Ямаш (Балаҡатай районы)
Яма́ш (рус. Емаши́) — Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районындағы ауыл. Ямаш ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 1025 кеше булған[2]. ОКАТО коды — 80210807001.
Ауыл | |
Емаши башҡ. Ямаш | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452590 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Яңы Балаҡатай): 42 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Үңкерҙе): 84 км
Ямаш ауылы Әй йылғаһы ҡушылдығы Ыйыҡ йылғаһы буйында, район үҙәге Яңы Балаҡатай ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 42 километр һәм Үңкерҙе (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 84 километр алыҫлыҡта урнлашҡан[3].
Топонимикаһы
үҙгәртергәЯмаш ауылы атамаһын антропонимдан барлыҡҡа килгән Ямаш йылғаһы исеменән алған.
Тарихы
үҙгәртергәЯмаш ауылына Троицк өйәҙе Ҡошсо улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәренә 1788 йылдың 1 июнендә төҙөлгән керҙәшлек килешеүе буйынса индерелгән Пермь губернаһы дәүләт крәҫтиәндәре иигеҙ һалған. Красноуфимск өйәҙе Брехов ауылы дәүләт крәҫтиәне Иван Черепанов, барлығы 50 хужалыҡта йәшәгән иптәштәре менән, һәр йорттан йылына 50 һум түләү шарты менән, 50 йылға керҙәш булып инеү килешеүе төҙөлгән.
XVIII быуаттың икенсе яртыһында эре ер биләүсе башҡорт Ямаш ерҙәрендә Пермь губернаһынан күсеп килгән урыҫ крәҫтиәндәре башта ерҙе ҡуртымға алған, һуңынан һатып алған.
1795 йылда Ямашта — 60 йортта 210 ир-ат йәне, 1814 йылда — 78 хужалыҡта 302 йән, 1816 йылда — 697 кеше, 1834 йылда — 930 кеше, 1850 йылда — 1272 кеше, 1859 йылда 1357 кеше йәшәгән.
1840 йылда Иоанн-Златоуст сиркәүе төҙөлә. 1842 йылда 146 хужалыҡта 443 ир-ат һәм 471 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. Хужалыҡтарҙа 900 баш йылҡы малы, 1650 һыйыр, 800 һарыҡ, 115 кәзә, 75 сусҡа аҫыралған. XIX—XX быуаттар сигендә ауылда һарыҡ тиреһен эшкәртеүсе өс оҫтахана, синиль, 3 буяусы, 2 май төшөрөүсе һәм күн иләүсе заведениелар булған. Шәхси 2 тирмән, 12 тимерлек, 12 бакалея, мануфактура һәм 62 йәрминкә кибеттәре булған.
Улус үҙәгендә идаралыҡ, шулай уҡ почта, дауахана, 1845 йылдан земство һәм сиркәү-мәхәллә мәктәптәре булған. 1830 йылдан сиркәү, шулай уҡ 2 часовня эшләгән.
1865 йылда 209 йортта 1458 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ, балта эше, сана яһау һәм сабата үреү эштәре менән шөғөлләнгәндәр. 1875 йылда мәктәп асыла.
XIX быуат башында бында күп дәүләт крәҫтиәндәре күсеп килгән, шул уҡ быуаттың икенсе яртыһында Вятка һәм Кострома губерналары крәҫтиәндәре күсеп килгән.
XIX быуатта — XX быуат башында (1865 йылға тиклем) Ямаш — Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙенә ингән улус үҙәге, артабан — Өфө губернаһы Златоуст өйәҙенә ингән улус үҙәге була. 1850 йылға улусҡа: Ямаш, Нөгөш, Ыҡтамаҡ, Балаҡатай, Ләүйылға, Әйле ингән, 1892 йылда: Ямаш, Нөгөш, Ҡарлыхан, Исҡуш ингән.
1870 йылда Ямаш ауылында 1830 йылда төҙөлгән православ сиркәүе, улус идараһы, 2 һыу тирмәне, 20 кибет булған.
1878 йылда почта станцияһы, 1886 йылда — хәҙерге көндәге район территорияһында беренсе булып земство дауаханаһы сафҡа баҫа.
1875 йылда «башҡорт ерҙәренә байтаҡ ваҡыт эйә булғаны» ямаштарҙы «Сенат 17166 дисәтинә ергә хужа тип таныған». 1895 йылда халыҡ һаны — 2402 кеше булған.
1897 йылда — 2751 кеше йәшәгән.
Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше
үҙгәртергә1905 йылда Ямаш ауылында — 2524, 1920 йылда — 3410 кеше йәшәгән. 1811 йылда 80 хужалыҡ булһа, 1920 йылда 525 хужалыҡҡа тиклем артҡан. 1906 йылда сиркәү, министр училищеһы, земство мәктәбе, сиркәү-мәхәллә мәктәбе, дауахана, 2 тирмән, 15 кузниц, почта бүлеге, шарап, 5 бакалея һәм 6 мануфактура кибете, 2 запас иген һаҡлай торған магазин теркәлгән. Ямаш улусы идаралығы урынлашҡан.
1907 йылда Өфө өйәҙенә ҡараған улус үҙәге лә Ямаш ауылында урынлашҡанлыҡтан һәм был корреспонденцияларҙы адресатҡа тапшырыуҙы ҡыйынлаштырғанлыҡтан, улус Екатериновский (Екатерининский) тип атала башлаған. 1917 йылда ул улустан Нөгөш улусы бүленеп сыҡҡан, әммә 1920-се йылдар башында бөтөрөлгән.
Революцияға тиклемге Ямаш — күп ергә эйә булған ҙур ауыл. Күп хужалыҡтар — 168 хужалыҡ — хәлле булған. Ауылда иген менән сауҙа итеүсе Павел Лубов һәм башҡаларҙың бик күп иген келәттәре (амбар) айырылып торған. Кибет (магазин) хужалары Ершовтар, Клыковтар, Вотиновтар булған. Элекке һымаҡ, Иванов көндәрендә — 27 ғинуарҙа, 24 июндә һәм 13 ноябрҙә — күп халыҡ ҡатнашҡан баҙар-йәрминкәләр үткәрелгән. Сиркәү алдындағы майҙанда мул сауҙа рәттәре теҙелеп торған. Күңел асыу маҡсатында каруселдәр ҡоролған. Көршәк, икмәк, туҡыма, әсетелгән бал менән сауҙа иткәндәр. Баҙарҙар һәр шәмбе ойошторолған. Күрше башҡорт ауылдарынан еләк, балыҡ килтереп һатҡандар. Ямаш баҙары 1969 йылға тиклем эшләгән.
Ф. Паначев һәм К. Никулиндарҙың тирмәне, К. Потеряевтың май төшөрөү заведениеһы, Я. Чирков, Е. Дятлов, С. Черепановтарҙың һарыҡ тиреһен эшкәртеү оҫтаханалары булған.
1905 йылда — 2524, 1912 йылда — 2927 кеше, 1917 йылда — 486 хужалыҡта 3466 кеше йәшәгән.
1918 йылдың февралендә Ямашта большевистик совет (волревком) барлыҡҡа килгән, ревком активистары — рәйесе Ф. А. Ушаков, секретары М. Н. Шнейдер һәм башҡалар — шул уҡ 1918 йылдың июнендә контрреволюцион фетнә барышында һәләк була. Улар Ямаш ауылындағы туғандаш ҡәберлегенә күмелгән.
1920 йылда Ямаш — ауыл советы һәм 34 тораҡ пунктты, шул иҫәптән Оло-Ыҡтамаҡты, Кесе-Ыҡтамаҡты, Үрге Бобинды, Яңы Мөслимде, үҙ эсенә алған ҙур улус үҙәге булған.
Рухани Северовостоков Аверкий Яковлевич 38 йыл Иоанн-Златоуст сиркәүендә хеҙмәт иткән, бер үк ваҡытта земство мәктәбендә закондар уҡытҡан[4]. 1918 йылдың 30 июнендә сиркәү алдындағы майҙанда доға ҡылған сағында ҡыҙылармеецтар тарафынан үлтерелгән. 2000 йылда Урыҫ православ сиркәүенең Архиерей соборында изге тип иғлан ителгән.
XX быуаттың 20-се йылдарында ҙур булмаған коллектив хужалыҡтар: «Пахарь» ҡулланыусылар йәмғиәте, «Наш путь», «Красный Пахарь» машина товариществоһы, Потеряевкала «Усть-Маш», «Берлек» сукаш-йылға машина кооперативы һ. б. барлыҡҡа килгән.
1929 йылда Ямашта «Труд» колхозы (артабан ҡарағыҙ: «Урал» СПК-колхозы.) барлыҡҡа килгән. 1932 йылда Ямаш МТС-ы, 1938 йылда — Балаҡатай дәүләт сорт участкаһы булдырыла.
1944—1958 йылдарҙа Ямаш механизация училищеһы эшләгән. 1948 йылдан Ямаш метеостанцияһы эшләй.
1964 йылда Ямаш автохужалығы — Мәсәғүт автотранспорт предприятиеһының (АТП) филиалы эшләгән. 1982 йылдан административ-культура комплексы, 1991 йылда заманса мәктәп бинаһы төҙөлә. 1970—80-се йылдарҙа торлаҡ төҙөлөшө әүҙем бара. 1998—2000 йылдарҙа йорттарға газ индерелгән.
1989 йылдан башлап Ямаш ауылында Таҡмаҡтар һәм урыҫ йыры республика байрамы уҙғарыла. 2003 йылда Ямаш баҙарының 150 йыллыҡ юбилейына арналған байрам сиктәрендә халыҡ кәсептәре һәм һөнәр оҫталарының республика күргәҙмәһе ойошторолдо.
Әлеге көндә Ямаш ауылында мәктәп, балалар баҡсаһы, врач амбулаторияһы, физкультура-һауыҡтырыу комплексы, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[5].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәЯмаш ауылында урыҫтар йәшәй (2002) (92 %)[6].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 3410 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 2041 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 1603 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 1173 | 547 | 626 | 46,6 % | 53,4 % |
2002 йыл 9 октябрь | 1142 | 549 | 593 | 48,1 % | 51,9 % |
2010 йыл 14 октябрь | 1025 | 483 | 542 | 47,1 % | 52,9 % |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Халыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
2002[7] | 2009[7] | 2010[1] |
1142 | ↘1116 | ↘1025 |
Билдәле кешеләре
үҙгәртергә- Морозов Вадим Степанович (13.08.1934—13.07.2018), хужалыҡ эшмәкәре. 1987—1997 йылдарҙа Балаҡатай районы «Агроснаб» предприятиеһы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994)[8].
- Никулин Иван Александрович (1951), хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. 1996—2009 йылдарҙа Балаҡатай районы хакимиәте башлығы, шул иҫәптән 1996—2004 йылдарҙа район Советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының беренсе һәм икенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Райондың почётлы гражданы[9].
- Редреев Анатолий Васильевич (1936—1983), ауыл хужалығы алдынғыһы. «Урал» колхозының элекке механизаторы. Ленин ордены кавалеры (1971)[10].
- Худяков Александр Дмитриевич (1921—14.11.2018), хужалыҡ эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылдың 24 июнендә Мәскәүҙәге Еңеү парадында ҡатнашыусы. 1961—1981 йылдарҙа "Сельхозтехника"ның Балаҡатай район берекмәһе етәксеһе. I (1985) һәм II (1945) дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981), Ҡыҙыл Йондоҙ (1947) һәм III дәрәжә Дан (1944) ордендары кавалеры[11].
Урамдары
үҙгәртергә- Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная (улица)
- Киров урамы (рус. Кирова (улица)
- Ленин урамы (рус. Ленина (улица)
- Туғай урамы (рус. Луговая (улица)
- Туғай тыҡрығы (рус. Луговой (переулок)
- Тыныслыҡ урамы (рус. Мира (улица)
- Йәштәр урамы (рус. Молодёжная (улица)
- Яр буйы урамы (рус. Набережная (улица)
- Яңы урам (рус. Новая (улица)
- Баҡса урамы (рус. Садовая (улица)
- Баҡса тыҡрығы (рус. Садовый переулок)
- Совет урамы (рус. Советская (улица)
- Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица)[12]
Тирә-яҡ мөхит
үҙгәртергә- Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
Йылғалар:
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Башҡа урын-ер атамалары:
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ямаш (Балаҡатай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 567. — ISBN 978-5-295-04683-4. 567 б.
- Емаши на портале «Генеалогия и Архивы» (рус.)
- Село Емаши на портале novo-belokatay.ru 2019 йыл 11 август архивланған. (рус.)
- Село Емаши, Республика Башкортостан. Сайт «Командировка.ру» (рус.)
- Совет муниципальных образований Республики Башкортостан 2020 йыл 25 ноябрь архивланған..
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Ямаш (Балаҡатай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Северовостоков, Аверкий Яковлевич . Дата обращения: 4 февраль 2013. Архивировано 14 февраль 2013 года.
- ↑ Ямаш (Балаҡатай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
- ↑ 7,0 7,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Администрация Белокатайского района. 13 июля 2018 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 август 2019)
- ↑ Главная / Муниципальный район / Почетные граждане / Никулин Иван Александрович. Администрация Белокатайского района. Официальный сайт 2021 йыл 13 май архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 ғинуар 2021)
- ↑ Известные люди Белокатайского района. РЕДРЕЕВ АНАТОЛИЙ ВАСИЛЬЕВИЧ — кавалер ордена Ленина. Сайт «Белокатайский район. История и современность» 2020 йыл 15 ғинуар архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 февраль 2021)
- ↑ Сайт «Белокатайский район. История и современность». ХУДЯКОВ АЛЕКСАНДР ДМИТРИЕВИЧ 2021 йыл 3 июнь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 июнь 2021)
- ↑ Карта села Емашей. Улицы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |