Шалухин Станислав Петрович

Шалухин Станислав Петрович (1 март 1952 йыл — 2 июль 2002 йыл) — шағир, музыкант, журналист, тәржемәсе. 2000 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Шалухин Станислав Петрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1 март 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 2 июль 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (50 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө яҙыусы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты

Биографияһы

үҙгәртергә

Станислав Петрович Шалухин 1952 йылдың 1 мартында Өфөлә тыуған.

Мәктәптән һуң, 19691970 йылдарҙа, автослесарь булып эшләй. Ике йыл армияла хеҙмәт итә, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. 1977 йылда Башҡорт дәүләт университетының «журналистика» һөнәре буйынса филология факультетын тамамлай.

Юғары белем алғас, «Ленинец» гәзитендә хәбәрсе булып эшләй, 1980—1986 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтендә мөхәррир була, аҙаҡ урта мәктәп уҡытыусыһы, коммерция фирмаһының реклама бүлеге начальнигы, журналист, 1999 йылдан алып — «Бельские просторы» әҙәби-нәфис журналының шиғриәт бүлеге мөдире булып эшләй.

Армия хеҙмәте ваҡытында шиғырҙар яҙа, 1970 йылдан баҫтыра башлай. Университет гәзитендә, «Тропинка» альманахында, «Орбита» (1980) коллектив йыйынтыҡта, «Литературная учеба», «Бельские просторы», «Орбита» журналдарында, «Киске Өфө» гәзитендә нәшер ителә

Шиғыр[1] һәм проза яҙа(«Грушенька» романы), гитарала уйнай. 2001 йылда компакт-дискҡа үҙенең йырҙарын яҙа[2]. Башҡорт дәүләт филармонияһы, үҙенең шиғырҙарын уҡый, уларға яҙылған йырҙар башҡара. Шағирә Зөлфиә Ханнанованың шиғырҙарын башҡорт теленән тәржемә итеү менән шөғөлләнгән.

1990—1995 йылдарҙа Өфө ҡала Советы депутаты була.

Станислав Петрович Шалухин 2002 йылдың 2 июлендә Өфөлә затон күпере янында юл-транспорт һәләкәтендә һәләк була.

Ҡатыны Шалухина Маргарита Георгиевна — педагог, «Башҡортостандың халыҡ медицинаһы» ассоциацияһы президенты

Улы, Шалухин Андрей Станиславович — музыкант, Via Chappa хип-хоп төркөмөнөң нигеҙһалыусыһы һәм элекке ҡатнашыусыһы.

Ҡыҙы, Шалухина Элла Станиславовна — шағирә, яҙыусы, «Водоканал-Инвест-Консалтинг» компанияһы етәксеһе, Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй.

Ҡыҙы, Шалухина Ольга Станиславовна — психолог, Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй.

Шағирҙың шиғырҙарын башҡорт теленә шағирә Тамара Ғәниева тәржемә иткән[3].

Китаптары

үҙгәртергә
  • Шиғыр йыйынтығы: «Посвящение» (Башкирское книжное издательство, 1985 год),
  • «Душа, идущая ко мне» (издательство «Скиф», 2000), «Посвящение II».

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Станислав Шалухин. «С высот небесных», ж-л Бельские просторы № 2, 2008.
  • Голоса вещей — 2. Взгляд на уфимскую литературу: Альманах литературного объединения «УФЛИ» / сост.

и ред. А. Г. Хусаинов. — Уфа : Вагант, 2008. — 264 с. (Уфимская книга) ISBN 978-5-9635-0138-2 Стихи С. Шалухина. с. 59.

Һылтанмалар

үҙгәртергә