Һарыҡ
Йорт һарығы | ||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||||||||
|
||||||||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||||||||
Ovis aries (Linnaeus, 1758) | ||||||||||||||||||||||
|
Һарыҡ (лат. Ovis aries) -- ҡыуыш мөгөҙлөләр ғаиләһе, ҡуш тояҡлылар төрөндәге һөт имеҙеүсе хайуан. Был хайуан, ҡуйы йөнө һәм ашарға яраҡлы ите булған өсөн, бик боронғо замандан уҡ йортҡа эйәлештерелгән. Хәҙерге заманда йөнө алынған һарыҡ тиреһе (руно) башҡа йәнлек тиреһенә ҡарағанда йышыраҡ ҡулланыла. Һарыҡ ите күп илдәрҙә төп аҙыҡ. Ит һәм йөн алыуҙан башҡа һарыҡты һөт (брынза), кулинар май, тире етештереү өсөн үрсетәләр.
Һәм ниһайәт, һарыҡты фәнни эксперименттарҙа файҙаланалар. Шуларҙың иң билдәлеһе — Долли исемле һарыҡ; ул Бөйөк Британияла 1996 йылда клонлаштырылған тәүге һөт имеҙеүсе хайуан.
Һарыҡсылыҡ — күп илдәрҙең иҡтисадында ҙур өлөш алған малсылыҡ тармағы. Хәҙерге көндә Ҡытай, Австралия, Бөйөк Британия, Яңы Зеландия илдәрендә ныҡ үҫешкән.
Килеп сығыуы һәм ҡулға эйәләштерелеүе
үҙгәртергәҺарыҡтарҙы кешеләр боронғо заманда уҡ, 8 мең йыл элек[1] хәҙерге Төркиә, Сүриә, Төньяҡ Месопотамия территорияһында ҡулға эйәләштергән[2].
Һарыҡтар муфлондан йә уриалдан сығып таралған тип фараз ителгән. Цитогенетик анализ мәғлүмәттәре йорт һарыҡтары тоҡомо муфлондан килеп сыҡҡан булған тип иҫәпләргә мөмкинлек бирә. Уриал кариотибында 58 хромосома бар, шул уҡ ваҡытта йорт һарығының һәм муфлондың хромосомалары һаны 54-кә тиң [3].
Тасуирламаһы
үҙгәртергәЙорт һарыҡтары — айыра тояҡлы көйшәүсе хайуан, тәкәләренең мөгөҙҙәре спираль рәүешле тармаҡланып тороуы һәм йөнө бөҙрә булыуы менән яҡшы билдәле. Һарыҡтарҙың башҡа ҡырағай төрҙәрендә лә, һарыҡтарҙың тәү тоҡомдарында ла йөнө ҡулсаланмай, ҡойроғо һиҙелерлек ҡыҫҡа. Баш һөйәге төҙөлөшөндә йорт һарыҡтары ҡырағай туғандарынан күҙ розеткалары тарыраҡ һәм баш мейеһенең ҙурлығы кәмерәк булыуы менән айырыла[4]. Ҡағиҙә булараҡ, һарыҡтарҙың мөгөҙҙәре яҡшы үҫешкән, ләкин ҡайһы бер тоҡомдарҙың мөгөҙҙәре бөтөнләй булмаҫҡа ла мөмкин йәки тәкәләре генә мөгөҙлө була[5] . Аяҡтары көслө, таулы ерҙәр аша алыҫҡа күсеп йөрөү өсөн яҡшы яраҡлаштырылған.
Йорт һарыҡтарының ҙурлығы һәм ауырлығы тоҡомона ҡарап ныҡлы айырыла. Өлкән хайуандың үҫеү тиҙлеге һәм ауырлығы күп осраҡта нәҫеленә бәйле, һәм шуның өсөн һайлап алыу йыш ҡына ошо сифаттары нигеҙендә башҡарыла[6]. Өлкән орғасыларҙың ауырлығы ғәҙәттә 45—100 кг, ә ҙурыраҡ тәкәләрҙең ауырлығы 70—160 кг.[7]. Һарыҡтың рекордлы ауырлығы (саффолк тоҡомо) — 247,2 кг. Дөйөм алғанда, хайуандарҙың бейеклеге — 55-100 см, ә кәүҙә оҙонлоғо — 60—110 см.[1] Йөҙ өлөшө аҫҡа табан ослайыбыраҡ бөтә, мороно тура йә көмөрөрәк була, тулыһынса тиерлек (ирененән һәм морон ситтәренән башҡа) йоҡа йөн менән ҡапланған. Һарыҡтар ғаиләһенең башҡа ағзалары кеүек, йорт һарыҡтарының да күҙ соҡорҙарының эске йәш сығарыу соҡорҙары бар. Уларҙан сыҡҡан секрет еҫле. Тояҡтарының өҫ яғында ла шундай уҡ еҫ сығарған биҙҙәре бар — тап шуға ла һарыҡтарҙың үҙенсәлекле еҫе була[4]
Мәҙәниәттә һарыҡ образы
үҙгәртергәКүп кенә мәҙәниәттәрҙә, бигерәк тә йорт хайуандары араһында киң таралған урындарҙа, һарыҡ образына ярайһы иғтибар ителеп, урын бирелгән.
Ҡайһы бер мәҙәниәттәрҙә, бигерәк тә ҡырағай һарыҡ тәкәһе, батырлыҡ һәм көс символы булып ҡулланыла. Мәҫәлән, америка футбол командаһы Сент-Луис Рэмс һәм пикап Dodge Ram логотиптары йыуан мөгөҙгә — Төньяҡ Америкала таралған ҡырағай һарыҡ тәкәһен һынландыра.
Күп кенә мәҫәлдәрҙә, балалар йырҙарында (инглиз йыры «Mary Had a Little Lamb» — «У Мэри был ягнёнок») һәм шиғырҙарҙа һарыҡ төп образ булып тора. Джордж Оруэллдың «Скотный двор» повесында, Харуки Муракамиҙың «Охота на овец», Томас Хардиҙың «Вдали от обезумевшей толпы», Нил Эстлиҙың «Овца, которая изменила мир (Долли ҡушаматлы һарыҡҡай күҙ уңында тотола) әҫәрҙәрендә һарыҡтар персонаж йә сюжет барышы ҡатнашыусыһы булараҡ сығыш яяһай. Шиғырҙарҙа («Агнец» Уильям Блейк) һәм йырҙарҙа («Sheep», Pink Floyd йә ария Иоһанн Себастьян Бахтың «Овцы могут пастись безопасно» (Schafe können sicher weiden)) арияһында һарыҡ образы метафора рәүешендә файҙаланыла.
2007 йылғы яңы «Паршивая овца» яңы зеланд фильмында һарыҡтар хаҡындағы йыуаш һәм яҡлауһыҙ тигән традицион ҡараш ирониялы асылған, сөнки сюжет буйынса генетик эксперимент буйынса һарыҡтар ҡанһыҙ үлтереүеләргә әйләнә.
Шуҡ, зирәк һәм эшлекле һарыҡ бәрәсе Шон шул уҡ исемле мультсериалдың популяр персонажы; телгә алынған шул уҡ мультсериалдың бер персонажы булған һарыҡ бәрәсе Тимми үҙ эпопеяһының образы булып китә.
Бараш ҡушаматлы һарыҡ тәкәһе — «Смешарики» мультсериалы геройҙарының берһе.
Шулай уҡ һарыҡтар күп кенә әйтемдәр һәм идиомаларҙа ҡулланылалар. Мәҫәлән, күп европа телдәрендә «ҡара һарыҡ» идиомаһы «белая ворона» һәм «паршивая овца» әйтемдәренең өлөшләтә аналогы булып тора. «Үҙебеҙҙең һарыҡтарыбыҙға ҡайтайыҡ» (Адвокат Пьер Патлен: «revenons à nos moutons») тигән билдәле фраза эште тикшереүҙең төп темаһына кире ҡайтыуҙы аңлата. «Уставился, как баран на новые ворота» тигән атаҡлы әйтем хайуан хаҡында түгел: боронғо ассирийлылар, һуңыраҡ боронғо римлеләр, дошман ҡалаларына һәм ҡәлғәләренә һөжүм иткәндә, тәкә башын хәтерләткән металл тотҡалы ауыр бүрәнә тарандар менән ҡапҡаларҙы емергән. Шулай итеп, яңы ҡапҡаға текләп ҡарап торған тәкә «ғәскәр һөжүмгә әҙер һәм нығытма емереләсәк» тигәнде аңлатҡан[8]
«Һарыҡ бүре көтөргә ялланған — кисәгә тик услам йөнө генә ҡалған» тигән әйтем ҡурҡыныс һәм көсөнән килмәгән эшкә тотонған кеше хаҡында әйтелә.
Диндә һәм фольклорҙа
үҙгәртергәБоронғо заманда һарыҡтар символ булараҡ Яҡын һәм Урта Көнсығыш, Урта диңгеҙ буйындағы күп кенә диндәрҙә, атап әйткәндә, Боронғо Мысыр, Финикия, Чатал-Хююктағы диндәрҙә, йәһүдилектә, боронғо гректарҙың динендә һәм мифологияһында һәм башҡа диндәрҙә ҡулланылған. Һарыҡтар ҡатнашлығындағы дини символика һәм йолалар беҙгә билдәле булған тәүге диндәрҙә үк ҡулланылған да инде[9].
Ибраһими диндәрҙең бөтәһендә лә һарыҡтар мөһим роль уйнай: Ибраһим, Исхаҡ, Яҡуп, Муса, Дауыт батша һәм Мөхәммәт пәйғәмбәрҙәр көтөүсе булған. Библияла Исхаҡты ҡорбан итергә торғанда фәрештә Ибраһимдың ҡулын тотоп туҡтатҡандан һуң, алмашҡа ҡусҡар ҡорбан ителә. Ислам дине буйынса Ибраһим (Ибраһим) Исмәғилде ҡорбан итергә йыйынған була, уның урынына күктән ҡусҡар төшөрөлә: ошо иҫтәлегенә мосолмандарҙың төп байрамы булған Ураҙа байрамы ваҡытында һарыҡтарҙы (йә башҡа аяйыра тояҡлы хайуандарҙы) ҡорбан итәләр[10][11]. Ислам мәҙәниәтендә ҡайһы берҙә мөһим донъяуи ваҡиғалар хөрмәтенә лә ҡорбанға һарыҡ салалар[12].
Башҡортса атамалары
үҙгәртергәБашҡорт телендә һарыҡты төрөнә һәм йәшенә ҡарап төрлөсә атайҙар[13].
- Бәрән — һарыҡ имеҙеүҙән туҡтағас икенсе тапҡыр бәрәсләгәнсе.
- Тешәү, шешәк һарыҡ — икенсе тапҡыр бәрәсләгәс өсөнсө бәрәсләгәнгә ҡәҙәр
- Тыу һарыҡ — бер тапҡыр ҙа бәрәсләмәгән.
- Ҡуй — оса майы мендәр кеүек айырым бер һарыҡ төрө.
- Ҡусҡар - беселмәгән һарыҡ тәкәһе. Тәкә мөгөҙө рәүешендәге сигеү биҙәге лә ҡусҡар тип атала.
- Орғасы - инә енесле һарыҡ.
- Тәкә - һарыҡтың иркәге.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Овца // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Мерперт Н. Я., Мунчаев Р. М., Раннеземледельческие поселения Северной Месопотамии // Советская археология, 1971, № 3.
- ↑ Erinç Yurtman et al. Archaeogenetic analysis of Neolithic sheep from Anatolia suggests a complex demographic history since domestication, 2020
- ↑ 4,0 4,1 Reavill, C. 2000. Ovis aries Animal Diversity Web
- ↑ Ensminger, Dr. M.E.; Dr. R.O. Parker (1986). Sheep and Goat Science, Fifth Edition. Danville, Illinois: The Interstate Printers and Publishers Inc. ISBN 0-8134-2464-X
- ↑ Simmons, Paula; Carol Ekarius (2001). Storey’s Guide to Raising Sheep. North Adams, MA: Storey Publishing LLC. ISBN 978-1-58017-262-2
- ↑ Melinda J. Burrill Ph.D. Professor Coordinator of Graduate Studies, Department of Animal and Veterinary Sciences, California State Polytechnic University (2004). «Sheep». World Book. Mackiev.
- ↑ Алмазов Б. Повести каменных горожан. Очерки о декоративной скульптуре Санкт-Петербурга. — М.: Центрполиграф, 2012. — С.197.
- ↑ Budiansky, Stephen. The Covenant of the Wild: Why animals chose domestication (англ.). — Yale University Press, 1999. — ISBN 0-300-07993-1.
- ↑ Eid ul Adha (10 Dhul-Hijja) - the festival of sacrifice . BBC. Дата обращения: 8 ғинуар 2008. Архивировано 14 апрель 2013 года.
- ↑ Eid Festival Around The World - Graphic photos (недоступная ссылка — история). Sweetness & Light. Дата обращения: 8 ғинуар 2008. Архивировано 14 апрель 2013 года.
- ↑ Robertson, Cambpell. Bloody Blessing Goes Unnoticed, The New York Times (August 13, 200). 10 сентябрь 2008 тикшерелгән.
- ↑ Русско-башкирский словарь терминов животноводства (Г.Д.Зайнуллина, 2002)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Budiansky, Stephen. The Covenant of the Wild: Why animals chose domestication (инг.). — Yale University Press, 1999. — ISBN 0-300-07993-1.
- Ensminger, Dr. M.E.; Dr. R.O. Parker. Sheep and Goat Science, Fifth Edition (билдәһеҙ). — Danville, Illinois: The Interstate Printers and Publishers Inc, 1986. — ISBN 0-8134-2464-X.
- Pugh, David G. Sheep & Goat Medicine (билдәһеҙ). — Elsevier Health Sciences, 2001. — ISBN 0-7216-9052-1.
- Simmons, Paula; Carol Ekarius. Storey's Guide to Raising Sheep (билдәһеҙ). — North Adams, MA: Storey Publishing LLC, 2001. — ISBN 978-1-58017-262-2.
- Smith M.S., Barbara; Mark Aseltine PhD, Gerald Kennedy DVM. Beginning Shepherd's Manual, Second Edition (инг.). — Ames, Iowa: Iowa State University Press, 1997. — ISBN 0-8138-2799-X.
- Weaver, Sue. Sheep: small-scale sheep keeping for pleasure and profit (инг.). — 3 Burroughs Irvine, CA 92618: Hobby Farm Press, an imprint of BowTie Press, a division of BowTie Inc., 2005. — ISBN 1-931993-49-1.
- Wooster, Chuck; Geoff Hansen (Photography). Living with Sheep: Everything You Need to Know to Raise Your Own Flock (инг.). — Guilford, Connecticut: The Lyons Press (инг.)баш., 2005. — ISBN 1-59228-531-7.
Һылтанмалар
үҙгәртергәОвца Викиһүҙлектә | |
Овца Викимилектә |
- Кошара // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Бараны и овцы 2012 йыл 21 декабрь архивланған. — статья на портале «Мир животных».