Ро́за Люксембу́рг (нем. Rosa Luxemburg, пол. Róża Luksemburg, ысын исеме Rosalia Luxenburg — Розалия Люксенбург, псевд. Róża Kruszyńska, Maciej Rózga, Spartakus; 5 март 1871 йыл, Замосць, Польша короллеге, Рәсәй империяһы — 15 ғинуар 1919 йыл, Берлин) — марксизм теоретигы, философ, иҡтисадсы һәм публицист. Немец һәм Европаның революцион һул социаль-демократияһының иң йоғонтоло һәм абруйлы эшмәкәрҙәренең береһе.

Роза Люксембург
Rosa Luxemburg
Исеме:

Rosalia Luxenburg
(Розалия Люксенбург)

Тыуған:

5 март 1871({{padleft:1871|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})

Тыуған урыны:

Рәсәй империяһы Польша Люблин губернаһы, Замостье ҡалаһы

Вафат:

15 ғинуар 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (47 йәш)

Вафат урыны:

Берлин,
Веймар Республикаһы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Белеме:

Цюрих университеты

Ғилми дәрәжәһе:

юридик фәндәр докторы

Дине:

атеизм

Партия:

Социал-демократическая партия Германии[d], Германия коммунистар партияһы, Независимая социал-демократическая партия Германии[d], Союз Спартака[d] һәм Литва һәм Польша короллеге социал-демократияһы[d]

Эшмәкәрлек төрө:

сәйәсмән, фәлсәфәсе, революционер, иҡтисадсы, журналист, мөхәррир, политический теоретик, ботаника коллекционеры, магистр экономики, публицист, мөхәррир, доцент

Атаһы:

Eliasz Luxemburg III

Әсәһе:

Line Löwenstein

Ире:

Густав Любек (фиктив никах)

Автограф

Автограф

 Роза Люксембург Викимилектә

XX быуат башында Германиялағы беренсе марксистик ойошма булған һәм һуғышҡа ҡаршы эш алып барған "Спартак союзы"н һәм артабан Германия Коммунистар партияһын нигеҙләүселәрҙең береһе. 1919 йылдың ғинуарында спартаксыларҙың баш күтәреүе баҫтырылғандан һуң, көрәштәше Карл Либкнехт менән бергә тотола һәм үлтерелә. XXI быуат башында генетик экспертиза эшләнә һәм эксперттар Берлиндағы каналда табылған мәйет Роза Люксембург түгел тигән фекергә килә.

Биографияһы

үҙгәртергә

Розалия Люксенбург 1871 йылдың 5 мартында Рәсәй империяһы Польша батшалығындағы Люблин губернияһы Замосць (Замостье) ҡалаһында бай йәһүд ғаиләһендә тыуа[1]. Атаһы — Элиаш Люксембург (1830—1900) (ағас менән һатыу иткән коммерсант), әсәһе — Лина Лёвенштейн (1835—1897). Юлиан Семёнов «Горение» романында Рәсәйҙә Роза Люксембургты «Эдуардовна» тип йөрөткәндәр тип яҙа.

Ғаиләлә немец һәм поляк телендә аралашҡандар, Роза урыҫ телен дә өйрәнгән.Варшавала ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһын тамамлаған. Гимназияла бик һәйбәт уҡыған, шул йылдарҙа революцион эшмәкәрлек менән шөғөлләнә башлай[1].

1889 йылда Польшалағы тыйылған «Пролетариат» партияһында торған өсөн полиция эҙәрлекләүенән ҡасып, Швейцарияға китә. Бында ул политэкономия, юриспруденция, философияны ныҡлап өйрәнә. Студенттар араһында революцион эшмәкәрлек менән шөғөлләнә, поляк сәйәси эмигранттары менән эш алып бара. Шулай итеп, Польша социал-демократтар партияһын булдырыуға тәүге аҙымдар яһала. Люксембург Польша социалистик партияһына ҡаршы көрәшә. Бында ул Лео Йогихес менән осраша (рус революционерҙары уны «Тышка» тип йөрөтә).

1893 йылда Роза Ян Тышка, Юлиан Мархлевский, Адольф Варский һәм башҡалар менән Польша һәм Литва короллеге социал-демократик партияһына нигеҙ һалыуҙа ҡатнаша, уның «Справа роботнича» гәзитенең етәксеһенә әйләнә. Шул уҡ ваҡытта ул Польша социалистик партияһы менән аяуһыҙ көрәшә, ә Георгий Плеханов һәм Фридрих Энгельс быға ризаһыҙлыҡ белдерә.

 
Рәсәй революцияһында мөһим роль уйнаған Александр Парвус менән Роза Люксембург

1897 йылда Роза Люксембург «Польша сәнәғәте үҫеше» темаһына диссертация яҡлай, хоҡуҡ ғилеме докторы дәрәжәһен ала. 1898 йылда ул Германияға күсә[1].

Германия гражданлығын алыр өсөн ул Густав Любекҡа кейәүгә сыға, ләкин уның менән йәшәмәй. 1907 йылда уның Константин Цеткин менән (1885—1980) (Клара Цеткиндың улы) оҙайлы мөнәсәбәте башлана (600-гә яҡын хат һаҡланған)[2]. Константин уның Штутграртта Икенсе Интернационал ултырышындағы телмәрен ишетеп, хайран ҡала. Клара Цеткиндың икенсе ире Георг Фридрих Цундель менән айырылышыуы һәм Константиндың Роза менән ташлашыуы уларҙы яңынан дуҫлаштыра. Улар Клараның өйөндә күрешә, бер-береһе менән хат яҙыша башлай[3]. Роза башҡаса кеүйәүгә сыҡмай, уның балалары ла булмай. Оҙаҡламай ул Германия социал-демократик партияһының һул яғында әүҙем ағза булып китә (СДПГ). Роза үҙен журналист һәм оратор итеп күрһәтә. Польшала һәм Германияла ул барлығы 4 йыл ғүмерен төрмәлә үткәрә (башлыса Беренсе донъя һуғышы ваҡытында)[4]. Ул Плеханов, Август Бебель, Ленин, Жан Жорес менән таныша, улар менән бәхәскә инә.

1906 йылдың йәйендә ул Финляндияла «Массовая забастовка, партия и профсоюзы» (1906, рус телендә — «Всеобщая забастовка и немецкая социал-демократия», 1919) тигән хеҙмәтен яҙа. Унда беренсе рус революцияһы тәжрибәһен йомғаҡлай һәм был тәжрибәне Германия революцион хәрәкәте мәсьәләләре менән берләштерә. Брошюраны Ленин юғары баһалай.

Икенсе Интернационалдың Штутгарттағы когресында (1907) Люксембург Ленин менән бергә Август Бебелдең империалистик һуғышҡа һәм милитаризмға ҡараш буйынса резолюцияһына ҡаршы сыға (Бебель һуғыш осоронда эшселәр ғәҙәти көрәш сараларын ғына ҡулланырға тейеш тип иҫәпләй). Улар әгәр империалистик һуғыш була ҡалһа, килеп тыуасаҡ кризисты буржуазияны ҡолатыр өсөн файҙаланып ҡалырға кәрәк тигән төҙәтмә тәҡдим итә.

 
de]] (Emanuel Wurm).
Среди студентов: левый ряд, слева во втором ряду — Вильгельм Пик, правый ряд, третий ряд слева — Фридрих Эберт.

Германияла

үҙгәртергә

1907 йылда Люксембург бөтөнләйгә Германияға күсә. Беренсе донъя һуғышына тиклем үк Роза Люксембург буржуазия менән килешеү мәмкинлеген инҡар итмәгән Германия социал-демократик партияның етәкселеге, шул иҫәптән Карл Каутский менән араһын өҙә. Бер нисә йыл Роза һул радикал хәрәкәт башында тора.

 
Клара Цеткин менән Роза Люксембург (уң яҡта). 1910

Беренсе урыҫ революцияһы (1905—1907) һәм Беренсе донъя һуғышы араһында Люксембург империализм үҫеше мәсьәләләренә иғтибар итә башлай. Бер нисә йыл ул Берлинда СДПГ-ның Үҙәк партия мәктәбендә политэкономия һәм тарих уҡыта[5]. Уның «Накопление капитала» (1913) тигән хеҙмәте «люксембурглыҡ» тип аталған йүнәлеште башлап ебәрә[6]. 1913 йылда һуғышҡа ҡаршы телмәре өсөн Люксембург бер йыл төрмәгә хөкүм ителә. Һуғыш башланғас, ул һуғышҡа ҡаршы агитация алып бара, "Интернационал"да бер төркөм башында тора. Һуғыш ваҡытында — интернационалист булараҡ сығыш яһай, Карл Либкнехт менән бергә «Спартак союзын» (уның нигеҙендә Германия Коммунистар партияһы булдырыла) төҙөй.

1915 йылдың 18 февралендә Майндағы Франкфурт ҡалаһындағы сығышынан һуң Роза Люксембург ҡулға алына һәм бер йыл төрмәлә ултыра. Бер йылдан һуң уны сығаралар, ләкин өс айҙан ул тағы төрмәгә эләгә (1916). Был юлы уны ике йыл ярымға хөкүм итәләр. Ләкин төрмәлә лә Роза агитация һәм пропаганда эшен дауам итә. Ул йәшерен генә һуғышҡа ҡаршы брошюралар, листовкалар һәм саҡырыуҙар яҙа һәм төрмәнән иптәштәренә ебәрә. «Юниус» тигән псевдоним аҫтында ул[7] «Кризис социал-демократии» тигән брошюра яҙа, был хеҙмәтендә ул II Интернационалдың тарҡаласағын һәм III Интернационал тыуасағын күҙаллай. Владимир Ленин был 1916 йылдың июнендә сыҡҡан брошюраны уҡығас, авторҙың кем икәнен белмәһә лә, уны бик маҡтай[8].

1918 йылдың сентябрендә Роза яҙған хеҙмәттәрҙе Пауль Леви 1922 йылда «Русская революция. Критическая оценка слабости» тигән исем аҫтында нәшер итә. Роза Люксембург Ленин тәҡдим иткән «пролетариат диктатураһы» (пролетар диктатураһы тип йөрөтөлә) бер аҙҙан нимәгә әүреләсәген алдан күрә:

Тотош илдә ирекле сәйәси тормош баҫылыу менән Советтарҙа ла тормош ҡотолғоһоҙ яйлап үлә. Ирекле һайлауҙарһыҙ, матбуғаттың һәм йыйылыштарҙың сикләнмәгән ирегенән, фекерҙәрҙең ирекле көрәшенән башҡа тормош бөтә ижтимағи ойошмаларҙа ла үлә, тормошҡа оҡшаған нәмәгә генә әйләнә, бюрократия ғына ғәмәлдәге элемент булып ҡала… Бер нисә тиҫтә энергиялы һәм тәжрибәле партия етәксеһе генә хакимлыҡ һәм идара итә. Улар араһында, ысынында, иң танылған кешеләрҙең бер өлөшө генә етәкселек итә һәм бары тик эшселәр синыфының һайлап алынған өлөшө генә юлбашсылар һүҙҙәренә алҡышларға һәм тәҡдим ителгән резолюцияләрҙы бер тауыштан хуплар өсөн йыйылышҡа ваҡыт-ваҡыт йыйыла. Шулай итеп, ул клика диктатураһы, һисшикһеҙ диктатура, тик пролетариат түгел, ә политикандар төркөмө диктатураһы.

Люксембург Р. Русская революция. Критическая оценка слабости. 1918

С подавлением свободной политической жизни во всей стране жизнь и в Советах неизбежно всё более и более замирает. Без свободных выборов, без неограниченной свободы печати и собраний, без свободной борьбы мнений жизнь отмирает во всех общественных учреждениях, становится только подобием жизни, при котором только бюрократия остаётся действующим элементом… Господствует и управляет несколько десятков энергичных и опытных партийных руководителей. Среди них действительно руководит только дюжина наиболее выдающихся людей и только отборная часть рабочего класса время от времени собирается на собрания для того, чтобы аплодировать речам вождей и единогласно одобрять предлагаемые резолюции. Таким образом — это диктатура клики, несомненная диктатура, но не пролетариата, а кучки политиканов.

Люксембург Р. Русская революция. Критическая оценка слабости. 1918

 
Розы Люксембургтың кәүҙәһе табылған урындағы һәйкәл (Ландвер-канал,Берлин
 
Фридрихсфельде зыяратында Роза Люксембург ҡәбере

Төрмәнән сыҡҡас, Роза Люксембург Карл Либкнехт менән 1918 йылдың декабрендә Германия коммунистар партияһының ойоштороу съезын үткәрә. Либкнехт кеүек Роза Люксембург та Германияла 1918 йылғы Ноябрь революцияһы ваҡытында власҡа килгән Шейдеман (социал- демократ, Веймар республикаһының тәүге премьер-министры) хөкүмәтен ҡолатыуға ҡаршы була, сөнки компартия ул саҡта көсһөҙ була. Ләкин Люксембург 1919 йылдың ғинуарында башланған Берлин эшселәренең хөкүмәткә ҡаршы баш күтәреүе менән ризалаша. Спартаксы (коммунистик хәрәкәт) эшселәр хәрәкәте баҫтырыла. Социал-демократтар Либкнехт яҡлыларҙың эшмәкәрлеге граждандар һуғышына килтереүе бар тип ҡурҡа (совет Рәсәйендәге кеүек). СДПГ-ның төп органы «Vorwärts» Германия коммунистар партияһы етәкселәрен яуапҡа тарттырырға саҡыра. Карл Либкнехт менән Роза Люксембургты тотторған өсөн 100 000 марка аҡса вәғәҙәләйҙәр. Карл Либкнехт менән Роза Люксембургты тоттороусы һатлыҡйән табыла.

1919 йылдың 15 ғинуарында улар ҡулға алынғас, катерҙа Берлиндағы Моабит төрмәһенә алып китеп барғанда Роза Люксембургты конвоирҙарҙың береһе үлтерә. Капитан Вальдемар Пабст һуңыраҡ Роза Люксембургты «Эден» ҡунаҡханаһында ҡулға алып, һорау алғанда фрайкоровсы (үҙе теләп хәрби хеҙмәттә йөрөгән, ополченец) Отто Рунге уға приклад менән бер нисә тапҡыр һуғыуы тураһында һөйләй. Розаны төрмәгә ҡанға батҡан килеш алып китәләр. Уларҙың һөйләүе буйынса катерҙа Ландвер-канал буйлап алып барғанда Тиргартен менән Зоопарк араһында кеше булмаған ерҙә Пабсттың ҡул аҫтындағы флот лейтенанты Герман Сушон ҡатындың башына ата һәм уның үле кәүҙәһен Katharina-Heinroth-Ufer (Тиргартен районы, Митте округы) урамына яҡын ерҙә күперҙәр араһында каналға ташлай. Һуңыраҡ Пабст Роза Люксембургты үлтерергә рөхсәтте уларға уң социал-демократ оборона рейхсминистры Густав Носке биргәнен һөйләй[9]. 31 майҙа Ландвер-каналда(Тиргартенда) ҡулһыҙ һәм башһыҙ мәйет табыла, уны Роза Люксембург тип уйлайҙар. 1919 йылдың 13 июнендә уны Фридрихсфельде зыяратында (Берлин) ерләйҙәр. Бында шул уҡ йылдың ғинуарында Либкнехт һәм башҡа баш күтәреүселәр ерләнгән.

Тарихсы Исаак Дойчер әйтеүенсә, Люксембургты үлтергәс «Кайзер Германияһы үҙенең һуңғы триумфын байрам итә һәм нацистик Германия үҙенең тәүге триумфын үткәрә». ГДР осоронда Ландвер-канал буйында Лихтенштейн күпере янында Роза Люксембургҡа һәйкәл ҡуйыла.[10] Унда Розаның исеме бронза хәрефтәр менән яҙылған, улар ярҙан каналға төшөп китеп барған кеүек, тағы ла 200 м төньяҡтараҡ Карл Либкнехтты үлтергән ерҙә иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған[11]. 1926 йылда Фридрихсфельде зыяратында буласаҡ архитектор Людвиг Мис ван дер Роэ 1һәләк булған революционерҙарға һәйкәл ҡуя (1930 йылдарҙа нацистар уны емерә)[12].

 
Люксембург-Либкнехтты иҫкә алыу. ГДР. 1978 йыл
 
Neues Deutschland гәзите редакцияһы янында Роза Люксембрг һәйкәле. Берлин. Скульптор Рольф Библь (нем.)баш., 1998—1999
 
СССР почта маркаһы. 1957

ГДР осоронда Берлинда Митте районынд Розе Люксембург исеме бер майҙанға һәм метро станцияһына бирелә (нем. Rosa-Luxemburg-Platz (Berlin U-Bahn)) (1990 йылда Германия берләшкәс тә был исем һаҡланған). Бынан тыш Германия «Һулдар» партияһы Роза Люксембург исемендәге йәмәғәт фонды булдырған.

Бик күп илдәрҙә Роза Люксембург исеме урамдарға бирелгән. Советтар Союзында бер нисә тиҫтә йыл уның хөрмәтенә ҡыҙҙарға Роза исемен бирәләр.

Роза Люксембург исеме бирелгән:

  • Берлин, Мюнхен, Дрезден, Радебойль, Луганск, Рославль ҡалаларында Роза Люксембург исемендәге майҙандар.
  • Абакан, Алапаевск, Абинск, Ахтырский, Аксай, Александрия, Алупка, Армавир, Архангельск, Астрахань, Ачинск, Аша, Балаково, Балахна, Балашов, Барабинск, Барнаул, Батайск, Бахмут, Березники, Бийск, Бобруйск, Борисполь, Боровичи, Бровары, Брянск, Буинск, Будённовск, Белгород, Бодайбо, Валки, Велиж, Великие Луки, Верхнеуральск, станица Вёшенская, Витебск, Вичуга, Владикавказ, Волгоград, Воронеж, Вытегра, Гродно, Грозный, Гурьевск, Донецк, Ейск, Екатеринбург, Ереван, Жиздра, село Забавное, Запорожье, посёлок Загорянский, Изобильный, Иваново, Ирбит, Иркутск, Ирпень, Йошкар-Ола, Кадников, Калининград, Каменка-Днепровская, Камышлов, Касли, Караганда, Карачев, Кемерово, Керчь, Киров, Киров (Калужская область), Кисловодск, Коломна, Комсомольск-на-Амуре, Краматорск, Красноярск, Кременчуг, Кропоткин, Кстово, Купино, Курган, Невель, Куса, Кыштым, Липецк, Лозовая, Людиново, Лодейное Поле, Лохвица, Луза, Ленинск-Кузнецкий, Магнитогорск, Марганец, Мариуполь, Мелитополь, Меленки, Минеральные Воды, Минск, Монастырище, Москва, Нальчик, Нижние Серги, Николаев, Новороссийск, Нытва, Нязепетровск, Оренбурге, Орёл, Орехов, Павлодар, Пенза, Первоуральск, Пермь, Полтава, Полевской, Псков, Пятигорск, Ромны, Росток, Ростов-на-Дону, Рыльск, Санкт-Петербург, Саратов, Саранск, Севастополь, Севск, Семёнов, Сибай, Старый Крым, Скадовск, Славгород, Славянск, посёлок Смидович, Смоленск, Советск, Соликамск, Ставрополь, Стерлитамак, Таганрог, Таруса, Тверь, Темрюк, Тирасполь, Тобольск, Токмак, Томск, Троицк, Трубчевск, Тюмень, Туапсе, Тула, Тутаев, Ульяновск, Усолье-Сибирское, Уфа, Улан-Удэ, Харьков, Херсон, Химки, Чебоксары, Черепанове, Череповец, Черновцы, Черкассы, Черногорск, Чугуев, Шадринск, Элиста, Ярославль ҡалаларында уның исемен йөрөткән урамдар бар.
  • Джудит Хармс / Judith Harms — «Ernst Thälmann — Sohn seiner Klasse» (1954)
  • Зофия Мрозовска — «Trotz alledem!» (1972)
  • Майя Димитриевич — «Dimitrije Tucovic» (1974)
  • Антонина Шуранова — «Доверие (фильм, 1975)» (1975)
  • Барбара Зукова — «Роза Люксембург (фильм)» / Rosa Luxemburg (1986)
  • Рута Сталилюнайте — «Прошедшее вернуть» (1988)
  • Мириам Сехон — «Демон революции» (2017)

Әҫәрҙәр теҙмәһе

үҙгәртергә

Библиография

үҙгәртергә
  • Блауг М. Люксембург, Роза // 100 великих экономистов до Кейнса = Great Economists before Keynes: An introduction to the lives & works of one handred great economists of the past. — СПб.: Экономикус, 2008. — С. 181—183. — 352 с. — (Библиотека «Экономической школы», вып. 42). — 1 500 экз. — ISBN 978-5-903816-01-9.
  • Дунаевская Р. Роза Люксембург, освобождение женщин и марксистская философия революции (1982)
  • Лукач Г. Роза Люксембург как марксист — глава из книги История и классовое сознание 2008 йыл 10 ноябрь архивланған.
  • Люксембург Роза / Айзин Б. А. // Ломбард — Мезитол. — М. : Советская энциклопедия, 1974. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 15).
  • Минутко И. Восхождение. Повесть о Розе Люксембург. — М.: Политиздат, 1983. — 424 с. («Пламенные революционеры»)
  • Негт О. Роза Люксембург : Часть 1 2007 йыл 27 октябрь архивланған.; Часть 2 2007 йыл 27 октябрь архивланған.
  • Трахтенберг И. А. Борьба против народничества // Капиталистическое воспроизводство и экономические кризисы (Очерк теории). — 2-е изд. — М.: Госполитиздат, 1954. — С. 86—88. — 199 с. — 150 000 экз.
  • Троцкий Л. Мученики Третьего Интернационала: Политическая биография Розы Люксембург и Карла Либкнехта

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Люксембург Роза / Айзин Б. А. // Ломбард — Мезитол. — М. : Советская энциклопедия, 1974. — С. 110—112. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 15).
  2. Die Zeit 5. Oktober 1984. Rosa Luxemburg in ihren Briefen (нем.)
  3. Еврейская газета: Старейший депутат Рейхстага#Подруга Роза 2012 йыл 11 апрель архивланған.
  4. БРЭ
  5. Владислав Хеделер Николай Бухарин о накоплении капитала: полемика с Розой Люксембург // Альтернативы. № 3, 2012.
  6. Бирюков И., Ивашкина И. Роза Люксембург и «русская революция». Лефт.ру (2008).
  7. Юниус, автор «Писем Юниуса» // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  8. Harding N. Lenin’s Political Thought: Theory and Practice in the Democratic and Socialist Revolutions. — Haymarket Books, 2010. — ISBN 1-931859-89-2. — P. 372.
  9. Erster Weltkrieg: Die Pazifistin Rosa Luxemburg. // Die Zeit.
  10. Памятник на месте нахождения тела Розы Люксембург через 5 месяцев после убийства. Дата обращения: 10 ғинуар 2015. Архивировано из оригинала 10 ғинуар 2015 года. 2015 йыл 10 ғинуар архивланған.
  11. Фотография места убийства Либкнехта. Дата обращения: 10 ғинуар 2015. Архивировано из оригинала 10 ғинуар 2015 года. 2015 йыл 10 ғинуар архивланған.
  12. Памятник Революционерам авторства Мис Ван Дер Роэ.