Елисеев Федот Васильевич
Елисеев Федот Васильевич (1 март 1915 йыл — 21 май 2004 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, гвардия полковнигы. 1952—1963 йылдарҙа Ҡурған ҡалаһы хәрби комиссары. Бөйөк Ватан һәм совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1943).
Елисеев Федот Васильевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 1 март 1915 |
Тыуған урыны | Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 21 май 2004 (89 йәш) |
Вафат булған урыны | Ҡурған, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Ҡурған |
Һөнәр төрө | офицер |
Уҡыу йорто | М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академия |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | полковник[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | пехота[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәФедот Васильевич Елисеев 1915 йылдың 1 мартында Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Елисеевка ауылы (Мудровка[1]) (хәҙер юҡ, Башҡортостандың Федоровка районы Пугачев ауыл Советына ҡараған) умарталыҡ хужаһы, крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ғаиләлә биш бала булған: Федот (1915—2004), Николай (1919—2014), Павел, Владимир һәм Клавдия.
Федот Васильевич тулы булмаған урта белем ала, 1930 йылда «Ирекмән» колхозына эшкә инә. 1934 йылда Федот Елисеев ауылдаштар йыйылышында Хитровка ауылында асылған магазинға һатыусы булып һайлана. 1935 йылда колхоз рәйесе Авдонкин малсылыҡ фермаһы мөдире вазифаһын башҡарыуға күсергә өгөтләй.
1935—1938 йылдарҙа Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһында хеҙмәттә була, уны СССР Эске эштәр халыҡ комиссариатының пехота часында үтә. Сержанттар мәктәбен тамамлай. 1938 йылда запасҡа сығарылғандан һуң, ОСОАВИАХИМ-дың Федоровка район советын етәкләй[2].
1939 йылдан ВКП(б), 1952 йылдан — КПСС ағзаһы[3].
1939 йылда Магнитогорск ҡалаһында кесе лейтенанттар курсында уҡый.
1940 йылда ҡабаттан армияға саҡырыла. Уҡыу курсын тамамлағандан һуң кесе лейтенант званиеһында Башҡорт АССР-ының Дәүләкән ауылына 717-се уҡсылар полкы ҡарамағына взвод командиры итеп ебәрелә.
1941 йылда уҡсылар ротаһы командиры итеп тәғәйенләнә һәм Белорус ССР-ының хәрби өйрәнеүҙәренә ебәрелә. Эшелондан төшкәндә хәрби часть фашист бомбаһы аҫтына эләгә. Ә 25 июндә немецтар менән ҡул һуғышына инә; Елисеевтың ротаһы гитлер подразделениеһын ҡасырға мәжбүр итә. Дошман менән яңы хәрби алыштарҙан һуң ротаға сигенергә, өс тапҡыр ҡамауҙан сығырға тура килә. 29 июлдә Елисеев яралана. Ҡамауҙан сыҡҡандан һуң госпиталдә дауалана.
Федот Васильевич 1943 йылда «Атыу» пехотаһының команда составын камиллаштырыу буйынса Юғары атыу-тактика курстарын тамамлай. 1943 йылдың июленә гвардия капитаны Елисеев Федот Үҙәк фронттың 13-сө армияһы 70-се гвардия уҡсылар полкының 205-се гвардия уҡсылар дивизияһы батальоны менән командалыҡ итә[4].
1943 йылдың 6—10 июлендә немец танкы подразделениеларының бер нисә тиҫтә һөжүмен кире ҡағып, батальон Орел-Курск йүнәлешендә оборона тота. 1943 йылдың 20—21 сентябрендә Елисеев батальоны Украина ССР-ы Чернобыль районының Домантово ауылы районында Днепр аша сыға, уның уң яҡ ярында плацдармды баҫып ала һәм тота. Шул алыштарҙа батальон дошмандың 700 самаһы һалдатын һәм офицерын юҡ итә һәм ҙур трофейҙарын яулап ала.
СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 16 октябрендәге указы менән «батальон менән оҫта командалыҡ иткәне, командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткәне өсөн» гвардия капитаны Федот Елисеевҡа Ленин ордены һәм 1810 номеры менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырылып, Советтар Союзы Геройы тигән юғары исем бирелә.
Совет-япон һуғышында 52-се гвардия уҡсылар полкы командиры вазифаһында ҡатнаша. (Байкал аръяғы фронты).
1945 йылда М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияның тиҙләтелгән курсын тамамлай һәм Ҡытайға ебәрелә, унда СССР арендаһындағы иркен ҡытай порты статусына эйә булған Дальнийҙа дислоцирлашҡан 17-се пулемёт-артиллерия полкы менән командалыҡ итә[5].
1952 йыл—1963 йылдарҙа Ҡурған ҡалаһында хәрби комиссар була, 1963—1967 йылдарҙа ҡала комиссариаты бөтөрлгәндән һуң — Ҡурған ҡалаһының Октябрь районы хәрби комиссары була. 1967 йылда полковник званиеһында Елисеев запасҡа сыға. Ҡурғанды йәшәй[6] йәштәрҙе хәрби-патриотик тәрбиәләүҙә ҙур ижтимағи эш алып бара.
Елисеев Федот Васильевич 2004 йылдың 21 майында вафат була, Ҡурған ҡалаһының яңы Рябковский зыяратында үҙәк аллеяла ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Советтар Союзы Геройы, 16 октябрь 1943 йыл[7]
- Ленин ордены
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы № 1810
- Александр Невский ордены, 1 октябрь 1943 йыл[8]
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, 6 апрель 1985 йыл[9]
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, 22 май 1944 йыл[10]
- Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, 1943 йыл 4 август[11] һәм ?
- Миҙалдар, шул иҫәптән:
- «1941—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы, 10 октябрь 1945 йыл[12]
- «Ҡытай-СССР дуҫлығы» ике миҙалы, был миҙалдың беренсеһен Чжоу Эньлай тапшыра.
- Ҡурған өлкәһенең почетлы гражданы маҡтаулы исеме, 29 ғинуар 2003 йыл[13].
- Ҡурғандың почетлы гражданы маҡтаулы исеме, 1995 йыл.
Хәтер
үҙгәртергә- Ф. В. Елисеевҡа Ҡурған ҡалаһында М. Горький урамындағы 1979 йылдан 2004 йылға тиклем ул йәшәгән 127-се йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
- Советтар Союзы Геройы Ф. В. Елисеев исемендәге баҡсасыларҙың коммерция булмаған ширҡәте Ҡурған ҡалаһының Рябково районында урынлашҡан.
- Советтар Союзы Геройы Федот Елисеев иҫтәлегенә баскетбол буйынса турнир[14].
Ғаиләһе
үҙгәртергәЕлисеев Федот Васильевич өйләнгән, ике ул тәрбиәләгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Елисеев Федот Васильевич. газета «Ашкадарские зори» № 21-22 21.02.2015 2016 йыл 4 ноябрь архивланған.
- ↑ Лица Зауралья: Елисеев Федот Васильевич.
- ↑ Республиканский Музей Боевой Славы — Елисеев Федот Васильевич 2016 йыл 5 март архивланған.
- ↑ Елисеев Федот Васильевич . «Герои страны» сайты.
- ↑ Елисеев Федот Васильевич — Муниципальное образование город Курган.
- ↑ История последнего в городе Героя Советского Союза стала предметом судебных разбирательств.
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Постановлние Администрации (Правительства) Курганской области от 29.01.2003 № 21 "О присвоении почётного звания Курганской области "Почётный гражданин Курганской области "" 2016 йыл 4 ноябрь архивланған..
- ↑ Курганский государственный колледж: X турнир по баскетболу памяти героя Советского Союза Федота Васильевича Елисеева 2014 йыл 29 ноябрь архивланған..
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Золотые Звёзды курганцев. Челябинск, 1975.
- Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
- Славные сыны Башкирии. Книга 3. Уфа, 1968.
- Сыны Отчизны. Уфа, 1981.