Байышев Фәнил Нафиҡ улы
Байышев Фәнил Нафиҡ улы (15 ғинуар 1956 йыл — 6 ғинуар 1993 йыл) — тел белгесе, шәрҡиәтсе. 1987 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, 1992 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр. Ҡөрьәнде башҡорт телендә баҫтырып сығарыуҙа ҡатнашыусы (1993). Тарих фәндәре кандидаты (1992). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994, үлгәндән һуң).
Байышев Фәнил Нафиҡ улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 15 ғинуар 1956 |
Тыуған урыны | Монас, Яңыбай ауыл советы, Балаҡатай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 6 ғинуар 1993 (36 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | филолог, лингвист, востоковед, тәржемәсе |
Эш урыны | Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (РФА Өфө фәнни үҙәге) |
Уҡыу йорто | Санкт-Петербург дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | тарих фәндәре кандидаты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәФәнил Нафиҡ улы Байышев 1956 йылдың 15 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Балаҡатай районы Монас ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Һандалаш ауылында башланғыс мәктәп тамамлай, артабан Айҙаҡай, Яңы Балаҡатай мәктәптәрендә, Өфө ҡалаһының Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында уҡый. Айҙаҡай мәктәбендә урыҫ телен уҡыта, Совет Армияһында хеҙмәт итә[1].
Ленинград дәүләт университетының Көнсығыш факультетында белем ала, 1983 йылда институтты тамамлағандан һуң, 1983—1987 йылдарҙа Йәмән Республикаһында премьер-министрҙың һәм планлаштырыу буйынса кәңәшселәрҙең консультанттар төркөмөндә тәржемәсе булып эшләй. Инглиз, иврит, ғәрәп телдәрендә иркен аралаша[2].
1987 йылда Башҡортостанға ҡайта. 1987—1993 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй, 1992 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр.
Ризаитдин Фәхретдиновтың тормошо һәм эшмәкәрлеге буйынса хеҙмәттәр, Ҡөрьән һәм ғәрәп телен өйрәнеү өсөн методик ҡулланмалар авторы. Ҡөрьәнде башҡорт телендә баҫтырып сығарыуҙа ҡатнаша (1993, «Ҡөрьән Кәрим»), Дан Кинельский тәржемәһен ҡайтанан эшкәртеп сыға, баҫманың фәнни һәм дөйөм мөхәррире була.
Байышев Фәнил Нафиҡ улының ваҡытһыҙ вафаты сәбәпле, уның күп кенә фәнни эҙләнеүҙәре һәм ижади хыялдары аҙағына тиклем тормошҡа ашмай ҡала.
1994 йылда, Ҡөрьәнде башҡорт телендә сығарыуҙа ҡатнашҡаны өсөн, үлгәндән һуң Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була[1].
1993 йылда Өфөлә вафат була, Балаҡатай районының Айҙаҡай ауылында ерләнә.
1997 йылда Байышев Ф. Н. исеме Айҙаҡай төп белем биреү мәктәбенә бирелә[1].
2006 йылда Байышев Фәнил Нафиҡ улының исеме Балаҡатай район Ауыл-ара үҙәк китапханаһына бирелә. 2016 йылда китапханала Байышевтың тыуыуына 60 йыл тулыуы айҡанлы «Билдәле һәм билдәһеҙ Фәнил Байышев» исемле бағышлау-кисә үткәрелә. Ҡунаҡтар өсөн ғалимдың Йемендағы эшмәкәрлеге тураһында видеопрезентация әҙерләнә. Кисә барышында китапхана һәм РФА Өфө фәнни үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты араһында телекүпер үткәрелә[3].
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Общественно политические и нравственно-этические взгляды Ризы Фахретдинова. Уфа, 1996.
- Арабский язык для начинающих [Текст] : учебное пособие / Фаниль Нафикович Баишев, Ильгиз Зуфарович Гаффаров, Ишмухамет Гильмутдинович Галяутдинов. — Уфа : Китап, 1998.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Баишев Фаниль Нафикович
- ↑ Белокатайский район(недоступная ссылка)
- ↑ В Белокатае знаменательная дата(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ҡотошов Р. Н. Байышев Фәнил Нафиҡ улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Баишев Фаниль Нафикович
- Белокатайский район(недоступная ссылка)
- В Белокатае знаменательная датa(недоступная ссылка).