Шаран районы — Башҡортостандағы муниципаль район.

Шаран районы
Флаг[d]
Flag of Sharansky rayon.svgCoat of Arms of Sharan rayon (Bashkortostan).png
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 31 ғинуар 1935
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ үҙәк Шаран ауылы
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Халыҡ һаны 22 514 кеше (2010)[1]
Майҙаны 1384 км²
Рәсми сайт sharanrb.ru
Урынлашыу картаһы
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Шаранском районе[d]
Карта
Commons-logo.svg Шаран районы Викимилектә

ГеографияһыҮҙгәртергә

Район Башҡортостандың көнбайышында Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында урынлашҡан. Климаты йылы, бер аҙ ҡоролоҡло. Район территорияһында Сөн йылғаһы башлана. Ере йыуылған һәм типик ҡара, Төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайышта һоро һәм ҡара һоро урман тупраҡлы. Имән, йүкә, ҡайын һәм уҫаҡ ағаслы урмандары район еренең 24%-ын биләй.

Файҙалы ҡаҙылмалары: нефть (Михайловка, Арҙат, Мостафа), кирбес сеймалы (Иҫке Тумбағош, Наратаҫты, Аҡбарыҫ, Йәнәхмәт һәм Юность), ҡом ҡатыш ҡырсынташ (Шаран, Баҡса), балсыҡҡа ҡушыла торған ҡом (Ивановка) ятҡылыҡтарынан ғибәрәт.

Майҙаны — 1384 км². Район үҙәге Шаран ауылынан Өфөгә тиклем 201 км, иң яҡын тимер юл станцияһы Туймазыға 29 км.

ТарихыҮҙгәртергә

1935 йылда ойошторолған, ләкин, Башҡортостандың административ ҡоролошонда үҙгәрештәр булыу сәбәпле, ике тапҡыр район статусын юғалта, 1967 йылда яңынан тергеҙелә.

Билдәле шәхестәрҮҙгәртергә

Халыҡ һаныҮҙгәртергә

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1939 51 981 [8][9]
1959 36 024 [10][9]
1970 33 812 [11][9]
Йыл Халыҡ һаны
1979 28 885 [12][9]
1989 23 838 [13][9]
2002 24 494 [14][9]
Йыл Халыҡ һаны
2010 22 514 [1]
2018 20 303 [15]
2019 19 901 [16]

Халыҡтың уртаса тығыҙлығы 15.02 кеше. Районда 112 ауыл бар, шуларҙың иң ҙурҙары Шаран (4,7 мең), Ерекле (1,0 мең), Түбәнге Зәйет (0,8 мең кеше).

Милли составы[17]:

2010 йылғы йән иҫәбе мәғлүмәттәренә ярашлы: татарҙар — 33 %, башҡорттар — 24,9 %, мариҙар — 19,7 %, урыҫтар — 11,6 %, сыуаштар — 9,7 %, башҡа милләт вәкилдәре — 4,3 %[18].

ИҡтисадҮҙгәртергә

Район ауыл хужалығы йүнәлешле, территорияһы һөрөлөүе юғары кимәлдә (56,5 %). Иген культуралары, шәкәр сөгөлдөрө, картуф үҫтереүгә, һөт-ит йүнәлешендәге мал үрсетеү, сусҡа һәм һарыҡсылыҡ буйынса махсуслашҡан. Умартасылыҡ һәм балыҡсылыҡ үҫешкән. Шаран ауылы май яҙыу һәм кирбес заводтары эшләй.

ТранспортҮҙгәртергә

Район территорияһын Баҡалы — Туймазы һәм Саҡмағош — Туймазы автомобиль юлдары киҫеп үтә.

Социаль-мәҙәни өлкәҮҙгәртергә

Районда 49 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 17 урта; 4 дауахана, ПУ, 26 дөйөм китапхана, 51 клуб учреждениеһы бар. Урыҫ һәм татар телдәрендә «Шаранские просторы» — «Шаран киңлекләре». гәзите сыға.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года
  2. Башҡорт энциклопедияһы — Абдуллин Марат Ибраһим улы 2016 йылдың 6 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 15 октябрь 2018)
  3. Башҡорт энциклопедияһы — Андреева Әлфиә Васильевна 2016 йылдың 6 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 21 ғинуар 2018)
  4. Башҡорт энциклопедияһы — Густов Виталий Павлович 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 22 март 2019)
  5. Башҡорт энциклопедияһы — Гәрәев Рәүис Ғиниәт улы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 22 апрель 2019)
  6. Башҡорт энциклопедияһы — Сабитов Сәлих Ғиззәт улы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 1 октябрь 2017)
  7. Башкирская энциклопедия — Халиуллин Юрий Михайлович 2019 йылдың 24 декабрь көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 август 2018)
  8. перепись населения СССР 1939 года
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 9,5 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
  10. перепись населения СССР 1959 года
  11. перепись населения СССР 1970 года
  12. перепись населения СССР 1979 года
  13. перепись населения СССР 1989 года
  14. Всероссийская перепись населения 2002 года
  15. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  16. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
  17. https://archive.is/20120714152848/tatar-bashkort.narod.ru/tb-15.htm
  18. Итоги Всероссийской переписи населения по Республике Башкортостан (pdf). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. Дата обращения: 5 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года.(недоступная ссылка)

ҺылтанмаларҮҙгәртергә