Югославия
Югосла́вия — ХХ быуат дауамында Европала Балҡан ярымутрауында булған дәүләт.
Югославия | |
Байраҡ[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 1 декабрь 1918 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Королевство сербов, хорватов и словенцев |
Ҡыҫҡаса атамаһы | Королевство СХС һәм Югославия |
Этнохороним | jugoszláv, Γιουγκοσλάβος, Yugoslav, Yugoslavian, jugoslavo, iugoslavo, yugoslavo, yougoslave, Jugoslovan, Jugoslovanka һәм Iúgslavach[1] |
Рәсми тел | Серб-хорват теле |
Гимн | Гей, славяне[d] |
Донъя ҡитғаһы | Европа |
Административ үҙәк | Белград |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Адриатик диңгеҙ |
Иң юғары нөктә | Триглав[d] |
Идара итеү формаһы | монархия һәм республика |
Дипломатик мөнәсәбәттәр | Австрия, Италия, СССР, Германия Демократик Республикаһы һәм Германия |
Ойошма ағзаһы | БДО[2] һәм Интерпол |
Халыҡ һаны |
23 271 000 кеше (1991), 11 998 000 кеше (1921) |
Валюта | югослав динары[d] |
Сиктәш | Италия, Греция, Венгрия, Румыния, Албания, Болгария, Австрия, Европа Берләшмәһе һәм Өсөнсө рейх |
Алмаштырылған | пост-югославские страны[d] |
Ҡулланылған тел | Серб-хорват теле, словен теле, Македон теле һәм албан теле |
Ҡайҙа өйрәнелә | Yugoslav studies[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 27 апрель 1992 |
Майҙан | 255 804 км² |
Юғары кимәлдәге интернет-домен | .yu[d] |
Теманың демографияһы | demographics of the Socialist Federal Republic of Yugoslavia[d] |
Илдең телефон коды | +38 |
Междугородный префикс | 0 |
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы | Category:Films shot in Yugoslavia[d] |
Югославия Викимилектә |
1947 йылға тиклем унитар дәүләт (Сербтар, хорваттар һәм словендар дәүләте, Югославия короллеге), 1947 йылдан федератив дәүләт (Югославия Фетератив Халыҡ Республикаһы, Югославия Фетератив Социалистик Республикаһы) булған Оло Югославия составына 6 ил ингән: Сербия, Черногория, Хорватия, Словения, Македония, Босния һәм Герцеговина.
Бәләкәй Югославия (1992 йылдан — Югославия берләшмәһе республикаһы, 2003 йылдан — Сербия һәм Черногория) составына хәҙерге бойондороҡһоҙ дәүләттәр — Черногория һәм Сербия ингән.
Югославия Сербтар, хорваттар һәм словендар короллеге булараҡ Беренсе донъя һуғышынан һәм Австро-Венгрия империяһы тарҡалғандан һуң XX быуат башында барлыҡҡа килә һәм шул быуат аҙағында — XXI быуат башында тарҡала.
Югославияның төп халҡын көньяҡ славяндар: бәшнәктәр (бәснәктәр), сербтар, хорваттар, словендар, македондар, черногорҙар һәм славян булмаған албандар һәм венгрҙар тәшкил иткән. Шулай уҡ бында төрөктәр, русиндар, украиндар, словактар, румындар, болгарҙар, итальяндар, чехтар һәм сиғандарҙың общиналары йәшәгән.
История
үҙгәртергәЮгославия короллеге (1918—1945)
үҙгәртергәАвстро-Венгрия тарҡатылғандан һуң Хорватия, Словения, Босния һәм Герцеговина, Далмация, Сербия һәм Черногорияның югослав ерҙәре Сербтар, хорваттар һәм словендар короллеге исемен алған дәүләткә берләшә. 1929 йылда, дәүләт түңкәрелешенән һуң, Югославия короллеге итеп үҙгәртелә[3].
Икенсе донъя һуғышы
үҙгәртергәИкенсе донъя һуғышы йылдарында Югославия Гитлерға ҡаршы коалиция яғында һуғыша, Югослав операцияһы (Апрель һуғышы) һөҙөмтәһендә нацистик Германия тарафынан оккупациялана[4]. Кампания 1941 йылдың 6 апрелендә Белградты бомбаға тотоуҙан башлана. Тәүге һөжүмдәр барышында уҡ Югославия авиацияһы һәм ҡала ПВО-һы юҡҡа сығарыла, Белградтың байтаҡ биналары емереклектәргә әйләнә, меңдәрсә кеше һәләк була. Юғары хәрби командованиеһы һәм фронт частары араһында бәйләнеш юғала, короллек армияһы тарҡатыла, 250 мең кеше әсирлеккә төшә. Нацистар яғынан был һуғышта 151 кеше һәләк була, 392 кеше яралана һәм 15 кеше хәбәрһеҙ юғала.
Оккупациялауҙан һуң Югославия территорияһында Европала иң мөһим роль уйнаған (СССР-ҙан тыш) партизан хәрәкәте йәйелдерелә[5]. Оккупация властары ил территорияһында Хорватия бойондороҡһоҙ дәүләт (Хорватия, Босния һәм Герцеговина) булдыралар. Әммә оккупацияланған Югославияла гитлерсылар партизандарға ҡаршы тороу өсөн 35 дивизия тоторға мәжбүр була (Францияла бөтәһе 28 дивизия оккупация режимын һаҡлай). Коммунистар хәрәкәте башлығы Иосип Броз Тито башта СССР менән, һуңынан Көнбайыш менән дә уртаҡ тел табыуға өлгәшә. Тито хәрәкәтенең өҫтөнлөгө уның күп милләтлегендә була, сөнки башҡа хәрәкәттәр башлыса бер милләттән тора.
«Бөйөк Югославия»
үҙгәртергәҺуғыштан һуң Броз Тито Балҡан Федерацияһын булдырып, уның сиктәрендә Бөйөк Югославия дәүләтен төҙөргә ниәтләй, әлеге пландарҙы ул Сталин һәм Георгий Димитров менән берлектә әҙерләй. Тито Беренсе Югославия, шулай уҡ Болгария һәм Албания (федераль республикалар сифатында) территорияларында социалистик федерация булдырыуға иҫәп тота, уның үҙәк власы Белградта урынлашырға тейеш була. Башта югослав-албан һәм югослав-болгар иҡтисади-таможня союздары булдырыла, әммә артабан Албания һәм Болгария етәкселеге менән ҡапма-ҡаршылыҡтар килеп сығыу сәбәпле һәм Сталин менән аралар боҙолоу арҡаһында Бөйөк Югославия проекты тормошҡа ашмай .
Социалистик Югославия (1945—1991)
үҙгәртергәСоставына алты социалистик дәүләт ингән Югославия федерацияһы төрлө исемдәр йөрөтә: Демократик Федератив Югославия (1945 йылдан), Югославия Федератив Халыҡ Республикаһы (1946 йылдан), Югославия Социалистик Федератив Республикаһы (1963 йылдан).
Социалистик Югославияла милли ҡоролош моделе сифатында федерализмға өҫтөнлөк бирелә. 1974 йылда ҡабул ителгән Конституцияға ярашлы ЮСФР-ҙа федерацияһына субъекттар булараҡ алты социалистик республика һәм ике автономиялы социалистик край инә. Югославияның бөтә халыҡтарҙың тиңлеге иғлан ителә. Титоның милли-дәүләт реформаһы билдәле уңыштарға ҡаҙана: яйлап һуғыш осорондағы этник таҙартыуҙар онотола бара, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр яҡшыра. Республика етәкселеге яңы этник берлек — югослав халҡы барлыҡҡа килеүе тураһында белдерә. Үҙҙәрен югословен тип һанаған кешеләрҙең һаны артҡанда-арта бара (ҡағиҙә булараҡ, ҡатнаш ғаиләләрҙә тыуған кешеләр) һәм Югославия тарҡалған ваҡытта дөйөм һандан 5 % тирәһе тәшкил итә.
Югославия коммунистар партияһы лидеры Иосип Броз Тито һәм Сталин араһында ҡапма-ҡаршылыҡтар СССР менән бәйләнештәрҙе өҙөүгә килтерә (совет-югослав конфликты), 1948 йылда югослав компартияһы Информбюронан сығарыла. 1949 йылда совет етәкселеге Югославия менән Дуҫлыҡ килешеүен өҙә. Югослав етәкселеген фашлаған пропагандистик кампанияһы башлана. Сталиндың вафатынан һуң да Югославия Варшава килешеүе ойошмаһына инмәй, ә, киреһенсә, уға һәм НАТО-ға ҡаршы булараҡ Ҡушылмау хәрәкәтен ойоштора. Тито хакимлығы осоронда Югославия Көнбайыш һәм ҡайһы бер коммунистик режимдары араһында (мәҫәлән. Ҡытай менән) аралашсы ролен уйнай.
Иосип Броз Тито режимы көнбайыш һәм көнсығыш блоктары дәүләттәре араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы үҙ файҙаһына бик оҫта ауҙарыуға өлгәшә һәм шуға күрә Югославия һуғыштан һуңғы бер нисә тиҫтә йылдар дауамында бик тиҙ үҫешә.
Югославияның тарҡалыуы
үҙгәртергәЮгославия федерацияһының тарҡалыуы факторҙары булып Титоның вафаты һәм уның дауамсылары алап барған иҡтисади һәм милли сәйәсәттең көрсөккә төртөлөүе, донъя социалистик системаһының тарҡалыуы, европала милләтселек көсәйеүе иҫәпләнә. 1990 йылда бөтә алты республика урындағы һайлауҙар уҙғарыла. Бөтә урындарҙа ла милләтсел көстәр еңеү яулай.
Титоның васятнамәһенә ярашлы, милли ҡапма-ҡаршылыҡтар көсәйеүе арҡаһында, уның вафатынан һуң президент посы бөтөрөлә, ил башына Югославия Президиумы тора, уның ағзалары (союздаш республикаларҙың һәм автономиялы крайҙарҙың етәкселәре) йыл һайын алмашлап Президиумды етәкләй.1980-се йылдар уртаһындағы ҡыҫҡа ваҡытлы иҫтисади мөғжизә бик тиҙ үҙешкән инфляция һәм иҡтисади көрсөк менән тамамлана, шуға күрә иҡтисади яҡтан үҫешкән Сербия, Хорватия һәм Словения республикалары һәм башҡа республикалар араһында мөнәсәбәттәр ҡырҡыулаша.
1991 йылда сәйәси көрсөк барышында алты республиканың дүртәүһе бүленеп сыға: Словения, Хорватия, Босния һәм Герцеговина, Македония. Башта — Босния һәм Герцеговина, артабан Косово автономиялы краы территорияһына БМО көстәре индерелә. БМО ҡарарына ярашлы, сербтар һәм Косово албандары араһындағы милләт-ара конфликтты яйға һалыу маҡсатында Косово крайы БМО протектораты ҡарамағына күсерелә. XXI быуат башында Югославияла бары тик ике республика ҡала, һәм 2003 йылда ул Сербия һәм Черногорияға әүерелә. 2006 йылда, черногор референдумынан һуң, Югославия тулыһынса тарҡала.
Составы
үҙгәртергәОло Югославия
үҙгәртергәСербтар, хорваттар һәм словендар короллеге, Югославия короллеге
үҙгәртергә- Драва бановинаһы
- Приморье бановинаһы
- Зета бановинаһы
- Сава бановинаһы
- Морава бановинаһы
- Врбас бановинаһы
- Дрина бановинаһы
- Вардар бановинаһы
- Дунай бановинаһы
- Белград
- Хорват бановинаһы (1939 йылдан) — Сава һәм Приморье бановиналарын берләштереү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә.
Югославия Федератив Халыҡ Республикаһы, Югославия Социалистик Федератив Республикаһы
үҙгәртергәСоциалистик Югославия составына социалистик республикалар (1963 йылға тиклем — халыҡ республикалары) инә; бынан тыш, Сербия составында ике социалистик автономиялы край була (1963 йылға тиклем — автономиялы өлкәләр).
Рәсми атамаһа | Баш ҡалаһы | Флагы | Гербы | Майҙаны, км² | Халҡы, мең кеше ( 1976 йылдың 30 июненә ҡарата)[6] |
---|---|---|---|---|---|
Босния һәм Герцеговина социалистик республикаһы | Сараево | 51 129 | 4021 | ||
Македония социалистик республикаһы | Скопье | 25 713 | 1797 | ||
Сербия социалистик республикаһы | Белград | 88 361 | 8843 | ||
Косово социалистик автономиялы край | Приштина | 10 887 | 1429 | ||
Воеводина социалистик автономиялы край | Нови-Сад | 21 506 | 1989 | ||
Словения социалистик республикаһы | Любляна | 20 251 | 1782 | ||
Хорватия социалистик республикаһы | Загреб | 56 538 | 4514 | ||
Черногория социалистик республикаһы | Титоград | 13 812 | 563 |
* хәҙер — Подгорица
Кесе Югославия
үҙгәртергә«Өсөнсө Югославия» — Югославия Союздаш Республикаһы
үҙгәртергә- Сербия (союздаш республикаһы)
- Косово һәм Метохия (автономиялы край, ысынында — халыҡ-ара протектораты)
- Воеводина (автономиялы край)
- Черногория (союздаш республикаһы)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Allcock, John B.: Explaining Yugoslavia. New York: Columbia University Press, 2000
- Anne Marie du Preez Bezdrob: Sarajevo Roses: War Memoirs of a Peacekeeper. Oshun, 2002. ISBN 1-77007-031-1
- Chan, Adrian: Free to Choose: A Teacher’s Resource and Activity Guide to Revolution and Reform in Eastern Europe. Stanford, CA: SPICE, 1991. ED 351 248
- Cigar, Norman, : Genocide in Bosnia: The Policy of Ethnic-Cleansing. College Station: Texas A&M University Press, 1995
- Cohen, Lenard J.: Broken Bonds: The Disintegration of Yugoslavia. Boulder, CO: Westview Press, 1993
- Conversi, Daniele: German -Bashing and the Breakup of Yugoslavia, The Donald W. Treadgold Papers in Russian, East European and Central Asian Studies, no. 16, March 1998 (University of Washington: HMJ School of International Studies) http://easyweb.easynet.co.uk/conversi/german.html 2006 йыл 27 июнь архивланған.
- Djilas, Milovan: Land without Justice, [with] introd. and notes by William Jovanovich. New York: Harcourt, Brace and Co., 1958.
- Dragnich, Alex N.: Serbs and Croats. The Struggle in Yugoslavia. New York: Harcourt Brace Jovanovich, 1992
- Fisher, Sharon: Political Change in Post-Communist Slovakia and Croatia: From Nationalist to Europeanist. New York: Palgrave Macmillan, 2006 ISBN 1-4039-7286-9
- Glenny, Mischa: The Balkans: Nationalism, War and the Great Powers, 1804—1999 (London: Penguin Books Ltd, 2000)
- Glenny, Mischa: The fall of Yugoslavia: The Third Balkan War, ISBN 0-14-026101-X
- Gutman, Roy.: A Witness to Genocide. The 1993 Pulitzer Prize-winning Dispatches on the «Ethnic Cleansing» of Bosnia. New York: Macmillan, 1993
- Hall, Brian: The Impossible Country: A Journey Through the Last Days of Yugoslavia. Penguin Books. New York, 1994
- Harris, Judy J.: Yugoslavia Today. Southern Social Studies Journal 16 (Fall 1990): 78-101. EJ 430 520
- Hayden, Robert M.: Blueprints for a House Divided: The Constitutional Logic of the Yugoslav Conflicts. Ann Arbor: University of Michigan Press, 2000
- Hoare, Marko A., A History of Bosnia: From the Middle Ages to the Present Day. London: Saqi, 2007
- Hornyak, Arpad. Hungarian-Yugoslav Diplomatic Relations, 1918—1927 (East European Monographs, distributed by Columbia University Press; 2013) 426 pages
- Jelavich, Barbara: History of the Balkans: Eighteenth and Nineteenth Centuries, Volume 1. New York: American Council of Learned Societies, 1983 ED 236 093
- Jelavich, Barbara: History of the Balkans: Twentieth Century, Volume 2. New York: American Council of Learned Societies, 1983. ED 236 094
- Kohlmann, Evan F.: Al-Qaida’s Jihad in Europe: The Afghan-Bosnian Network Berg, New York 2004, ISBN 1-85973-802-8; ISBN 1-85973-807-9
- Lampe, John R: Yugoslavia As History: Twice There Was a Country Great Britain, Cambridge, 1996, ISBN 0-521-46705-5
- Malesevic, Sinisa: Ideology, Legitimacy and the New State: Yugoslavia, Serbia and Croatia. London: Routledge, 2002.
- Owen, David. Balkan Odyssey Harcourt (Harvest Book), 1997
- Pavlowitch, Steven. Hitler’s New Disorder: The Second World War in Yugoslavia (2008) excerpt and text search
- Ramet Sabrina P. The Three Yugoslavias: State-Building and Legitimation, 1918–2005. — Bloomington: Indiana University Press, 2006. — ISBN 978-0-253-34656-8.
- Roberts, Walter R.: Tito, Mihailovic, and the Allies: 1941—1945. Duke University Press, 1987; ISBN 0-8223-0773-1
- Sacco, Joe: Safe Area Gorazde: The War in Eastern Bosnia 1992—1995. Fantagraphics Books, January 2002
- Silber, Laura and Allan Little:Yugoslavia: Death of a Nation. New York: Penguin Books, 1997
- West, Rebecca: Black Lamb and Gray Falcon: A Journey Through Yugoslavia. Viking, 1941
- White, T.: Another fool in the Balkans — in the footsteps of Rebbecca West. Cadogan Guides, London, 2006
- Time homepage: New Power 2008 йыл 7 май архивланған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ (unspecified title) (ирл.) — 2006.
- ↑ https://www.nytimes.com/1992/09/24/world/un-expulsion-of-yugoslavia-breeds-defiance-and-finger-pointing.html
- ↑ [ Королевство Сербов, Хорватов и Словенцев] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- ↑ Апрельская война
- ↑ В настоящее время доступ к сайту временно прекращен . Дата обращения: 20 март 2013. Архивировано из оригинала 21 февраль 2009 года.
- ↑ [ Югославия] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә