Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты

икмәк-ҡалас, кондитер изделиелары етештерә

"Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты «Стер.х» — Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан аҙыҡ сәнәғәте предприятиеһы.

Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты
Тармаҡ аҙыҡ-түлек сәнәғәте[d]
Нигеҙләү датаһы 1909
Дәүләт  Рәсәй
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы Асыҡ акционерҙар йәмғиәте[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Стәрлетамаҡ, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Рәсми сайт oao-sterh.ru

XX быуат башында ҙур ихтыяж менән файҙаланған аҡ икмәкте һатыу урыны — 3-сө гилдия сауҙәгәре С. Г. Жилкиндың баҙар урамында, төрмә янында (Комсомол урамы, 21 адресы буйынса был бина әле лә һаҡлана) урынлашҡан икмәкхана — ҡалас кибете ҡалала халыҡ иң күп йөрөгән урын була.

1909 йылда Сидор Жилкин страховка аҡсаһына һәм тупланған байлығы иҫәбенә, конкуренттарын көнләштереп, ике ҡатлы бина төҙөтөп ҡуя: беренсе ҡаты кирбестән, икенсе ҡаты ағастан буралған була.

Икмәкханаға ваҡытына күрә заманса технологик ҡорамалдар урынлаштырыла, ғәмәлдә, Стерлетамаҡта беренсе тапҡыр икмәк бешереү эше сәнәғәт нигеҙендә алып барыла башлай.

XX быуат башында был икмәкхана — ҡалала барған бик күп тарихи ваҡиғаларҙың шаһиты. Национализацияланғас, икмәкхана 1946 йылға тиклем эшләй һәм Стәрлетамаҡ икмәк комбинатының тәүге бүлексәһе була. XX быуаттың 30-сы йылдарында ҡалала яраҡлаштырылған биналарҙа һәм ҡоролмаларҙа тағы ла 3 икмәкхана асыла, улар еңелдән булмаған һуғыш алды һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, һуғыштан һуңғы ауыр осорҙа ҡала халҡын икмәк менән тәьмин итә.

Предприятиеның хәҙерге заман тарихы 1954 йыл менән билдәләнә, Стәрлетамаҡта проект ҡеүәте тәүлегенә 60 тонна икмәк етештереүҙе күҙаллаған 1-се типовой икмәк заводы төҙөлә, һәм ул ҡала халҡының ул йылдарҙа икмәккә булған ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә.

XX быуаттың 60-90-сы йылдарында, Стәрлетамаҡта эре химия һәм нефть-химияһы комплексы төҙөлгәс, һәм ҡала халҡы икеләтә артҡас, икмәк комбинаты ла ныҡ үҫешә. 1964, 1965, 1969, 1970, 1973, 1992 йылдарҙа ҡалала тағы ла 6 икмәк заводы төҙөлә, уларҙың һәр береһе продукцияның айырым төрҙәрен: икмәк, ҡалас һәм кондитер изделиеларын сығарыуға махсуслаша.

Һуңғы егерме йыл икмәк комбинаты өсөн артабанғы үҫеш, производствоны заманса ватан һәм сит ил ҡорамалдары менән йыһазландырыу, сығарылған продукция ассортиментын киңәйтеү һәм сифатын яҡшыртыу осоро була.

Структураһы

үҙгәртергә

Бөгөн комбинат ете икмәк заводынан тора, уларҙың һәр береһе продукцияның билдәле бер төрөн етештереүгә махсуслашҡан. Бынан тыш предприятиела ярҙамсы хеҙмәттәр ҙә бар: ремонт-механика, транспорт һәм тегеү цехтары, төҙөүселәр төркөмө, йылылыҡ-техник һәм электр-техник хеҙмәттәр, үҙәк производство-техник лаборатория, үҙ эсенә 14 магазинды һәм 2 кафе-барҙы алған фирма сауҙа селтәре уңышлы эшләй.

Комбинаттың 50-нән ашыу хеҙмәткәре Хөкүмәт наградалары менән бүләкләнгән, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре» тигән юғары исемде ғорурлыҡ менән йөрөтә. Предприятиеның йөҙ йыллыҡ юбилейы билдәләнгән көндәрҙә, 2009 йылдың октябрендә, 90-ға яҡын кеше Рәсәй икмәк бешереүселәр союзы, БР Ауыл хужалығы министрлығы наградалары, ҡаланың һәм Башҡортостан Республикаһының Почёт грамоталары, дипломдары һәм айырымлыҡ билдәләре менән бүләкләнде.

Продукцияһы

үҙгәртергә

Көн һайын үҙенең һатып алыусылары өсөн комбинат 300 төргә тиклем 45 тонна ауырлығында продукция: икмәк-ҡалас, кондитер изделиелары, кулинария продукцияһын сығара. Предприятиела ХАССП сифат менеджменты системаһы ҡулланыла, производство-технологик лаборатория продукция һәм сырьеның сифатына контроллек итә.

Наградалар

үҙгәртергә

2012 йыл:

  • «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» Бөтә Рәсәй конкурсы. Лауреат: «Башҡорт сувениры» перәниге; дипломанттар: торттар: «Интрига», «Көньяҡ төнө», «Төн», йөҙөмлө сохарый, «Тәнәйгә» сохарыйы.
  • Бөтә Рәсәй «Алтын көҙ» агросәнәғәт күргәҙмәһе, Мәскәү, 11-14 октябрь 2012 й. Диплом һәм алтын миҙал: «Ғаилә өсөн», «Дарницкий», «Ашлыҡ» икмәктәре, сәйгә батонсыҡ, «Башҡорт сувениры» перәниге, ҡара емешле рулет өсөн.
  • 18-се «Заман икмәге-2012» Халыҡ-ара күргәҙмәһе, Мәскәү ҡ., 12-15 июнь: 1-се дәрәжә Диплом һәм «Юғары сифатлы продукция өсөн» алтын миҙалы: «Балаларға» һәм «Пасха» куличтары өсөн; II дәрәжә диплом һәм «Юғары сифатлы продукция өсөн» көмөш миҙалы: телгеләнгән батон, «Мәк тәме» ҡаласы һәм емеш-еләкле эслекле (ҡара ҡарағат һәм күрәгә) бәлештәр өсөн.
  • «Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары-2012» республика конкурсы, Өфө ҡ. Конкурс лауреаттары: «Башҡорт сувениры» сувенир перәниге, йөҙөмлө сохарый, «Тәнәйгә» сохарыйы, «Төн», «Көньяҡ төнө», «Интрига» торттары өсөн.
  • XXII Халыҡ-ара Агрокомплекс күргәҙмәһе. «Икмәк-ҡалас продукцияһының һәм кондитер изделиеларының иң яҡшы өлгөләре» номинацияһы: I Дәрәжә диплом һәм Алтын миҙал: емешле «Совитал» икмәге, шоколадлы эслек менән «Руан» бриоштары, баллы пирожный шоколадта, «Интрига» торты өсөн.

Башҡортостан Республикаһы президенты Р. З. Хәмитов 2012 йылдың 27 февралендә «2011 йылда Продукция (тауарҙар һәм хеҙмәттәр) сифаты өлкәһендә БР Президенты Премияһын биреү тураһындағы» Указына ҡул ҡуйҙы. «Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты» асыҡ акционер йәмғиәтенә 3-сө урын бирелде һәм диплом тапшырылды.

Предприятиеның адресы

үҙгәртергә
  • 453103, Рәсәй, Башҡортостан, Стәрлетамаҡ ҡ., Депо урамы,18

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә