Исҡужина Миңзифа Усман ҡыҙы
Исҡужина Миңзифа Усман ҡыҙы (15 ғинуар 1965 йыл) — йырсы. 2000 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының «Далан» эстрада төркөмө вокалсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы , «Яҙғы тауыштар» республика йыр конкурсы лауреаты.
Исҡужина Миңзифа Усман ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 15 ғинуар 1965 (59 йәш) |
Тыуған урыны | Темәс, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | йырсы |
Эш урыны | Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы |
Уҡыу йорто |
Өфө сәнғәт училищеһы Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты |
Башҡарыусы/артист | вокалист[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәМиңзифа Усман ҡыҙы Исҡужина 1965 йылдың 15 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Темәс ауылында тыуған. Урта белемде Темәс мәктәбендә ала. Бала саҡтан йыр-моңдо һөйгән, гармунда өҙҙөрөп уйнаған ҡыҙҙың сәнғәткә юлы ҡатмарлы ғына була. Башта Баймаҡ һөнәрселек училищеһында һатыусы һөнәрен үҙләштереп, Темәстә һатыусы булып эшләй. Артабан Өфө моторҙар эшләү заводында токарь була[1]. 21 йәшендә генә Өфө сәнғәт училищеһына килә, Фәрзәнә Сәғитова класында уҡый. Артабан Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай[1].
Йырсы бер нисә тапҡыр үҙ тамашасылары өсөн соло концерттары менән сығыш яһаны. Ул башҡорт композиторҙарының йырҙарын (З. Исмәғилев, «Былбылым»; Х.Әхмәтов, «Тыуған ауылым»; Б.Ғайсин, «Ике аҡҡош»; А.Туҡтағолов, «Мөхәббәт») һәм башҡорт халыҡ йырҙарын («Бала ҡарга», «Шәүрә», «Һандуғас» һәм башҡалар) бер рәттән ҙур оҫталыҡ менән йырлай[2].
Миңзифа Исҡужинаның концерт программалары һәр ваҡытта бай һәм масштаблы, үҙенең йырҙарын «Далан» эстрада төркөмө, Башҡортостан Республикаһының халыҡ инструменттары милли оркестры, филармонияның эстрада-джаз оркестры һәм Башҡортостан Республикаһының академия хор капеллаһы оҙатыуында йырлай[2].
«Далан» эстрада төркөмө вокалисткаһы булараҡ[3] Төркиә Республикаһында Башҡортостан Республикаһы көндәрендә (Истанбул, 2006—2008), Һарытауҙа, Мәскәүҙә, Ырымбурҙа (2007), Санкт-Петербургта (2008) лайыҡлы сығыш яһаны[2].
«Рәсәй Федерацияһы башҡорттары» Федераль программаһы сиктәрендә Рәсәй төбәктәре буйынса һабантуйҙарҙа ҡатнаша һәм гастролдәргә сыға. Тәбиғәттән бирелгән абсолют ишетеү һәләте уға вокаль материалды ҡыйынлыҡһыҙ үҙләштереү, башҡарылған әҫәрҙе тамашасыларға түкмәй-сәсмәй еткереү өсөн ҙур мөмкинлектәр бирә, ул һәр ваҡыт репертуарын яңыртып тора, үҙ оҫталығы өҫтөндә даими эшләй[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы
- «Яҙғы тауыштар» республика конкурсы лауреаты[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Баймаҡ еренең күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик белешмә. Баймаҡ ҡалаһы. 2010 йыл, 63 бит.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 https://bashmusic.net/ru/music/ispolniteli-music-profile/view/playlist/id/293 Искужина Минзифа Усмановна
- ↑ 3,0 3,1 3,2 ИСКУЖИНА Минзифа Усмановна
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Баймаҡ еренең күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик белешмә. Баймаҡ ҡалаһы. 2010 йыл, 63 бит.
- Минзифа Искужина выступит с сольной программой
- ИСКУЖИНА Минзифа Усмановна
- Искужина Минзифа Усмановна
Видеояҙмалар
үҙгәртергә- Автограф. Заслуженная артистка Башкортостана Минзифа Искужина(недоступная ссылка)
- Минзифа Искужина - Ауылым тирэктэре 2021 йыл 25 апрель архивланған.
- Миңзифа Исҡужина - Балаларыма 2021 йыл 25 апрель архивланған.