Ибраһимов Ғәлимйән Ғирфан улы

яҙыусы, публицист, мәғрифәтсе, йәмәғәтсе
(Ғәлимйән Ибраһимов битенән йүнәлтелде)

Ибраһимов Ғәлимйән Ғирфан улы (12 март 1887 йыл21 ғинуар 1938 йыл) — яҙыусы, публицист, мәғрифәтсе, йәмәғәтсе. Хәҙерге татар әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Хеҙмәт Геройы (1932). Сәйәси золом ҡорбаны.

Ибраһимов Ғәлимйән Ғирфан улы
Тыуған көнө:

12 март 1887({{padleft:1887|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе [1] Солтанморат ауылы

Вафат булған көнө:

21 ғинуар 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (50 йәш)

Вафат булған урыны:

Ҡазан ҡалаһы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

татар

Дебют:

1907 (рассказ «Изгнание из медресе Заки-шакирда»)

Наградалары:
Хеҙмәт Геройы

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғәлимйән Ғирфан улы Ибраһимов 1887 йылдың 28 февралендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районының Солтанморат ауылында тыуа. Өс йыллыҡ мәктәпте яҡшы тамамлағас, уҡытыусыһы уға Пушкин китаптарын бүләк итеп: «Ғәлимйән, Пушкин — рус әҙәбиәте пәйғәмбәре, һин мосолман халҡы әҙәбиәте пәйғәмбәре бул!» — ти. Ғәлимйән Ырымбур мәҙрәсәһендә биш йыл уҡый. Унан һуң Өфөләге «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә белем ала. Һабаҡташтары — Шәйехзада Бабич, Хәсән Туфан, Сәйфи Ҡудаш, Мәжит Ғафури менән шунда дуҫлаша. «Яҙ башы» тигән беренсе хикәйәһе 1910 йылда донъя күрә. Унан һуң «Ҡаҙаҡ ҡыҙы», «Беҙҙең көндәр», «Йәш йөрәктәр», «Тәрән тамырҙар» романдары һәм башҡа әҫәрҙәре нәшер ителә. Бер үк ваҡытта фәндең төрлө тармаҡтары менән етди шөғөлләнә. Телдең фонетикаһы, морфологияһы, синтаксисы, тарихы тураһында махсус хеҙмәттәр баҫтыра. Уның грамматика буйынса баҫтырған хеҙмәттәре барлыҡ төрки телле халыҡтарҙа уҡыу-уҡытыу әсбабы сифатында ҡулланыла. 1925 йылда әҙипкә «академик» дәрәжәһе бирелә. 1932 йылда уға «Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

 
Ибраһимов яҙыусылар, журналистар һәм ғалимдәр менән. 1925—1926 йылдар.

Яҙыусы, тәнҡитсе, публицист, педагог, методист, әҙәбиәтсе, телсе, философ, тарихсы, күп журналдарҙың баш мөхәррире, революционер (дүрт ай Колчак армияһы тылында разведчик), йәмәғәт эшмәкәре, Ленин, Сталин менән берлектә милли мәсьәлә буйынса шөғөлләнеүсе. Ғәлимйән Ибраһимов 1915—1917 йылдарҙа «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡыта. Барыһынан да бигерәк, ул көслө прозаик була.

Ғәлимйән Ибраһимовтың әҙәби әҫәрҙәре (хикәйә, повесть, романдары) рус теленә тәржемә ителә. рус теле аша улар, башҡа милләттәргә, Ер йөҙөнә тарала. Ләкин илдә ҡупҡан репрессия дауылдары Ғ. Ибраһимов ише бөйөк шәхесте лә урап үтмәй. 1937 йылдың ғинуар айында Ҡазандағы Пләтән төрмәһендә яҡты донъя менән хушлаша. 20 йылдан һуң ғына аҡлана.

  • Солтанморат ауылында Ғәлимйән Ибраһимовтың йорт-музейы асылған.
  • Татарстан Фәндәр академияһының Ҡазандағы Тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт институты Ғәлимйән Ибраһимов исемен йөрөтә.
  • Өфөләге бульварға, Ауырғазы районы үҙәге Талбазылағы урамға, Ҡазандағы проспектҡа әҙип исеме бирелгән.
  • Өфөлә Ғәлимйән Ибраһимов бульварындағы яҙыусы йәшәгән йәшәгән 25-се йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • Ауырғазы районы хакимиәте әҙип исемендәге премия булдырған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә