Зайцев Михаил Алексеевич

Зайцев Михаил Алексеевич (1 март 1938 йыл8 июль 2010 йыл) — Башҡортостандың комсомол, партия, хужалыҡ, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре. 1995—1999 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе, Башҡортостан Республикаһының 12-се саҡырылыш Юғары Советы һәм 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзаһы (1997—1999). Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү тармағының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998). Өфө ҡалаһының почётлы гражданы.

Михаил Алексеевич Зайцев
Михаил Алексеевич Зайцев
Флаг
Флаг
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе
21 март 1995 — 29 март 1999
Алдан килеүсе: Юрий Сергеевич Дёмин Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы рәйесе булараҡ
Дауамсы: Константин Борисович Толкачёв
Флаг
Флаг
Өфө ҡала хакимиәте башлығы
17 март 1992 — 22 март 1995
Дауамсы: Ямалетдинов Фидус Әғләм улы
 
Тыуған: 1 март 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Башҡорт АССР-ы Шишмә районы Боголюбовка ауылы
Үлгән: 8 июль 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (72 йәш)
Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы
Партия: Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Белеме: Өфө авиация институты (1972)

Биографияһы

үҙгәртергә

Михаил Алексеевич Зайцев 1938 йылдың 1 мартында Башҡорт АССР-ының Шишмә районы Боголюбовка ауылында тыуған. 1972 йылда Өфө авиация институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1956 йылда Өфө электромеханика техникумын тамамлағандан һуң Өфө электр лампалары заводында көйләүсе булып башлай.

1957—1960 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Унан һуң электр лампалары заводында мастер булып эшләй.

1963—1975 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Өфө ҡалаһы Орджоникидзе район комитеты, Өфө авиация институтының комсомол комитеты секретары, КПСС-тың Өфө ҡала комитетының ойоштороу бүлеге инструкторы, Өфө электр лампалары заводының партия комитеты секретары булып эшләй.

1975 йылдан алып 1980 йылға тиклем — партияның Орджоникидзе район комитеты секретары, КПСС-тың Өфө ҡала комитетының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире.

1980—1991 йылдарҙа — баш ҡаланың Киров район Советы башҡарма комитеты, артабан Өфө ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе.

1992 йылдан алып — халыҡ депутаттарының Өфө ҡала Советы рәйесе — Өфө ҡалаһы мэры. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының ун икенсе саҡырылыш халыҡ депутаты булып һайлана.

1995 йылдың 21 мартында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың беренсе ултырышында уның рәйесе итеп һайлана. 1997—1999 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Йыйылышының Федерация Советы ағзаһы.

СССР миҙалдары, БАССР Юғары Советының һәм Башҡортостан Республикаһының, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы Почёт грамоталары менән бүләкләнгән. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Становление двухпалатного парламента и развитие законодательства суверенного Башкортостана. — Уфа, 1999.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә