Фазалов Ғаҡый Таһир улы
Фазалов Ғаҡый Таһир улы (1 март 1929 — 18 октябрь 2018) — шахтёр, хужалыҡ эшмәкәре. 1975—1990 йылдарҙа «Кемеровоуголь» производство берекмәһенең Междуреченск разрезы директоры. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған шахтёры (1984). СССР‑ҙың Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1984). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1981). Междуреченск ҡалаһының почётлы гражданы[1].
Фазалов Ғаҡый Таһир улы |
Был мәҡәләне әлеге ваҡытта ҡатнашыусы Рөстәм Нурыев мөхәррирләй. Ошо иҫкәртмә алынғансы, был мәҡәләгә үҙгәртеүҙәр индермәй тороғоҙ, юғиһә мөхәррирләү конфликттары килеп сығыуы ихтимал.
Был иҫкәртмә 28.06.2019 ҡуйылған. Мөхәррирләү ҡалыбын кире алырға онотмағыҙ. Иҫкәртмә ҡуйылған көндө күрһәтер өсөн, ошолай яҙығыҙ: {{subst:L}}. |
БиографияһыҮҙгәртергә
1953 йылда Свердловск тау институтын тамамлаған.
1953-1957 йылдарҙа Күмертау ҡалаһында «Башкируголь» тресының Ермолаевка разрезында тау мастеры, быраулау‑шартлатыу эштәре участкаһы начальнигы, отвал участкаһы начальнигы булып эшләй.
1955 йылда ғәиләһе менән Кемерово өлкәһенең Междуреченск ҡалаһына күсенә. «Томусинский» разрезында тау мастеры булып эшкә урынлаша. тресының Красногорск разрезы (Междуреченск ҡалаһы) участкаһы начальнигы
1961 йылда баш инженеры; 1968 й. алып комб‑ттың баш инженер урынбаҫары‑техник идаралыҡ нач.,
1975—90 йй. «Кемеровоуголь» ПБ‑ның Междуреченск разрезы директоры.
Ф. ҡатнашлығында Кузбасста күмерҙе асыҡ ысул м‑н сығарыу б‑са ҙур сәнәғәт һәм соц.-иҡт. комплекс булдырыла, ҡая тоҡомдарын транспортһыҙ күсереү технологияһын ҡулланыу өлкәһе киңәйтелә. Ф. етәкс. шахтёрҙар өсөн ҡасаба һ.б. төҙөлә. 3 уйлап табыу авторы.
СығанаҡтарҮҙгәртергә
- Хажиев Ризван. «Фазаловка» ҡайҙан башлана? «Ағиҙел» журналы, 1998 йыл, № 7.
- ФАЗЫЛОВ Ғәҡи Таһир улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Фазалов Гакий Тагирович (рус.). Междуреченск. официальный сайт городского округа. 28 февраль 2019 тикшерелгән.
- Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9 (рус.)
- Почётные граждане города Междуреченска: биобиблиографический указатель / сост.: В. Н. Шолик, И. А. Швецова, Т. Н. Соколова; ред. Т. Я. Кондрашкина. — Изд. 5-е, перераб. и доп. — Междуреченск : МБУК, МИБС, 2015. — : 76 с 2018 йылдың 18 февраль көнөндә архивланған.
- Хроника трудового подвига / под общей редакцией Б. А. Королева. 2-ое переработанное и дополненное. — Красноярск: ИПК «Платина», 2017. — 576 с. илл. ISBN 978-5-98624-154-8 (рус.)
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Фазылов Ғәҡи Таһир улы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2019)