Хәйруллина Вәҡифә Ғилман ҡыҙы

философ

Хәйруллина Вәҡифә Ғилман ҡыҙы (1 март 1947 йыл) — ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1983), фәлсәфә фәндәре докторы (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2012), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2004).

Хәйруллина Вәҡифә Ғилман ҡыҙы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1 март 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (77 йәш)
Тыуған урыны Монас, Яңыбай ауыл советы, Балаҡатай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә иҡтисад фәндәре кандидаты[d] һәм философия фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Вәҡифә Ғилман ҡыҙы Хәйруллина 1947 йылдың 1 мартында Башҡорт АССР-ы Балаҡатай районы Монас ауылында тыуған.

Монас башланғыс мәктәбендә, Яңыбай ауылы урта мәктәбендә уҡыған. Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлаған[1].

1965 йылдан Үтәш һәм Әшәй мәктәптәрендә уҡыта[1].

1973 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған[2].

1973 йылдан Өфө ҡалаһының 20‑се урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. 1974 йылдан СССР Фәндәр академияһы Урал бүлеге Башҡортостан фәнни үҙәгенең Иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлегендә эшләй, ә 1984 йылдан ошо уҡ ойошмала өлкән ғилми хеҙмәткәр була[2].

1983 йылда аспирантура тамамлай һәм СССР Фәндәр академиһының Иҡтисад институтында «Природные ресурсы и отраслевые структуры промышленности (на примере Башкирской АССР)» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[1].

1989 йылдан өҙөклөк менән Башҡорт дәүләт университетында уҡыта: башта — өлкән уҡытыусы, 1995 йылдан — доцент[1].

1997—1998 йылдарҙа Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында директорҙың фән буйынса урынбаҫары вазифаһын үтәй.

2008—2010 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының иҡтисадта математик ысулдар кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы була[2].

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә