Абыҙгилдин Абрек Әмир улы

Абыҙгилдин Абрек Әмир улы (1 март 1937 йыл — 24 декабрь 2013 йыл)[1] — СССР һәм Рәсәй рәссамы. Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы (2009). Рәсәй Художество академияһының мөхбир ағзаһы (2008). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы (2002)[2]. Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1986). Татарстан Республикаһының Ғ. Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1997). СССР-ҙың Рәссамдар союзы ағзаһы (1974).

Абыҙгилдин Абрек Әмир улы
Фотография
Тыуған:

1 март 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Баймаҡ ҡалаһы

Үлгән:

24 декабрь 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (76 йәш)

Үлгән урыны:

Ҡазан, Рәсәй

Ил:

 СССР
 Рәсәй

Жанр:

портрет

Уҡыған урыны:

В. И. Суриков исемендәге Мәскәү художество институты

Исемдәре:
Рәсәйҙең халыҡ рәссамы
Рәсәйҙең халыҡ рәссамы
Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы
Премиялары:

Ғабдулла Туҡай премияһы — 1997

 Работы

Биографияһы

үҙгәртергә

Абрек Әмир улы Абыҙгилдин 1937 йылдың 1 мартында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Баймаҡ эшселәр ҡасабаһында тыуған. Әсәһе — Абитаева Йәмилә Зөлҡәфил ҡыҙы (1916—1994).

1970 йылда В. И. Суриков исемендәге Мәскәү художество институтын тамамлай (педагог К. А. Тутеволь).

1970 йылдан Ҡазанда йәшәй һәм эшләй. 1993 йылдан Татарстан Республикаһының Рәссамдар союзы идараһы рәйесе вазифаһын биләй.

Эштәрендә аллегориялар телен, символиканы киң ҡуллана. Әҫәрҙәренә аныҡлыҡ, һығылмалылыҡ, буяуҙар байлығы, тасуирлау сараларының төрлөлөгө хас.

Төп эштәре

үҙгәртергә

«Һабантуй» (1970—2001), «Сәскәләр һәм ҡатын-ҡыҙҙар» (1981—1985), «Шәрәләр» (1994), «Кентаврҙар» (1974—1995) тигән әҫәрҙәр циклдары, «Дәүерҙәр һәм кешеләр» триптихы (1985—1992), «Аҡыл хакимдары» монументаль композицияһы (1991—1996); дингә һәм мәҙәни йолаларға арналған әҫәрҙәр циклдары.

Портрет жанрында ла ижад итә: «Сәнғәт белгесе М. А. Алпатов», «Г. фон Караян» (икеһе лә — 1987), «И. И. Дилмөхәмәтов», «Б. Урманче» (икеһе лә — 1989), «Дәрдмәнд» (1997), «С. Ғөбәйҙуллина» (1998) һ. б.

Абрек Абыҙгилдин Ҡазанда биналарҙың стеналарын биҙәү менән шөғөлләнә: «Революция» (1972—73, Йәштәр үҙәге), «Мода тарихы» (1975, Мода йорто) һ.б.

Рәссамдың әҫәрҙәре Башҡортостан дәүләт художество музейы, Татарстан Республикаһының рәсем сәнғәттәре дәүләт музейы (Ҡазан) коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси тупланмаларҙа һаҡлана.

Күргәҙмәләре

үҙгәртергә

Шәхси күргәҙмәләре: Ҡазан (1994, 1995, 1997, 2000, 2007, 2009), Өфө (2000, 2009).

1968 йылдан — күргәҙмәләрҙә ҡатнашыусы, 1992 йылдан — халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнашыусы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Рәсәй Художестволар академияһының көмөш миҙалы
  • Рәсәй Художестволар академияһының алтын миҙалы (2012)
  • Художестволар академияһының мөхбир ағзаһы (2008)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы (2002)
  • Татарстан Республикаһының Ғ. Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1997)
  • Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1986)

Рәссам тураһында

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ушёл из жизни художник Абрек Абзгильдин. Культурный мир Башкортостана.— Новости. Проверено 25 декабря 2013
  2. Указ Президента РФ от 30.09.2002 N 1098 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» 2013 йыл 28 декабрь архивланған.
  3. 2017 йыл 5 май [https://web.archive.org/web/20170505094254/http://bashgazet.ru/kultura-i-literatura/26225-atay-ushan-mnle-isem.html архивланған. 2017 йыл 5 май архивланған. 2017 йыл 5 май архивланған. 2017 йыл 5 май архивланған. 2017 йыл 5 май архивланған. 2017 йыл 5 май архивланған. 2017 йыл 5 май архивланған. 2017 йыл 5 май архивланған. Атай ҡушҡан мәғәнәле исем.  , 2017, 2 май] 2017 йыл 5 май архивланған. (Тикшерелеү көнө: 2 май 2017)

Һылтанмалар

үҙгәртергә