Нагаева Зифа Вәли ҡыҙы

(Зифа Нагаева битенән йүнәлтелде)

Нагаева Зифа Вәли ҡыҙы (1 март 1956 йыл) — шағир, композитор, йырсы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2020) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2003), Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2011) һәм халыҡ артисы (2022). Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премияһы лауреаты (2011).

Нагаева Зифа Вәли ҡыҙы
Тыуған

1 март 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (68 йәш)

Тыуған урыны

СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Ауырғазы районы, Иҫке Этекәй ауылы

Һөнәрҙәре

йырсы, композитор

Жанрҙар

Поп-музыка

Наградалар

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2020)
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2003)
Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2011)
Татарстан Республикаһының халыҡ артисы

Биографияһы үҙгәртергә

Зифа Вәли ҡыҙы Нагаева 1956 йылдың 1 мартында Башҡорт АССР-ы Ауырғазы районы Иҫке Этекәй ауылында тыуған.

1996 йылдан Башҡортостан радиоһы, артабан «Юлдаш» радиоһы алып барыусыһы, журналисы.

300 ашыу йырҙың музыкаһы һәм һүҙҙәре авторы.

2022 йылдың 29 апрелендә «Татарстан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем бирелде[1][2].

Китаптары үҙгәртергә

  • «Зифа Нагаева йырҙары»
  • «Ғүмерем балҡышында»
  • «Яҙмышым йырҙарымда»

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә