Төп менюны асырға

Ғәлимов Сәләм исемендәге премия — йәш авторҙарҙың әҙәбиәт, музыка һәм һынлы сәнғәттәге иң яҡшы әҫәрҙәре һәм юғары башҡарыу оҫталығы өсөн Башҡортостанда 1967 йылдан 1990 йылғаса бирелгән премия.

Ғәлимов Сәләм исемендәге премия
Ил

Рәсәй Рәсәй
Башҡортостан Башҡортостан

Награда төрө

маҡтаулы исем

Кемгә бирелә

йәш авторҙарҙың әҙәбиәт, музыка һәм һынлы сәнғәттәге иң яҡшы әҫәрҙәре һәм юғары башҡарыу оҫталығы өсөн

Кем тапшыра

ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты

Статус

ғәмәлдә

Статистика
Раҫланған ваҡыты

1967 йыл

Беренсе бүләкләү

1967 йыл

Һуңғы бүләкләү

1990

Бүләкләнгәндәр иҫәбе

50 автор һәм 5 ижади коллектив

Сиратлылыҡ
Тап килә

Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы

Ул ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты тарафынан ижади йәштәрҙе дәртләндереү маҡсатында 1967 йылда булдырыла һәм башҡорт шағиры Ғәлимов Сәләм исеме менән атала: «Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы».

1967—1990 йылдарҙа был премияға төрлө жанрҙарҙа ижад иткән 50 автор һәм 5 ижади коллектив лайыҡ була. Уларға «Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты» тигән исем һәм махсус диплом бирелә. Премия һуңғы тапҡыр 1990 йылда тапшырыла.

1995 йылда был премия урынына әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәләрендә уңышлы эшләгән йәштәрҙе бүләкләү өсөн яңыһы булдырыла, һәм ул Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы тип атала башлай.

Йөкмәткеһе

ЛауреаттарҮҙгәртергә

1967Үҙгәртергә

  • Әнүәр Бикчәнтәев, яҙыусы — «Нисә йәш һиңә, комиссар?» китабы өсөн
  • Фёдор Кащеев, рәссам — «Һауынсылар» («Доярки»), «Буровойҙа» («На буровой»), «Башҡорт ҡымыҙы» («Башкирский кумыс») картиналары өсөн.
  • Шәүрә Мортазина, режиссер — Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» пьесаһы буйынса ҡуйған спектакле өсөн.
  • Салауат Юлаев исемендәге Мәҙәниәт һарайының Халыҡ бейеү ансамбле. Художество етәксеһе РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Г. В. Анищенко, оркестрҙың музыкаль етәксеһе һәм дирижеры БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре А. К. Кукубаев. — 1966—1967 йылдарҙағы репертуары өсөн.

1968Үҙгәртергә

1969Үҙгәртергә

1970Үҙгәртергә

1972Үҙгәртергә

  • шағир, драматург Әнғәм Атнабаев, «Йөрәгемдән сыҡҡан юлдар» исемле шиғырҙар йыйынтығы өсөн

1974Үҙгәртергә

1976Үҙгәртергә

1978Үҙгәртергә

1980Үҙгәртергә

1983Үҙгәртергә

1984Үҙгәртергә

  • яҙыусы Вәзих Исхаҡов, «Һаумы, генерал», «Умырзая — яҙ сәскәһе» китаптары өсөн

1986Үҙгәртергә

1988Үҙгәртергә

  • композитор Салауат Низаметдинов, һуңғы йылдарҙа ижад ителгән йырҙары һәм «Революция дауам итә» исемле ораторияһы өсөн.

1990Үҙгәртергә

  • шағир Хисмәт Юлдашев — «Убаларҙа — ҡылған» шиғырҙар китабы өсөн.
  • шағир Ринат Хәйри — «Эҙләйем һине» шиғырҙар йыйынтығы һәм уға ингән «Ҡорбан» поэмаһы өсөн.
  • композитор Нур Дауытов — йырҙар ижад итеү эшмәкәрлеге өсөн.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә