Өмөт (гәзит)
Башҡортостандың йәштәр гәзите
«Өмөт» (татарса Өмет) — Башҡортостан Республикаһында 1991 йылдан татар телендә йәштәр өсөн нәшер ителгән ижтимағи‑сәйәси гәзит.
«Өмөт» | |
Тип |
Башҡортостан Республикаһының ижтимағи-сәйәси йәштәр гәзите |
---|---|
Тиражы |
25,5 мең (2013) |
Веб-сайты | |
Ойоштороусылары
үҙгәртергәБашҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм «Өмөт» гәзите редакцияһы коллективы.
Мәғлүмәт
үҙгәртергә1991 йылдың июленән Өфөлә аҙнаһына 2 тапҡыр татар телендә сыға. Тиражы — 25,5 мең дананан ашыу (2013). Гәзиттә йәш быуынды әхлаҡи һәм рухи йәһәттән тәрбиәләү мәсьәләләре буйынса мәҡәләләр баҫыла, сәйәси, социаль‑иҡтисади темалар, хәҙерге йәштәр проблемалары һәм башҡа көнүҙәк ваҡиғалар яҡтыртыла.
Рубрикалары
үҙгәртергә- «Башҡортостан: кисә, бөгөн, иртәгә»
- «Республиканың ижтимағи тормошо»
- «Аҙналыҡ күҙәтеү»
- «Был көнүҙәк»
- «Уртаҡлашырға теләйем»
Баҫма шулай уҡ ай һайын 1991 йылдан «Сатҡылар», 2002 йылдан — «Сихәт» һәм 2007 йылдан башлап «Мин — йәш» исемле ҡушымталар сығара.
Баш мөхәррирҙәре
үҙгәртергә- М. Н. Муллаҡаев (1991—1994)
- Ф. И. Фәтхетдинов (1994—2001)
- Р. Ғ. Ноғоманов (2001 йылдан)
Ҡаҙаныштары
үҙгәртергә- 2004 йылда «Өмөт» гәзите Рәсәйҙә татар телендә сыҡҡан баҫмалар араһында иң яҡшыһы тип табылды[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Өмөт (гәзит) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- «Өмөт» гәзитенең рәсми сайты 2015 йыл 1 август архивланған.