Горин Анатолий Сергеевич

Горин Анатолий Сергеевич (1 март 1922 йыл — 14 ноябрь 1981 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, штурм авиацияһы лётчигы, капитан (1957). Советтар Союзы Геройы (1946).

Горин Анатолий Сергеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 1 март 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Красноусол, Ғафури районы
Вафат булған көнө 14 ноябрь 1981({{padleft:1981|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (59 йәш)
Вафат булған урыны Боровичи[d], Новгород өлкәһе, РСФСР, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Александр Невский ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Биографияһы

үҙгәртергә

Анатолий Сергеевич Горин 1922 йылдың 1 мартында Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһының Стәрлетамаҡ кантоны Красноусол Заводы ҡасабаһында (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Красноусол ауылы) эшсе ғаиләһендә тыуған. Тулы булмаған урта белем ала, Ишембайҙа «Туймазанефть» предприятиеһында быраулаусы һәм нефть промыслалары эшсеһе булып эшләй.

1941 йылда Горин Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһына хеҙмәткә саҡырыла. 1942 йылда Энгельс хәрби авиация пилоттар мәктәбен тамамлаған. 1943 йылдың авгусынан — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында[1].

1945 йылдың май айына лейтенант Горин Анатолий 2-се Украина фронты 5-се һауа армияһы 5-сы штурм авиация корпусы 264-се штурм авиадивизияһы 451-се штурм авиаполкының эскадрилья штурманы һәм командир урынбаҫары була. Шул ваҡытҡа ул «Ил-2» штурмовигында 242 хәрби осош яһай. Көсөргәнешле алыштар ваҡытында ул көнөнә 3-4-әр осош яһай. 57 тапҡыр дошман ғәскәрҙәренә һауа разведкаһына бара, ҡиммәтле мәғлүмәттәр таба. 12 һауа һуғышында ҡатнашып, 6 дошман самолетын бәреп төшөрә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1946 йылдың 15 майҙағы указы менән «немец илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн» лейтенант Анатолий Горинға Ленин ордены һәм 2870 һанлы «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.

1946 йылда Горин запасҡа сыға. 19501957 йылдарҙа ул яңынан Совет Армияһында хеҙмәтен дауам итә. Капитан дәрәжәһендә запасҡа китә. Новгород өлкәһенең Боровичи ҡалаһында йәшәй, утҡа сыҙамлы материалдар комбинатында токарь булып эшләй. 1981 йылдың 14 ноябрендә вафат була, Боровичи ҡалаһында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Горин Анатолий Сергеевич. «Герои страны» сайты.
  2. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 11, л. 441—444)
  3. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 4068, л. 1, 12, 13)
  4. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 4294, л. 2, 6, 7)
  5. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690306, д. 2433, л. 1, 5, 6)
  6. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690306, д. 1718, л. 4, 79, 80)
  7. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 3389, л. 2, 17, 18)
  8. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 1116, л. 2, 25, 26)
  9. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 919, л. 1, 29, 30)
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
  • Славные сыны Башкирии. — Книга 2. — Уфа, 1966.

Һылтанмалар

үҙгәртергә