Фәхретдинов Ғабдрахман Ризаитдин улы

Фәхретдинов Ғабдрахман Ризаитдин улы (15 ғинуар 1887 йыл1936 йыл) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәренең береһе, «Башҡорт хөкүмәтенең теле» гәзите мөхәррире. Сәйәси золом ҡорбаны.

Фәхретдинов Ғабдрахман Ризаитдин улы
Тыуған көнө

15 ғинуар 1887({{padleft:1887|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Вафат булған көнө

1936

Ил

 СССР

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғабдрахман Ризаитдин улы Фәхретдинов 1887 йылдың 15 ғинуарында Һамар губернаһы Бөгөлмә өйәҙенең (хәҙерге Татарстан Республикаһының Әлмәт районы) Кисеүсат ауылында тыуған. Күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе Ризаитдин Фәхретдиновтың улы.

1891 йылда Ғабдрахман Фәхретдиновтың атаһы Өфөгә күсеп килә, Мосолмандар диниә назаратында ҡазый булып хеҙмәт итә. 1906 йылда Ырымбур ҡалаһына күсә. «Ваҡыт» гәзитендә мөхәррир ярҙамсыһы, унан «Шура» журналы мөхәррире булып эшләй.

Ғабдрахман Өфө һәм Ырымбур ҡалаларында белем ала. Атаһы менән бергә «Ваҡыт» гәзите, «Шура» журналы редакцияһында эшләй. 1916 йылда Беренсе донъя һуғышына мобилизацияланып, Румын фронтында баш мулла булып хеҙмәт итә.

1917 йылдың декабрендә III Дөйөм Башҡорт ойоштороу ҡоролтайында ҡатнаша. Йыйын мәлендә ҡоролтай рәйесе Зәки Вәлидиҙең ярҙамсыһы була. Атаһы Ризаитдин Фәхретдинов менән бергә Башҡортостан автономияһының юғары закондар сығарыу органы — Кесе ҡоролтай (предпарламент) составына һайлана.

Башҡорт хөкүмәте ҡулға алынғандан һуң, 1918 йылдың мартынан, Ғабдрахман Фәхретдинов Ырымбур губкомы янындағы Мосолман эштәре буйынса комиссариатта эшләй. Бында ул матбуғат эштәре буйынса бүлекте етәкләй. 1918 йылдың июлендә, Ырымбур Дутовтың ҡулына күскәс, Стәрлетамаҡҡа ҡаса.

1918 йылдың авгусында Башҡорт хөкүмәте Ырымбурға ҡайтҡас, хөкүмәттең мәғлүмәт бүлеге мөдире итеп эшкә алына. Башҡорт хөкүмәтенең Ырымбур хәрби бүлеге сығарған «Башҡорт тауышы» гәзите менән Силәбелә баҫылған «Башҡорт» гәзите урынына берләштерелгән «Башҡортостан хөкүмәтенең хәбәрҙәре» ( (рус.) «Вестник Правительства Башкирии») гәзите сығарыла башлай. Хөкүмәт баҫмаһын сығарыу эше Ғабдрахман Фәхретдиновҡа йөкмәтелә. Гәзиттә Башҡорт хөкүмәтенең фармандары, төрлө мәҡәләләр баҫыла.

1918 йылдың декабрендә, Дутов менән мөнәсәбәте тамам боҙолоп, Башҡорт хөкүмәте Ырымбурҙан күсенергә мәжбүр була. Артабанғы документтарҙа Ғабдрахман Фәхретдиновтың исеме осрамай. Ул Ырымбурҙа ҡалған булһа кәрәк. Ул икенсе тапҡыр Башҡорт хөкүмәтенә, дөрөҫөрәге Башревкомға, эшкә 1919 йылдың сентябрендә инә.

1919 йылдың 24 сентябрендә Ғабдрахман Фәхретдинов Башҡорт Совет Республикаһының Социаль тәьминәт халыҡ комиссариаты коллегияһы ағзаһы итеп тәғәйенләнә. Сентябрь-октябрь айҙарында Өфө губернаһы властарынан автономияға ингән башҡорт волостарын ҡабат ҡайтарыу буйынса комиссия составында эшләй. Бер үк ваҡытта, комиссар Илдархан Мутин урынына, республиканың Социаль тәьминәт комиссары вазифаһын башҡара. 1920 йылдың апреленән Башҡортостандың Дәүләт нәшриәте коллегияһы ағзаһы, артабан нәшриәт мөдире урынбаҫары булып эшләй. 1923—1924 йылдарҙа БАССР хөкүмәтендә (Башсовнарком) тәржемәсе булып эшләй. Хөкүмәт ҡарарҙары, бойороҡтарын башҡортсаға тәржемә итеү эше менән шөғөлләнә.

20-се йылдар башында Ғабдрахман Фәхретдинов башҡорт халҡының тарихын өйрәнә, материалдар туплай. Ошо эштең һөҙөмтәһе булып, 1925 йылда уның «Башҡорт тарихы» тигән китабы донъя күрә. Ул хеҙмәтендә боронғо дәүерҙәрҙән алып хәҙерге көндәргә, йәғни Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһы барлыҡҡа килгән ваҡытҡа тиклем, башҡорт халҡының тарихына байҡау яһай. «Ғабдрахман Фәхретдиновтың „Башҡорт тарихы“ иһә, йәш республиканың рәсми рәүештә үҙ тарихына ғәҙел бер ҡараш ташлау ынтылышы өлгөһө булып тора», — ти милли матбуғат тарихын өйрәнеүсе Р. Рәжәпов.

Атаһы, Үҙәк диниә назараты мөфтөйө Ризаитдин Фәхретдиновтың, вафатынан һуң, 1936 йылдың июлендә НКВД органдары Ғабдрахман Фәхретдиновты ҡулға ала. Уны атаһының контрреволюционерҙар менән бәйләнешен йәшереүҙә ғәйепләйҙәр. Ярты йыл тирәһе НКВД органдары ҡулында, Өфө төрмәһендә ултыра. 1936 йылдың аҙағында шунда вафат була.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Башҡорт тарихы. — Өфө, 1925.
  • Хадыев М., Фахретдинов А. История башкир. — Уфа: Китап, 2007. — 136 с. — ISBN 978-5-295-04231-7. (рус.)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • История башкирских родов. Юрми. Том 21 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, А. Г. Салихов, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН; ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2016. — С. 112—118. — 716 с. — ISBN 978-5-85051-605-5.
  • Ярмуллин А. Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәре хаҡында ҡыҫҡаса биографик очерктар. Өфө, 2009. 174—175 биттәр.

Һылтанмалар

үҙгәртергә