Ватика́н итал. Stato della Città del Vaticano, Ватика́н дәүләт ҡалаһы исеме ҡулланыла[3]) — Рим эсендә Италия менән берләштерелгән кәрлә дәүләт-анклав (донъяла иң бәләкәй дәүләт). Үҙенең исемен Mons Vaticanus тауы исеменән алған, латин телендә vaticinia «күрәҙәлек итеү урыны» тигәнде аңлата.

Ватикан
лат. Status Civitatis Vaticanæ
итал. Stato della Città del Vaticano
Ватикана гербы
Флаг {{{Герб урынына}}}
Гимн: «Inno e Marcia Pontificale»
Үҙаллылыҡ датаһы 11 февраль 1929[note 1]Италия)
Рәсми тел латин, итальян
Эре ҡалалар -
Идара итеү төрө абсолют теократик монархия
Рим Папаһы
Камерленго
{{{Етәкселәр}}}
Дәүләт дине Католицизм
Территория
• Бөтәһе
279
0,44 км²
Халыҡ
• Һаны (2012)
• Халыҡ тығыҙлығы

836[1] чел. (225)
1891 чел./км²
Валюта Евро
Интернет-домен .va
Код ISO VA
Телефон коды +39 06 698
Сәғәт бүлкәте +1[note 2]
  1. Латеран килешеүе буйынса.
  2. Үҙәк Европа ваҡыты ҡабул ителгән

Халыҡ-ара хоҡуҡта Ватикандың статусы — Изге Тәхеттең (Святой Простол) ярҙамсы үҙаллы территорияһы, Рим католик сиркәүенең юғары дин башлыҡтары резиденцияһы. Ватикандың суверенитеты үҙаллы (милли) түгел, ул Изге Тәхеттең үҙаллылығынан килә. Икенсе һүҙ менән әйткәндә, Ватикан халҡы түгел, ә Папа тәхете үҙаллы булып тора.

Сит ил дипломатик миссиялары Ватикан ҡала-дәүләткә түгел, Изге Престолға тәғәйенләнә. Изге Престолға тәғәйенләнгән сит ил илселәре һәм вәкилдәре, Ватикан ере бәләкәй булғанға, Римдә урынлашалар.[4]

БМО менән Изге Престол (Ватикан түгел) 1957 йылдан бирле хеҙмәттәшлек итә һәм даими күҙәтеүсеһе булып тора.[5] 2004 йылдан БМО-ла Изге Простол хоҡуҡтары киңәйтелә. Бынан тыш 2008 йылдың августынан Ватикан Интерпол менән даими хеҙмәттәшлек итә[6][7].

Боронғо дәүерҙә Ватиканда кеше йәшәмәй, сөнки Боронғо Римдә был урын изге тип иҫәпләнгән. 326 йылда христианлыҡ урынлашҡас, изге Пётр ҡәберлеге өҫтөндә Константин базиликаһы төҙөлә, шул осорҙан бирле бында кешеләр йәшәй башлай.

VIII быуат уртаһында барлыҡҡа килгән Папа дәүләте Апеннин ярымутрауының ҙур өлөшөн биләй, әммә 1870 йылда уны Италия короллеге тар-мар итә.

Хәҙерге хәлдә 1929 йылдың 11 февралендә Б. Муссолини хөкүмәтенең Латеран килешеүҙәре һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә.

Сәйәси система

үҙгәртергә

Ватикан — Изге Престол идара иткән абсолют теократик монархия. Рим Папаһы ҡулында абсолют закон сығарыу, башҡарма власть һәм суд, ул суверенитетты тотоусы булып тора. Рим Папаһын кардиналдар ғүмерлеккә һайлап ҡуя. Рим Папаһы үлгәс, йәки тәхетән баш тартҡас, яңы Папа инаугурацияһына тиклем, уның бурысын камерленго башҡара[8].

География

үҙгәртергә
 
Ватикандың рәсми планы (Латеран килешеүенең ҡушымтаһы). Планда төҫтәр менән күрһәтелгән: һоро — Ватикан дәүләт-ҡалаһы биләмәһе; асыҡ һоро — Италия хоҡуҡ тәртибен һаҡлаған Ватикан биләмәһе.
 
Ватикан картаһы

Ватикан Римдың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә Ватикан тауында урынлашҡан, Тибрҙан бер нисә йөҙ метр алыҫлыҡта. Бөтә яҡтан да Италия менән сиктәш, дөйөм сик оҙонлоғо 3,2 км. Сик оборона стенаһы менән тура килә. Изге Пётр соборы майҙан алдындағы сик һыҙаты овал формаһындағы майҙан булып тора.

Ватикан иҡтисады — коммерцияла булмаған планлы иҡтисад. Бөтә донъялағы католиктарҙан йыйылған иғәнә, беренсе сиратта, табыш сығанағы булып тора. 2003 йылда килем 252 миллион доллар, сығым — 264 миллион доллар. Туризм, почта маркаларын һатыу, монета-сувенирҙар һатыу, музейға инеү өсөн аҡса йыйыу килемдең бер өлөшөн тәшкил итә. Музейҙарҙа эшләүселәр, баҡсасылар, урам һепереүселәрҙең күбеһе Италия граждандары.

Ватикандың барлыҡ халҡы Изге Престол подданныйҙары.

2005 йылдың 31 декабренә ҡарата Изге Престол подданныйҙары 557 кеше була. Шуларҙың 58-е кардиналдар, 293-ө Папа вәкәлләте кешеләре, 62 кеше руханиҙар, 101 кеше гвардия ағзалары, һәм дингә ҡағылышы булмаған 42 кеше. 1983 йылда бер генә никах та теркәлмәгән. Ватиканда гражданлыҡ был илдә тыуыу факты буйынса ла, нәҫел буйынса ла бирелмәй. Гражданлыҡ Изге Престолға хеҙмәт иткәндә бирелә, һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге тамамланғас туҡтатыла.[9]

1929 йылда Ватикан һәм Италия араһында төҙөлгән Латеран килешеүенә ярашлы, әгәр кешенең Ватикан гражданлығы туҡтатылһа, уның башҡа ил гражданлығы булмаған осраҡта уға Италия гражданлығы бирелә.

Этник яҡтан, Швейцария гвардияһын иҫәпкә алмағанда, күбеһе итальяндар. «Көндөҙгө» халыҡ иҫәбенә, дәүләттән ситтә йәшәүсе, эшкә килгән 3000 итальян керә.

 
Изге Пётр соборы һәм майҙаны

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Vatican City. CIA — The World Factbook (инг.)
  2. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/europe
  3. Гуценко К. Ф., Ковлер А. И. Конституционное право: Энциклопедический словарь / Отв. ред. и рук. авт. коллектива С. А. Авакьян. — М.: НОРМА-ИНФРА-М, 2000. — 688 с. — ISBN 5-89123-409-2
  4. Адрес посольства Ватикана в Италии
  5. at Holyseemission.org 2007 йыл 16 май архивланған.(недоступная ссылка — история)
  6. List of Member States
  7. http://www.interpol.int/Public/Icpo/Members/dates.pdf 2011 йыл 24 июль архивланған.
  8. Камерленго / Католическая энциклопедия. EdwART. 2011.
  9. В Ватикане зарегистрированы 557 граждан
  • Красиков А. А. Ватикан: история и современность. М., 1991
  • Музеи Ватикана. Рим. М., 1974
  • Колупаев В. Е. Российско-ватиканские отношения в ХХ веке: новые документы Русского зарубежья // Современная Европа : Журнал общественно-политических исследований. 2011, № 3. С. 106—111.
  • Колупаев В. Е. Восточные коллекции Ватикана // Восточная коллекция. 2008. № 4. 135—142.

Һылтанмалар

үҙгәртергә