Талбазы (Ауырғазы районы)
Талбазы (рус. Толбазы) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл, район үҙәге. Талбазы ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 10114 кеше[2][3]. Почта индексы — 453480, ОКАТО коды — 80205846001.
Ауыл | |
Талбазы рус. Толбазы | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Халҡы | |
Конфессиональ составы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+7 34745 |
Почта индексы |
453480, 453481 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Географияһы
үҙгәртергәАуыл Өфөнән көньяҡҡа 78 саҡрым алыҫлыҡта һәм Стәрлетамаҡтан төньяҡҡа табан 35 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Ауылдың майҙаны: 1221,097 га.
Ауыл рельефы тулҡынлы-убалы, уйпатлыҡтарҙа быуалар һәм күлдәр урынлашҡан. Ауыл территорияһында тәбиғи күлдәр бар: Эскәрекүл, Ауылкүл, Арғыкүл, Урал һәм башҡалар. Һыу үткәргестәр ҡоролғанға тиклем күлдәр халыҡ өсөн төп эсәр һыу сығанағы булған.
Тарихы
үҙгәртергәТалбазы ауылына 1735 йылда 1734—1744 йылдарҙағы Ырымбур экспедицияһы начальнигы И. К. Кирилов күрһәтмәһе буйынса почта ямы булараҡ нгеҙ һалына. 1742 (башҡа мәғлүмәт буйынса 1747 йылдан), типтәрҙәр һәм мишәрҙәр Меркет-Мең улусының аҫаба башҡорттарынан оброк түләү шарты менән ер алып, керҙәшлек килешеүе төҙөгәндән һуң, билдәле була. Типтәрҙәр 5-се һәм 7-се командаларға ҡарай. Бында Түбәнге Новгород губернаһының Ҙур Ҡыҙыл Яр (Большой Красный Яр) ауылынан күсеп килгән хеҙмәтле татарҙар ҙа була. Һуңынан уларҙың күбеһе Баҡай Түрһәғәҙе ауылына күсенә.
1779 йылда шундай уҡ килешеү менән — яһаҡлы татарҙарҙың яңы төркөмө килә. 1795 йылда улар 30 кеше, 64 йылдан һуң Талбазыла 3 мишәр һәм 40 типтәр йорто иҫәпләнә, унда 258 ир-ат һәм 267 ҡатын-ҡыҙ йәшәй. 1795 йылда 5 яһаҡлы һәм 20 хеҙмәтле татар Баҡай Түрһәғәҙе ауылына күсенә[4].
1865 йылға тиклем ауыл Ырымбур губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙенә ҡараған. Уны бүлгәндән һуң 1865 йылда Талбазының ике өлөшөнә Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙенә ҡарай башлай. 1865 йылда Талбазыла (Ғәҙелморатта) 64 йортта 570 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, почта станцияһы булған.
1906 йылда мәсет, 3 бакалея кибете, запас иген һааҡлай торған мөгәзәй, почта бүлексәһе теркәлгән. XIX быуат аҙағында Талбазыға — XVIII быуат уртаһында нигеҙләнгән Ғәҙелморат ауылы, 1983 йылда 1893 йылда нигеҙләнгән Софиполь ауылы ҡушылған[5].
1930 йылдан алып ауыл Яңы Ҡарамалы районына инә.
1940 йылда район Ауырғазы тип үҙгәртелә, ә Талбазы уның административ үҙәге итеп билдәләнә.
Бөгөнгөһө
үҙгәртергә- Иҡтисады
Ауыл хужалығын хеҙмәтләндереүсе тармаҡ предприятиелары һәм ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеүсе предприятиелар урынлашҡан. 3 кирбес заводы, урман хужалығы, һөт заводы, аҙыҡ-түлек комбинаты эшләй.
- Транспорты
Ауыл аша Өфө-Ырымбур федераль юл (автоюл) үтә
- Социаль өлкә
Ауылда башлыса бер ҡатлы ағас һәм кирбес йорттар төҙөлгән; шулай уҡ ике һәм өс ҡатлы йорттар бар. Ул көньяҡ-көнбайыш, төньяҡ, көнсығыш, шулай уҡ «Софиполь» биҫтәләренә бүленгән. Иң оҙоно — Ленин урамы, ул бөтә ауыл буйлап төньяҡтан көньяҡҡа һуҙылған.
Ауыл тулыһынса электрлаштырылған, радиолаштырылған. Күп фатирлы йорттарҙы, производство объекттарын, учреждение һәм ойошма биналарын йылылыҡ менән тәьмин итеү тәбиғи газға күсерелгән үҙәк һәм квартал ҡаҙанлыҡтары менән тәьмин ителә. Күп йорттар газ менән йылытыла. Һыу үткәргес эшләй.
- Мәғариф һәм мәҙәниәт
Талбазы лицейы, урта һәм төп мәктәп, һөнәри лицей һәм башҡорт гимназияһы, Б.Ғайсин исемендәге балалар музыка мәктәбе, 6 балалар баҡсаһы, район үҙәк дауаханаһы, район мәҙәниәт йорто (6 халыҡ художество үҙешмәкәр коллективы, шул иҫәптән, Ауырғазы халыҡ театры), үҙәк район китапханаһы, балалар китапханаһы, балалар ижады үҙәге, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, Ауырғазы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы эшләй. Мәсет, сиркәү бар[6].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||
1920 йыл 26 август | 1800 | ||
1926 йыл 17 декабрь | |||
1939 йыл 17 ғинуар | 3201 | 1565 | 1636 |
1959 йыл 15 ғинуар | 2550 | 1076 | 1474 |
1970 йыл 15 ғинуар | 4438 | 2100 | 2338 |
1979 йыл 17 ғинуар | 6810 | 3457 | 3353 |
1989 йыл 12 ғинуар | 9022 | 4312 | 4710 |
2002 йыл 9 октябрь | 10164 | 4843 | 5321 |
2010 йыл 14 октябрь | 10114 | 4740 | 5374 |
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — татарҙар (62,1 %), сыуаштар (15,2 %), башҡорттар (10,2 %)[7].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Ревизия материалдары
үҙгәртергә1850 йылда[8] Талбазы ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.
Урамдары
үҙгәртергә- Еңеүҙең 50 йыллығы урамы рус. улица 50 лет Победы
- 7 Ноябрь урамы рус. улица 7 Ноября
- 8 Март урамы рус. улица 8 Марта
- Бәхти Ғәйсин урамы рус. улица Бахти Гайсина
- Бикташев урамы рус. улица Бикташева
- Вәлитов урамы рус. улица Валитова
- Яҙғы урам рус. Весенняя улица
- Волочаев урамы рус. Волочаевская улица
- Көнсығыш урамы рус. Восточная улица
- Гагарин урамы рус. улица Гагарина
- Ғәликәйев урамы рус. улица Галикеева
- Гәрәев урамы рус. улица Гареева
- Гоголь урамы рус. улица Гоголя
- Грибоедов урамы рус. улица Грибоедова
- Гөлнәҙек урамы рус. улица Гульназек
- Алыҫ урам рус. Дальняя улица
- Юлсылар урамы рус. улица Дорожников
- Дуҫлыҡ урамы рус. улица Дружбы
- Имәндәр урамы рус. улица Дубки
- Завод урамы рус. улица Заводская
- Көнбайыш урам рус. Западная улица
- Төҙөүсе урамы рус. улица Зодчего
- Ибраһимов урамы рус. улица Ибрагимова
- Интернациональ урам рус. улица Интернациональная
- Ишмырҙин урамы рус. улица Ишмурзина
- К.Иванов урамы рус. улица К.Иванова
- Киров урамы рус. улица Кирова
- Коллектив тыҡрыҡ рус. Коллективный переулок
- Колхоз урамы рус. Колхозная улица
- Комаров урамы рус. улица Комарова
- Косенко урамы рус. улица Косенко
- Крупская урамы рус. улица Крупская
- Мәҙәниәт урамы рус. Культурная улица
- Курчатов урамы рус. улица Курчатова
- Кутузов урамы рус. улица Кутузова
- Ленин урамы рус. улица Ленина
- Урман урамы рус. Лесная улица
- Лира Шарипова урамы рус. улица Лиры Шариповой
- Логачев урамы рус. улица Логачева
- Ломоносов урамы рус. улица Ломоносова
- Болон урамы рус. Луговая улица
- М. Ғафури урамы рус. улица М.Гафури
- М.Горький урамы рус. улица М.Горького
- Макаренко урамы рус. улица Макаренко
- Малахов урамы рус. улица Малахова
- Матросов урамы рус. улица Матросова
- Маяковский урамы рус. улица Маяковского
- Мирсәйетов урамы рус. улица Мирсаитова
- Йәштәр урамы рус. Молодежная улица
- Ноғоманов урамы рус. улица Нагуманова
- Нәҙир Сәғәҙиев урамы рус. улица Надира Сагадиева
- Николаев урамы рус. улица Николаева
- Яңы Өфө урамы рус. Ново-Уфимская улица
- Өлгөлө урам рус. Образцовая улица
- Көҙгө урам —рус. Осенняя улица
- Островский урамы рус. улица Островского
- Парк урамы рус. Парковая улица
- Партизан урамы рус. Партизанская улица
- Беренсе Май урамы рус. Первомайская улица
- Баҫыу урамы рус. Полевая улица
- Дөрөҫлөк урамы рус. улица Правды
- Дөрөҫлөк тыҡрығы рус. переулок Правды
- Пушкин урамы рус. улица Пушкина
- Р.Әхтәмов урамы рус. улица Р.Ахтямова
- Шатлыҡ урамы рус. Радостная улица
- Йәйғор урамы рус. Радужная улица
- Миләш урамы рус. Рябиновая улица
- С.Лазо урамы рус. улица С.Лазо
- С.Юлаев урамы рус. улица С.Юлаева
- Сабитов урамы рус. улица Сабитова
- Яҡты тыҡрыҡ рус. Светлый переулок
- Азатлыҡ урамы рус. улица Свободы
- Төньяҡ тыҡрыҡ рус. Северный переулок
- Ауыл урамы рус. Сельская улица
- Сергеев урамы рус. улица Сергеева
- Совет урамы рус. Советская улица
- Ҡояш урамы рус. Солнечная улица
- Софиополь урамы рус. Софиопольская улица
- Социалистик урамы рус. Социалистическая улица
- Төҙөлөш урамы рус. Строительная улица
- Суворов урамы рус. улица Суворова
- Титов урамы рус. улица Титова
- Тыныс урам рус. Тихая улица
- Хеҙмәт урамы рус. Трудовая улица
- Туҡаев урамы рус. улица Тукаева
- Уңышлы урамы рус. Успешная улица
- Уңайлы тыҡрыҡ рус. Уютный переулок
- Фрунзе урамы рус. улица Фрунзе
- Химиктар урамы рус. улица Химиков
- Игенселәр урамы рус. улица Хлеборобов
- Сәскә урамы рус. Цветочная улица
- Чанышев урамы рус. улица Чанышева
- Чапаев урамы рус. улица Чапаева
- Чкалов урамы рус. улица Чкалова
- Шайморатов урамы рус. улица Шаймуратова
- Шевченко урамы рус. улица Шевченко
- Мәктәп урамы рус. Школьная улица
- Энергетиктар урамы рус. улица Энергетиков
- Энтузиастар урамы рус. улица Энтузиастов
- Йәғәфәров урамы рус. улица Ягафарова[9].
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Йәғәфәрова Гүзәл Ғабдулла ҡыҙы (1 апрель 1945 йыл) — биотехнолог. Техник фәндәре докторы (1994), профессор (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2000)[10]
- Дьяконова Мария Ивановна (14 ноябрь 1918 йыл—2 апрель 2005 йыл) — табип, медицина эшмәкәре. 1961—1974 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡала һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, отставкалағы медицина хеҙмәте капитаны. РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы. II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы (1991)[11].
- Зыязитдинова Гөлшат Ибраһим ҡыҙы (22 сентябрь 1947 йыл) — башҡорт театр һәм кино актёры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003).
- Нәсибуллин Энгель Харый улы — совет һәм Рәсәй рәссамы һәм скульпторы, А. С. Пушкин әҫәрҙәренең иллюстраторы.
- Әмирханова Ғәлиәбаныу (Миңлеғаян) Мосараф ҡыҙы (5 июль 1929 йыл—13 август 2014 йыл) — театр актёры. 1954 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1949—1984 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1979)[12].
- Әсфәтуллин Салауат Ғәзим улы (21 июнь 1952 йыл) — 1988 йылдан Калуга өлкәһендә йәшәп, рус телендә ижад итеүсе журналист һәм яҙыусы. Рәсәй Федерацияһының Журналистар (1998) һәм Яҙыусылар (2007) союздары ағзаһы. Калуга өлкәһенең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2002).
- Фёдоров Сергей Владимирович (12 июнь 1968 йыл) — хирург. Медицина фәндәре докторы (2006)[13].
- Хәсәнов Марс Мәғнәүи улы (22 май 1955 йыл) — Рәсәй ғалимы, техник фәндәр докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы, "Газпромнефть"тең фән буйынса директоры һәм Каспий төбәге илдәренең күҙәтеү советы рәйестәше.
Фоторәсемдәр
үҙгәртергә-
Сиркәү
-
Мәсет
Видеояҙмаларҙа
үҙгәртергәИҫтәлекле урындары
үҙгәртергә- Тыл эшсәндәре һәйкәле[14]
Тирә-яҡ мөхит
үҙгәртергә- Ер-һыу атамалары
Йылға-күлдәр:
- Эскәрекүл күле, «эскәре»- «төпкөлдәге» һәм «күл» тигән һүҙҙәрҙән яһалған[15]
- Ауылкүл күле
- Арғыкүл күле
- Урал күле
Матбуғатта
үҙгәртергә- В Толбазинскую райбольницу поступило новое оборудование[16], Ауырғазы хәбәрҙәре, 2 апрель 2022 йыл
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Талбазы (Ауырғазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 54. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Талбазы (Ауырғазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Талбазы (Ауырғазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 3 по Республике Башкортостан
- ↑ Йәғәфәрова Г.Ғ.
- ↑ .Официальный сайт движения «Бесмертный полк». Дьяконова Мария Ивановна(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 ноябрь 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Әмирханова Ғәлиәбаныу (Миңлеғаян) Мосараф ҡыҙы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 3 июль 2019)
- ↑ Фёдоров С. В.
- ↑ В с.Толбазы состоялось открытие памятника «Труженикам тыла» . Муниципальный район Аргузинский район Республики Башкортостан (10 октябрь 2014). Дата обращения: 1 август 2021. 2021 йыл 1 август архивланған.
- ↑ Башҡортостан Республикаһы топонимдар һүҙлеге
- ↑ Аургазинский вестник
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Талбазы (Ауырғазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 54. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- 1816 йылғы ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- 1850 йылғы ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- 1834 ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- Башҡортостан Республикаһы топонимдар һүҙлеге
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Талбазы (Ауырғазы районы) Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |