Түбәнге Мәмбәт

бөткән ауыл. Башҡортостандың Баймаҡ районы Ишмырҙа ауыл Советына ҡараған ауыл. 1816 йылда нигеҙлгән, 1959 йылда иҫәп мәғлүмәттәренән алынған

Түбәнге Мәмбәт (рус. Нижнее Мамбетово) — бөткән ауыл. Башҡортостандың Баймаҡ районы Ишмырҙа ауыл Советына ҡараған ауыл[1]. 1816 йылда нигеҙлгән, 1959 йылда ғәмәлдән сыҡҡан[2].

Түбәнге Мәмбәт
Нигеҙләү датаһы 1816
Дәүләт  Рәсәй империяһы
 Башҡортостан Республикаhы
 Баймаҡ районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1959

Исеменең килеп сығышы

үҙгәртергә

Ауылдың атамаһы (антропоним[3]) тәүге төпләнеүсе Мәмбәт Әбдрәшитовтың исеменән алынған[1].

Географик урыны

үҙгәртергә

Түбәнге Мәмбәт ауылы район үҙәге Баймаҡтан — 14 км, Ишмырҙа ауылынан 6 км алыҫлыҡта[4] Таналыҡ йылғаһының ҡушылдығы Ыуарыш йылғаһы буйында урынлашҡан булған. Ауыл эргәһенән Баймаҡ-Йылайыр автотрассаһы үткән[1].

19-сы быуаттың беренсе яртыһында нигеҙләнгән. Мырҙаҡай, Йомаш һәм Ярат ауылдарынан 1816 йылда Мәмбәт ауылына нигеҙ һалалар. Тәүге төпләнеүсеһе Мәмбәт Әбдрәшитов булған[2]. Уның менән бергә балалары һәм ейәндәре күсенгән. Ауыл халҡы ғәҙәттәгесә малсылыҡ менән шөғөлләнә, шулай уҡ иген сәсәләр. Бынан тыш Ыуарыш руднигында төҫлө металдар мәғдәнен сығарыу эшендә булалар[1]. 1920 йылда ике Мәмбәт ауылы күрһәтелә: Үрге һәм Түбәнге Мәмбәт. Түбәнге Мәмбәттә ул осорҙа 48 йортта 339 кеше йәшәгән[2]. Ишмырҙа ауыл Советына Ишмырҙа, Богачевка, Үрге һәм Түбәнге Мәмбәт ауылдары, Байҡара рудниктары, Әбей-һаҙы инә. Һуңғараҡ Үрге һәм Түбәнге Мәмбәт ауылдары Аҡморон ауыл Советы составына тапшырыла. 1930-сы йылдарҙың аҙағында тимер мәғдәненең һаҡламдары бөтә һәм рудник ябыла. Ауыл халҡы Үрге Мәмбәткә һәм башҡа эргә-тирәләге ауылдарға күсә[1]. Хәҙерге ваҡытта Үрге Мәмбәт ауылы билдәле, үҙгәртеп ҡороуға тиклем әлеге ауыл «Баймаҡ» совхозына инә. 1959 йылда Түбәнге Мәмбәт ауылы иҫәп мәғлүмәттәренән алына[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә