Чарли Чаплин

Америка һәм инглиз кино актёры, сценарист, композитор һәм кинорежиссер

Чарли Чаплин (ингл. Charles Spencer «Charlie» Chaplin; 16 апрель 1889 йыл — 25 декабрь 1977 йыл) — Америка һәм инглиз кино актёры, сценарист, композитор һәм кинорежиссер. Күп яҡлы кинематограф оҫтаһы, донъяла киң билдәле берәҙәк Чарли образын[1]. тыуҙырыусы киноактер. Чаплин пантомима һәм буффонада алымдарын актив ҡуллана.

Чарли Чаплин
Charlie Chaplin
Чаплин «Бәләкәй берәҙек» образында
Чаплин «Бәләкәй берәҙек» образында
Исеме

Чарльз Спенсер Чаплин

Тыуған көнө

16 апрель 1889({{padleft:1889|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})

Тыуған урыны

Лондон, Бөйөк Британия

Вафат көнө

25 декабрь 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (88 йәш)

Вафат урыны

Веве, Швейцария

Гражданлығы

Бөйөк Британия Бөйөк Британия

Һөнәре

актёр, кинорежиссёр, сценарист, кинопродюсер

Карьераһы

19141967

Наградалары
Британия империяһы ордены кавалеры
Британия империяһы ордены кавалеры

«Оскар» (1929, 1972, 1973)
IMDb

ID 0000122

charliechaplin.com

 Чарли Чаплин Викимилектә

1919 йылда Мэри Пикфорд, Дуглас Фэрбенкс һәм Дэвид Гриффит менән берлектә Чарли Чаплин «United Artists» киностудияһын ойоштора.

Биографияһы

үҙгәртергә

Чарли Чаплин 1889 йылдың 16 апрелендә мюзик-холл артистары ғаиләһендә тыуа. Уның ата-әсәһе — Чарльз Спенсер Чаплин һәм Ханна Чаплин (сәхнәлә Лили Герл) эстрада артистары була. Әсәһе йыр, бейеү менән төрлө театрҙарҙа, билдәле Джильберта һәм Салливена оперетталары композиторҙарының антрепризында (шәхси театрында) сығыш яһай. Атаһы яғымлы баритон тауышы менән Лондон мюзик-холында билдәле кеше була. Ул Нью-Йоркта сығыш яһай, Европа буйлап гастролдәрҙә йөрөй. Чарльз Спенсер Чаплиндың сәхнә карьераһы фажиғәле тамамлана: ул тауышын юғалта; ангажементтан (артистарҙы эшкә саҡырыуҙан) мәхрүм була; эсә башлай һәм 1901 йылдың 9 майында 37 йәшендә Лондон госпиталендә вафат була.

Ханна Чаплин ире үлгәс сирләй башлай. 1896 йылда аҡылын юғалта һәм психиатрик клиникаға эләгә. Ағалы-энеле Сид һәм Чарли етемдәр һәм ярлылар мәктәбенә бирелә. Йәшәү өсөн үҙҙәре эшләп табырға мәжбүр булалар.

Чарли 1894 йылда, 5 йәшлек сағында, сәхнәлә әсәһе урынына сығыш яһай. 1898 йылда балалар бейеү группаһында ҡатнаша. Чарли мәктәпкә һирәк йөрөй; гәзит һатыусы, врач ярҙамсыһы булып һәм типографияла эшләй, бәләкәй булғанға оҙаҡ эшләй алмай.

14 йәшлек сағында Чарли театрға даими эшкә алына һәм уға «Шерлок Холмс» пьесаһында йомошсо Билл ролен бирәләр. Чарли ул ваҡытта уҡый-яҙа белмәй, тексты ҡысҡырып уҡырға ҡушырҙар тип хәүефләнә. Ролде ятларға ҡустыһы Синди ярҙам итә. Бер нисә йыл Чарли варьетела уйнай. 16 йәшенән театр дирижёрынан һәм таныштарынан скрипкала уйнау дәрестәре ала. 1910 йылдан 1912 йылға тиклем Чарли Карно театры менән АҠШ-та гастролдәрҙә була. 1912 йылда биш айға Англияға ҡайта, һәм 1912 йылдың 2 октябрь2 октябрендә йәш Чарли Корно төркөмө менән АҠШ-ҡа китә һәм был илдә ҡала. Тамаша ваҡытында Чарлины кинопродюсер Мак Сенат күреп ҡала. Уға уның уйнағаны оҡшай, Уны «Кистоун Филм» (Keystone Film) киностудияһына саҡыра. 1913 йылдың 23 сентябрендә Чарли 150$ эш хаҡы алып, киностудияла эшләй башлай. Баштараҡ Чарли тупаҫ комедияларҙа ҡатнаша. Һуңыраҡ йылылыҡ, лиризм менән тулы берәҙәк роле уның өсөн уңышлы икәнен аңлай. Чарли актёр эше менән генә ҡәнәғәтләнмәй. Үҙенә фильмдар ҡуйырға рөхсәт һорай. Актёр эше уның ижади мөмкинлектәрен сикләй, ул "Кистоун Филм"дан китә. 1914 йылда Чаплин үҙенең беренсе «Ямғырҙа ҡалған» фильмын төшөрә. Фильмда ул актёр, режиссёр һәм сценарист була. Чаплиндың эш хаҡы бик тиҙ үҫә. 1914 йылда "Кистоун"да ул аҙнаһына 150$-ға эшләй, 1915 йылда «Эссеней Филм» (Essanay Film) киностудияһында аҙнаһына 1250$ һәм 10 000$ бонус ала. "Мьючуэл Филм"да (Mutual Film) — аҙнаһына 10 000$ һәм контракт өсөн 150 000$ ала. 1917 йылда «Фёрст Нэшнл» (First National Pictures) студияһы менән 1 млн долларға контракт төҙөй һәм ул замандың иң ҡыйбат актёры була. 1919 йылда ирекле ижад өсөн үҙенең «Юнайтед Артистс» студияһын аса. Чаплинға билдәлелекте «телһеҙ кино» килтерә. Тауышлы кино 1927 йылда уҡ барлыҡҡа килһә лә, ул иҫке кинотехникаға тағы тиҫтә йыл тоғро ҡала. Чаплиндың тәүге тауышлы киноһы 1940 йылда төшөрөлә. Гитлерға ҡаршы төшөрөлгән кино «Бөйөк диктатор» тип атала.

Артист 1978 йылдың 25 декабендә үҙ йортонда, Швейцарияның Вефе ҡалаһында, вафат була. Уның иҫтәлегенә Женева күле буйында һәйкәл ҡуйыла. 1978 йылдың 1 мартында Чаплиндың мәйетен ҡаҙып алып йолом алыу өсөн урлайҙар[2]. Полиция енәйәтселәрҙе ҡулға ала. Бындай хәл башҡа ҡабатланмаһын тип, актёр 6 фут (1,8 м) бетон аҫтына ерләнә.

Чаплин дүрт мәртәбә өйләнә, уның 12 балаһы ҡала. Ҡайһы берҙәре үҙҙәрен актёр һөнәрендә һынап ҡарай, мәҫәлән, Джералдина Чаплин билдәле актёр була.

Ҡыҙыҡлы факттар

үҙгәртергә
  • Чаплин, «Бөйөк диктатор» фильмында үҙе пародиялаған Адольф Гитлерҙан 4 көнгә олораҡ була.
  • Чаплиндын күҙҙәре зәңгәр була.
  • Чаплин һулаҡай була, хатта скрипкала ла һул ҡулы менән уйнай.
  • Беренсе автомобиле en:Locomobile компанияһы етештергән 4900 $ Locomobile автомобиле була.
  • Боксты бөтә спорт төрҙәренән өҫтөн ҡуя.
  • Яратҡан бейеүе — танго.
  • Чаплин фильмдәрендә 10,5$ аҡса эшләй.
  • Чаплин, Бөйөк депрессия алдынан эшһеҙлек тураһында мәғлүмәткә нигеҙләнеп, 1928 йылда бөтә акцияларын һата.
  • Фильм төшөргән ваҡытта Чаплин бер генә бәхетһеҙ осраҡҡа тап килә. «Тыныс урам» фильмендә аяғын йәрәхәтләй.
  • Чаплин бер ваҡыт ялған исем менән, үҙенең образы, Берәҙәккә оҡшаш кешеләр конкурсында ҡатнаша. Ул был конкурста финалға ла үтә алмай[3].
  • Чаплиндың яратҡан комигы Бенни Хилл була.
  • 20-се йылдарҙа Чаплин персонажы Европала «Шарло» исеме менән билдәле.
  • Револяцияға тиклем Рәсәйҙә Чаплин уңышҡа ирешә алмай. Уның тураһында «Проектор» журналы былай тип яҙа: " … Чаплин комик актёрҙарҙан бик алыҫ тора. Ул үҙен мәсхәрә итә торған клоун ғына. <…> Ул Рәсәйҙә билдәле була алмай: ул тупаҫ, бер ҡатлы, күркәм түгел. <…>Макс Линдер, Пренс, Паташон, хатта Андре Дид кеүек комиктар беҙгә яҡыныраҡ та, аңлайышлы ла[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Blanke David. The 1910s. — illustrated. — Westport, CT: Greenwood Publishing Group, 2002. — P. 226. — ISBN 0313312516.
  2. Источники: 25 лет назад скончался Чарли Чаплин, Чарли Чаплин: Большая любовь маленького человека
  3. Milton, Joyce. Tramp: The Life of Charlie Chaplin. New York: HarperCollins, 1996. ISBN 0-06-017052-2 (pp. 92-93).
  4. О. Б. «Из сказок жизни. Карьера Чарли Чаплина». — «Проектор», 1916, № 10, с. 10.
  • Стефен Вейсман. Чарли Чаплин: История великого комика немого кино = Chaplin: A Life. — М.: ЭКСМО, 2010. — С. 352. — ISBN 978-5-699-40883-2 (рус.)
  • Лита Грей Чаплин. Моя жизнь с Чаплином: Интимные воспоминания = My Life With Chaplin. — М.: «Альпина Нон-фикшн», 2009. — С. 411. — ISBN 978-5-91671-037-3 (рус.)
  • Чаплин Ч. С. Моя биография. Пер. с англ. З. Гинзбург. — М.: «Вагриус», 2000. — 520 с. ISBN 5-264-00127-8(рус.)
  • Кукаркин А. В. Чарли Чаплин. 2-е изд., дораб. и доп. — М.: «Искусство», 1988. — 287 с. (рус.)
  • Садуль Ж. Чарли Чаплин. Пер. с франц. — М.: «Искусство», 1981. — 209 с. (рус.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә