Миһранов Әнүәр Низам улы

совет һәм партия органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. 1962—1966 йылдарҙа хеҙмәтсәндәр депутаттарының Мәсетле район Советы

Миһранов Әнүәр Низам улы (1922 — ????) — совет һәм партия органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, лейтенант. 19621966 йылдарҙа хеҙмәтсәндәр депутаттарының Мәсетле район Советы башҡарма комитеты рәйесе.

Миһранов Әнүәр Низам улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1922
Тыуған урыны Ҡалмаҡтар ауылы, Салауат ауыл советы, Салауат районы
Хәрби звание лейтенант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ватан һуғышы ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Әнүәр Низам улы Миһранов 1922 йылда («Память народа» сайтында 1920 йылғы тип яҙылған[1]) (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Ҡалмаҡтар ауылында тыуған. БАССР-ҙың Малаяҙ районы Ҡаратаулы мәктәбендә белем ала.

1940 йылда Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына хеҙмәткә алына.

Тормош һәм хеҙмәт юлы

үҙгәртергә

1941 йылдың октябренән 1942 йылдың декабренә тиклем лейтенант Миһранов Әнүәр Низам улы Көнбайыш, Калинин фронттары составындағы 39-сы армия 262-се уҡсылар дивизияһы 212-се һауа-десант бригадаһында 950-се уҡсылар ротаһы командиры дәрәжәһендә дошман менән алышҡан.

1942 йылда ҡаты яралана.

1947 йылдың 22 авгусында демобилизациялана.

19621966 йылдарҙа хеҙмәтсәндәр депутаттарының Мәсетле район Советы башҡарма комитеты рәйесе булып эшләй.

Һуңғы хеҙмәт урыны — Эҫем ҡалаһындағы механика заводының төҙөлөш буйынса директор урынбаҫары.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • ЦАМО. Шкаф 135. Ящик 1.
  • ЦАМО. Шкаф 38, ящик 14

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә