Борис Тадич
Борис Тадич (сер. Борис Тадић; 15 ғинуар 1958 йыл, Сараево) — серб сәйәсмәне, Демократик партия рәйесе[3]. Сербия Президенты (2004—2012).
Борис Тадич | ||||
сер. Борис Тадић | ||||
| ||||
---|---|---|---|---|
11 июль 2004 йыл — 5 апрель 2012 йыл | ||||
Алдан килеүсе: | Милан Милутинович | |||
Дауамсы: | Славица Джукич-Деянович (и.о.) | |||
Дине: | православие дине | |||
Тыуған: | 15 ғинуар 1958[1][2] (66 йәш) Сараево, Босния һәм Герцеговина Социалистик Республикаһы, Югославия Социалистик Федератив Республикаһы[d] | |||
Атаһы: | Любомир Тадич[d] | |||
Әсәһе: | Невенка Тадич[d] | |||
Ҡатыны: | Татьяна Тадич, ҡыҙ фамилияһы — Родич | |||
Балалары: | ҡыҙҙары: Маша һәм Ванья | |||
Партия: | Сербияның социал-демократик партияһы (2014 йылдан) Демократик партия (1990-2014) | |||
Белеме: | Белград университетының философия факультеты[d] | |||
Автограф: | ||||
Наградалары: | ||||
Биографияһы
үҙгәртергәСараево ҡалаһында Белград университеты уҡытыусыһы Любомир Тадич һәм табип-нейропсихиатр Невенка Тадич ғаиләһендә тыуған.
Башланғыс һәм урта мәктәпте Белградта тамамлай. Белград университетында социаль психологияны өйрәнә. 1-се Белград гимназияһында психология уҡытыусыһы булып эшләй.
Демократияны үҫтереү буйынса үҙәккә нигеҙ һалыусы һәм беренсе директоры.
1990 йылдан Демократик партия ағзаһы. Партия рәйесе итеп 2004 йылда, Зоран Джинджич үлтергәндән һуң бер йыл үткәс һайлана.
Бульдозер революцияһынан һуң 2000 йылдың ноябренән 2001 йылдың июненә тиклем телекоммуникация министры вазифаһында Югославия хөкүмәте составына инә. Шулай уҡ Сербия һәм Черногория министрҙар советында оборона министры функцияһын башҡара.
Европа интеграцияһы яҡлы; уның президент программаһының төп пункттарының береһе — Сербияны йәһәтләп Европа берләшмәһенә интеграциялау. 2004 йылда 53 процент тауыш йыйып, националист Томислав Николичты үтеп китеп, президент һайлауҙарының икенсе турында еңеп сыға. Сербия президенты вазифаһында Предраг Марковичты алмаштыра. 2008 йылда президент һайлауҙарының беренсе турында ҙур булмаған өҫтөнлөк менән Томислав Николичтан еңелә, әммә икенсе турҙа еңеү яулай, икенсе тапҡыр президент була.
2012 йылдың 4 апрелендә Сербия президенты вазифаһынан ваҡытынан алда отставкаға китеүе тураһында иғлан итә[4]. Үҙенең отставкаһы тураһында Скупщина рәйесенә хәбәр иткәндән һуң, 5 апрелдә рәсми рәүештә вәкәләттәренән баш тарта[5].
Инглиз, серб һәм француз телдәрен белә. Өйләнгән, ике балаһы бар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Boris Tadić // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
- ↑ Boris Tadic // Munzinger Personen (нем.)
- ↑ Демократическая партия не имеет отношения к Демократической партии Сербии
- ↑ Президент Сербии сложил полномочия, Лента.ру (4 апреля 2012). 4 апрель 2012 тикшерелгән.
- ↑ Председница Народне скупштине расписала председничке изборе (серб.)(серб.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Борис Тадич 2008 йыл 25 февраль архивланған.
- Президент Сербии 2021 йыл 8 май архивланған.
- Тадич, Борис — статья в Лентапедии. 2012 год.