштар, гөбөргәйелдәр һәм крокодилдар өҫтөнлөк итә.
Төньяҡ Америка территорияһындағы дәүләттәр
үҙгәртергә- Бойондороҡһоҙ дәүләттәр
- Антигуа һәм Барбуда
- Багамы
- Барбадос
- Белиз
- Гаити
- Гватемала
- Гондурас
- Гренада
- Доминика
- Доминикан Республикаһы
- Канада
- Коста-Рика
- Куба
- Мексика
- Никарагуа
- Панама
- Сальвадор
- Сент-Люсия
- Сент-Винсент һәм Гренадин
- Сент-Китс һәм Невис
- Америка Ҡушма Штаттары
- Тринидад һәм Тобаго
- Ямайка
- Бойондороҡло территориялар
- АҠШ Виргин утрауҙары
- Ангилья
- Аруба
- Бермуд утрауҙары
- Британияның Виргин утрауҙары
- Гваделупа
- Гренландия
- Кайман Утрауҙары
- Клиппертон
- Мартиника
- Монтсеррат
- Навасса
- Нидерландтың Антиль утрауҙары
- Пуэрто-Рико
- Сен-Бартельми
- Сен-Мартен
- Сен-Пьер һәм Микелон
- Тёркс һәм Кайкос
Был Төньяҡ Америка географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://www.spektrum.de/news/waldseemuellerkarte-wie-zwei-kartografen-amerika-erfanden/1955956
- ↑ https://population.un.org/wpp/
- ↑ Институт статистики ЮНЕСКО
- ↑ https://ncim-stage.nci.nih.gov/ncimbrowser/ConceptReport.jsp?dictionary=NCI%20Metathesaurus&code=C0028405
- ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;БСЭ
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;БЭС
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;ГЭ
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ Amerigo Vespucci . Encyclopædia Britannica. Дата обращения: 7 июль 2011. Архивировано 27 май 2012 года.
- ↑ p. 9, The Cosmographiæ Introductio of Martin Waldseemüller in Facsimile, translated by Edward Burke and Mario E. Cosenza, introduction by Joseph Fischer and Franz von Wieser, edited by Charles George Herbermann, New York: The United States Catholic Historical Society, 1907.
- ↑ 10,0 10,1 The Naming of America: Fragments We’ve Shored Against Ourselves. By Jonathan Cohen
- ↑ Lloyd, John (инг.)баш.; John Mitchinson. The Book of General Ignorance. — Harmony Books (инг.)баш., 2006. — С. 95. — ISBN 978-0-307-39491-0.. — «New countries or continents were never named after a person’s first name, but always after the second…».
- ↑ Америка // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Исследование Американского Запада 2020 йыл 27 ғинуар архивланған.