Сулпан

(Венера (планета) битенән йүнәлтелде)

Сулпан (Зөһрә, рус. Венера; символы: ♀) — Ҡояшҡа яҡынлығы буйынса икенсе планета. Сулпан, Меркурий кеүек, астероидтар орбитаһынан эстә ята, шуға уны Ҡояш системаһының эске планетаһы тип атайҙар.

Сулпан

Венера в естественном цвете
Орбита характеристикалары

Эпоха: J2000.0

Перигелий

107 476 259 км
0,71843270 а. б.

Афелий

108 942 109 км
0,72823128 а. б.

Ҙур ярымкүсәр (a)

108 208 930 км
0,723332 а. б.

Орбитаның эксцентриситеты (e)

0,0068

Әйләнеүҙең сидерик периоды

224,70069 көн

Әйләнеүҙең Синодик периоды

583,92 көн

Орбита тиҙлеге (v)

35,02 км/с

Ауышлығы (i)

3,86° (Ҡояш экваторына ҡарата)

Долгота восходящего узла (Ω)

76,67069°

Перицентр аргументы (ω)

54,85229°

Юлдаштары

юҡ

Физик характеристикалар
Уртаса радиус

6051,8 ± 1,0 км

Өҫлөк майҙаны (S)

4,60·108 км²
0,902 ер

Күләме (V)

9,38·1011 км³
0,857 ер

Массаһы (m)

4,8685·1024 кг
0,815 ер

Уртаса тығыҙлығы (ρ)

5,24 г/см³[1]

Экваторҙа есемдең тотҡарһыҙ төшөүе тиҙлеге (g)

8,87 м/с²
0,904 g

Икенсе космик тиҙлек (v2)

10,46 км/с

Экваторҙа әйләнеү тиҙлеге

6,52 км/сәғ

Әйләнеү периоды (T)

243,023 көн[2]

Күсәр ауышлығы

177,36°

Прямое восхождение северного полюса (α)

18 сәғ 11 мин 2 с
272,76°

Төньяҡ полюс ауышлығы (δ)

67,16°

Альбедо

0,65

Күренгән йондоҙ дәүмәле

−4,7

Мөйөшсә диаметр

9,7″ — 66,0″

Температура
Өҫтөндә

737 К[3][4][5]
(464 °C)

Атмосфера
Атмосфера баҫымы

9,3 МПа

Состав:

~96,5 % углекислый газ
~3,5 % азот
0,015 % көкөрт диоксиды
0,007 % аргон
0,002 % һыу пары
0,0017 % угар газ
0,0012 % гелий
0,0007 % неон
(эҙҙәре) углерод сероксиды
(эҙҙәре) хлороводород
(следы) фтороводород

Сулпан күк йөҙөндә яҡтылығы буйынса, Ҡояш һәм Айҙан ҡалышып, өсөнсө урында тора. Сулпан Ҡояш байыр алдынан, йәки Ҡояш сығыр алдынан яҡшы күренә. Шуның өсөн уны Шәреҡ йондоҙо, йәки Сулпан йондоҙо тип атайҙар.

Сулпан Ергә оҡшаған планета тип квалификациялана. Ике планета ла тартылыу көсө, составы буйынса оҡшаш. Әммә ике планетала шарттар ҡырҡа айырыла. Сулпан ҡуйы көкөрт кислотаһы болото менән ҡапланған, был ҡуйы болот Сулпандың йөҙөн ҡарарға бирмәй. Әммә радиотулҡындар ярҙамында Сулпандың рельефын тикшерергә була. Был планетаның атмосфераһы тығыҙ, башлыса углекислый газдан тора. Был Сулпанда углекислый газды биомассаға әйләндерә алырлыҡ органик тормош һәм углерод әйләнеше булмау менән аңлатыла.

Бик борон Сулпан йөҙө бик ҡыҙған һәм Ерҙәге кеүек океандар, урынында сүллек пейзажы ҡалдырып, парға әйләнеп бөткән. Магнит ҡыры көсһөҙ булғанға һыу парҙары Ҡояш еле менән йондоҙ-ара арауыҡҡа таралған.

Атмосфера баҫымы Ерҙәгенән 92 тапҡыр ҙурыраҡ. Сулпан өҫтө вулкан эшмәкәрлеге эҙҙәрен һаҡлай. Сулпанда плиталарҙың тектоник хәрәкәте күҙәтелмәй, был өҫтөндә һыу булмау менән аңлатыла.

Сулпанда атмосфера булыуын 1761 йылдың 6 июнендә М. В. Ломоносов аса.

Дөйөм мәғлүмәт

үҙгәртергә

Ҡояштан Венераға тиклем яҡынса 108 млн км (0,723 а. е.). Венеранан Ергә тиклем алыҫлыҡ 38-ҙән 261 млн км-ға тиклем үҙгәрә. Венераның орбитаһы түңәрәккә бик яҡын. Ҡояш тирәләй әйләнеү периоды 224,7 ер тәүлегенә тиң; уртаса орбита тиҙлеге — 35 км/с. Орбита ауышлығы эклиптика буйынса 3,4°. Ҙурлығы буйынса был планета ергә яҡын. Радиусы 6051,8 км (ер менән сығыштырғанда 95 %), массаһы — 4,87·1024 кг (ер менән сағыштырғанда 81,5 %), уртаса тығыҙлығы — 5,24 г/см³. Ирекле төшөү тиҙлеге 8,87 м/с², икенсе космос тиҙлеге — 10,36 км/с[3].

Венера ергә оҡшаған планета тип квалификациялана. Уны ерҙең «һеңлеһе» тип тә атайҙар, сөнки ике планета ҙурлығы менән дә, составы менән оҡшаш. Тик планеталағы шарттар ғына ныҡ айырыла. Венерала, ергә оҡшаған планеталар менән сағыштырғанда, атмосера бик тығыҙ. Атмосфера, башлыса, углекислый газдан тора. Планетаның өҫлөгө көкөрт кислотаһынан торған болоттар менән ҡапланған. Болоттан аша планета өҫлөгө күренмәй. Ҡуйы болоттар аҫтындағы планетаның ҡҫлөгө тураһында бәхәстәр XX быуатҡа тиклем дауам итә. Венераның болоттары радиотуоҡындар өсөн үтә күренмәле, был ысул менән планетаның рельефы өйрәнелде[6].

 
Сығыштырыу өсөн (һулдан уңға) Меркурий, Венеры, Ер һәм Марс

Бик борон заманда Венерала Ерҙәге кеүек океандар булған тип фаразлана. Океандар кибеп, парға әйләнеп осоп бөткән. Улар урынында буш сүллектәр һәм ҡаялар тороп ҡалған. Бер гипотеза буйынса, Венерала магнит ҡыры бик көсһөҙ, шул сәбәпле Ҡояш нуры тәьҫирендә һыу тарҡалып бөткән. Ҡояш еле тарҡалған һыуҙы планета-ара арауыҡҡа таратҡан. Планетаның атмасфераһы хәҙер ҙә водород һәм кислородты 2:1 нисбәтендә юғалта икәне иҫбатланған[7].

  • Короновский Н. Н. Морфология поверхности Венеры // Соросовский образовательный журнал. (рус.)
  • Бурба Г. А. Венера: русская транскрипция названий // Лаборатория сравнительной планетологии ГЕОХИ, май 2005 г. (рус.)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Солнечная система / Ред.-сост. В. Г. Сурдин. — М.: Физматлит, 2008. — С. 126. — 400 с. — ISBN 978-5-9221-0989-5.
  2. Неторопливая Венера, Lenta.ru (17.02.2012).
  3. 3,0 3,1 Williams, David R. Venus Fact Sheet. NASA (15 апрель 2005). Дата обращения: 12 октябрь 2007. Архивировано 21 август 2011 года.
  4. Venus: Facts & Figures. NASA. Дата обращения: 12 апрель 2007. Архивировано 21 август 2011 года. 2006 йыл 29 сентябрь архивланған.
  5. Space Topics: Compare the Planets: Mercury, Venus, Earth, The Moon, and Mars. Planetary Society. Дата обращения: 12 апрель 2007. Архивировано 21 август 2011 года. 2011 йыл 21 август архивланған.
  6. Радиолокационная астрономия — Физика Космоса: Маленькая энциклопедия
  7. Caught in the wind from the Sun. ESA (Venus Express) (28 ноябрь 2007). Дата обращения: 12 июль 2013. Архивировано 21 август 2011 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Баязитова У. Ш. Сулпан // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.