Метрология

үлсәмдәр, уларҙың берҙәмлеген тәьмин итеү һәм теүәллектәренә өлгәшеү ысулдары һәм саралары тураһындағы фән

Метроло́гия (грек. μέτρον «үлсәм» + λόγος «фекер; сәбәп») — үлсәмдәр, уларҙың берҙәмлеген тәьмин итеү һәм теүәллектәренә өлгәшеү ысулдары һәм саралары тураһындағы фән[1]. Объекттарҙың үҙенсәлектәренең һаны тураһында мәғлүмәтте тәғәйен теүәллек һәм дөрөҫлөк менән алыу метрология предметы булып тора; бының норматив базаһы — метрология стандарттары.

Метрология
Рәсем
 Метрология Викимилектә

Метрология төп өс киҫәктән тора:

  • Теоретик йәки фундаменталь — дөйөм теоретик проблемаларҙы ҡарай[2] (физик дәүмәлдәр үлсәмдәренең теорияһын, берәмектәрен, үлсәү ысулдарын эшләү).
  • Ҡулланма — теоретик метрология эшләнмәләрен ғәмәлдә ҡулланыу мәсьәләләрен өйрәнә. Метрологик тәьминәт һорауҙарын ҡарай.
  • Ҡануниәт — физик дәүмәл берәмектәрен, үлсәү ысулдары һәм сараларын ҡулланыу буйынса мотлаҡан техник һәм юридик талаптарҙы булдыра.

Метро́лог — метрология белгесе.

Метролог

Метрологияның маҡсаттары һәм бурыстары

үҙгәртергә
  • дөйөм үлсәмдәр теорияһын булдырыуү;
  • физик дәүмәлдәр берәмектәрен һәм берәмектәр системаһын хасил итеү;
  • үлсәү ысулдарын һәм сараларын, үлсәмдәрҙең теүәллеген билдәләү ысулдарын, үлсәмдәр берҙәмлеген һәм үлсәм сараларының бер төрлөлөгөн тәьмин итеү нигеҙҙәрен эшләү һәм стандартлаштырыу (йәғни «ҡануни метрология»);
  • үлсәү эталондарын һәм өлгө сараларын булдырыу, үлсәмдәрҙе һәм үлсәү сараларын тикшереү. Физик константалар нигеҙендә эталондар системаһын эшләү был йүнәлештәге бурыстарҙың береһе булып тора.

Метрология шулай уҡ үлсәмдәр системаһының, аҡса берәмектәренең һәм хисаптың тарихи үҫешен өйрәнә.

Метрологияның аксиомалары

үҙгәртергә
  1. Үлсәүҙең ниндәйе лә — сағыштырыу ул.
  2. Үлсәүҙең ниндәйен дә априори мәғлүмәтһеҙ алыу мөмкин түгел.
  3. Һәр үлсәүҙең һөҙөмтәһе, ҡиммәтте түңәрәкләмәгәндә, осраҡлы дәүмәл булып тора.

Метрологияның терминдары һәм билдәләмәләре

үҙгәртергә
  • Үлсәмдәр берҙәмлеге — үлсәмдәр берҙәмлеге тәьмин ителгәндә үлсәү һөҙөмтәләре законлаштырылған берәмектәрҙә сағылдырыла, был берәмектәрҙең үлсәмдәре беренсел эталондарҙан күсереп алынған берәмектәрҙең үлсәмдәренә тиң була, үлсәү һөҙөмтәләрендәге хаталар билдәләнгән ихтимал сиктәрҙән ашмай.
  • Физик дәүмәл  — физик объект үҙсәнлектәренең береһе, был үҙсәнлек сифат йәһәтенән күпселек физик объекттар өсөн дөйөм, әммә һан яғынан уларҙың һәр береһе өсөн айырым була.
  • Үлсәү — физик дәүмәл берәмеген һаҡлаған техник сараны ҡулланыу буйынса операциялар йыйылмаһы; был операциялар үлсәнеүсе дәүмәл менән уның берәмеге араһындағы нисбәтте табыуҙы һәм ошо дәүмәлдең ҡиммәтен билдәләүҙе тәьмин итә.
  • Үлсәү сараһы  — үлсәү өсөн тәғәйенләнгән техник сара, нормалаштырылған метрологик тасуирламаларға эйә.
  • Тикшереү  — үлсәү сараларының метрологик талаптарға яуап биреүен раҫлау маҡсатындағы операциялар йыйылмаһы.
  • Үлсәү хатаһы  — үлсәү һөҙөмтәһенең үлсәнеүсе дәүмәлдең ғәмәлдәге ҡиммәтенән тайпылыуы.
  • Үлсәү сараһының хатаһы — физик дәүмәлде үлсәгәндә үлсәү сараһы күрһәткесе менән үлсәнеүсе физик дәүмәлдең ғәмәлдәге ҡиммәте араһындағы айырма.
  • Үлсәү сараһының теүәллеге  — үлсәү сараһының уның хаталаныуы нулгә яҡын булыуын һүрәтләгән сифат тасуирламаһы.
  • Лицензия — дәүләт метрология хеҙмәте органы тарафынан уға беркетелгән территорияла физик йә юридик берәмеккә үлсәү сараларын етештереү һәм ремонтлау эшмәкәрлегенә бирелгән рөхсәт.
  • Дәүмәл берәмеге эталоны  — дәүмәл берәмеген тапшырыу, һаҡлау һәм ҡабатлау өсөн тәғәйенләнгән техник сара.

Метрология тарихы

үҙгәртергә

Метрологияның тарихы антик осорҙарҙан килә, хатта Библияла ла телгә алына[3]. Метрологияның боронғо формалары урындағы властар тарафынан үҙбелдекле ябай стандарттар урынлаштырыуҙан ғибәрәт була. Улар йыш ҡына ҡул оҙонлоғо кеүек иң ябай көндәлек үлсәмдәрҙән тора. Иң тәүге стандарттар оҙонлоҡ, ауырлыҡ, ваҡыт үлсәү өсөн индерелә, улар сауҙала һәм көндәлек эшмәкәрлектә ҡулланыла.

Яңы мәғәнәһенә метрология сәнәғәт революцияһы һөҙөмтәһендә эйә була, уға ихтыяж етештереү күләме ныҡлы артҡанға тыуа.

Метрология үҫешенең мөһим тарихи баҫҡыстары:

  • XVIII быуат  — метр эталонын булдырыу (эталон Францияла, Үлсәмдәр һәм үлсәүҙәр музейында һаҡлана; хәҙерге ваҡытта фәнни ҡорамал булыуға ҡарағанда ҙурыраҡ дәрәжәлә тарихи экспонат булып хеҙмәт итә);
  • 1832 йыл — Карл Гаусс тарафынан берәмектәрҙең абсолют системалары хасил ителә;
  • 1875 йыл — халыҡ-арай Метрик конвенцияға ҡул ҡуйыла;
  • 1960 йыл — Халыҡ-ара берәмектәр системаһы (СИ) эшләнә һәм индерелә;
  • XX быуат — айырым илдәрҙең метрологик тикшеренеүҙәре Халыҡ-ара метрология ойошмалары тарафынан көйләнә.

Рәсәй метрологияһы баҫҡыстары:

Бөтә донъя метрология көнө йыл һайын 20 майҙа билдәләнә. Байрамды Халыҡ-ара Үлсәмдәр һәм үлсәүҙәр комитеты 1999 йылдың октябрендә үҙенең 88-се ултырышында индерә.

СССР-ҙа метрология

үҙгәртергә

СССР-ҙа метрология дәүләт дисциплинаһы булараҡ үҫә, сөнки индустриалләштереү һәм оборона-сәнәғәт комплексын үҫтереү үлсәмдәрҙә юғары теүәллек талап итә. СССР-ҙа метрологияға ҡараған төшөнсәләрҙе дәүләт көйләй, стандартлаштырыу талап ителгән бөтә нәмәгә ГОСТ-тар булдырыла. Ә сит илдәрҙә метрология менән дәүләткә ҡарамаған ойошмалар, мәҫәлән, ASTM, шөғөлләнә.

БДБ илдәрендә дәүләт стандарттары (эталондар) өҫтөнлөклө булып ҡалыуын дауам итә.

Метрологияның йүнәлештәре

үҙгәртергә
  • Авиация метрологияһы[4]
  • Химия метрологияһы
  • Медицина метрологияһы
  • Биометрия

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Бөтә донъя метрология көнө
  • Метрология институты
  • Стандартлаштырыу
  • Сығымдарҙы үлсәү ҡорамалдарын тикшереү ҡулайламаһы
  • Үлсәүҙәрҙеү төп тигеҙләмәһе
  • Баҫымды үлсәү

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Метрология. Основные термины и определения. — Рекомендации по межгосударственной стандартизации
  2. РМГ 29-2013 ГСИ. Метрология. Основные термины и определения, РМГ от 05 декабря 2013 года №29-2013. docs.cntd.ru. Дата обращения: 30 август 2016.
  3. Неверные весы — мерзость пред Господом, но правильный вес угоден Ему. (Прит. 11:1)
  4. Сергеев. Крохин. Метрология / Сергеев. — Учебник. — Москва: Логос, 2002.