Япония
Япо́ния (япон. 日本Нихон, Ниппон , һүҙмә-һүҙ «Ҡояш ҡалҡҡан урын»[8]), рәсми атамаһы «Нихон коку», «Ниппон коку» (япон. 日本国 ) — Көнсығыш Азиялағы утрауҙарҙа урынлашҡан дәүләт. Япон диңгеҙенән көнсығышта Тымыҡ океанда урынлашҡан, Ҡытай, Төньяҡ һәм Көньяҡ Корея, Рәсәй менән сиктәш. Төньяҡта Охот диңгеҙе, ә көньяҡта Көнсығыш Ҡытай диңгеҙенән алып Тайвангә тиклем территорияны биләй.
Был мәҡәлә һайланған мәҡәлә статусын үҙгәртергә кандидат. |
| |||||
Гимн: «Кими га йо» | |||||
Нигеҙләнгән | 11 февраль б.э.т. 660 йыл (рәсми)[1] III—IV быуат (ҡайһы бер тикшереүҙәр буйынса)[2] | ||||
Нигеҙләнгән | 11 февраль б.э.т. 660 йыл (рәсми)[1] III—IV быуат (ҡайһы бер тикшереүҙәр буйынса)[2] | ||||
Рәсми тел | япон[прим 1]. | ||||
Баш ҡала | Токио | ||||
Эре ҡалалар | Токио, Йокохама, Осака, Нагоя, Саппоро, Кобе, Фукуока, Киото, Кавасаки, Сайтама | ||||
Идара итеү төрө | парламентлы монархия | ||||
Император Премьер-министр |
Нарухито Йошихиде Суга | ||||
Дәүләт дине | юҡ | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө |
61 377 944[3] км² 0,8 | ||||
Халыҡ • Һаны (2015) • Халыҡ тығыҙлығы |
▲126 958 000[4] чел. (10) 336,3 чел./км² (25) | ||||
ЭТП (ППС) • Бөтәһе • На душу населения |
4,395 трлн[5] долл. 34,611[5] долл. | ||||
ЭТП (номинал) • Бөтәһе • Бер кешегә |
5,390 трлн[5] долл. 42 325[5] долл. | ||||
КПҮИ (2013) | ▲ 0,890[6] (бик юғары) (17 урын) | ||||
Этнохороним | япон, япондар | ||||
Валюта | Япон иенаһы | ||||
Интернет-домен | .jp[d] | ||||
Код ISO | JP | ||||
МОК коды | JPN | ||||
Телефон коды | +81 | ||||
Сәғәт бүлкәте | JST[d], Asia/Tokyo[d][7] һәм UTC+9:00[d] |
Япония 6852 утрауҙан торған Япония архипелагында урынлашҡан[прим 2][9]. Иң эре дүрт утрау,Хонсю, Хоккайдо, Кюсю һәм Сикоку, ил майҙанының 97 процентын тәшкил итә. Күпселек япон утрауҙары таулы, вулканлы. Японияның иң юғары нөктәһе — Фудзияма (3776 м) вулканы. Халыҡ һаны (126 миллион кеше) буйынса ул донъяла унынсы урынды биләй. Японияның баш ҡалаһы Токио яҡын тирәләге префектуралары менән бергә — Оло Токио, донъялағы иң ҙур ҡала агломерацияһы(30 миллиондан ашыу кеше).
Япония дәүләте ҡеүәтле иҡтисадҡа эйә[10]. Был ил номиналь ЭТП (Электрон сауҙа майҙансығы) буйынса донъяла өсөнсө һәм һатып алыу һәләте паритетынан хисапланған ЭТП буйынса донъяла дүртенсе урынды биләй. Япония — экспорт күләме буйынса донъяла дүртенсе, импорт буйынса — алтынсы урында. Ул донъяла берҙән-бер империя статуслы дәүләт.
Япония — тормош кимәле бик юғары булған, алға киткән ил (кеше потенциалы үҫеше индексы буйынса ун етенсе урында тора). Унда кешенең уртаса ғүмер оҙонлоғо 2009 йылда 82,12 йыл тәшкил итә[11]) Япония — сабыйҙар үлеме күрһәткесе иң түбән кимәлдә булған илдәрҙең береһе[12].
Япония «Оло етәү» һәм АТЭС ағзаһы булып тора, БМО Именлек Советының даими булмаған ағзаһы булып һайланып килә. Япония рәсми рәүештә һуғыш иғлан итеү хоҡуғынан баш тартһа ла, уның заманса ҡоралланған, төрлө һаҡланыу һәм тыныслыҡ урынлаштырыу операцияларында ҡатнашырлыҡ ҙур армияһы бар.
Япония — донъяла йәҙрә ҡоралы һөжүменә дусар булған берҙән-бер ил.
Исеме
үҙгәртергәУрыҫ һүҙе «Япония» — экзоним, урыҫ теленә был һүҙ немец теленән (унда. Japan) ингән, хәйер, вокализм буйынса күберәк французса Japon һүҙенә тура килә[13].
Мэйдзи осорондағы Реставрациялауҙан Икенсе бөтә донъя һуғышы аҙағына тиклем Японияның тулы исеме Дай Ниппон Тейкоку (яп. 大日本帝國), тип атала һәм Бөйөк Япон империяһы тигәнде аңлата. Илдең хәҙерге рәсми исеме — «Нихон коко» йәки «Тип коко» (яп. 日本国). Япондар үҙҙәре илдәрен «Ниппон» йәки «Нихон» тип атайҙар , ил исеменең ике варианты ла кандизи 日本 ярҙамында яҙылған. Беренсе өлөшө рәсми рәүештә, мәҫәлән, иена, почта маркаһы һәм күп кенә спорт сараларының исемен яҙыуҙа ҡулланыла. «Нихон» ғәҙәттә көнкүрештә ҡулланыла. Япондар үҙҙәрен — нихонджин (яп. 日本人), ә телдәрен нихонго (яп. 日本語) тип атай.
«Нихон» «Ҡояш сыға торған урын» тигәнде аңлата, һәм йыш ҡына уны «Ҡояш сығышындағы ил» тип тәржемә итәләр[14].
Тарих
үҙгәртергәЯпония архипелагында кеше йәшәй башлау билдәләре б.э.т. 40 мең йыллыҡта япон палеолитында (б.э.т. 12 мең йыллыҡҡа тиклем)[прим 3] табыла. Японияның тәүге кешеләре һунар һәм емеш-еләк менән көн күргән, таштан яһалған тәүге эш ҡоралдарын ҡулланған. Был осорҙа әле керамиканан яһалған әйберҙәр булмаған, шуға күрә был осор керамикаға тиклемге мәҙәни осор[15] тип атала. Б.э.т. 12 000 йылдан джомон осоро башлана, был Көнбайыш илдәре тарихындағы археологик осорҙарға бүленештең мезолит һәм неолит осорона тура килә. Үҙенсәлеге булып Япон архипелагында йәшәгән кешеләрҙең керамиканан эшләнгән әйберҙәр ҡуллана башлауы тора.
Б.э.т. 500 йылдарҙа башланған яёй осоронда Япония архипелагында һыу менән һуғарып, дөгө сәсә башлайҙар, унда балсыҡтан көршәк эшләү ҡуласаһы, көрөҫ (туҡыу станогы) барлыҡҡа килә, кешеләр металдан (баҡыр, бронза һәм тимер) әйберҙәр эшләү һәм нығытылған ҡаласыҡтар төҙөй башлай [16]. Был яңылыҡтарҙы Японияға Ҡытай һәм Корея иммигранттары алып килгән.
Беренсе тапҡыр япондар ҡытайҙарҙың Ханьшу тарихи хроникаларында телгә алына. Ҡытайҙар Ва ере тип йөрөткән Япон архипелагы Ҡытайҙағы «Өс батшалыҡтың тарихында» ентекләп тасуирлана[17]. Был тарихта яҙылғанса, хакимә Химико ҡулы аҫтындағы Яматай кенәзлеге өсөнсө быуатта иң көслө кенәзлек булған.
250 йылда яёй осоро Кофун осоро менән алышына. Уның барышында ҡурғандар мәҙәниәте тыуа, ә Ямато районында шул исемдәге япон дәүләте барлыҡҡа килә.
Кофун 538 йылда Асука осорона күсә. Уның үҙенсәлектәре — Японияға Кореянан күскән Пекче дәүләте кешеләре буддизм[18] алып килә һәм ҡытай өлгөһөндә үҙәкләштерелгән дәүләт төҙөлә, тәүге закондар йыйынтығы «ритсурьо» яҙыла һәм ҡитғалағы фәлсәфәүи һәм мәҙәни идеялар өлгөһөндә япон мәҙәниәте сәскә ата.
Һигеҙенсе быуатта Нара осоронда үҙәкләштерелгән көслө япон дәүләте барлыҡҡа килә, ул хәҙерге Нара территорияһындағы император баш ҡалаһы Хейджо-кьола урынлашҡан була. Был осор үҙенсәлектәре булып япон йәмғиәтенең ҡытайлаштырылыуы һәм тәүге тарихи хроникаларҙың барлыҡҡа килеүе, мәҙәниәттең көслө үҫеше тора. 712 йылда — Коджики, ә 720 йылда Нихон шоки яҙылып бөтә[19].
784 йылда Император Камму баш ҡаланы Наранан Нагаока-кёға күсерә, әммә 794 йылда ул Хейан-кё (хәҙерге Киото)[20] ҡалаһына күсерелә. Ошо ваҡиға менән Хейан осоро башланып китә. Был осорҙа япон милли мәҙәниәте барлыҡҡа килә һәм ныҡ үҫешә. Ижекле әлифбаның (кана) барлыҡҡа килеүе, ҡытай теленән азат булып, япондарға үҙ япон телендә яҙырға мөмкинлек бирә. Кана менән яҙылған «Кокинвакасю» шиғри антологияһы шиғриәт ҡағиҙәләрен урынлаштырған империя антологияһына әйләнә. XIX быуатҡа тиклем япон танкалары «Кокинвакашу» өлгөләренә таянып ижад ителә. Был осорҙа яҙылған «Генджи тураһындағы повесть» һәм «Баш осондағы яҙыуҙар» тигән проза әҫәрҙәре Японияла һәм башҡа илдәрҙә япон әҙәбиәтенең иң юғары ҡаҙанышы тип таныла.
Япон феодализмы юғары ҡатлам яугирҙәренең «самурайҙар ведомствоһы»[21] барлыҡҡа килеү менән бәйле. 1185 йылда үҙе менән ярышташ Тайра ырыуын еңгән Минамото-но Ёритомо 1192 йылда сёгун итеп тәғәйенләнә. Ошо мәлдән Камакура осоро башлана. Ул үлгәндән һуң ғәмәлдәге власть Минамото-но Йоритомоның улының регенты булған Ходжо ырыуы ҡулына күсә. Камакура шогунаты 1274 һәм 1281 йылдарҙа монголдарҙың һөжүмен, бакуфуларҙың позицияһын нығытып, уңышлы кире ҡаға. Монголдарҙы еңгәндән һуң, япон яугирҙәре үҙ-ара һуғыша, һөҙөмтәлә Камакура режимы юҡҡа сыға. 1318 йылда тәхеткә император Го-Дайго ултыра һәм 1333 йылда башкомандующий бакуфу Ашикага Такауджи ярҙамында үҙ ҡулына власты ала. 1336 йылда императорҙың улы менән хакимлыҡты бүлешә алмайынса, Ашикага Такауджи Киотола император итеп Кёмийоны тәхеткә ултырта һәм 1338 йылда күрһәткән хеҙмәттәре өсөн унан сёгун титулы ала. Шулай итеп, Японияла ике император була, һәм улар 1392 йылға тиклем бер-береһе менән власть өсөн бер туҡтауһыҙ һуғыша. Асикага сёгунаты эре феодал-даймёларҙы контролдә тота алмай, шунлыҡтан 1467 йылда граждандар һуғышы башлана. Был ваҡиғанан болалы Сэнгоку осорон башланып китә[22].
1543 йылда Япония ярҙарына Португалиянан диңгеҙселәр, һуңыраҡ иезуит миссионерҙары һәм Голландия сауҙагәрҙәре килә. Был Япония менән Көнбайыш илдәре араһында сауҙа һәм мәҙәни аралашыуға нигеҙ һала.
Европа технологиялары һәм утлы ҡорал ярҙамында Ода Нобунаг башҡа даймёларҙы еңә һәм илде берләштерә башлай, тик 1582 йылда мәрхүм була. Уның вариҫы Тоётоми Хидейоши 1590 йылда илде тулыһынса берләштерә. Хидейоши ике тапҡыр Кореяны баҫып ала, тик бер нисә тапҡыр Корея һәм Ҡытай ғәскәрҙәренән еңелә. Ул 1598 йылда мәрхүм була. Шунан һуң ғына уның ғәскәрҙәре Кореянан сыға[23].
Хидейоши үлгәндән һуң, Токугава Иеясу, Тойотоми Хидейоши ваҡытында үҙенең регент булыуынан файҙаланып, сәйәси һәм хәрби йоғонтоһон көсәйтә. Секигахара янындағы һуғышта ул үҙенең бик күп дошмандарын еңә һәм 1603 йылда шогун итеп тәғәйенләнә. Токугава Иэясу Токугава шогунатын нигеҙләй һәм баш ҡаланы Эдоға (хәҙерге Токио) күсерә[24]. 1639 йылда шогунат изоляцияланыу сәйәсәтен башлай, был ике ярым быуатҡа һуҙыла. Һуңынан был осорҙо Эдо осоро тип йөрөтәләр. Илдең изоляцияланыуына ҡарамаҫтан, Европа фәнни нигеҙҙәрен өйрәнеү — рангакку — Голландия сауҙа факторияһы аша Нагасаки гаванендәге өйөп яһалған Дэдзима утрауында дауам итә.
Был осорҙа милли-мәҙәни кокугаку, йәғни япондарҙың үҙҙәренең Японияны өйрәнеү хәрәкәте башлана[25].
1854 йылда Яонияға Ҡара караптарҙа Америка коммодоры Мэттью Перри килә, шул арҡала Япония изоляция сәйәсәтен туҡтата[26]. Ошо ваҡиғаларҙан һуң Япония модернлашыу осорона инә.
Илдең изоляцияла булыу сәйәсәтен 1853 йылдың 12 авгусында Японияға Рәсәй империяһынан яңы технологиялар һәм бүләктәр килтергән адмирал Путятиндың экспедицияһы ла өҙә. 1855 йылдың 7 февралендә Япония менән Рәсәй араһында сауҙа һәм дуҫлыҡ тураһында килешеү төҙөлә. Шимода трактаты буйынса Шимода, Хакодате, Нагасаки порттарында һатыу итеү хоҡуғы бирелеп, Рәсәй консулы тәғәйенләнә, ике ил араһында йоғонто яһау өлкәләре һәм сиктәре билдәләнә.
Бакумацу осоронда Япония көнбайыш илдәр менән үҙе өсөн уңайһыҙ булған бер нисә килешеү төҙөй, был илде иҡтисади һәм сәйәси көрсөккә төшөрә. 1868 йылда Босин граждандар һуғышы башлана, шуның һөҙөмтәһендә шогунат бөтөрөлә, император етәкселегендә Мейджи реставрацияһы үҙәкләштерелгән хөкүмәт барлыҡҡа килтерә. Көнбайыш илдәренең сәйәси, суд һәм хәрби системалары өлгөһөндә Япония министрҙар советы, Йәшерен совет төҙөп, Мейджи конституцияһын ҡабул итергә әҙерләнә һәм парламентты йыя. Мейджи реставрацияһы Японияны донъяның индустриаль державаһына әйләндерә. 1894—1895 йылдарҙағы япон-ҡытай һуғышы һәм 1904—1905 йылдарҙағы рус-япон һуғышынан һуң Япон һәм Һары диңгеҙҙәрҙә өҫтөнлөк яулаған Япония Кореяны, Тайванде һәм Карафутоны үҙ иленә ҡуша.
ХХ быуаттың башында, ҡыҫҡа ваҡытлы демократик Тайшо осоронан һуң, Япония милитаризм һәм экспансионизм рухы менән һуғарылған дәүләткә әйләнә һәм Антанта яғында Беренсе бөтә донъя һуғышында ҡатнаша, үҙенең сәйәси һәм территориаль йоғонтоһон көсәйтә. 1931 йылда экспансия сәйәсәтен көсәйтеп, Манджурияны баҫып ала һәм Манджоу-Го етәкселек иткән марионетка дәүләтен барлыҡҡа килтерә. 1933 йылда Милләттәр Лигаһында Японияның эштәрен тәнҡитләгән Литтон докладынан һуң, Япония демонстратив рәүештә Лиганы ташлап сыға[27]. 1936 йылда Япония нацист Германияһы менән берлектә Коминтернға ҡаршы пакт төҙөй, ә 1941 йылда "Рим-Берлин үҙәге"нә ҡушыла[28]. Шул уҡ ваҡытта Япония Монголия Халыҡ Республикаһының һәм Манджоу-Гоның территориаль бөтөнлөгөн ихтирам итәсәге тураһында СССР менән Нейтралитет пактына ҡул ҡуя.
1937 йылда Япония, Ҡытайҙың башҡа өлөштәренә лә баҫып инеп, 1937—1945 йылдарҙа икенсе япон-ҡытай һуғышын башлап ебәрә. Шунан һуң АҠШ Японияға нефть эмбаргоһы һала[29]. 1941 йылдың 7 декабрендә Япония, Пёрл-Харборға һөжүм итеп, АҠШ менән Бөйөк Британияға һуғыш иғлан итә. Был АҠШ-тың Икенсе бөтә донъя һуғышында ҡатнашыуына килтерә. Япон империяһы Гонконг, Филиппин һәм Малакканы яулап ала, ләкин 1942 йылда Мәрйен диңгеҙендәге һуғышта тармар ителеүе уның диңгеҙҙәге өҫтөнлөгөн юҡҡа сығара[30]. 1945 йылдың 6 һәм 9 авгусында АҠШ авиацияһы Хирошима менән Нагасакиға атом бомбалары ташлай һәм СССР-ҙың Японияға ҡаршы хәрби ғәмәлдәренә ҡушыла. Шунлыҡтан 1945 йылдың 2 сентябрендә Япония бер һүҙһеҙ Капитуляция актына ҡул ҡуя[31].
1947 йылда Япония яңы пацифистик конституция ҡабул итә, унда либераль демократияға баҫым яһала. Союздаш ғәскәрҙәрҙең Японияны оккупациялауы Сан-Франциско тыныслыҡ шартнамәһен ҡабул итеүгә килтерә. Был шартнәмә үҙ көсөнә 1952 йылда инә[32], ә 1956 йылда Япония БМО-ға инә. Һуңыраҡ Япония рекордлы иҡтисади үҫешкә өлгәшә. Был үҫеш дүрт тиҫтә йыл дауам итә һәм, уртаса алғанда, йыл һайын 10 процент тәшкил итә.
Оҙайлы үҫеш һикһәненсе йылдарҙың аҙағында инвесторҙарҙың япон иҡтисадына иғтибарын ныҡ арттыра, ә был иһә баҙар фондында һәм күсемһеҙ милек баҙарында иҡтисади бушҡыуыҡты барлыҡҡа килтерә. 1991 йылда иҡтисад үҫеше кризис менән алмашына, ил кризистан бары 2000 йылда ғына сыға ала[33].
Дәүләт-сәйәси ҡоролошо
үҙгәртергәЯпония — конституцион парламентлы монархия. Илдең 1947 йылдың 3 майында үҙ көсөнә ингән Конституцияһына ярашлы, Япония императоры — «дәүләт һәм халыҡ берҙәмлеге символы», барлыҡ дәүләт тәғәйенләүҙәрен һәм ҡарар ҡабул итеүҙәрҙе ул илдең былар өсөн яуаплы министрҙар кабинеты тәҡдиме менән башҡара. Дипломатик осрашыуҙарҙа император дәүләт башлығы ролен үтәй. 1989 йылдан Японияның императоры — Акихито[34], уның вариҫы принц Нарухито.
Закондар сығарыу власы
үҙгәртергәИлдең юғары дәүләт власы һәм берҙән-бер закондар сығарыу органы — Япония парламенты. Ул ике палатанан тора: вәкилдәр палатаһы һәм кәңәшселәр палатаһы. Вәкилдәр палатаһында 4 йылға һайланған 480 депутат булһа, кәңәшселәр палатаһының 242 депутаты 6 йылға һайлана. Кәңәшселәр палатаһы өс йыл һайын яртылаш яңыртыла. Конституцияға ярашлы, парламент закондар сығарыу буйынса тулы власҡа эйә, ә финанстар менән тик үҙе эш итергә хоҡуҡлы. Японияла 20 йәштән өлкән барлыҡ граждандар өсөн дөйөм һайлау хоҡуғы индерелгән[35]. Парламенттың ике палатаһына ла һайлауҙар йәшерен тауыш биреү юлы менән үткәрелә.
Японияла ике төп партия бар. 2009 йылда Японияның социал-либераль Демократик партияһы парламентта күпселек урындарҙы алды[36] һәм быға тиклем 54 йыл дауамында дәүләт менән идара иткән консерватив Либераль-демократик партияны алмаштырҙы. 2012 йылда иһә ваҡытынан алда үткәрелгән парламент һайлауҙары һөҙөмтәһендә Либераль-демократик партия тағын да парламентта күпселек урындарҙы алыуға өлгәште.
Башҡарма власть
үҙгәртергәЮғары башҡарма власть органы булған Хөкүмәткә Японияның Премьер-министры етәкселек итә. Был вазифаға парламент тәҡдиме менән уның бер ағзаһын император тәғәйенләй. Премьер-министр, министрҙар кабинеты башлығы булараҡ, хөкүмәт төҙөй[35]. 2012 йылдың 26 декабренән был вазифаны Синдзо Абэ биләй.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Юити Сато (佐藤裕一). Введение в древнюю историю Японии (日本古代史入門).
- ↑ Мещеряков А. Н., Грачёв М. В. История древней Японии. — СПб.: Гиперион, 2002.
- ↑ Statistical Handbook of Japan. Land and Climate (ингл.). Японское бюро статистики (2008). Дата обращения: 20 ғинуар 2010. Архивировано 21 август 2011 года.
- ↑ Official Japan Statistics Bureau: Population Estimates
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 Japan . Международный валютный фонд. Дата обращения: 13 февраль 2011. Архивировано 21 август 2011 года.
- ↑ Human Development Report 2014 (ингл.). Программа развития ООН. — Доклад о человеческом развитии (2014) на сайте Программы развития ООН. Дата обращения: 27 октябрь 2015.
- ↑ 7,0 7,1 7,2 https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/asia
- ↑ にほん【日本】 (яп.). デジタル大辞泉. Шогакукан. Дата обращения: 27 ноябрь 2016.
- ↑ Facts and Figures of Japan 2007 01: Land 2009 йыл 31 июль архивланған..
- ↑ World Factbook; Japan 2015 йыл 20 декабрь архивланған..
- ↑ The World Factbook: Rank order — Life expectancy at birth 2018 йыл 29 декабрь архивланған. (англ.). ЦРУ (2010). Проверено 23 января 2010.
- ↑ The World Factbook: Rank order — Infant mortality rate 2018 йыл 7 февраль архивланған. (англ.). ЦРУ (2010). Проверено 23 января 2010.
- ↑ Фасмер, М.
- ↑ Piggott, Joan R. The emergence of Japanese kingship.
- ↑ Кузнецов Ю. Д., Навлицкая Г. Б., Сырицын И. М. История Японии: Учеб. для студ. вузов, обучающихся по спец. «История». — М.: Высш. шк., 1988. — С. 8. — 432 с. — 30 000 экз.
- ↑ Елисеефф, Елисеефф, 2008, с. 35—37
- ↑ Елисеефф, Елисеефф, 2008, с. 37
- ↑ Елисеефф, Елисеефф, 2008, с. 43
- ↑ Totman, Conrad.
- ↑ Елисеефф, Елисеефф, 2008, с. 56
- ↑ Елисеефф, Елисеефф, 2008, с. 67
- ↑ Елисеефф, Елисеефф, 2008, с. 75—82
- ↑ Turnbull, Stephen.
- ↑ Marcia Yonemoto.
- ↑ Hooker, Richard Japan Glossary; Kokugaku 2006 йыл 28 август архивланған. (англ.
- ↑ Елисеефф, Елисеефф, 2008, с. 102
- ↑ Елисеефф, Елисеефф, 2008, с. 108
- ↑ Kelley L. Ross.
- ↑ Roland H. Worth, Jr. No Choice But War: the United States Embargo Against Japan and the Eruption of War in the Pacific.
- ↑ Елисеефф, Елисеефф, 2008, с. 109
- ↑ Подписание акта о капитуляции Японии 2012 йыл 19 ғинуар архивланған., Известия (2 сентября 1945). Проверено 21 января 2010.
- ↑ Joseph Coleman. '52 coup plot bid to rearm Japan: CIA 2012 йыл 17 июль архивланған. (англ.
- ↑ Japan scraps zero interest rates (англ.
- ↑ Кузнецов, Андрей. Юбилей японского «символа нации», РИА Новости (12 ноября 2009). 21 ғинуар 2010 тикшерелгән.
- ↑ 35,0 35,1 Япония // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Нака, Ксения. Демократическая партия Японии получила большинство мест в парламенте, РИА Новости (30 августа 2009). 21 ғинуар 2010 тикшерелгән.
Комментарийҙар
үҙгәртергәБыл мәҡәлә башҡорт Википедияһының һайланған мәҡәләләре исемлегенә керә. |