Фармакология (бор. грек. φάρμακον «дарыу, ағыу» + бор. грек. λόγος  «һүҙ, тәғлимәт») — дарыу матдәләре һәм уларҙың организмға тәьҫире тураһында медик-биологик фән; киңерәк мәғәнәлә — ғөмүмән физиологик әүҙем матдәләр тураһындағы фән[1].

Фармакология
Рәсем
Өйрәнеү объекты показания[d], противопоказания[d], Клеточный рецептор[d], биологически активные вещества[d] һәм эффект[d]
 Фармакология Викимилектә

Фармакотерапияла ҡулланылған матдәләрҙе дарыу саралары тип атайҙар.

Фармакологияның бүлектәре

үҙгәртергә

Фармакология үҙенең өйрәнеү предметы һәм методтары булған төрлө дисциплиналарға бүленә:

Клиник фармакология

үҙгәртергә

Клиник фармакология ауырыған кешенең организмына дарыу сараларының йоғонтоһон өйрәнә, айырыуса — клиникала күҙәтеү шарттарында. Һәр ваҡытта ла фармакологияның үҙ аллы бүлеге итеп айырылмай. Клиник фармакология яңы препараттарҙы өйрәнеү өсөн иң яҡшы һәм һөҙөмтәле ысулдарҙың береһе булып ҡала. Клиник фармакология үҙ сиратында өс киҫәккә бүленә: фармакодинамика (дарыу матдәләренең организмға йоғонтоһон өйрәнеүсе фән), фармакокинетика (организмда дарыу матдәләренең үҙләштерелеүе, бүленеүе һәм трансформацияланыуы тураһындағы фән) һәм фармакотерапия (дауалау барышында дарыу матдәләрен ҡулланыу тураһындағы фән).

Нейрофармакология

үҙгәртергә

Нейрофармакология[en] дарыуҙарҙың үҙәк һәм периферия нервы системаһына йоғонтоһон тикшерә. Нейрофармакологияның айырым предметы — мейе эшмәкәрлегенең төп функцияларына һәм был эшмәкәрлектең төрлө медиаторҙарына дарыуҙарҙың йоғотоһо.

Психофармакология

үҙгәртергә

Психофармакология дарыу сараларының психик ҡаҡшауҙарҙы дауалауҙағы мөмкинлектәрен өйрәнә. Психофармакологияны фармакологияның айырым бүлеге итеп ҡарау юғары нервы системаһы ауырыуҙарын дауалағанда ҡулланылған методик алымдарҙың үҙенсәлекле булыуы һәм үтә ҡатмарлылығы менән бәйле.

Йөрәк-ҡан тамырҙары фармакологияһы

үҙгәртергә

Йөрәк-ҡан тамырҙары фармакологияһы дарыу сараларының йөрәк эшмәкәрлегенә йоғонтоһон өйрәнә.

Фармакогенетика

үҙгәртергә

Фармакогенетика организмдың дарыу сараларына реакцияһын нәҫел факторҙарына бәйле өйрәнә. Гендарҙың төрлө участкалары теге йәки был дарыу сараһын ҡабул итеү һөҙөмтәһендә барған фармакокинетик һәм фармадинамик процестарғатөрлөсә йоғонто яһай. Бындай бәйләнештәрҙе асыҡлау һәм тасуирлау табиптарға ҡатмарлы осраҡтарҙа дарыуҙарҙы һөҙөмтәле ҡулланыу мөмкинлеген бирә.

Фармакогеномика

үҙгәртергә

Фармакогеномика — тәрәнәйтелгән фармакогенетика, ул һәр кешенең дарыу сараһына реакцияһында генетик вариацияның йоғонтоһон тикшерә. «Һөҙөмтәле персональ медицина»ны формалаштырыуҙы күҙҙә тота.

Токсикология

үҙгәртергә

Токсикология ағыулы (токсик) матдәләрҙе, организмға яһалған токсик йоғонто механизмдарын, бындай йоғонто һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ауырыуҙарҙы диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын өйрәнә.

Позология (дозеология)

үҙгәртергә

Позология бөтә бүлектәр өсөн дә уртаҡ булған дарыу дозаларын, енескә, йәшкә, анамнез үҙенсәлектәренә ҡарап матдәнең организмда нисек тупланыуын һ.б. өйрәнә. Позологияның мөһим йүнәлеше тип яңы матдәләрҙе һынағанда дозаларҙы билдәләүҙең ышаныслы ысулдарын эшләү һанала.

Фармакогнозия

үҙгәртергә

Фармакогнозия үҫемлек йә хайуан сеймалынан эшләнгән дарыу сараларын өйрәнә. Фармакогнозияның мөһим бурыстарына органик матдәләрҙән етештерелгән дарыуҙарҙы һәр яҡлап тикшереү — уларҙың морфологик билдәләрен, географияһын, химик составын, әҙерләү ысулдары һәм мөҙҙәттәрен, фармакологик йоғонтоһон, һаҡлау ысулдары һәм мөҙҙәттәрен билдәләү, сәнәғәт кимәлендәге күләмдәрен, ҡулланырға мөмкин булған запастарын, йыллыҡ әҙерләү күләмдәрен билдәләү, шулай уҡ үҫемлек сеймалы нигеҙендә дарыу саралары эшләү.

Теоретик фармакология

үҙгәртергә

Теоретик фармакология — сағыштырмаса йәш, әммә тиҙ үҫеүсе бүлек, башлыса хисаплау химияһы, айырыуса квант химияһы ҡаҙаныштарын һәм молекуляр механика  ысулдарын ҡуллана, фәнни киләсәге күпте вәғәҙә итә. Теоретик фармакология дарыу матдәләрен аныҡ апробация менән һөҙөмтәне компьютерҙа моделләштереү араһында һынау һәм өйрәнеү менән шөғөлләнә. Артабан, органик молекулаларҙың моделдәренә структуралы анализ үткәреү нигеҙендә, теоретик фармакология теләһә ҡайһы моделләштерелгән матдәнең дауалау көсөн алдан әйтеү бурысын ҡуя.

Нанофармакология

үҙгәртергә

Нанофармакология — фармакологияла тағы бер киләсәкле йүнәлеш, матдәгә атомдар һәм молекулалар кимәлендә идара итеү технологияһын ҡуллана. Бында физика, химия, биология һәм генетик инженерлыҡ фәндәрендәге белемдәрҙең иң яңы йүнәлештәре киҫешә, шулай итеп, яңы дарыуҙар сығарыу йә булғандарын яңыса файҙаланыу ысулдарын табыу мөмкинлеге асыла.

Үҫемлектәр, минералдар,хайуан организмдарының өлөштәре, тәбиғи сығанаҡтарҙың һыуы һәм башҡа матдәләр яҙыу барлыҡҡа килгәнгә тиклем үк ҡулланыла башлай. Дарыуҙар тураһында тәүге яҙма хәбәрҙәр мысыр иероглифтарында, Тот илаһ статуяһында бирелә; дарыуҙар тураһында системалаштырылған мәғлүмәттәр Эберс папирусында бар (б.э.т. XVII быуат).

Антиклыҡ осоро

үҙгәртергә

Гиппократ хеҙмәттәрендә 300-ләп дарыу үләне телгә алына, боронғо грек табиптары Теофраст (б.э.т. 372—287 йй.) һәм Диоскорид (б.э. I б.) тарафынан уларҙың ентекле тасуирламалары бирелә. Һуңғыһының «Materia medica» («Табиплыҡ матдәләре») тигән хеҙмәте XIX быуатҡа тиклем дарыуҙар тураһындағы фән синонимы тип ҡарала.

Гиппократ грек ҡол биләүселек демократияһы сәскә атҡан осорға тупланған белемдәрҙе дөйөмләштерә.

Грецияла Гиппократтан һуң фармакология

үҙгәртергә

Фармакологияның бик мөһим өлөшө — дарыу үләндәре тураһында мәғлүмәттәр — Гален хеҙмәттәрендә урын тапҡан. Гален Гиппократтың гумораль патология тураһындағы тәғлимәтенә эйәрә, әммә был концепцияға һиҙелерлек үҙгәрештәр ҙә индерә. Галендың дарыуҙар әҙерләү ысулдары тураһындағы фекерҙәре әһәмиәтле тип һанала. Гиппократтан айырмалы, Гален үҫемлектәрҙең үҙгәртелә һәм бүлгеләнә алмаған «йәшәү көсөн» һаҡларға кәрәк тип иҫәпләмәгән — уларҙа файҙалыһы ла, файҙаһыҙы ла, хатта зарарлы компоненттар ҙа бар, тигән; төрлө ысулдар менән беренселәрен икенселәренән айырырға кәрәк. Табип шуны күҙҙә тоторға һәм ваҡлау, ыуыу, төнәтеү, шарапта, һыуҙа, һеркәлә ҡайнатыу ысулдарын файҙаланырға тейеш. Гален үҙе эшләгән һәм уға эйәреп һуңынан эшләнгән неогален препараттары әле булһа киң ҡулланыла.

Урта быуаттар һәм Яңырыу осоро

үҙгәртергә

Хәҙерге фармакологияға нигеҙ Урта быуаттарҙа, Әбүғәлисина һәм Парацельс хеҙмәттәрендә һалына. Парацельс, элгәрҙәренең күбеһенән айырмалы, органик сығышлы дарыу сараларын ғына түгел, тимерҙең, терегөмөштөң, ҡурғаштың, баҡырҙың, мышаяҡтың, көкөрттөң , һөрмәнең органик булмаған берләшмәләренең тәьҫирен дә тикшерә. Яңырыу осоронда тикшеренеүҙең тәжрибә ысулдары киң ҡулланыла, дарыуҙарҙың химик составы тураһында белемдәр арта, иҫкергән медицина теориялары урынына яңылары килә. Китап баҫыу төрлө матдәләрҙең дауалау тәьҫире тураһындағы мәғлүмәттәрҙе йыйыу һәм анализлау йәһәтенән яңы мөмкинлектәр аса. Европаның ҙур ҡалаларында университеттар үҫеше был мәғлүмәттәрҙең студенттар — буласаҡ табиптар — араһында таралыуына этәргес бирә.

Яңы осор

үҙгәртергә

Хәҙерге эксперименталь фармакологияға XIX быуат уртаһында Р. Бухгейм (Дерпт) башланғыс һала. Уны үҫтереүгә О. Шмидеберг, Г. Мейер, В. Штрауб, П. Тренделенбург, К. Шмидт (Германия), А. Кешни, А. Кларк (Бөйөк Британия), Д. Бове (Франция), К. Гейманс (Бельгия), О. Леви (Австрия) һәм башҡалар өлөш индерә.

Рәсәйҙә XVI—XVIII быуаттарҙа «шифаханасы баҡсалары» була, дарыу үләндәре тураһында мәғлүмәттәр яҙып алына. 1778 йылда беренсе рус фармакопеяһы «Pharmacopoea Rossica» сыға. XVIII быуат аҙағы — XIX быуат башында Рәсәйҙә рус телендә дарыуҙар ғилеме буйынса ҡулланмалар донъя күрә: Амбодик-Максимовичтың «Врачебное веществословие или описание целительных растений во врачевстве употребляемых etc.» (4 ч. с 134 рис., СПб., 1783—1789) һәм Нелюбиндың «Фармакография или химико-фармацевтическое и фармакодинамическое изложение приготовления и употребления новейших лекарств» (Спб., 1827) китаптары нәшер ителә, улар бер нисә тапҡыр ҡайтанан баҫтырыла. Беренсе фармакология лабораториялары асыла. Фармакология буйынса тәжрибәләргә танылған рус табиптары И. Н. Пирогов һәм А. М. Филомафитский ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәтә, лаборатория шарттарында улар хайуандарға эфир һәм хлороформ тигән яңы препараттарҙың тәьҫирен тикшерә[2].

XIX быуат аҙағы — XX быуат башының эксперименталь фармакологияһы (В. И. Дыбковский, А. А. Соколовский, И. П. Павлов, Н. П. Кравков һ.б.) Ватан фәнен үҫтереүгә яңы этәргес бирә.

БДБ-ла төп ғилми учреждениелар

үҙгәртергә

Фармакология буйынса ғилми тикшеренеүҙәр Медицина фәндәре академияһының фармакология институтында, Украина милли фармацевтика университетында (элекке Харьков химия-фармацевтика институты), С. Орджоникидзе исемендәге ғилми-тикшеренеү химия-фармацевтика институтында (Мәскәү), Рәсәй Медицина фәндәре академияһы Себер бүлексәһе Фармакология ғилми-тикшеренеү институтында (Томск) һәм башҡаларҙа, медицина һәм фармацевтика вуздары кафедраларында алып барыла. Фармакология медицина һәм фармацевтика институттарында һәм училищеларында уҡытыла.

Сит илдәрҙә төп фәнни үҙәктәр

үҙгәртергә

Краковта, Прагала, Берлинда фармакология институттары; Бетесде медицина үҙәгендә (АҠШ), Милл Хилл институтында (Лондон), Юғары санитария институтында (Рим), Макс Планк институтында (Майндағы Франкфурт), Каролина институтында (Стокгольм) фармакология институттары эшләй. Университеттарҙың медицина факультеттарында фармакология уҡытыла.

XXI быуат фармакологияһы тенденциялары

үҙгәртергә

Һуңғы ваҡытта фармакология менән эпидемиология берләшеүҙән барлыҡҡа килгән тармаҡ — фармакоэпидемиология киң үҫеш ала. Был фән Рәсәй Федерацияһында, Европа берләшмәһендә АҠШ-та, шулай уҡ бөтә донъяла үткәрелгән фармакологик күҙәтеүҙең теоретик һәм методологик нигеҙе булып тора. Биофармакология йылдам үҫешә.

Уҡыу йорттары

үҙгәртергә

Фармакология өлкәһендә ҡайһы бер билдәле уҡыу йорттары:

  • Санкт-Петербург дәүләт химия-фармацевтика академияһы
  • Пятигорск дәүләт фармацевтика какадемияһы
  • Белгород дәүләт университеты
  • Көньяҡ Урал дәүләт медицина университеты
  • Пермь дәүләт фармацевтика академияһы

Фармакология буйынса халыҡ-ара белем биреү учреждениелары

үҙгәртергә
  • Duke University
  • Massachusetts College of Pharmacy and Health Sciences
  • Purdue University
  • SUNY Buffalo
  • University of California, Santa Barbara
  • University of Michigan
  • University of the Sciences in Philadelphia
  • University of Wisconsin-Madison
  • Харьков Милли Фармацевтика Университеты

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә


Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Мозгов И. Е. Фармакология // М.: Большая советская энциклопедия, 2012
  2. Малеванная В. Предмет фармакологии, её история и задачи... // Фармакология. Шпаргалки. — Москва: Litres, 2015. — 284 с.
  • Аничков С. В., Беленький М. Л. Учебник фармакологии, 3 изд., Л., 1969;
  • Альберт Э. Избирательная токсичность, М., 1971;
  • Белоусов Ю. Б., Моисеев В. С., Лепахин В. К. Клиническая фармакология и фармакотерапия: Руководство для врачей //Москва. – 1997. – С. 532.
  • Каменский Д. А. Фармакология // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Машковский М. Д. Лекарственные средства. Пособие по фармакотерапии для врачей, 9 изд., ч. 1-2, М., 1987;
  • Оковитый С. В., Шуленин С. Н., Смирнов А. В. Клиническая фармакология антигипоксантов и антиоксидантов. – 2005.
  • Goodman L. S., Oilman A. The pharmacological basis of therapeutics, 3 ed., N. Y., 1965;
  • Drill V. A. Pharmacology in medicine, 4 ed., N. Y., 1971;
  • Drug Design ed. by E. J. Ariens, v. 1=3,5, N. Y. = L., 1971=75.

Ваҡытлы матбуғат баҫмалары

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә