Ғайсин Шакир Әхмәтдин улы
Ғайсин Шакир Әхмәтдин улы (15 ғинуар 1904 йыл — 4 октябрь 1969 йыл) — ғалим-агроном, юғары мәктәп эшмәкәре. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1949). Башҡорт АССР-ы атҡаҙанған фән эшмәкәре (1964). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949).
Ғайсин Шакир Әхмәтдин улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 15 ғинуар 1904 |
Тыуған урыны | Исмәғил, Туҙлыҡыуыш ауыл Советы (Бәләбәй районы), Бәләбәй районы |
Вафат булған көнө | 4 октябрь 1969 (65 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | агроном |
Уҡыу йорто | Һарытау дәүләт аграр университеты |
Ғилми дәрәжә | ауыл хужалығы фәндәре кандидаты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәҒайсин Шакир Әхмәтдин улы 1904 йылдың 15 ғинуарында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бәләбәй районы) Исмәғил ауылында тыуған.
1930 йылда Һарытау ауыл хужалығы институтын тамамлаған[1].
1930 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институтында директор ярҙамсыһы булып эшләгән.
1933 йылдан Башҡортостан АССР-ының Эске эштәр халыҡ комиссариатының Яңауыл район бүлеге начальнигының урынбаҫары вазифаһын башҡарған.
1937 йылдан Башҡортостан өлкә колхоз рәйестәре мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгән.
1939 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институтында уҡытҡан.
1940 йылдан Башҡортостан баҫыу тәжрибә фәнни-тикшеренеү станцияһында өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1942 йылдан ошо станцияның директоры була.
1945 йылдан ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының ауыл хужалығы бүлеге мөдиренең урынбаҫары вазифаһын башҡарған.
1950 йылдан Башҡортостан АССР-ы ауыл хужалығы министрының урынбаҫары вазифаһын үтәй.
1952 йылдан — СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Биология институтында директоры[1].
1956—1965 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты бүлегенең мөдире була.
1969 йылдың 4 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат булған.
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәФәнни хеҙмәттәре борсаҡ, бойҙай, арпа һәм башҡа баҫыу культураларының агротехникаһын уйлап сығарыуға, тупраҡтарҙы эрозиянан һаҡлау буйынса сараларҙың агротехникаһына арналған. Шакир Ғайсин — 40-ҡа яҡын фәнни хеҙмәт авторы[1].
- Хеҙмәттәре
- О ветровой эрозии почв в Башкирии. — Уфа, 1958.
- Занятые пары в Башкирии. — Уфа, 1963.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Исмагилов Р. Р. Гайсин Шакир Ахматдинович // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.