Ырымбур өлкәһе (рус. Оренбургская область) — өлкә, Рәсәй Федерацияһы субъекты, Көньяҡ Уралда урынлашҡан, Волга буйы Федераль округына ҡарай. Өлкә үҙәге — Ырымбур ҡалаһы. Территорияһы 123 732 км². Халҡы 2 032 915 кеше (2010).

Рәсәй Федерацияһы субъекты

Ырымбур өлкәһе
Оренбургская область

Флагы Гербы
Ырымбур өлкәһе флагы Ырымбур өлкәһе гербы

Административ үҙәк

Ырымбур

Майҙаны

29-сы

- Барлығы
- һыу өҫтө %

123 732 км² км²
0,1

Халҡы

24

- Барлығы
- Тығыҙлыҡ

1 994 762[1] (2016)

16,3 кеше/км²

Федераль округ

Волга буйы

Иҡтисади район

Урал

Губернатор

Берг Юрий Александрович

Ырымбур өлкәһе Закондар сығарыу йыйылышы Рәйесе

Грачёв Сергей Иванович

РФ субъекты коды

56

ISO 3166-2 коды

RU-ORE

Сәғәт бүлкәте

YEKT һәм Азия/Екатеринбург[d][2]

Бүләктәре:

Ленин ордены  — 1956 Ленин ордены  — 1968
Ырымбур мамыҡ шәле Рәсәйҙең почта маркаһы, 2013 йыл,  (ЦФА (ИТЦ «Марка») № 1715)

Ҡаҙағстан (Көнсығыш Ҡаҙағстан, Аҡтүбә, Ҡостанай өлкәләре), Башҡортостан һәм Татарстан республикалары, Һамар, Һарытау һәм Силәбе өлкәләре менән сиктәш.

Өлкәлә башҡорттар нигеҙ һалған 135 ауыл бар[3].

Ырымбур өлкәһе тарихы Ырымбур экспедицияһынан башлана, 1744 йылда ойошторолған Ырымбур губернаһы тарихы менән бәйле.

Ҡарағыҙ: Ырымбур экспедицияһы
Ҡарағыҙ: Ырымбур губернаһы

Өлкәләге власть

үҙгәртергә

Өлкә Уставына ярашлы дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу йүнәлештәренә бүленә. Өлкә Губернаторы, Хөкүмәте, Закондар сығарыу йыйылышы һәм Рәсәй Президентының тулы хоҡуклы вәкиле резиденцияһы 1936—1939 йылдарҙа Дом Советов тип төҙөлгән йортта урынлашҡан[4]

Башҡарма власть

үҙгәртергә

Ырымбур өлкәһе Губернаторы — өлкәләге иң юғары вазифа.

Өлкә губернаторҙары

үҙгәртергә

Суд власы

үҙгәртергә

Ырымбур өлкәһе суд системаһы составында:

  1. Ырымбур өлкәһе өлкә суды — Рәсәйҙен юғары судының түбәнге инстанция суды
  2. Ырымбур өлкәһе арбитраж суды — Рәсәйҙен юғары судының түбәнге инстанция суды

Закондар сығарыу власы

үҙгәртергә

Ырымбур өлкәһенең Закондар сығарыу йыйылышы — Ырымбур өлкәһенең юғары закондар сығарыу органы. Йыйылышҡа 47 депутат һайлана.

Өлкәлә 2 008 535 кеше йәшәй.

Милли состав

үҙгәртергә
Халыҡ Һан, 2010 йылда[5].
Урыҫтар 1 519 525 (75 ,9 %)
Татарҙар 151 492 (7 ,6 %)
Ҡаҙаҡтар 120 262 (6 ,0 %)
Украиндар 49 610 (2 ,5 %)
Башҡорттар 46 696 (2 ,3 %)
Мордвалар 38 682 (1 ,9 %)
Немецтар 12 165 (0 ,6 %)
Сыуаштар 12 492 (0 ,6 %)
Әрмәндәр 10 547 (0 ,5 %)
Әзербайжандар 7 421 (0 ,4 %)
Белорустар 5 590 (0 ,3 %)
Иҫәптәре 5 меңдән ашыу халыҡтар күрһәтелгән

Административ ҡоролош

үҙгәртергә

Өлкәлә 35 район, 12 ҡала һәм 1 ябыҡ административ-территориаль берәмек — Комаровск ҡасабаһы[6].

Муниципаль райондар һәм ҡала округтары

үҙгәртергә
  1. Абдулла районы
  2. Адамовка районы
  3. Аҡбулаҡ районы
  4. Александровка районы
  5. Әсекәй районы
  6. Беляевка районы
  7. Боғорослан районы
  8. Быҙаулыҡ районы
  9. Гай ҡала округы
  10. Грачёвка районы
  11. Домбаровка районы
  12. Илек районы
  13. Кваркено районы
  14. Красногвардейск районы
  15. Ҡыуандыҡ ҡала округы
  16. Ҡорманай районы
  17. Матвеевка районы
  18. Новоорск районы
  19. Новосергиевка районы
  20. Октябрьский районы
  21. Ырымбур районы
  22. Первомайский районы
  23. Переволоцк районы
  24. Пономарёвка районы
  25. Һаҡмар районы
  26. Һарыҡташ районы
  27. Светлый районы
  28. Северный районы
  29. Соль-Илецк ҡала округы
  30. Сорочинск ҡала округы
  31. Ташлы районы
  32. Тоцк районы
  33. Төйлөгән районы
  34. Шарлыҡ районы
  35. Ясный ҡала округы
  1. Абдулла
  2. Боғорослан
  3. Быҙаулыҡ
  4. Гай
  5. Ҡыуандыҡ
  6. Медногорск,
  7. Новотроицк
  8. Ырымбур
  9. Орск
  10. Соль-Илецк
  11. Сорочинск
  12. Ясный

Башҡорт халҡының тормошонда өлкә роле

үҙгәртергә

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Өлкәлә тыуған башҡорттар — Советтар Cоюзы Геройҙары

үҙгәртергә

Өлкәлә тыуған башҡорт әҙиптәре һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә