Башҡорт теле

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт теле
(Башҡортса битенән йүнәлтелде)

Башҡорт теле (башҡорт теле  [bɑʂ'qʊ̞rt tɪ̞ˈlɪ̞]) — төрки тел, башҡорт халҡының теле. Алтай телдәренең төрки тармағы ҡыпсаҡ төркөмөнөң волга буйы-ҡыпсаҡ төркөмсәһенә ҡарай. Төп диалекттары: көнсығыш, төньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ.

Башҡорт теле
Башҡорт теле
башҡортса‎
Башҡурд теле
башҡорт теле[1]
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы башкирский, башкирська, башҡортса‎, бошқирдӣ, башкираг, башқұртша, bashkir, バシキール語, Başkurtça һәм 바시키르어
ХФА-лағы транскрицияһы bɑʂ'qʊ̞ɾt tɪ̞ˈlɪ̞
Дәүләт  Рәсәй[2]
 Эстония
 Украина[3]
 Ҡаҙағстан[4]
Барлыҡҡа килгән Башҡортостан Республикаhы, Силәбе өлкәһе, Ҡурған өлкәһе, Свердловск өлкәһе, Пермь крайы, Ырымбур өлкәһе, Һарытау өлкәһе, Һамар өлкәһе, Татарстан Республикаһы, Удмурт Республикаһы, Төмән өлкәһе һәм башҡорт
Тел төрҙәре SOV[d] һәм агглютинатив телдәр
Килештәр төп килеш[d], эйәлек килеш[d], төбәү килеш[d], төшөм килеш[d], урын-ваҡыт килеш[d] һәм сығанаҡ килеш[d]
Имеет время үткән заман[d], киләсәк заман[d] һәм хәҙерге заман[d]
Имеет грамматическую категорию лица первое лицо единственное число[d], второе лицо единственное число[d], третье лицо единственное число[d], первое лицо множественное число[d], второе лицо множественное число[d] һәм третье лицо множественное число[d]
Яҙыу Кирил алфавиты, Яңалиф һәм ғәрәп яҙыуы[d]
Использует заглавные буквы для яңғыҙлыҡ исем[d]
Телде көйләүсе Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (РФА Өфө фәнни үҙәге)
Телдә һөйләшеүселәр 1 200 000 кеше (2010)[5]
Телдең ЮНЕСКО статусы бирешеүсән[d]
Ethnologue каталогында тел статусы 2 Төбәк[d][5]
Ҡайҙа өйрәнелә Башҡорттарҙы өйрәнеү ғилеме
Рәсми сайт rihll.com
Тасуирлау биттәре turkic.elegantlexicon.com/…
Һештег bashkir
Төп көйләүсе текст Башҡорт теленең орфографияһы һәм пунктуация в башкирском языке[d]
Урынлашыу картаһы
Пиктограмма
Карта распространения
Wikimedia Incubator URL incubator.wikimedia.org/…
incubator.wikimedia.org/…
incubator.wikimedia.org/…
Викимедиа проекттарында тел коды ba
 Башҡорт теле Викимилектә

Башҡорт теле Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып тора[6]. Уның дәүләт теле булараҡ (урыҫ теле менән бер рәттән) юридик статусы тәү башлап Башревкомдың 1920 йылдың 24 мартындағы положениеһы менән билдәләнә[7]. Хәҙерге осорҙа был положение тәғлимәттәре Башҡортостан Республикаһы Конституцияһында нығытылған[8].

Башҡорт теле башланғыс һәм урта мәктәптә уҡыу-уҡытыу сараһы һәм өйрәнеү предметы булып тора, юғары уҡыу йорттарында гуманитар предметтарҙы уҡытыу сараһы итеп файҙаланыла һәм предмет булараҡ өйрәнелә. Башҡорт телендә уҡыу әсбаптары, нәфис һәм публицистик әҙәбиәт нәшер ителә, гәзит һәм журналдар сыға, телевидение һәм радио тапшырыуҙары алып барыла, театрҙар эшләй. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының гуманитар фәндәр бүлексәһе, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты телде ғилми өйрәнеү үҙәктәре булып тора.

Донъяла башҡорт телендә 1,2 млн кеше һөйләшә[9]. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә башҡорт телен 1 152 404 кеше белә, шул иҫәптә 977 484 башҡорт, 131 950 татар, 20 258 урыҫ, 6 276 сыуаш, 3 211 мари, 1 953 ҡаҙаҡ, 1 630 удмурт, 1 279 үзбәк һәм 8 363 башҡа милләт вәкилдәре бар[10].

Башҡорт телен белгәндәр Башҡортостанда, Силәбе, Ырымбур, Төмән, Свердловск, Ҡурған, Һамар, Һарытау өлкәләрендә, Пермь крайында, Татарстанда, Удмурт Республикаһында күпләп йәшәй[11].

Башҡорт теле 2009 йылда, ЮНЕСКО тарафынан сығарылған «Донъяның хәүеф аҫтында булған телдәре атласы»на индерелеп, «көсһөҙ» статусы алғайны — «балаларҙың күпселеге үҙ телендә һөйләшә, әммә уны ҡулланыу даирәһе сикләнеүе ихтимал (мәҫәлән, бары тик көнкүрештә генә)»[12].

 
Боронғо төрки рун яҙмаһының хәрефтәре.

Телдең барлыҡҡа килеү тарихы

үҙгәртергә

Башҡорт теленең тарихы дүрт дәүергә бүленә:

  • Урал-Алтай (боронғо ҡатлам, агглютинативлыҡ һәм алтай телдәренә хас башҡа һыҙаттар формалаша[13])
  • дөйөм төрки (төп һүҙ фонды, төп фонетик һәм бөтә төрки телдәр өсөн уртаҡ булған башҡа үҙенсәлектәр хасил була)
  • ҡыпсаҡ (ҡыпсаҡ төрки телдәренә хас фонетик, лексик һәм башҡа үҙенсәлектәр барлыҡҡа килә)
  • башҡорт теле үҙе[14].

Башҡорт теле ҡыпсаҡ төркөмөнә ҡараһа ла, уның болғар (сыуаш теле диалекттары), уғыҙ (төрөкмән теле, төрөк теленең диалекттары) һәм себер (алтай, тыва, хакас, яҡут, боронғо төрки ҡомартҡылары теле) телдәренә хас үҙенсәлектәре бар. Башҡорт теленең апеллятив лексикаһында ротацизмлы һәм ламбдацизмлы һүҙҙәрҙән ҙур ҡатлам булыуы башҡорт теленең формалашыуында болғар компонентының әһәмиәте тураһындағы гипотезаның нигеҙенә ятты[15]. А. В. Дыбоға ярашлы, башҡорт теле бер нисә тапҡыр ҡыпсаҡлаштырыуға дусар булған уғыҙ телдәренә инә[14].

Башҡорт теленең ҡайһы бер үҙенсәлекле айырмалыҡтары иран, фин-уғыр, монгол, тунгус-манжур һәм славян телдәре менән үҙ-ара тәьҫир итешеү һөҙөмтәһе булып тора. Башҡорттар ислам динен ҡабул иткәндән һуң башҡорт теле башҡа телдәрҙең һиҙелерлек йоғонтоһо аҫтына эләгә: ғәрәп һәм фарсы һүҙҙәренең күпләп инеүе телдең лексик һәм фонетик структураһын үҙгәртә. ХХ быуатта башҡорт-урыҫ ике теллелеге киңәйеү сәбәпле, телдең фонетикаһына яңы үҙгәрештәр инә[15].

1918 йылдың ғинуарында Башҡорт Хөкүмәте автономиялы идаралыҡ тураһындағы положение проектының айырым параграфында эске автономиялы идаралыҡта һәм судта башҡорт теле рәсми тел булыуын билдәләй[16]. 1920 йылдың 24 мартында Башревком Башҡорт АССР-ы территорияһында башҡорт теленең дәүләт статусы тураһындағы положениены хуплай. Был ҡарар нигеҙендә Ревком пленумы 1920 йылдың 28 мартында республика биләмәһендә башҡорт һәм урыҫ телдәрен дәүләт телдәре итеп иғлан итә[17].

1921 йылдың 27 июнендә РКП (б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты ҡабул иткән резолюцияла башҡорт телен дәүләт теле тип таныу һәм бөтә уҡыу һәм хәрби-уҡыу йорттарына башҡорт телен мотлаҡ уҡытыуҙы индереү тураһында әйтелә. 1921 йылдың 1-4 июлендә Советтарҙың II Бөтөн башҡорт съезы була, ул башҡорт теленең республика территорияһында тулы хоҡуҡлы дәүләт теле булыуы тураһында иғлан итә. БашҮБК ҡарарына ярашлы, бөтә хөкүмәт декреттары һәм бойороҡтары ике дәүләт телендә (башҡорт һәм урыҫ) сығарылырға тейеш була[18].

Башҡорт АССР-ының 1925 йылғы Конституцияһына ярашлы, «Башҡорт АССР-ында башҡорт һәм урыҫ телдәре рәсми тел булып тора»[19].

Әҙәби тел барлыҡҡа килеү тарихы

үҙгәртергә
 
Ғәрәп яҙмаһында төҙөлгән юрматы ырыуы шәжәрәһенең бер бите.

Башҡорт әҙәби теле — башҡорт теленең бер төрө, уның үҙенең барлыҡҡа килеү тарихы бар һәм ул үҫештән туҡтамай, айырым билдәләргә (яҙмала нығытылғанлыҡ, тотороҡлолоҡ, эшкәртелгәнлек, диалекттарҙан өҫтөн торғанлыҡ, универсаллек, үҙ-ара бәйләнгән стиль тармаҡтарына эйәлек, нормалаштырылғанлыҡ һ.б.) эйә булған күп һанлы һәм күп төрлө текстарҙа кәүҙәләнә. Ул йәмғиәт тормошоноң төрлө өлкәләрендә телдән һәм яҙма аралашыу сараһы булып тора[20].

Борондан башҡорттар әҙәби төрки теленең төбәк варианты — Урал-Волга буйы төрки теле менән файҙаланған[21][22]. XVI—XVIII быуаттарҙа Урал-Волга буйы төрки телендә ҡыпсаҡ элементтары һәм русизмдар арта, ә XIX быуатта әҙәби телгә башҡорттарҙың һөйләш теле көслө йоғонто яһай. XX быуат башында стандартлаштырылған тәбиғәтле һәм диалекттарҙан өҫтөн торған хәҙерге әҙәби башҡорт теле формалаша[23]. Хәҙерге әҙәби тел нигеҙҙә башҡорт теленең көньяҡ диалектының фонетик үҙенсәлектәрен сағылдыра, ләкин көнсығыш диалекттың төп лексикаһы менән ҡайһы бер үҙенсәлекле һыҙаттарын да үҙләштергән.

Хәҙерге башҡорт әҙәби теле XX быуат башында Урал-Волга буйы төрки теленең боронғо яҙма традициялары менән халыҡсан һөйләш теле һәм фольклор теле ҡатнашмаһы нигеҙендә хасил була[20].

1921 йылдың 9 апрелендә башҡорт әҙәби теленең нигеҙе итеп ҡыуаҡан диалекты раҫлана, был һайлау һөйләштең татар теленән мөмкин тиклем алыҫ булырға тейешлегенә нигеҙләнә[24]. 1921 йылдың декабрендә яңы алфавит буйынса I Бөтөн башҡорт конференцияһында әҙәби телдең ниндәй диалектҡа нигеҙләнергә тейешлеге тураһындағы мәсьәлә ҡарала, башҡорт теленең нормаһы итеп ҡыуаҡан диалектын таныу кәрәклеге хаҡында доклад тыңлана[25].

1922 йылда алфавит һәм башҡорт әҙәби теленең орфографияһын төҙөү буйынса махсус комиссия ойошторола, уның составына төрлө ваҡытта С. Уфалы, Ш. Хоҙайбирҙин, Г. Шонаси, С. Рәмиев, Х. Кәримов, Ш. Манатов, Д. Юлтый инә. 1923 йылдың 18 февралендә БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советы декретына ярашлы Башҡорт телен ғәмәлләштереү буйынса үҙәк комиссия ойошторола, ул әҙәби телде булдырыу мәсьәләһе менән дә шөғөлләнә, Ш. Ә. Хоҙайбирҙин уның етәксеһе була. Ш. Ә. Хоҙайбирҙин үҙе әҙәби норма итеп юрматы диалектын таныу яҡлы була[26].

1923 йылдың 27 февралендә БАССР ХКС-ы (СНК) "Улус һәм ауыл күләмендәге дәүләт һәм хосуси-хоҡуҡ учреждениеларында башҡорт телен индереү буйынса инструкция"ны раҫлай. 1923 йылдың декабрендә ғәрәп графикаһындағы яңы башҡорт яҙмаһы ҡабул ителә. 1924 йылда Яңы башҡорт алфавитының башҡорт үҙәк комитеты ойошторола[27].

1923 йылдың 17 декабрендә Башҡорт АССР-ы ХКС-ы (СНК) эргәһендәге Ш. Х. Сөнчәләй етәкселегендәге Академик үҙәк башҡорт әҙәби теленә нигеҙ итеп ҡыуаҡан һөйләшен алыу тураһында ҡарар ҡабул итә[28]. Ләкин 1924 йылдың 20 февралендә Башҡортостан Мәғариф халыҡ комиссариаты «Башҡорттарҙың әҙәби теле тураһында» ҡарар сығара, уға ярашлы, «Башҡортостандың бөтә төрки халҡына аңлайышлы булырлыҡ итеп» эшкәртеү маҡсаты менән «терәк диалект итеп юрматы диалекты һайлана». Был ҡарарға ҡаршылыҡ күрһәтеү ниәтенән ҡайһы бер гәзиттәр тик ҡыуаҡан диалектында нәшер ителә башлай. Был осорҙа бер улустарҙа һәм кантондарҙа тик ҡыуаҡан һөйләшен, икенселәрендә юрматы һөйләшен генә ҡулланалар. Һөҙөмтәлә башҡорт әҙәби телен ике диалект — ҡыуаҡан һәм юрматы диалекттары нигеҙендә сығарырға хәл итәләр[29].

1924 йылдың 2 мартында Башҡортостан Мәғариф халыҡ комиссариатының Академик үҙәге эргәһендәге комиссия ултырышында ҡыуаҡан диалектынан әҙәби телгә дүрт варианттағы -ҙaр/-ҙәр, -тар/-тэр, -дар/-дәр, -лар/-ләр күплек ялғауҙарын, ә юрматы диалектынан -лык/-лек, -ла/-лә һ.б. һүҙ яһау аффикстарын индерергә хәл ителә. Ошо ҡарар сыҡҡандан һуң әҙәби телгә был диалекттарҙың икеһенән дә һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр алына башлай. Ҡайһы бер осраҡтарҙа буталсыҡлыҡҡа юл ҡуймау мөмкинлеге асыла, мәҫәлән, аттар (ат+тар) һәм аттар (ул атлар) тигәндә аңлашылмаусанлыҡтан ҡотолоу өсөн беренсеһен аттар, икенсеһен атлар тип алырға хәл ителә[23]. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары, уларҙың теле әҙәби телдән башҡа диалекттарға ҡарағанда нығыраҡ айырылғанлыҡтан, татар телен файҙаланыуҙы өҫтөн күрә[30].

1930—1950 йылдарҙа әҙәби тел йылдам үҫә һәм уның төп функциональ стилдәре нығына, 1950-се йылдарҙан хәҙерге башҡорт әҙәби теленең нормативтары тотороҡланыуы билдәләнә[20].

Өйрәнеү тарихы

үҙгәртергә
 
Латин алфавитында яҙылған башҡорт китабы, 1934 йыл.

Х быуат башында Ибн Фаҙлан башҡорттарҙы төрки телле халыҡтар иҫәбенә индерә[31]. Мәхмүт әл-Ҡашғари «Диуану лөғәт әт-төрк» тигән энциклопедик хеҙмәтендә (1073/1074 гг.) «төрки телдәрҙең үҙенсәлектәре тураһында» рубрикаһында башҡорттарҙы егерме «төп» төрки халыҡ иҫәбенә индерә. «Ә башҡорттарҙың теле, — тип яҙа ул, — ҡыпсаҡ, уғыҙ, ҡырғыҙ һәм башҡаларға бик яҡын, йәғни төрки»[32][33].

Швед тикшеренеүсеһе Ф. И. Страленберг үҙенең 1730 йылда немец телендә Стокгольмда сыҡҡан «Ярымтөн-көнсығыш Европа һәм Азияның тарихи һәм географик тауисирламаһы» китабында 32 телдән алынған мәғлүмәт менән бер рәттән башҡорт теленән миҫалдар килтерә һәм башҡорт, ҡырым, ҡырғыҙ, үзбәк һәм төркмән татарҙары телдәре берҙәм диалект тәшкил итә тип билдәләп үтә. Башҡорт теле буйынса мәғлүмәттәрҙе шулай уҡ И. Г. Георги, И. И. Лепёхин һәм П. И. Рычков яҙып ҡалдыралар[34].

Миндийәр Биксуриндың «Һүҙҙәрҙең башҡорт теленә тәржемәһе» тигән ҡулъяҙмаһы башҡорт теленең тәүге һүҙлеге тип һанала, ул 1781 йылда төҙөлгән[35]. М. Биксурин, Д. Н. Соколов һәм П. Учадамцев менән төҙөлгән бер нисә ҡулъяҙма һүҙлек П. С. Палластың «Батша ярҙамсыһы тарафынан йыйылған бөтә телдәр һәм һөйләштәрҙең сағыштырма һүҙлектәре» (рус. «Сравнительные словари всех языков и наречий, собранные десницей Всевысочайшей особы императрицы Екатерины II»; Санкт-Петербург, 1787—1789) китабына ингән[34].

1842 йылда М. И. Ивановтың «Татарская грамматика»һы һәм «Татарская хрестоматия» әҙәби йыйынтығы (һүҙлекһеҙ) донъя күрә. Иванов йәнле һөйләш телен әҙәби китап теленән айырып ҡарай, мәҫәлән, уның хрестоматияһы ике өлөштән тора: беренсе өлөшөндә — татарҙарҙың, башҡорттарҙың һәм ҡаҙаҡтарҙың йәнле һөйләш өлгөләре; икенсе өлөшө китап теле өлгөләренән тора[36].

1859 һәм 1869 йылдарҙа М. М. Биксуриндың «Начальное руководство к изучению арабского, персидского и татарского языков с наречиями бухарцев, башкир, киргизов ..» тигән хеҙмәте баҫылып сыға. Ҡулланмала ғәрәп, фарсы һәм татар телдәрендәге яҙмаларҙы уҡыуҙың төп ҡағиҙәләре бирелә. Татар (йәғни төрки[36]) теленә Мирсәлих Биксурин, М. Иванов һәм С. Күкләшев кеүек үк, ырымбур татар, башҡорт һәм ҡаҙаҡ «һөйләштәрен» индерә һәм уҡыр өсөн уларҙан миҫалдар килтерә. Башҡорт өлгөһө итеп «Батыр бадшаның хикәйәте» бирелә, ул тәү башлап ғәрәп графикаһында М. И. Ивановтың хрестоматияһында донъя күрә.

1859 йылда С. Б. Күкләшевтең «Диван-и хикәйәт-и татар» тигән китабы баҫыла. Баш һүҙендә автор былай тип яҙа: «Төрөк һәм татар ҡәбиләләре һөйләшкән һәм яҙған бөтә телдәр „төрки, төрки тел“ тигән дөйөм атама аҫтында билдәле». «Төрки тел», С. Күкләшев буйынса, өс айырым төркөмдән — төрөк, сығатай һәм татар төркөмдәренән тора. Күкләшев һуңғыһына татар, ҡаҙаҡ (ҡырғыҙ), башҡорт, нуғай, ҡумыҡ, ҡарасай (ҡорағай), ҡарағалпаҡ һәм мишәр һөйләштәрен индерә.

1892 йылда башҡорттар өсөн урыҫ алфавиты нигеҙендә беренсе әлифба нәшер ителә, артабан ул 1898 һәм 1908 йылдарҙа ҡабат баҫыла. XIX—XX быуаттар сигендә шулай уҡ В. В. КатаринскийҙыңБукварь для башкиръ», 1892; «Краткий русско-башкирский словарь», 1893; «Башкирско-русский словарь», 1899), А. Г. Бессоновтың («Букварь для башкир», 1907), Н. Ф. Катановтың («Азбука для башкирского языка»), М. А. Ҡулаевтың «Өн әйтелеше нигеҙҙәре һәм башҡорттар өсөн әлифба» («Основы звукоподражания и азбука для башкир», 1912) һәм башҡа хеҙмәттәр баҫылып сыға[36].

Башҡортостан Республикаһында әлеге ваҡытта башҡорт теленең күп томлы академик аңлатмалы һүҙлеге төҙөлә. 2012 йылға 2 томы сыҡты. Бөтәһе 11 том нәшер итеү ҡарала. Был һүҙлек башҡорт лексикографияһында беренсе аңлатмалы-тәржемәле һүҙлек булып тора.

Башҡорт ҡәбиләләре әүәлге замандарҙа боронғо төрки рун яҙмаһын ҡулланған. Ислам ҡабул иткәндән һуң (X быуатта башланып, бер нисә быуат дауам итә) башҡорттар ғәрәп яҙмаһын ҡуллана. Был яҙма нигеҙендә төрки тигән яҙма-әҙәби тел һәм уның урал-волга буйы төрки теле (иҫке төрки) тигән төбәк варианты хасил була, уны XIII быуаттан XX быуатҡа тиклем ҡулланалар[21][37][38].

XIX быуат уртаһынан алып милли башҡорт яҙмаһы формалаша, уның әүҙем дәүере 1917—1923 йылдарға тура килә. 1923 йылда ғәрәп яҙмаһы нигеҙендә барлыҡҡа килгән алфавит раҫлана. 1929 йылда латиницалағы башҡорт алфавиты (яңалиф) барлыҡҡа килә. 1940 йылда кириллица нигеҙендәге алфавит индерелә. Башҡорт теленең хәҙерге заман алфавиты 42 хәрефтән тора. Урыҫ теле менән уртаҡ 33 хәрефтән башҡа башҡорт телендә булған өндәрҙе билдәләү өсөн йәнә 9 махсус хәреф ҡабул ителгән.

Башҡорт алфавиты

А а Б б В в Г г Ғ ғ Д д Ҙ ҙ Е е
Ё ё Ж ж З з И и Й й К к Ҡ ҡ Л л
М м Н н Ң ң О о Ө ө П п Р р С с
Ҫ ҫ Т т У у Ү ү Ф ф Х х Һ һ Ц ц
Ч ч Ш ш Щ щ Ъ ъ Ы ы Ь ь Э э Ә ә
Ю ю Я я

Алфавит кириллицала нигеҙләнгән, 9 өҫтәмә символ махсус өндәрҙе белдерә: тел арты шартлаулы Ғғ [ʁ], Ҡҡ [q], теш араһы ышҡыулы Ҙҙ [ð], Ҫҫ [θ], аңҡау танау Ңң [ŋ], фарингаль Һһ [h]; алғы рәт нәҙек һуҙынҡылары: асыҡ Әә [æ], иренләшкән Өө [ʏ], Үү [ɵ].

Хәҙерге заман башҡорт яҙмаһы фонетиклашҡан һәм эҙмә-эҙлекле рәүештә ирен (о/ө) һәм рәт гармонияһын сағылдыра.

Грамматика

үҙгәртергә

Башҡорт теле агглютинатив телдәргә инә. Һүҙьяһалыш аффикстар ярҙамында ғәмәлгә ашырыла: балыҡ — балыҡсы — балыҡсылыҡ.

Күплек һуҙынҡыларға тамамланған нигеҙҙәргә — -лар/-ләр: балалар, кешеләр; һаңғырау тартынҡыларҙан һуң — -тар/-тәр: бармаҡтар, әкиәттәр; яңғырау тартынҡыларҙан һуң — -дар/-дәр: илдәр, көндәр, йылдар; -и, -й, -у, -ү, -р, -ҙ-ға тамамланған нигеҙҙәргә -ҙар/-ҙәр: ерҙәр, тауҙар, ҡыҙҙар, һарайҙар, күнегеүҙәр, сөнниҙәр ҡушып яһала.

Башҡорт телендә енес категорияһы грамматик ысул менән билдәләнмәй, предлогтар һәм приставкалар юҡ. Оҡшаш мәғәнәле конструкциялар шулай уҡ аффикстар ярҙамында яһала: урамда, далала, ҡаланан, ярға.

Башҡорт теле лексикаһы ярайһы уҡ консерватив. Сағыштырма тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, хәҙерге башҡорт теле б.э.т. VI—VIII бб. боронғо төрки рун ҡомартҡылары лексикаһының 95 %-ҡаса өлөшөн һаҡлай[39].

Айырыуса татар теле яҡын, ул фонетик һәм грамматик, бер аҙ лексик үҙенсәлектәр менән айырыла[40].

Фонетика

үҙгәртергә

Башҡорт теленең үҙ һүҙҙәрендә 33 өн ҡулланыла. Шуларҙың 9-ы — һуҙынҡы,24-е тартынҡы өн.

Һуҙынҡылар

үҙгәртергә

Һуҙынҡы өндәр тик тауыш ярҙамында яһала, шунлыҡтан уларҙы тауыш өндәре тип йөрөтәләр. Башҡорт телендә 9 һуҙынҡы өн бар: а, о, у, ы, э, э (е), ә, ү, и. Һуҙынҡы өндәрҙе әйткәндә, үпкәнән өрөлгән һауа ҡаршылыҡһыҙ иркен сыға, тауышты теләгәнсә һуҙып була. Тамыр морфемаларҙа һуҙынҡыларҙың бөтәһе лә осрай, ә аффикстарҙа [и], [у], [ү] ҡулланылмай.

Һуҙынҡылар составы:

Алғы рәт Урта рәт Артҡы рәт
Юғары күтәрелеш ү, и (и) у
Урта күтәрелеш ө, е, өү, еү о, ы, оу, ыу
Түбән күтәрелеш ә, әү а, ау

Һуҙынҡылар парҙарға рәт буйынса бүленә. и (<*e) һуҙынҡыһы төп башҡорт һүҙҙәрендә алғы рәткә инә (ил, ир), ғәрәп-фарсы һүҙҙәрендә ҡатнаш рәткә һәм артҡы тартынҡылар менән йәнәш торғанда (китап, ҡитға) урта рәткә ҡарай. Рәт гармонияһы, төп нөсхәлә башҡаса яңғырауына ҡарамаҫтан, ғәрәп теленән ингән һүҙҙәргә лә ҡағыла: донъя, талап. ыу, еү дифтонгылары асыҡ ижектәрҙәге *u һәм *ü өндәренән баш алған: һыу, өрөү.

Башҡорт теленә өндәрҙең лабиализацияһы һәм делабиализацияһы хас, ул ирендәрҙең ҡатнашыуы (лабиализация) һәм ҡатнашмауынан (делабиализация) ғибәрәт. Иренләшкән һуҙынҡылар — [о], [ө], [у], [ү], иренләшмәгәндәр — [а], [ы], [ә], [э], [и]. [а], [ә] һуҙынҡыларының лабиализацияһы ирен гармонияһына бәйләнгән һәм әйтелеш ҡанундарына ярашлы 1-се ижектәге [о], [ө] өндәренең 2-се ижеккә йоғонто яһауы менән билдәләнә, мәҫәлән: «ҡорал» ҡ[о]р[оа]л, «һөнәр» һ[ө]н[өә]р һ.б. Делабиализация башҡа телдәрҙән ингән һүҙҙәрҙәге иренләшмәгән һуҙынҡыларҙан килә, мәҫ.: «ведро» в[и]др[о] — «биҙрә» биҙр[ә], «солома» с[а]л[о]ма — «салам» һал[а]м, «комедия» к[а]м[э] дия — к[ә]мит һ.б; шулай уҡ диалект һүҙҙәрҙә: «мөхәббәт» м[ө]х[ә]бб[ә]т — диалект «мәхәббәт» м[ә]хәббәт, «суфый» с[у]ф[ы]й — «һыпы» һ[ы]пы һ.б.

Тартынҡылар

үҙгәртергә

Тартынҡы өндәр яһалышында телмәр ағзаларының һәммәһе лә ҡатнаша. Телмәр ағзаларының төрлөсә хәрәкәте һөҙөмтәһендә төрлө тартынҡы өндәр хасил була. Әйтәйек, б, п өндәре ирендәр ярҙамында яһала. Әгәр тауыш ҡатнашһа, б өнө барлыҡҡа килә, тауыш ҡатнашмаһа, п өнө яһала. Тауыш ҡатнашһа — ж, ҡатнашмаһа — ш өнө.

Башҡорт теленең диалекттары

үҙгәртергә
 
1897 йылғы йәниҫәп алыу мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй империяһы территорияһында башҡорт теленең географик таралыуы.

Көнсығыш (тау, ҡыуаҡан) диалекты

үҙгәртергә

һөйләштәре: арғаяш, асыуҙы, ҡыҙыл, мейәс, һалйот, әй

Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш һәм өлөшләтә көньяҡ-көнсығыш райондарында һәм Силәбе, Ҡурған өлкәләренең ҡайһы бер төбәктәрендә ҡулланыла. Ҙур тотороҡлолоҡ, лексик һәм фонетик төрлөлөк хас; айырым һөйләштәр (арғаяш, һалйот) оҙаҡ ваҡыт буйы айырымлыҡта һәм телдең башҡа диалекттары, һөйләштәре менән сикләнгән аралашыу шарттарында үҫешәләр.

Көнсығыш диалект телдең боронғо ҡатламына хас һыҙаттарҙы, мәҫ., боронғо төрки ротацизмын, ҡылым үҙгәрештәре артефакттарын һаҡлай: арғаяш һ. бараты[36] (әҙәби телдә:бара); барыу, тороу, ултырыу, ятыу ярҙамсы һүҙҙәре менән континуатив: мейәс һ. китеп утырам (хәҙ. заман континуативы), йоҡтап ята; күплектә -ң ялғаулы бойороҡ һөйкәлеше: һалйот. барың (әҙәби телдә: барығыҙ) и т. д.

Түбәндәге фонетик билдәләр хас:

  • тартынҡылар ассимиляцияһы, ул аффикстарға ҡағыла: аттар «кони», илдәр «страны», ҡырҙар «поля»;
  • сифат һәм исем һүҙъяһалыш үҙенсәлектәре: ҡарттыҡ «ҡартлыҡ», дандыҡ «данлыҡ»; йелде «елле», атты «атлы», жәйәүҙе «йәйәүле»;
  • ҡылым ялғауҙары үҙенсәлектәре: hөйҙәү «һөйләү», эштәү «эшләү», йырҙау «йырлау», йоҡтау «йоҡлау», туҡрау (туҡтау менән бергә) «туҡтау»;
  • һүҙ һәм ижек башында «й» урынына «ж»: жыйыу «йыйыу», жәй «йәй», мәржен «мәрйен»;
  • о/ө һыҙатында гармония булмауы (тулы булмаған гармония): бойыҡ «бойоҡ», "бөйек «бөйөк»;
  • дөйөм төрки *s и *z өндәре менән бәйле үҙенсәлектәр: мейәс һ. юр/ҙур («ҙур»), арғаяш һ. быhау «быҙау», мейәс һ. ҫаhыҡ «һаҫыҡ»;
  • тамырҙа тартынҡыларҙың рудимент һаңғыраулашыуы: сипеш «себеш», түпә «түбә».

Төньяҡ-көнбайыш (көнбайыш) диалект

үҙгәртергә

һөйләштәр: ғәйнә, түбәнге ағиҙел-ыҡ, ҡариҙел, танып, урта урал

Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнбайыш райондарында, Татарстандың, Пермь крайының һәм Удмуртияның айырым райондарында таралған[41][42].

Билдәләре:

  • «с» урынына «с» йә «ч» өнө: сибәр, чибәр (әйтелеше щибәр) «красивый» ;
  • «й», «җ»: йауын, җауын «дождь»;
  • күплек ялғауы -лар, -нар: атлар «аттар», болоннар «болондар»;
  • төп лексемаларҙа -s- һаҡланыу (һәм, ошоноң эҙемтәһе булараҡ, «h» булмау): «сүрәү» («һөйрәү»), «сүләү» («һөйләү»);
  • дөйөм төркиҙәге *z урынына «з», «ҙ» йәнәш ҡулланыу (йышыраҡ «ҙ»): ҡызыл, ҡыҙыл «ҡыҙыл», зур, ҙур «ҙур»; диалекттың ҡайһы бер һөйләштәрендә — «з» урынына «ҙ», ҡайһыларында — «ҙ» урынына «з» һәм «д».[41]
  • вокализм (һуҙынҡылар) һәм грамматика өлкәһендә татар телендәге -ый урынына башҡорт телендәге ай//әй ҡулланыла (җиңгәй — жинги, алмай — алмый, сүләмәй — сөйләми). Татарсалағы "кибән, ким" урынына башҡорт телендәге "кәбән, кәм" формалары ҡулланыла; кирәк//кәрәк йәнәш ҡулланыла;[42]
  • тартынҡылар өлкәһендә — ҡайһы бер һөйләштәрҙә яңғырауыҡлы /ҙ/ (мәҫәлән, Ҡариҙел районында). Яңауыл районында ла осрай (завут, ҡаҙ);[42]
  • теш араһынан әйтелеүсе /ҙ/ һәм /ҫ/ урынына /з/ һәм /с/: беҙ — без, һеҙ — сез, ҡаҙыу — казу, ҙур — зур, еҫле — исле, иҫ — ис, иҫке — иске, иҫәр — исәр һ.б.;[42]
  • /ҙ/ өнө /д/ менән алмашына: әҙәп — әдәп, әҙәпле — әдәпле;[42]
  • /с/ өнө /ч/ менән алмашына: әтәс — әтәч, сана — чана, ҡайсы — качы;[42]
  • /һ/ өнө /с/ менән алмашына: һоло — соло, һәнәк — сәнәк һ.б.[42]

Диалекттың сиктәш торошо һәм аҙ өйрәнелгәнлеге төркиәт берләшмәһендә, айырыуса башҡорт һәм татар тикшеренеүселәре араһында, фекер айырымлыҡтарына килтерә. Диалектты артабан өйрәнеү хәҙерге лексика һәм лингвистик мәғлүмәттең иң консерватив сығанағы булараҡ топонимия мәғлүмәттәре буйынса башҡорт-татар изоглоссалары картаһын төҙөү йүнәлешендә перспективаға эйә. Тикшеренеүҙәр тәҡдим ителә: топонимдарҙағы Үрге/Юғары лексемалары (мәҫәлән, Үрге Йәркәй), муйыл/шомырт, ҡарағай/нарат, үҙән/йылға, был парҙарҙарғы беренсе элемент — башҡорт лексемаһы, икенсеһе — татарса йә нейтраль; республиканың төньяҡ-көнбайышында 20 быуатҡа тиклем төрки телдә яҙылған ҡулъяҙмаларҙағы үҙенсәлекле башҡорт һәм татар лексемаларының йоғонтоһо.

Көньяҡ (юрматы) диалекты

үҙгәртергә

һөйләштәре: эйек-һаҡмар, урта, дим

Башҡортостандың үҙәк һәм көньяҡ райондарында, Ырымбур, Һарытау һәм Һамар өлкәләрендә таралған.

Айырмалы билдәләре:

  • күплек ялғауы -лар, -нар: атлар «аттар», болоннар «болондар»;
  • -лыҡ, -ныҡ, -ле, -ны, -лау, -нау һүҙъяһалыш ялғауҙары (көнсығыш һәм төньяҡ-көнбайыш диалекттарҙа һәм татар телендә: -лы): ҡартлыҡ «старость», йелле «замечательный», йәйәүле «пеший»;
  • анлаутта нигеҙҙә «й» ҡулланыла: йыйыу, йәй;
  • ирен гармонияһының күҙәтелеүе: бөйөк, бойоҡ.

Китап нәшер итеү

үҙгәртергә

Башҡорт телендә китаптар баҫыусы иң ҙур нәшриәт — «Китап» нәшриәте (совет осоронда — «Башҡортостан китап нәшриәте»). Башҡорт телендә йыл һайын йөҙҙәрсә исемдәге нәфис, фәнни-популяр, тыуған яҡты өйрәнеү, белешмәлек баҫмалары, дәреслектәр баҫыла.

2008 йылда нәшерләнгән баҫмалар һаны буйынса башҡорт теле Рәсәйҙә урыҫ, инглиз һәм татар телдәренән ҡала дүртенсе урында булды[43].

2010 йылда башҡорт телендә 812 мең дана дөйөм тираж менән 154 исемдәге китап баҫылып сыҡты[44].

Башҡорт телендәге энциклопедик һәм белешмә баҫмалар «Башҡорт энциклопедияһы» нәшриәтендә лә сығарыла.

2011 йылда башҡорт телендә 963 мең дана йыллыҡ дөйөм тираж менән ун журнал, 21,7 млн дана йыллыҡ дөйөм тираж менән 69 гәзит (район гәзиттәрен дә индереп) нәшер ителә[45].

Ҡулланылышы

үҙгәртергә

Рәсми статусы

үҙгәртергә

Башҡортостанда башҡорт теленең рәсми статусы республика Конституцияһында нығытылған, ләкин 1999 йылда ғына телдәр тураһында республика законы ҡабул ителә[46]. 2000 йылдан төбәк дәүләт учреждениеларының алтаҡталарын башҡорт телендә яҙып элеү башлана[46].

Мәғарифта

үҙгәртергә

1993 йылда БР Мәғариф министрлығының башҡорт телен мотлаҡ уҡытыу тураһында бойороғо сыға: башҡорт һәм урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен аҙнаһына 1 — 8 сәғәт, ә татар мәктәптәрендә 1 — 2 сәғәт уҡытыу күҙҙә тотола[46]. Бойороҡ ҡаршылыҡтарға осрай һәм факультатив рәүештә генә ҡулланыла башлай[46]. 1990-сы йылдарҙа башҡорт телен файҙаланыу ҡырҡа киңәйә: 1996/1997 уҡыу йылында Башҡортостандағы 878 мәктәптә уҡытыу башҡорт телендә алып барыла, ә урыҫ телендә уҡытылған 512 мәктәптә башҡорт кластары асыла[46]. 1993—1997 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында тәрбиә эше башҡорт телендә алып барылған йә башҡорт теленә өйрәтелгән мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары һаны артып, 404-тән 478-гә етә[46]. 2006/07 уҡыу йылында республиканың бөтә мәктәптәрендә лә аҙнаһына 3 сәғәт башҡорт телен мәжбүри уҡытыу индерелә[46]. Һуңғараҡ Берҙәм республика имтиханы (БРИ) формаһында башҡорт теле буйынса факультатив йомғаҡлау имтиханы индерелә: 2008 йылда 415 кеше БРИ тапшырһа, 2012 йылда — 180. 2010 йылдан федераль стандарттар үҙгәреү һөҙөмтәһендә I, II, X һәм XI кластарҙа башҡорт телен мәжбүри уҡытыу сәғәттәре бөтөрөлә[46].

Башҡа өлкәләрҙә

үҙгәртергә
  • Интернет селтәрендәге тәүге башҡортса-урыҫса һәм урыҫса-башҡортса онлайн-һүҙлек 2006 йылда барлыҡҡа килә[47].
  • 2015 йылдың 22 сентябрендә «Яндекс. Тәржемәсе» башҡорт телен тәржемәләй башлай[48].
  • 2021 йылдың 9 ноябрендә Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды "Bashkortsoft" яңы машина тәржемәсе сервисы проектын башлап ебәрә. Башҡорт-рус һәм урыҫ-башҡорт машина тәржемәсеһе https://bashkortsoft.ru/ 2022 йыл 2 апрель архивланған. веб-сервиста тәҡдим ителә[49].
  • 2021 йылдың 11 октябрендә «Microsoft Translator» башҡорт телендә тәржемә итә башлай[50].
  • 2022 йылдың 7 июлендә «Meta» 200 телгә тәржемә итеүсе машина тәржемәһе моделен эшләп сығара. Тәҡдим ителгән модель 200-ҙән ашыу телде, шул иҫәптән башҡорт телен үҙ эсенә ала[51].
  • Шулай уҡ интернет селтәрендә Glosbe һүҙлеге сервисында башҡорт теле эшләй.

Башҡорт теле менән бәйле саралар

үҙгәртергә
  • Шахов С. Ученый «нарисовал» карту башкирского языка. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 28 февраль[52].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. https://github.com/unicode-org/cldr/blob/main/common/main/ba.xml
  2. ScriptSource - Russian Federation
  3. ScriptSource - Ukraine
  4. ScriptSource - Kazakhstan
  5. 5,0 5,1 Ethnologue (ингл.) — 25, 19 — Dallas, Texas: SIL International, 1951. — ISSN 1946-9675
  6. Закон Республики Башкортостан «О языках народов Республики Башкортостан», 1999
  7. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 342. — 468 с. — ISBN 978-5-7501-1199-2.
  8. Конституция Республики Башкортостан. ч.4 статья 1
  9. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; bl төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  10. Владение языками населением наиболее многочисленных национальностей 2020 йыл 13 июнь архивланған.
  11. Владение языками населением наиболее многочисленных национальностей по субъектам Российской Федерации 2020 йыл 9 май архивланған.
  12. UNESCO Interactive Atlas of the World’s Languages in Danger (инг.)
  13. Дыбо А. В., Хисамитдинова Ф. Г. Башкирский язык в системе алтайских языков.//История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — М.: Наука, 2009. — Т. I. — С. 313—331. — 400 с. — ISBN 978-5-02-037010-4.
  14. 14,0 14,1 Дыбо А. В. Хронология тюркских языков и лингвистические контакты ранних тюрков.//Сравнительно-историческая грамматика тюркских языков: Пратюркский язык-основа: Картина мира пратюркского этноса по данным языка. / Отв.ред. Тенишев Э. Р., Дыбо А. В. (Совм. с Благовой Г. Ф., Кормушиным И. В., Мудраком О. А., Мусаевым К. М., Насиловым Д. М., Норманской Ю. В., Тадиновой Р. А., Тенишевым Э. Р., Экба З. Н.). — М.: Наука, 2006. — С. 816.
  15. 15,0 15,1 Хисамитдинова Ф. Г. Современный башкирский язык.// История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2012. — Т. VII. — С. 300. — 424 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
  16. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 341. — 468 с. — ISBN 978-5-7501-1199-2.
  17. Рәжәпов Р. Ф. Башҡорт теле хаҡында ҡануниәт. XX быуат башы. — Өфө: Китап, 2004. — С. 5. — 208 с. — ISBN 5-295-03360-0.
  18. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 345. — 468 с. — ISBN 978-5-7501-1199-2.
  19. Статья 8, Часть I. Конституция АБСР от 27.03.1925.
  20. 20,0 20,1 20,2 Галяутдинов И. Г., Ишбердин Э. Ф. Башкирский литературный язык.// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 156—157. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
  21. 21,0 21,1 Ғәләүетдинов И. Ғ. Урал-Волга буйы төрки теле // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  22. Ишбердин Э. Ф. Очерки истории башкирского литературного языка. — Москва, 1989.
  23. 23,0 23,1 Гарипова Ф. Х. Опыт языкового строительства в Республике Башкортостан. Уфа, 2006. — 170 с.
  24. Среди них указывались говоры усерганских, кипчакских, тунгаурских, джетыуровских, юрматынских, табынских, дёмских, ток-суранских башкир. По мнению сотрудников литотдела Башнаркомпроса, только тамьян-катайский говор сохранился как истинно башкирский язык.
  25. 1) На куваканском диалекте сохранились все специфические особенности башкирского языка, а в юрматинском не сохранились. Очень сильно на этот диалект влияние татарского языка, стало быть принятие этого явилось бы шагом в деле превращения башкирского языка в татарский.
    2) Башкиры, говорящие на куваканском диалекте, занимают особое место в истории Башкирии, в истории башкирских восстаний, они явились опорой при создании Башкирской республики, а юрматинцы в этом отношении основную роль не играют, и нельзя надеяться останутся ли они в будущем в пределах Башкирии или нет.
    3) Территория, которую занимают куваканцы, своими лесами, природными богатствами играет важную роль в экономике Башкирской республики.
    4) Куваканцы сохранили свой физический облик, патриархальный быт, нравы, природные особенности

    — Из доклада, зачитанного на I Всебашкирской конференции по новому алфавиту, состоявшейся в декабре 1921 года

  26. Сейчас научная организация, занимающаяся этими вопросами (неизвестно, изучила ли она дело с точки зрения истории), рекомендует тесно связанный с её собственной практикой говор горных башкир, живущих по соседству с киргизами, старается реализовать его…
    И я решил сказать несколько слов о недостатках, которые, на мой взгляд, имеет «истинный» башкирский язык упомянутой научной организации…
    Возьмем для примера слово «башкортлар». Горные башкиры произносят «башкорттар», точно так же, как «аттар», «һарыҡтар», «һыйырҙар». А юрматынские и кипчакские башкиры говорят: «башҡортлар», «атлар», «һыйырлар», «һарыҡлар». Известно, что употребление аффикса «тар» вместо «лар», аффикса «ты» вместо «лы» характерно для киргизов и казахов.
    Вместе с тем, возможно, что аффикс «лар» заимствован от татар. Я оставляю это на рассмотрение изучающих историю и, основываясь лишь на удобстве применения в сегодняшней практике говора того или иного рода, считаю, что вместо «тар» должно употребляться «лар». Ибо эта форма принята как в литературе, так и в речи всего башкирского народа, за исключением горных башкир…
    Сейчас, при реализации языка, мы должны взять за основу ту речь, которая ближе всего к жизни. А близок к жизни, по-моему, язык, на котором говорят кипчакские, юрматынские, яланские, усерганские, сакмарские, пермские башкиры. Этот язык и надо реализовать. В этом случае и товарищам татарам, с которыми мы очень тесно связаны, будет намного удобней, и осуществится желание нашего народа быстрее сделать государственным родной язык.

    — Из статьи Ш. А. Худайбердина «Как писать» // «Башҡортостан», 1924, 8 февраля (перевод с башкирского) «Эта статья написана на языке кипчакских и юрматынских башкир. Прошу напечатать её в таком виде». — Прим. Ш. А. Худайбердина

  27. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 347. — 468 с. — ISBN 978-5-7501-1199-2.
  28. Сюда включали говоры аргаяшских, месягутовских, бурзян-тангауровских и яланских башкир.
  29. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 348. — 468 с. — ISBN 978-5-7501-1199-2.
  30. Файзуллин Ф., Бикташев С. Социальная справедливость как принцип регулирования межнациональных отношений. Уфа, 2002. С. 118.
  31. Иванов В. А., Илъясов Б. С. Ибн Фаҙлан // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  32. «Девону луготит турк». 1 том. Тошкент. С. 66.
  33. Махмуд ал-Кашгари. Диван лугат ат-турк (Свод тюркских слов): В 3-х томах / Пер. с араб. А. Р. Рустамова под ред. И. В. Кормушина; предисл. и введ. И. В. Кормушина; примеч. И. В. Кормушина, Е. А. Поцелуевского, А. Р. Рустамова; Институт востоковедения РАН: Институт языкознания РАН. — М.: Восточная литература, 2010. — Т. 1. — С. 22. — 464 с. — (Памятники письменности Востока. CXXVIII, 1 / редкол.: Г. М. Бонгард-Левин и др.). — 800 экз. — ISBN 5-02-018202-8, ISBN 978-5-02-036424-0. (в пер.)
  34. 34,0 34,1 Ишбирҙин Э. Ф. Башҡорт тел ғилеме // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  35. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2011. — Т. III. — С. 409. — 476 с. — ISBN 978-5-7501-1301-9.
  36. 36,0 36,1 36,2 Галяутдинов И. Г. Из истории языковых и культурных процессов в Башкортостане в XIX — начале XX вв // Ватандаш. — 2000. — № 12. — ISSN 1683-3554.
  37. Башҡорт яҙыуы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  38. Халикова Р. Х. Тюрки урало-поволжья.// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 579. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
  39. Ишбирҙин Э. Ф. Орхон-йәнәсәй ҡомартҡылары теле // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  40. Башкирский язык в Большой советской энциклопедии 2014 йыл 7 июль архивланған.
  41. Государственные и титульные языки России: Словарь-справочник. — М.: Academia, 2002, С.66.
  42. Диалект северо-западный // Башкирская энциклопедия. В 7 т. Т.2. В-Ж. — Уфа, 2006, С.474—475.
  43. Статистика российского книгоиздания в 2008 г. Сайт Российской книжной палаты. 2013 йыл 3 июнь архивланған.
  44. Статистика книгоиздания в 2010 г. Сайт Российской книжной палаты. 2014 йыл 16 ғинуар архивланған.
  45. Статистика по периодическим изданиям в 2011 г. Сайт Российской книжной палаты. 2012 йыл 7 август архивланған.
  46. 46,0 46,1 46,2 46,3 46,4 46,5 46,6 46,7 История башкирского народа. Том 7 " Институт истории, языка и литературы Уфимского научного центра РАН 2014 йыл 6 октябрь архивланған.
  47. Русско-башкирский онлайн словарь. Дата обращения: 16 октябрь 2015. 2015 йыл 26 сентябрь архивланған.
  48. Яндекс.Тәржемәсе сервисында беренсе тапҡыр башҡорт теле барлыҡҡа килде. «Башинформ» (23 сентябрь 2015). Дата обращения: 16 октябрь 2015.
  49. БашкортСофт: башҡорт телен һаҡлау проекты.
  50. Microsoft Translator яңы 12 тел өҫтәне.
  51. Facebook-та 200 телде хуплаусы машина тәржемәһе моделе баҫылып сыға.
  52. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 28 февраль (Тикшерелеү көнө: 28 февраль 2016)
Библиографик белешмә
  • Башкирское языкознание: Указатель литературы / Сост. Т. М. Гарипов и др. — Уфа, 1980.
Энциклопедияларҙағы мәҡәләләр
  • Галяутдинов И. Г., Ишбердин Э. Ф. Башкирский язык // Языки Российской Федерации и соседних государств: Энциклопедия в 3-х томах / Ред. коллегия: В. Н. Ярцева (предс.), В. А. Виноградов (зам. предс.), В. М. Солнцев, Э. Р. Тенишев, А. М. Шахнарович, Е. А. Поцелуевский] (отв. секр.), Г. А. Давыдова; Институт языкознания РАН. — М.: Наука, 1997. — Т. 1 (А—И). — С. 173—182. — XVI, 432 с. — 1000 экз. — ISBN 5-02-011237-2. (в пер.)* Диалектологический атлас башкирского языка. — Уфа: Гилем, 2005. — 234 с.
  • Юлдашев А. А. Башкирский язык // Лингвистический энциклопедический словарь / Гл. ред. В. Н. Ярцева; Институт языкознания АН СССР. — М.: Советская энциклопедия, 1990. — С. 71. — 688 с. — 150 000 экз. — ISBN 5-85270-031-2. (в пер.)
Тикшеренеүҙәр, әсбаптар, белешмәлектәр

Һылтанмалар

үҙгәртергә