Мексика
| |||||
Гимн: Мексика гимны | |||||
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы | 18 сентябрь 1810 (Испания иленән) | ||||
Рәсми телдәр | испан теле (де факто), юридик рәүештә рәсми тел юҡ. | ||||
Баш ҡала | Мехико | ||||
Иң ҙур ҡалалары | Мехико, Гвадалахара, Монтеррей, Пуэбла | ||||
Идара итеү формаһы | Президент республикаһы | ||||
Президент | Энрике Пенья Ньето | ||||
Территория • Барыһы • % һыу. |
14 урын 1 972 550 км² 2.5 | ||||
Халыҡ • Барыһы (2009) • Тығыҙлыҡ |
3 урын 111 211 789[1] 55 кеше/км² | ||||
ЭТП • Бөтәһе (2008) • Кеше башына |
12 урын 949,576 млрд.[2] $ 8 914[2] $ | ||||
Валюта | Мексика песоһы | ||||
Интернет-домен | .mx | ||||
Телефон коды | +52
|
Мексика (исп. México [ˈmexiko]), рәсми исеме — Мексика Ҡушма Штаттары'[3] (исп. Estados Unidos Mexicanos) — Төньяҡ Америкалағы дәүләт. Ул төньяҡта АҠШ менән һәм төньяҡ-көнсығышта — Белиз һәм Гватемала менән сиктәш. Көнбайыш яғы Калифорния ҡултығы һәм Тымыҡ океаны, кәнсығыш яғы Атлантик океан һыуҙары һәм көнбайыш яғы Мексика ҡултығы һәм Кариб диңгеҙе һыуҙары менән йыуыла[4]. Донъяла испан телле иң ҙур ил.
Этимологияһы
үҙгәртергәИл исеменең килеп сығышы тураһында, шул иҫәптән топонимия риүәйәттәренә нигеҙләнгән, бер нисә фараз бар. Бер риүәйәткә ярашлы[5], һуғыш аллаһы һәм илде ҡурсалаусы Уицилопочтлиҙың йәшерен «Мецтли» йәки «Меши» исеме булған. Был осраҡта «Мексика» топонимы «Меши урыны» йәки «һуғыш урыны» тигәнде аңлата.
Икенсе фараз[6] Мексика атамаһы mētztli («ай») һәм xīctli («кендек») ацтек һүҙҙәренең ҡушылыуы нигеҙендә барлыҡҡа килгән һәм, шулай итеп, «Ай үҙәгендә урын» тигәнде аңлата, был Теночтитландың күсмә мәғәнәлә Тескоко күленең уртаһында урынлашыуын аңлата.
Тағы бер фараз[6] буйынса, илдең атамаһы агава алиһәһе Мектли исеменән сыҡҡан.
Һуңғы ике версияны Америка телсеһе Фрэнсис Карттунен инҡар итә[7]. Уның фекере буйынса «Mēxihco» һүҙенең аҙаҡҡы формаһы һуҙынҡыларҙың оҙонлоғо буйынса фараз ителгән ике компоненттан айырыла. XVI быуаттың испан миссионеры һәм телсеһе Бернардино де Саагун үҙенең хеҙмәттәрендә ацтек телдәренең топонимияһы мистика менән тулы тип билдәләй, һәм, үҙ сиратында, мистик интерпретацияһын бирә: Мексика донъя үҙәге тигәнде аңлатыуы мөмкин һәм күп әҫәрҙәрҙә ул Анаукты («донъя» йәки «диңгеҙҙәр менән уратып алынған ер») — башлыса, Мендос кодексы һүрәттәрендә, киҫеп үткән һыу ағымдарының ағып төшкән урыны кеүек күрһәтелә.
Географияһы
үҙгәртергәТөньяҡ Америкала урынлашҡанға күрә, (яҡынса т. к. 23° һәм к. о. 102°) Мексика Урта Американың ҙур өлөшөн тәшкил итә. Физик география күҙлегенән ҡарағанда, Юкатан ярымутрауын (ул илдең яҡынса 12 % территорияһы) үҙ эсенә алған Теуантепек муйынынан көнсығыштараҡ территория Үҙәк Америкала урынлаша; геология күҙлегенән Трансмексика вулканлы бүлкәт илдең төньяҡ төбәген айыра. Ләкин геосәйәсәт яғынан Мексика Төньяҡ Америка иле булып тора. Калифорния ярымутрауы (1200 км оҙонлоҡтағы) илдең көнбайышында Калифорния ҡултығы менән айырылған.
Мексиканың дөйөм майҙаны, шул иҫәптән Тымыҡ океанда (Гуадалупе утрауы һәм Ревилья-Хихедо архипелагы), Мексика ҡултығында, Кариб диңгеҙендә һәм Калифорния ҡултығындағы 6 тыс. км² утрауҙарҙы индереп, 1 972 550 км² тәшкил итә. Территоияһының майҙаны буйынса Мексика донъяла 13-сө урында тора.
Төньяҡта Мексика АҠШ менән сиктәш (сик оҙонлоғо — 3141 км). Сьюдад-Хуарес ҡалаһынан көнсығышҡа ҡарай Мексика ҡултығына тиклем сик бормалы Рио-Гранде йылғаһы аша үтә. Бер нисә тәбиғи һәм ҡулдан булған билдә АҠШ менән көнбайышҡа ҡарай Сьюдад-Хуаретан алып Тымыҡ океанға тиклем сикте билдәләй. Көньяҡ-көнсығышта Мексика Гватемала (871 км) һәм Белиз (251 км) менән сиктәш.
Климаты
үҙгәртергәМексики климаты тропик һәм субтропик[8]. Яуым-төшөмдәр кимәле йылына 300—600 мм һәм унан әҙерәк тәшкил итә. Таулыҡтың көньяҡ өлөшөндәге күп тораҡ өлкәләрендә, шул иҫәптән Мехикола һәм Гвадалахарҙа уртаса йыллыҡ яуым-төшөм кимәле 600—1000 мм. Диңгеҙ кимәленән 2500 м бейеклектә урынлашҡан 24-се параллелдән төньяҡтараҡ өлкәләрҙә ҡышын температура +2 °C алып һәм йәйен +15 °C тиклем күтәрелә; шул уҡ ваҡытта яр буйында көньяҡҡа ҡарай температура даими һәм +20 °C түбән төшмәй. Уртаса йыллыҡ температура яр буйы тигеҙлектәрендә һәм Юкатан ярымутрауында +24 °C алып +28 °C тиклем тәшкил итә.
Рельефы
үҙгәртергәМексика төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай ике тау һырты: Көнсығыш Сьерра-Мадре һәм Көнбайыш Сьерра-Мадре - менән киҫелгән, улар Төньяҡ Американың Ҡаялы тауҙары дауамы булып тора. Көнсығыштан көнбайышҡа ҡарай илдең үҙәгендә Трансмексика вулканлы бүлкәт үтә, ул шулай уҡ Сьерра-Невада кеүек билдәле. Дүртенсе тау һырты Көньяҡ Сьерра-Мадре Мичоакан һәм Оахака штаттараы араһында урынлаша. Шулай итеп, үҙәк Мексиканың күп өлөшө һәм төньяҡ территориялар ҙур бейеклектәрҙә урынлаша. Иң бейек тауҙар Трансмексика вулканлы бүлкәттә: Орисаба (5700 м), Попокатепетль (5462 м), Истаксиуатль (5286 м) һәм Невадо-де-Толука (4577 м) түбәләрендә урынлашҡан. Өс эре Толука-де-Лердо, Мехико һәм Пуэбла-де-Сарагоса ҡала агломерациялары ошо дүрт бейеклек араһындағы үҙәндәрҙә урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергәКешенең Мексика территорияһында йәшәүе тураһында мәғлүмәттәр беҙҙең эраның кәм тигәндә XX мең йыллығына ҡарай. Б.э. I мең йыллығы уртаһында Үҙәк һәм Көньяҡ Мексикала ултыраҡ мәҙәниәт барлыҡҡа килә[9].
Б.э. тиклем XII—V быуаттарҙа Мексика территорияһында ольмектар мәҙәниәте үҫешә, ул һуңғы классик цивилизацияларҙың формалашыуына байтаҡ йоғонто яһай. Был цивилизацияларҙың үҫеше б.э. IV—IX быуаттарына тура килә; былар теотиуакандар, сапотектар, тотонактар, тольтектар, майя мәҙәниәте була. Майя ҡаҙаныштарына иероглифик яҙыу, үҫешкән архитектура һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте, математика һәм астрономияла киң белемдәр, теүәл календарь инә[9]. XII быуатта Үҙәк Мексикала ацтектар барлыҡҡа килә; унда йәшәгән ҡәбиләләрҙе буйһондороп, улар ҡеүәтле империя төҙөй[10].
1517 йылдан Мексиканы европалылар тарафынан маҡсатлы тикшереү һәм баҫып алыу башлана. Испандар Мексика ҡултығы ярҙарына өс экспедиция ебәрә. Беренсеһен 1517 йылда Франсиско Эрнандес де Кордоба, икенсеһен 1518 йылда — Хуан де Грихалья һәм өсөнсөһөн 1519 йылда — ацтектар империяһын яулаусы Эрнан Кортес етәкләй. 1522 йылда испан императоры Карл V генерал-капитан Кортесты баҫып алған ерҙәренә губернатор итеп тәғәйенләй, 100 000 индей йәшәгән 64 750 км² майҙан ер бирә[9].
1528 йылда Кортес хакимлығы сикләнә, Мексикаға аудиенсия — туранан-тура королгә буйһонған административ-суд коллегияһы ебәрелә. 1535 йылда Мексика яңы төҙөлгән Яңы Испания вице-короллеге составына инә. 1521 йылдан 1821 йылға тиклем Мексика Испанияның колониаль биләмәһе булып ҡала. Уның хужалығы ерле халыҡтан тартып алған ерҙәрҙә һәм рудниктарҙа эшләргә мәжбүр булған индейҙарҙы эксплуатациялауға нигеҙләнә[9]. Яңы Испания иҡтисады метрополия мәнфәғәттәренә буйһона, уның мөһим тармағы булып киммәтле металл сығарыу тора[11].
Бер яҡтан дискриминация һәм сәйәси хоҡуҡһыҙлыҡ арҡаһында халыҡтың төрлө ҡатламдарының ризаһыҙлығы һәм икенсе яҡтан Европа континентындағы ваҡиғалар, Төньяҡ Америкала инглиз колонияларының бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәше, Латин Америкаһына прогрессив идеяларҙың үтеп инеү [12] 1810 йылғы крәҫтиән баш күтәреүҙәренең сәбәпсеһе булып тора, улар Мексиканы ун йыллыҡ бойондороҡһоҙлоҡ һуғышына алып килә. Баш күтәреүселәрҙең башлыҡтары араһында руханиҙар Мигель Идальго-и-Костилья һәм Хосе Мария Морелос айырылып тора — икеһе лә ҡулға алына һәм язалап үлтерелә[13]. Һуғыш аҙағында азатлыҡ хәрәкәтен Агустин де Иту́рбиде етәкләй.
1821 йылдың 24 авгусында испан тәхете һәм Итурбиде Кордово килешеү төҙөй, унда Мексиканың «Игуала планы» ҡарарҙарына ярашлы бойондороҡһоҙлоғо таныла. 27 сентябрҙә азат итеү армияһы Мехикоға инә, ә 28 сентябрҙә баш ҡалала «Мексика империяһында Бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһы» иғлан ителә[14]. 1822 йылдың 18 майында халыҡ һәм Мехико ҡалаһы гарнизоны Итурбидены Мексика императоры тип иғлан итә, һәм ул тәхеткә Августин I исеме аҫтында ултыра. 1823 йылдың мартында империя тарҡала[15] — Мексика республика булып китә.
1835 йылда Мексиканың Техас штаты бойондороҡһоҙлоҡ өсөн һуғыш башлай. 1836 йылда мексикандар тарафынан еңелгән алышта Техас Республикаһы айырылып сығыуға ирешә һәм тиҙҙән (1845 йылда) АҠШ составына инә[16].
1841—1848 йылдарҙа Юкатан ярымутрауында Юкатан Республикаһы була, ул Мексиканан айырылып сығыуын иғлан итә. 1845 йылда Калифорнияла ихтилал ҡабынып китә, баш күтәреүселәр үҙ хөкүмәтенең Калифорния Республикаһын төҙөүҙе иғлан итә[17].
1846 йылдың яҙында Мексика территорияһына АҠШ ғәскәрҙәре баҫып инә. 1847 йылдың американдар киң өлкәне һәм баш ҡала — Мехиконы баҫып ала. 1848 йылдың 2 февралендә Гуадалупе-Идальго килешеүе һуғышты туҡтата. АҠШ-ҡа Үрге Калифорния, Яңы Мексика, башҡа штаттарҙың ер өлөштәре китә; был Мексиканың бөтә майҙанының яртыһынан күберәк өлөшөн тәшкил итә[18].
1854—1860 йылдарҙа буржуаз революция һәм Мексика консерваторҙары менән Бенито Хуарес башлығында либералдар араһында граждандар һуғышы үтә. Конфликт һуңғыларының еңеүе менән тамамлана[19].
1861 йылда Бөйөк Британия, Франция һәм Испания, Мексика консерваторҙары ярҙамында, Мексикала интервенцияны ҡабул итә. 1862 йылда уларҙың коалицияһы тарҡала, әммә Мексикала Франция ғәскәрҙәре ҡала. Уның армияһы бер нисә штатты биләй һәм Мехикоға инә. Ил монарх Максимилиан I башлығында империя тип иғлан ителә. Баҫып алыусыларҙы мексикандарҙың аҙ өлөшө хуплағанлыҡтан, 1867 йылда Наполеон III[20][21], Европаға амбициоз пландар ҡороп һәм АҠШ-тың ҡыҫылыуынан ҡурҡып, Мексиканан француз ғәскәрҙәрен сығара. 1867 йылда Максимилиан I көстәре тар-мар ителә, ә үҙе хөкөм ителә һәм атып үлтерелә[9].
1876 йылда, түңкәрелеш яһап, власҡа генерал Порфирио Диас килә, ул ил менән 30 йылдан ашыу идара итә; уның идаралығының иҡтисади уңыштарының кире яғы булып юғары социаль көсөргәнеш тора[22]. 1910 йылда граждандар һуғышы башлана, ул 1917 йылғы Мексика конституцияһын ҡабул итеү менән тамамлана[23]. 1920 йылдар революцион каудилизм менән билдәләнә, был бигерәк тә власта Плутарко Кальестың тороуы ваҡытында күренә.
1934 йылда Ласаро Ка́рденас президент була, ул сит ил нефть компанияларына ҡараған милекте национализациялау буйынса билдәле[24]. 1940 йылдарҙа иҡтисади күтәрелеш башлана, ул нефткә хаҡтар артыу менән бәйле 1980 йылдар көрсөгө арҡаһында тамамлана. 1980 йылдар уртаһында ил неолибераль реформаларға күсә. 1994 йылда неолиберализмға ҡаршы сығыусы сапатистарҙың ихтилалы башлана. Һөҙөмтәлә инвесторҙар тотороҡло булмаған төбәктә аҡса һалыуға һаҡ менән ҡарай башлай, был шул уҡ йылда яңы финанс-иҡтисади көрсөккә алып килә.
2000 йылда Мексикала һайлауҙар үтә, ул Институт-революцион партияһының күп йыллыҡ гегемонияһына нөктә ҡуя, еңеүҙе Милли эш итеү партияһының вәкиле Висенте Фокс яулай. Әммә 2012 йылдың 1 июлендә илдең президенты булып ҡабаттан Институт-революцион партияһынан кандидат — Энрике Пенья Ньето һайлана, ул вазифаһына 2012 йылдың 1 декабрендә инә[9].
2000 йылдарҙан Мексикала наркокартелдәр менән илдең рәсми властары араһында ҡораллы бәрелештәр көсәйә.
Иҡтисады
үҙгәртергәМексика — индустриаль-аграр ил, Америкала иҡтисади үҫешкән илдәрҙең береһе. Нефть, газ, (Америкала иң төп урынды алып тора), тимер мәғдәне, көкөрт, ҡурғаш һәм графит сығарыла. Мексика — донъяла плавик шпаты етештереү һәм экспортлау буйынса донъяла иң алдынғыларҙың береһе. Эшкәртеү сәнәғәтендә бигерәк тә ҡара һәм төҫлө металлургия, машиналар төҙөү, химия һәәм нефть химияһы, кизе-мамыҡ, тәм-том тармаҡтары ныҡ үҫешкән. Нефть эшкәртеү етерлек үҫешмәгән; донъяла иң алдынғы нефть экспортлаусы булып торһа ла, Мексика нефть продукттарын импортлай.
Ауыл хужалығында үҫемлекселек өҫтөнлөк итә: кукуруз, бойҙай, соя, дөгө, борсаҡ, мамыҡ үләне, кофе, емеш-еләк, помидор. Урман әҙерләү үҫешкән.
Тышҡы сауҙа
үҙгәртергәМексика 1994—2008 йылдарҙа ойошторолған ирекле сауҙа итеүҙең Төньяҡ Америка зонаһына инә. Һөҙөмтәлә, 1993—2013 йылдар өсөн Мексика экспорты АҠШ-та 49,5 млрд долларҙан алып 277,7 млрд доллаға тиклем, ә Канадаға 3,3 млрд доллаҙан 25,5 млрд долларға тиклем үҫә[25]. Импорт хаҡы был осор өсөн АҠШ-тан 50,8 млрд долларҙан алып 216,3 млрд долларға тиклем, ә Канаданан 0,8 млрд долларҙан 5,4 млрд долларға тиклем[25].
Экспорт (357 млрд доллар (2011 йылда)): электрон йыһаздар, автомобилдәр һәм улар өсөн деталдәр, нефть һәм нефть продукттары, алтын һәм металдар[26].
Төп һатып алыусылары — АҠШ (71 %), Канада (6,5 %), Ҡытай (2,1 %), Колумбия (1,7 %), Германия (1,6 %)[26].
Импорт (280 млрд доллар (2011 йылда)): сәнәғәт ҡоролмалары, автомобилдәр һәм улар өсөн деталдәр, авиация техникаһы, электрон йыһаздар[26].
Төп тәьмин итеүселәре — АҠШ (57 %), Канада (9 %), Ҡытай (4,9 %), Германия (2,6 %), Бразилия (2,3 %)[26].
Наркобизнес
үҙгәртергәМексикала наркотиктар етештереү һәм һатыу үҫешкән. Ил АҠШ-ҡа наркотиктар ебәреүҙең төп транзит үҙәге булып тора. Мексика наркокартелдәре бер нисә тиҫтә йыл бар. 198 йылдарға тиклем Мексиканың роле наркотиктарҙы Колумбиянан Төньяҡ Америкаға транзиты ине, әммә әкренләп үҙ етештереүе лә киңәйә башлай. Мексика наркокартелдәре 1990 йылдарҙа Колумбия наркокартелдәренең тарҡалыуынан һуң көсәйә. Наркокартелдәргә уларҙың эшмәкәрлегенжә Мексиканың күп дәүләт структуралары ярҙам итә. Рәсми властар менән конфликттарҙа наркокартелдәр яғында полициялар ғына түгел, шулай уҡ армия офицерҙары ла ҡатнаша[27][28].
Наркобизнес структураһы буйынса Мексика Анд өсмөйөшөндәге илдәрҙән һиҙелерлек айырыла. Ул Латин Америкаһында үҫемлек наркотиктарҙы дөйөм етештереү буйынса дүртенсе урында тора һәм синтетик наркотиктар етештергән башҡа илдәрҙе күпкә уҙып китә. Колумбия менән бер рәттән әфиүн мәген үҫтереү һәм героин етештереү буйынса төбәктә алдынғы урындарҙа тора[29].
Хәҙерге ваҡытта Мексика АҠШ-ты каннабис, кокаин һәм метамфетамин менән төп сит ил тәьмин итеүсеһе булып тора, ә Мексика наркокартелдәре АҠШ-та наркотиктарҙың законһыҙ күмәртәләп һатыу баҙарында өҫтөнлөк итә[27].
Халҡы
үҙгәртергәХалыҡ һаны — 121,7 млн кеше (2015-се йылдың июленә ҡарата баһа, донъяла 11-се урын).
Атамаһы — мексикандар (испан mexicanos).
Халыҡтың артымы — 1,1 % (эммиграция кимәле — 0,4 %, фертиллек (дөйөм урсемлелек коэффициенты) — ҡатын-ҡыҙға 2,3 тыуым).
Ғүмерҙең уртаса оҙайлығы (оҙонлоғо):
- Ир-егеттәр — 73 йәш
- Ҡатын-ҡыҙҙар — 79 йәш.
Халыҡтың йәш буйынса бүленеше (2010 й.):
- 0-14 йәш — 28,7 %
- 15-64 йәш — 64,9 %
- 65 йәштән ололар — 6,4 %.
Этник һәм раса буйынса бүленеше:
Яҙа һәм уҡый белеү кимәле (дилнәклек):
- Ир-егеттәр — 92 %
- Ҡатын-ҡыҙҙар — 89 %
- Дөйөм дилнәклек — 91 % (2004-сы йылға ҡарата).
Ҡала халҡының өлөшө — 77 % (2008 й.).
Сәйәсәт
үҙгәртергәПрезидент
үҙгәртергә2006 йылдың 10 июлендә Мексикала сираттағы президент һайлауҙары уҙҙы. Милли хәрәкәттең етәксе партияһынан 14 981 268 тауыш йыйып (35,88 %), кандидат Фелипе Кальдерон еңеп сыға. Уның төп дәғүәсеһе, оппозицион революцион-демократик партия лидеры Андрес Мануэль Лопес РАДОР өсөн 14 745 262 һайлаусы тауыш бирә (35,31 %).
2006 йылдың сентябрендә Мексиканың Федераль һайлау трибуналы Фелипе Кальдеронды һайланған президент дип таный. Яңы президент 2006 йылдың 1 декабрендә алты йылға үҙ вазифаһына инә.
2012 йылдың 1 июлендә сираттағы Мексика президенты һайлауҙары була, унда Энрике Пенья Ньето еңеү яулай. (2012 йылдың 1 декабрендә үҙ вазифаһына инә).
2018 йылдың 1 июлендә һайлауҙарҙа Мексика президенты итеп «Беҙ бергә тарих яһайбвҙ» (ингл.) коалицияһынан Андрес Мануэль Лопес Обрадор һайлана (вазифаға 2018 йылдың 1 декабрендә инә)[30].
Парламент
үҙгәртергәИке палаталы Конгресс — Сенат (128 урын, 6-йыллыҡ ваҡытҡа һайлана) һәм Депутаттар палатаһы (500 урын, 3-йыллыҡ срокҡа һайлана).
Сәйәси партиялар
үҙгәртергә- Һулдар
- Хеҙмәт партияһы — коммунистик (PT)- һул социалистик
- Милли тергеҙеү хәрәкәте — һул социалистик
- Һул үҙәк
- Демократик революция партияһы (PRD) — социал-демократик
- Граждандар хәрәкәте (элекке Конвергенция)]] — социалистик
- Үҙәк
- Институцион-революцион партия (PRI) — киң үҙәк
- Уң үҙәк
- Яңы альянс партияһы (PNA) — неолибераль
- Экологик йәшел партия (PVEM) — консерватив экологик
- Милли хәрәкәт партияһы (PAN)]] — консерватив
- Үтә уң
- Мексиканың милли фронты (FRENAMEX) — Tecos ультрауң хәрәкәттең традицияларын дауам итә
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ CIA - The World Factbook - Mexico . Cia.gov. 2018 йыл 29 ғинуар архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 Халыҡ-ара аҡса фонды (апрель 2008)
- ↑ Мексиканские Соединённые Штаты на сайте МИД России
- ↑ Мексика // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Aguilar-Moreno, M. Handbook to Life in the Aztec World, p. 19. Facts of Life, Inc. (New York), 2006.
- ↑ 6,0 6,1 Gobierno del Estado de México. Nombre del Estado de México . Архивировано 27 апрель 2007 года..
- ↑ Karttunen, Frances. An Analytical Dictionary of Nahuatl, p. 145. University of Oklahoma Press (Norman), 1992.
- ↑ Ҡалып:Из ГЭ
- ↑ 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 9,5 Мексика // Энциклопедия «Кругосвет».
- ↑ Марчук, 2005, с. 38—39
- ↑ Альперович, 1979, с. 10
- ↑ Альперович, 1979, с. 20—21
- ↑ Родригес, 2008, с. 522
- ↑ Альперович, 1979, с. 121—122
- ↑ Родригес, 2008, с. 529—530
- ↑ АМЕРИКАНО-МЕКСИКАНСКАЯ ВОЙНА 1846–48 • Большая российская энциклопедия - электронная версия . bigenc.ru. Дата обращения: 21 декабрь 2018. 2018 йыл 21 декабрь архивланған.
- ↑ Марчук, 2005, с. 405
- ↑ Родригес, 2008, с. 556
- ↑ Родригес, 2008, с. 557—560
- ↑ Родригес, 2008, с. 560—561
- ↑ Марчук, 2005, с. 411—415
- ↑ Марчук, 2005, с. 476
- ↑ Марчук, 2005, с. 478
- ↑ Родригес, 2005, с. 445
- ↑ 25,0 25,1 Костюнина Г. М. Североамериканская интеграция: 20 лет спустя // Вестник МГИМО Университета. — 2015. — № 2 (41). — С. 236
- ↑ 26,0 26,1 26,2 26,3 Observatory of economic complexity: Learn about trade in Mexico
- ↑ 27,0 27,1 Террористы и организованная преступность: только бизнес? Дата обращения: 29 ноябрь 2019. Архивировано из оригинала 10 март 2018 года. Вестник НАТО, на сайте nato.in
- ↑ Картельный в голову
- ↑ Кирсанов А. И. МИРОВЫЕ ПРОИЗВОДИТЕЛИ И ПОСТАВЩИКИ НАРКОТИКОВ // Вестник МГОУ 2021 йыл 16 ғинуар архивланған.
- ↑ На выборах президента Мексики побеждает Лопес Обрадор / vesti.ru
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Мексика // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Альперович М. С. Рождение Мексиканского государства. — М.: Наука, 1979. — 168 с.
- Марчук Н. Н., Ларин Е. А., Мамонтов С. П. История и культура Латинской Америки (от доколумбовых цивилизаций до 1918 года): Учебное пособие / Н. Н. Марчук. — М.: Высшая школа, 2005. — 495 с. — ISBN 5060045196.
- Новая история стран Европы и Америки XVI—XIX века. В 3 ч. Ч. 3 : учеб. для студентов вузов / Под ред. А. М. Родригеса, М. В. Пономарёва. — М.: Гуманитар. изд. центр ВЛАДОС, 2008. — 703 с. — ISBN 9785691015564.
- Новейшая история стран Европы и Америки. XX век. В 3 ч. Ч. 1 : учеб. для студентов вузов / Под ред. А. М. Родригеса, М. В. Пономарёва. — М.: Гуманитар. изд. центр ВЛАДОС, 2005. — 463 с. — ISBN 569100607X.
Һылтанмалар
үҙгәртергәПортал «Мексика» | |
Мексика Викиһүҙлектә | |
Мексика Викикитапханала | |
Мексика Викимилектә | |
Мексика Викияңылыҡтарҙа | |
Мексика Викигид | |
Проект «Мексика» |
- Древняя история Мексики на сайте «Древняя Мезоамерика» (рус.)
- Новости Мексики на русском языке (рус.) — Интернет-издание Мексика-24
- Мексика Open Directory Project (dmoz) һылтанмалар каталогында.
- Mexico from the BBC News (инг.)
- Викисклад: Атлас: Мексика