Жан-Батист Поклен (франц. Jean-Baptiste Poquelin), театр псевдонимы — Мольер[10] (франц.франц. Molière; 15 ғинуар 1622 йыл, Париж — 17 февраль 1673 йыл, шунда уҡ) — XVII быуатта Францияның һәм яңы Европаның комедиографы, классик комедиялар ижад итеүсе, һөнәре буйынса актёр, вазифаһы буйынса театр, йәғни Мольер труппаһы директоры (de Troupe baptiste poquelin, 1643—1680).

Мольер
франц. Molière
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Франция короллеге[d]
Тыуған ваҡыттағы исеме франц. Jean-Baptiste Poquelin
Псевдоним Molière
Тыуған көнө 15 ғинуар 1622({{padleft:1622|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[2][3][4][…]
Тыуған урыны Париж, Франция короллеге[d][1][5][6]
Дата крещения 15 ғинуар 1622[6]
Вафат булған көнө 17 февраль 1673({{padleft:1673|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[2][3][4][…] (51 йәш)
Вафат булған урыны Париж, Франция короллеге[d][1][5]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе туберкулёз
Ерләнгән урыны Пер-Лашез[d]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Jean Poquelin[d]
Хәләл ефете Арманда Бежар[d]
Внебрачный партнёр Мадлена Бежар[d]
Балалары Esprit-Madeleine Poquelin[d]
Туған тел Француз теле
Яҙма әҫәрҙәр теле Француз теле
Һөнәр төрө драматург, театр актёры, шағир, сатирик, театр режиссёры, драматург-режиссёр, яҙыусы, директор театра
Эшмәкәрлек төрө Театр һәм актёрлыҡ оҫталығы[d][7]
Уҡыу йорто лицей Людовика Великого[d]
Старый университет Орлеана[d]
Сәнғәт йүнәлеше Классицизм
Жанр Комедия һәм фарс[d]
Йоғонто яһаусы Плавт[d] һәм комедия дель арте[d]
Изображается на Molière[d]
Вики-проект WikiProject Biography/Arts and entertainment[d], Проект:Франция[d], Проект:Театр[d] һәм WikiProject Poetry[d]
Хеҙмәттәре тупланмаһы Милли сәнғәт галереяһы[d] һәм Городской музей[d][8]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][9]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Molière
 Мольер Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Иртә йылдары

үҙгәртергә

Жан-Батист Поклен бер нисә быуат буйы көпләүсе-драпировкалаусы һөнәре менән шөғөлләнгән боронғо буржуаз ғаиләһенән сыға. Жан-Батистың әсәһе Мария Поклен-Кресс (1632 йылда үлгән), туберкулездан вафат була, атаһы, Жан Поклен (1595—1669), батша һарайында обойсы һәм Людовик XIII камердинеры була, ул улын абруйлы иезуиттар мәктәбенә — Клермон коллежына уҡырға бирә (хәҙер Парижда Бөйөк Людовик лицейы), Жан-Батист латинды төплө өйрәнә, шуға күрә рим авторҙарын төп нөсхәһендә еңел уҡый, һәм хатта ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Лукрецийҙың «Ғәҙәттә була торғандар тураһында» тип аталған фәлсәфәүи поэмаһын француз теленә тәржемә итә (тәржемә юғалған). 1639 йылда коллежды тамамлағандан һуң Жан-Батист Орлеанда хоҡуҡтар лиценциаты исеменә имтихан тота.

Актёрлыҡ карьераһының башы

үҙгәртергә

Атаһының һөнәре һымаҡ юридик карьера ла ылыҡтырмай, һәм Жан-Батист театраль Мольер псевдонимы алып, актёр һөнәрен һайлай. Комедианттар Жозеф һәм Мадлена Бежар менән осрашҡандан һуң, Мольер 21 йәштә «Сағыу театр» башында тора (Illustre Théâtre), был 10 актёрҙан торған яңы париж труппаһы баш ҡала нотариусы тарафынан 1643 йылдың 30 июнендә теркәлә. Парижда популяр булған Бургундия ҡунаҡханаһы һәм Марэ труппалары менән көслө конкуренцияға инеп, 1645 йылда еңелә. Мольер дуҫ актёрҙары менән бергә провинцияларҙа бәхет эҙләргә ҡарар итә һәм Дюфрен етәкслегендәге күсмә комедианттар труппаһына ҡушыла.

Мольерҙың провинцияла труппаһы. Тәүге пьесалары

үҙгәртергә
 
Франция картаһында 1645—1658 йылдарҙа Мольер труппаһының турнеһы урындары күрһәтелә

13 йыл дауамында Мольерҙың (1645—1658) граждандар һуғышы йылдарында француз провинциялары буйынса йөрөүе уның театр һәм тормош тәжрибәһен байыта.

1645 йылда Мольер дуҫтары менән Дюфрендың урынын биләй башлай, һәм 1650 йылда ул труппаны етәкләй. Мольер труппаһының репертуарының ярлылығы уның драматургик эшмәкәрлегенең башланыуына стимул була. Театр белеме йылдары Мольерҙың авторлыҡ эштәренең йылдары ла булып тора. Провинцияла ижад ителгән күп фарс сценарийҙары юҡҡа сыға. Тик ҙур булмаған «Барбульеның көнсөллөгө» (La jalousie du Barbouillé) һәм «Осоп барыусы табип» (Le médécin volant), пьесалары ғына һаҡланған, уларҙың да Мольерға ҡарағанлығы шикле. Провинциянан Парижға ҡайтҡас Мольер уйнаған ошоға оҡшаш пьесаларҙың тағы ла бер нисә исемдәре билдәле («Уҡыусы Гро-Рене», «Табип- педант», «Горжибюс тоҡта», «План-план», «Өс табип», «Казакин», «Яһалма нәкәҫ», «Сытыр бәйләүсе»), өҫтәүенә исемдәре Мольерҙың һуңғы фарстарындағы ситуациялар менән ауаздаш (мәҫәлән, «Горжибюс тоҡта» һәм «Скапендың шуҡлыҡтары» д. III, сц. II) Был пьесалар боронғо фарс традицияһы уның оло йәштәге төп комедияларына йоғонтоһо тураһында һөйләй.

Мольер етәкселегендәге труппа башҡарған фарс репертуары һәм уның үҙенең дә актёр сифатында ҡатнашыуы, труппаның репутацияһын нығытыуға булышлыҡ итә. Мольер тарафынан итальян әҙәби комедияһы алымында яҙылған ике ҙур шиғри комедия — "Шаян, йәки Барыһы ла яңылыш" (L’Étourdi ou les Contretemps, 1655) һәм «Мөхәбәтле үкенес» (Le dépit amoureux, 1656) ижад ителгәндән һуң труппаның абруйы тағы ла үҫә. Итальян авторҙарына сикләүһеҙ оҡшатып эшләнгән төп фабулаға төрлө яңы һәм иҫке комедияларҙан үҙләштереүҙәр ҡатлаулана, был ярашлы рәүештә Мольерҙың «ҡайҙа яҡшы нәмә таба, шуны ала» тигән принцибына ҡайтып ҡала[11]. Ике пьесаның мәғәнәһе комик торошто һәм аҫтыртын эш йөрөтөүҙәрҙе эшкәртеү менән сикләнә, характерҙар уларҙа өҫтән-мөҫтән күрһәтелгән.

Яйлап Мольер труппаһы дан һәм уңышҡа өлгәшә, һәм 1658 йылда корольдең 18 йәшлек ҡустыһы Месье саҡырыуы буйынса Парижға ҡайта.

Париж осоро

үҙгәртергә

Парижда Мольер труппаһы 1658 йылдың 24 октябрендә Лувр һарайында Людовик XIV алдында тәү башлап сығыш яһай. Юғалып ҡалған «Ғашиҡ доктор» фарсы ҙур уңышҡа өлгәшә һәм труппаның яҙмышын хәл итә: король уға батша һарайындағы Пти-Бурбон театрын бирә, был театрҙа труппа 1661 йылға тиклем уйнай, аҙаҡ Пале-Рояль театрына күсә һәм Мольер үлгәнсе шунда ҡала. Мольер Парижға урынлашыу мәленән алып уның ҡабалан драматургик эшмәкәрлеге башлана, был көсөргәнеш үҙе үлгәнсе кәмемәй. 1658 йылдан алып 1673 йылға тиклем 15 йыл эсендә Мольер иң яҡшы пьесаларын ижад итә, аҙ ғынаһын иҫәпкә алғанда, ҡайһы бер пьесалары уға дошман булған йәмәғәт төркөмдәре яғынан аяуһыҙ нахаҡҡа дусар ителә.

 
Сганарель персонажы париж баҫмаһында.1850 йыл

Тәүге фарстары.

үҙгәртергә

Мольерҙың Париж дәүере эшмәкәрлеге бер актлы «Ирмәк ҡылансыҡтар» комедияһы менән асыпа (франц. Les précieuses ridicules, 1659). Был беренсе, ярайһы уҡ үҙенсәлекле булған комедияла Мольер аристократтар салонында өҫтөнлөк иткән, әҫәбиәттә сағылыш тапҡан һәм йәштәргә көслө йоғонто яһаған (бигерәк ҡатын-ҡыҙҙарға) үтә ҡабарынҡы һәм яһалма телмәргә, тон һәм мөғәләмәгә ҡаршы сығыш яһай. Комедия күренекле ҡылансыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙың бик ныҡ хәтерен ҡалдыра. Мольерҙың дошмандары ике аҙнаға комедияны тыйыуға өлгәшә, әммә һуңынан ул икеләтә артыҡ уңыш менән сәхнәләрҙә бара.

Бөтә ҙур әҙәби-ижтимағи ҡиммәттәре буйынса «Ҡылансыҡтар» — типик фарс, ул был жанрҙың бөтә традицион алымын ҡабатлай. Юморына киң сағыулыҡ һәм баҙыҡлыҡ биргән шул уҡ фарс мөхите менән Мольерҙың артабанғы «Сганарель, йәки алданған ир» пьесаһы ла һуғарыла (Sganarelle, ou Le cocu imaginaire, 1660). Бында тәүге комедияларындағы йылғыр мут ялсыға алмашҡа — Маскарилға — ауыр кәүҙәле иҫәүән Сганарель килә, һуңынан ул Мольерҙың бик күп комедияларыне индерелә.

1662 йылдың 23 ғинуарында Мольер Арманда Бежар менән никах контрактына ҡул ҡуя. Уға 40 йәш, ә Армандаға 20 йәш була. Туйға тик иң яҡын кешеләре генә саҡырыла. Никах тантанаһы 1662 йылдың 20 февралендә париж сиркәүе Сен-Жермен-л’Осеруала үтә.

Тәрбиә комедиялары

үҙгәртергә

«Ирҙәр мәктәбе» комедияһы(L’école des maris L', 1661) унан һуңғы өлгөрөп еткән «Ҡатын- ҡыҙҙар мәктәбе» комедияһы (L’école des femmes, 1662) менән тығыҙ бәйләнгән, улар Мольерҙың фарстан социаль-психологик тәрбиә комедияларына боролошон белдерә. Бында Мольер мөхәбәт, никах, ҡатын-ҡыҙға мөнәсәбәт һәм ғаилә ҡороу мәсьәләләренә ҡағыла. «Ирҙәр мәктәбе», бигерәктә «Ҡатын-ҡыҙҙар мәктәбе» комедияларында характерҙар һәм ҡылыҡтар бер яҡлы ғына түгел, был фарстың ябай схемалылығын еңеп сығып, характерҙар комедияһына ҡарай алға ҙур аҙым булып тора. Шул уҡ ваҡытта «Ирҙәр мәктәбе» һыҙма, еңел эскиз һымаҡ булһа, «Ҡатын-ҡыҙҙар мәктәбе» сағыштырғыһыҙ тәрән һәм нескә.

Шундай сатирик комедиялары драматургтың дошмандары яғынан аяуһыҙ ғәйеп тыуҙырмау мөмкин түгел. Мольер уларға «Ҡатындар мәктәбе тәнҡите» полемик пьесаһы менән яуап бирә. (de La critique «femmes des École L», 1663). Кәмитселектә шелтәләүҙәрҙән һаҡланып, ул ҙур абруй менән үҙенең комик шағир ҡарашын аңлатып бирә һәм Аристотелдең «ҡағиҙәләренә» һуҡыр рәүештә буйһоноуҙарын фашлай. Был ваҡсыл фетишлаштырыу «ҡағиҙәләренә» ҡаршы протест белдереүе Мольерҙың француз классицизмына ҡарата бойондороҡһоҙ позицияһын асып һала, һуңынан шулай ҙа ул үҙенең драматургик практикаһында уның яғына күсә.

Мольерҙың бойондороҡһоҙлоҡҡа ынтылышы булып, уның комедия класик шиғриәттең төп жанры булған трагедиянан түбән түгел, әммә хатта юғары тип иҫбатларға маташыуы тора. «„Ҡатындар мәктәбе“ тәнҡитендә» ул Дорант исеменән классик трагедияны «тәбиғилеккә» тап килмәүе күҙлегенән (сц. VII), йәғни реализм позицияһынан тәнҡитләй. Был тәнҡит классик трагедияның тематикаһына, батша һарайы һәм юғары синыфтар ҡағиҙәләренә иҫәп тотоуға ҡаршы юнәлтелгән.

Мольерҙың «Версаль экспромты» пьесаһы ла дошмандары яғынан яңы һөжүмгә тарый.(impromptu Versailles de L', 1663). Үҙенсәлекле төп фекере һәм төҙөлөшө булған комедия Мольерҙың актёрҙар менән эше тураһында һәм театрҙың асылына, комедияның бурыстарына ҡарата уның ҡараштарының үҫеше тураһында әһәмиәтле мәғлүмәт бирә. Үҙенең көнәркәштәренең — Бургунд ҡунаҡханаһы актёрҙарының шартлы- ҡабарынҡы трагик уйын алымдарын кире ҡағып, аяуһыҙ тәнҡиткә ала, шул уҡ ваҡытта Мольер шелтәләрҙе кире ҡағып, сәхнәгә билдәле заттарҙы сығара. Иң мөһиме — ул иҫ киткес ҡыйыулыҡ менән аяҡты аяҡҡа бәреп шаҡылдап йөрөгән маркиздарҙан атаҡлы фразаһын ташлап, мыҫҡыл итә: «Хәҙерге маркиз пьесала бөтәһен дә көлдөрә, боронғо комедияла бер ҡатлы ялсы публиканы нисек көлдөргән, шуның һымаҡ хәҙер ҙә беҙгә тамашасының күңелен асҡан һын ҡатырғыс маркиз кәрәк».

Һуңғы комедиялары. Балет-комедиялар

үҙгәртергә
 
Мольерҙың портреты. 1656
Рәссам Никол Миньярҙың эше

«Ҡатын-ҡыҙҙар мәктәбе» ыҙғышынан Мольер еңеүсе булып сыға. Даны артыуы менән уның һарай менән бәйләнештәре лә нығый, ул унда батша һарайындағы байрамдар өсөн ижад ителгән пьесалары менән йыш сығыш яһай. Мольер, айырым бейеү сығыштарына сюжетлы дәлилдәр бирелгән һәм комик күренештәргә ҡоролған балет менән комедияны берләштереүсе махсус «балет-комедиялар» жанры ижад итә (был һарайҙа король һәм уның яҡындары башҡарыусылар сифатында күңел асыу төрө). Мольерҙың беренсе балет-комедияһы «Түҙеп торғоһоҙҙар» (Les fâcheux, 1661) тип атала. Ул интригаһыҙ һәм ябай сюжеттарға ҡоролған айырым-айырым күренештәрҙән тора. Мольер бында юғары ҡатлам ҡупшыларын, уйынсы, дуэлсы, хыялыйҙарҙы һәм педанттарҙы һүрәтләү өсөн уларҙың тормоштағы сатирик һыҙаттарын таба, пьеса Мольер бурыс итеп ҡуйған холоҡтар комедияһын әҙерләү мәғәнәһендә алға аҙым булып тора («Түҙеп торғоһоҙҙар» сәхнәлә «Ҡатын-ҡыҙҙар мәктәбенән» алда ҡуйыла).

«Түҙеп торғоһоҙҙар» комедияһының уңышы Мольерға артабанғы балет-комедия жанрын камиллаштырыуға сәбәп була. «Ирекһеҙҙән никахта» (Le forcé mariage, 1664) балет-комедияһында Мольер комедия (фарс) һәм балет элементтарының органик бәйләнешенә өлгәшеп, жанрҙы юғары кимәлгә күтәрә. «Принцесса Элидала» (La princesse Elide d', 1664) Мольер псевдоантик лирик-пастораль фабулаға мәҙәк балет интермедияларын индерә. Шулай итеп ике төр балет-комедияға нигеҙ һала, һәм уны артабан да камиллаштыра. Тәүге фарс-көнкүреш тибы «Һауыҡтырғыс мөхәббәт» (l 'amour médécin, 1665), «Сицилиясы, йәки Мөхәббәт-рәссам» (Le Sicilien, l' amour peintre ou, 1666), «Пурсоньяк де әфәнде» (de Pourceaugnac Monsieur, 1669), «Дворянлыҡтағы мещанин» (Le gentilhomme bourgeois, 1670), «Графиня д' Эскарбаньяс» (La d comtesse Escarbagnas, 1671), «Ялған ауырыу» (Le imaginaire malade, 1673) пьесаларында сағыла. Башҡа комедияларҙан был пьесалар тик балет номерҙары булыуы менән генә айырыла, был пьесаның идеяһын бер ҙә кәметеү тип һаналмай. Мольер бында һарай яны күҙлегенә бер ниндәй ҙә ташлама яһамай. Икенсе төрлө түбәнселекле пастораль балет-комедияларҙа эштәр башҡасараҡ тора, уларға «Мелисерт» (Mélicerte, 1666), «Комик пастораль» (Pastorale comique, 1666), «Һоҡландырғыс һөйәркәләр» (Les magnifiques amants, 1670), «Психея» (Psyché, 1671 — Корнель менән бергә яҙылған) пьесалар инә.

 
«Тартюфтан» күренеш, Пьер Брисар илл., 1682

«Тартюф»

үҙгәртергә

(Le Tartuffe, 1664—1669). Руханиҙарға ҡаршы йүнәлтелгән комедия беренсе редакцияла өс акттан тора һәм ике йөҙлө попты һүрәтләй. Ул Версальда 1664 йылдың 12 майында «Тылсымлы утрауҙа кәйеф-сафа» байрамы ваҡытында «Тартюф, йәки Ике йөҙлө» исеме аҫтында ҡуйыла һәм дини «Изге бүләк йәмғиәте» ойошмаһы яғынан ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Тартюф образында Йәмғиәт үҙенең ағзалаырна ҡарата сатира күрә һәм пьесаны тыйыуға ирешә. Мольер король исеменә үтенес хатында пьесаһын яҡлап, «оригиналдар күсермәләрен тыйыуға өлгәште» тип яҙа. Әммә был ғаризнамә яуапһыҙ ҡала. Шунан һуң Мольер киҫкен урындарҙы йомшартып, Тартюфты Панюльф тип алмаштырып, уның киң еңле оҙон кейемен сисә. 5 акттан торған комедияның яңы төрө «Алдаҡсы» (L imposteur) тип атала һәм сәхнәгә ҡуйыуға рөхсәт ителә, әммә 1667 йылдың 5 авгусында беренсе спектакльдан һуң ҡабаттан сәхнәнән алына. Тик йыл ярымдан һуң «Тартюф» ниһайәт 3-сө һуңғы редакцияһында тәҡдим ителә.

Тартюф рухани кешеһе булмаһа ла, һуңғы редакция тәүгеһенән бер ҙә генә йомшағыраҡ булмай. Тартюф образының һыҙаттарын киңәйтеп, монафиҡ ҡына итеп түгел, уны шулай уҡ йөрөмтәл, хыянатсы, ошаҡсы, яла яғыусы итеп һүрәтләй, уның суд, полиция һәм һарай яны кешеләре менән бәйләнештәрен күрһәтә. Ошоноң менән Мольер комедияның сатирик үткерлеген көсәйтә һәм социаль памфлетҡа әйләндерә. Башбаштаҡлыҡ, йәбер-золом батшалығында берҙән-бер яҡты һыҙат булып аҡыллы монарх тора, ул интригалар төйөнөн киҫә һәм комедияның көтөлмәгән бәхетле сиселешен тәьмин итә. Әммә тап яһалма һәм дөрөҫкә тап килмәгән уңышлы сиселеш комедияның асылында бер нәмәне лә үҙгәртмәй.

«Дон-Жуан»

үҙгәртергә

Әгәр «Тартюфта» Мольер сиркәү һәм дингә һөжүм итһә, «Дон-Жуан, йәки Таш мәжлес» (Don Залитая, festin de ou Le pierre, 1665) сатираһының объекты булып феодаль дворянлыҡ тора. Пьесаның нигеҙенә испан легендаһындағы ҡатын-ҡыҙҙарҙы юлдан яҙҙырыусы Дон-Жуанды ала. Ул Европа сәхнәләрен әйләнеп сыҡҡан күсмә сюжетҡа үҙенсәлекле сатирик төҫмөрлөк бирә. Дәрәжә, хакимлыҡ яратыусы Дон Жуан образына Мольер XVII быуаттың француз аристократының йөрөмтәллек, ике йөҙлөлөк, әҙәпһеҙлек һыҙаттарын өҫтәй. Ул Дон-Жуанды бөтә төҙөк йәмғиәттең әхлләҡи нигеҙҙәрен кире ҡағыусы итеп һүрәтләй. Дон-Жуан уллыҡ хистәренән мәхрүм, атаһының тиҙ үлемен теләй, мещанлыҡ изгелегенән мыҫҡыл итә, ҡатын-ҡыҙҙарҙы аҙҙыра, алдай, кәләшен яҡлаған крәҫтиәнде туҡмай, хеҙмәтсене йәберләй, бурыстарын түләмәй, бурысҡа биреүселәрҙе ҡыуып ебәрә, алдаша, Тартюф менән уҙышып, алдын-артын уйлап тормай ялғанлай һәм унан күпкә арттырып ебәрә. Дворянлыҡ адресына ҡарата нәфрәтен Мольер Дон-Жуандың атаһы, ҡарт дворян Дон-Луис һәм уның хеҙмәтсеһе Сганарель аша әйтеп бирә. Улар һәр береһе үҙенсә Дон-Жуандың боҙоҡлоғон фаш итә.

Әммә Дон-Жуан тик кире һыҙаттарҙан ғына тормай, Ул әҙәпһеҙ булыуына ҡарамаҫтан һөйкөмлө, үткер һүҙле, ҡыйыу, һәм Мольер Дон-Жуан менән бөтә етешһеҙлектәрҙең эйәһе булараҡ түгел, бер үк ваҡытта уның рыцарлыҡ һөйкөмлөгө менән дә һоҡлана.

«Күрә алмаусылар»

үҙгәртергә

Әгәр Мольер «Тартюф» һәм «Дон-Жуанға» комик туҡыма аша сағылған байтаҡ трагик һыҙаттар индерһә, «Күрә алмаусылар» комедияһында (Le Misanthrope, 1666) был һыҙаттар шул тиклем көсәйә, хатта комик элементтар бөтөнләй тиерлек ҡыҫырыҡлана. Тәрән психологик тойғолар, геройҙарҙың кисерештәре, тышҡы ғәмәлгә ҡарағанда диалогтар өҫтөнлөк итеүе, фарс элементтарының бөтөнләй булмауы, баш геройҙың ялҡынлы һәм саркастик телмәре булған был әҫәр «юғары» комедияның өлгөһө тип ҡабул ителә һәм Мольер ижадында айырым урын биләй.

Альцет дөрөҫлөктө эҙләүсе, ләкин уны таба алмаусы һәм йәмғиәттә етешһеҙлектәрҙе фашлаусы образ булараҡ алдағы башҡа персонаждарҙан схематиклыҡтан әҙ айырыла. Бер яҡтан был ыңғай герой, уның намыҫлы нәфрәте хуплау таба, ә икенсе яҡтан ул да кире һыҙаттарҙан мәхрүм түгел: ул бик тотанаҡһыҙ, тактһыҙ һәм юмор һәм сама тойғоһонан мәхрүм.

 
Мольерҙың портреты. 1658
Пьер Миньярҙың эше

Һуңғы пьесалары

үҙгәртергә

Саманан тыш тәрән һәм етди «Күрә алмаусылар» комедияһы тәү сиратта уйын-көлкө көткән тамашасы тарафынан һалҡын ҡаршы алына. Пьесаны ҡотҡарып ҡалыу өсөн Мольер уға бик яҡшы «Сараһыҙҙан табип» фарсын ҡуша (франц. Le médécin malgré lui, 1666). Был ваҡ-төйәк әлегә тиклем ҙур уңышҡа эйә була һәм репертуарында һаҡлана, Мольер үҙе яратҡан наҙан һәм шарлатан-табип тураһында теманы әҙерләй. Шуныһы ҡыҙыҡ, үҙенең ижадының һуңғы осоронда социаль-психологик комедия бейеклегенә күтәрелгәндә, Мольер етди сатирик ноталарҙан мәхрүм булған күңелле фарстарына әйләнеп ҡайта. Нәҡ ошо йылдарҙа Мольер үҙенең мауыҡтырғыс комедияларын «Пурсоньяк де әфән де» һәм «Сабыр Скапена» (франц. Les fourberies de Scapin, 1671) яҙа. Бында Мольер үҙенең ижадының тәүге сығанағы — боронғо фарсҡа әйләнеп ҡайта.

Әҙәбиәт ғилеме даирәһендә элек-электән был тупаҫыраҡ пьесаларға ҡарата һауалы мөнәсәбәт булдырылған. Был ҡараш классицизмға нигеҙ һалыусы Буалоға ҡайтып ҡала, ул Мольерҙы кәмитселектә һәм төркөмдәрҙең тупаҫ күҙлегенә юл ҡуйыуында шелтәләй.

Был осорҙа төп темаһы — аристократияға оҡшарға һәм уның менән туғанлашырға тырышыусы буржуанан көлөү була. Был тема «Жорже Дандене» (франц. George Dandin, 1668) һәм «Дворянлыҡта мещанлы» пьесаларында үҫтерелә. Таҙа фарс формаһындағы беренсе комедияһында Мольер крәҫтиәндәрҙән сыҡҡан бай әпкәләйҙән көлә, ул иҫәр тәккәберлек менән мөлкәтһеҙ ҡалған барон ҡыҙына өйләнә, уныһы асыҡтан-асыҡ маркиз менән хыянат итә, аҙаҡ уны иҫәр итеп ҡалдырып ахыр сиктә үҙенән ғәфү үтенергә мәжбүр итә. Шул уҡ тема «Дворянлыҡта мещанлы» комедияһында киҫкен сағыла, был комедияла Мольер ритмы менән балет бейеүенә оҡшаған диалог төҙөлөшөндә тағы ла виртуоз еңеллеккә өлгәшә. Был комедия —дворянлыҡҡа оҡшарға маташыусы буржуазияға ҡарата уның ҡәләме аҫтынан сыҡҡан иң уҫал сатира.

Данлыҡлы «Һаран» комедияһында(L avare, 1668), Плавтың «Аҡса сүлмәктәре» йоғонтоһо аҫтында яҙылған (франц. Aulularia), Мольер оҫта итеп ҡарун Гарпагондың образын һүрәтләй (Францияла ул уртаҡлыҡ исем), аҡса туплау әүәҫлеге патологик характерға әүерелә һәм кешелек тойғоларын юҡҡа сығара.

Ғаилә һәм никах проблемаларын Мольер үҙенең «Ғалим ҡатындар» комедияһында ҡуя. мольер, (франц. Les femmes savantes, 1672), бында ул «Ҡылансыҡтар» темаһына әйләнеп ҡайта, әммә уны күпкә киң һәм тәрән эшкәртә. Бында сатира объекты булып ғаилә бурыстарын һанға һуҡмаған, тик фән менән генә мауыҡҡан педант ҡатын-ҡыҙҙар тора.

«Ялған ауырыу» (франц. Le imaginaire malade, 1673) комедияһында мещан ғаиләһе тарҡалыу тураһында мәсьәлә ҡуйыла. Был юлы ғаилә тарҡалыуҙың сәбәбе — йорт башлығы Аргандың манияһы, ул үҙен сирле тип хис итә һәм наҙан, намыҫһыҙ табиптарҙың ҡулында уйынсыҡҡа әйләнә. Мольерҙың табиптарға булған нәфрәте уның бөтә драматургияһы аша үтә.

Ғүмеренең һуңғы көндәре һәм үлеме

үҙгәртергә

Үлемесле ауырыу ваҡытында яҙылған «Ялған ауырыу» комедияһы— иң күңелле комедияларҙың береһе. 1673 йылдың 17 февралендә 4-се күренештә Арган ролен башҡарған Мольер үҙен ныҡ насар тоя һәм спектакльде аҙағына тиклем уйнап еткермәй. Уны өйөнә алып баралар һәм ул бер нисә сәғәттән үлә. Париж архиепископы Арль де Шанваллон тәүбәгә килмәгән Мольерҙы ерләргә тыя (үлем түшәгендә актёр тәүбәгә килергә тейеш була) һәм король күрһәтмәһе буйынса ғына буйынса ғына был тыйыу юҡҡа сығарыла. Бөйөк драматургты төндә йолаһыҙ, үҙенә-үҙе ҡул һалыусылар ерләнгән зыярат ситендә ерләйҙәр

Әҫәрҙәре исемлеге

үҙгәртергә

Мольерҙың беренсе баҫма әҫәрҙәре йыйынтығын уның дустары Шарль Варпе Лагранж һәм Вино 1682 йылда тормошҡа ашыра.

 
 
Мольерҙың бөтә пьесаларының инглиз тәржемәһендә беренсе томын 1739 йылда Джон Уотс сығара.

Беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған пьесалары

үҙгәртергә
  • Ревность Барбульё, фарс (1653)
  • Летающий лекарь, фарс (1653)
  • Шалый, или Всё невпопад, комедия в стихах (1655)
  • Любовная досада, комедия (1656)
  • Смешные жеманницы, комедия (1659)
  • Сганарель, или Мнимый рогоносец, комедия (1660)
  • Дон Гарсиа Наваррский, или Ревнивый принц, комедия (1661)
  • Школа мужей, комедия (1661)
  • Докучные, комедия (1661)
  • Школа жён, комедия (1662)
  • Критика «Школы жён», комедия (1663)
  • Версальский экспромт (1663)
  • Брак поневоле, фарс (1664)
  • Принцесса Элиды, галантная комедия (1664)
  • Тартюф, или Обманщик, комедия (1664)
  • Дон Жуан, или Каменный пир, комедия (1665)
  • Любовь-целительница, комедия (1665)
  • Мизантроп, комедия (1666)
  • Лекарь поневоле, комедия (1666)
  • Мелисерта, пасторальная комедия (1666, не окончена)
  • Комическая пастораль (1667)
  • Сицилиец, или Любовь-живописец, комедия (1667)
  • Амфитрион, комедия (1668)
  • Жорж Данден, или Одураченный муж, комедия (1668)
  • Скупой, комедия (1668)
  • Господин де Пурсоньяк, комедия-балет (1669)
  • Блистательные любовники, комедия (1670)
  • Мещанин во дворянстве, комедия-балет (1670)
  • Психея, трагедия-балет (1671, в сотрудничестве с Филиппом Кино и Пьером Корнелем)
  • Проделки Скапена, комедия-фарс (1671)
  • Графиня д’Эскарбанья, комедия (1671)
  • Учёные женщины, комедия (1672)
  • Мнимый больной, комедия с музыкой и танцами (1673)

Һаҡланмаған пьесалары

үҙгәртергә

1. Влюбленный доктор, фарс (1653)

2. Три доктора-соперника, фарс (1653) 3. Школьный учитель, фарс (1653)
4. Казакин, фарс (1653)
5. Горжибюс в мешке, фарс (1653)
6. Брехун, фарс (1653)
7. Ревность Гро-Рене, фарс (1663)
8. Гро-Рене школьник, фарс (1664)

Башҡа әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • Благодарность Королю, поэтическое посвящение (1663)
  • Слава собора Валь-де-Грас, поэма (1669)
  • Разные стихотворения, в том числе
  • Куплет из песенки д’Ассуси (1655)
  • Стихи для балета г-на Бошана
  • Сонет г-ну ла Мотт ла Вайе на смерть его сына (1664)
  • Братство невольничества во имя милосердной Богоматери, четверостишия, помещенные под аллегорической гравюрой в Соборе Матери Божьей Милосердной (1665)
  • Королю на победу во Франш-Конте, поэтическое посвящение (1668)
  • Буриме на заказ (1682)

Мольер ижады тәнҡиттә

үҙгәртергә

Характеристика

үҙгәртергә

Мольерҙың художество ысулына хас:

  • ыңғай һәм тиҫкәре персонаждарға ҡырҡа бүленә, яҡшылыҡ һәм яманлыҡ ҡаршы ҡуйыла;
  • Образдарҙың схематиклығы, Мольерҙың arte dell’commedia мираҫ итеп тере кешеләр урынына битлектәргә таянып эш итеүе.
  • хәрәкәтте механик йәйелдереү булараҡ бер-береһенә ҡарата тышҡы һәм эске хәрәкәтһеҙ көстәрҙең бәрелеше

Хәл-тороштоң тышҡы комизмын өҫтөн күрә, фарс интригаһын динамикалы йәйелдерә һәм провинциализм, диалектизм, ябай һөйләш теле, жаргон һүҙҙәр менән һуғарылған йәнле халыҡ телмәрен, хатта тарабар телен һәм макаронизмды сағылдыра. Бының өсөн уны күп тапҡыр почетлы «халыҡ» драматургы титулы менән бүләкләйҙәр, ә Буало уның «саманан тыш халыҡҡа булған һөйөүө» тураһында һөйләй.

Мольер пьесаларына комедиялы ваҡиғаның ҙур ҡыҙыулығы хас; әммә был динамика — тышҡы, ә характерҙар психологик йөкмәткеһе буйынса башлыса хәрәкәтһеҙ. Быны Пушкин да күреп ҡала, ул Мольерҙы Шекспирға ҡапма-ҡаршы ҡуйып: «Шекспир тыуҙырған кешеләр Мольерҙыҡы һымаҡ бер үк түгел, улар ниндәйҙер бер әүәҫлектең, кәмселектең типтары, әммә күп кәмселектәр, әүәҫлектәр менән һуғарылған тере йән эйәләре… Ә Мольерҙың һараны тик һаран ғына», — тип яҙа

Үҙенең бөтә яҡшы комедияларында («Тартюф», «Күрә алмаусылар», «Дон-Жуан») Мольер образдарҙың бер яҡлылығын еңергә тырыша. Шулай ҙа бөтә образдар һәм комедияның конструкциялары классицизмдың билдәле художестволы сикләнгәнлеген сағылдыра.

Мольерҙың классицизмға ҡарата мөнәсәбәте, уға һис һүҙһеҙ классик ярлыгы тағыуҙарына ҡарамаҫтан, күпкә ҡатмарлы. Бәхәс юҡ, Мольер классик комедия характерҙарының иң яҡшы вәкиле һәм ойошторусыһы һәм, дөйөм алғанда, Мольерҙың «юғары» комедияларының художестволы практикаһы классик доктрина менән тулыһынса яраша. Шул уҡ ваҡытта башҡа пьесалары был доктринаға ҡапма-ҡаршы була. Тимәк, Мольер үҙенең ҡараштары менән төп классик мәктәптәре вәкилдәренән айырыла.

Әһәмиәте

үҙгәртергә
 
Михаил Булгаковтың «Мольер әфәнденең тормошо» китабының титул бите, ЖЗЛ, 1962

Мольер Францияла ла, шулай уҡ унан ситтә лә буржуаз комедияның артабанғы үҫешенә ҙур йоғонто яһай. XVIII быуатта француз комедияһы Мольер билдәһе аҫтында үҫешә, ул ҡатмарлы синфи көрәште, буржуазияның «класс булараҡ үҙе өсөн» ҡаршылыҡлы формалашыу процесын, һәм дворян-монрахия ҡоролошо менән политик көрәшен сағылдыра. Мольерға XVII быуатта Раньярҙың мауыҡтырғыс комедияһы таяна, шулай уҡ Лесаждың сатирик үткер «Тюркар» комедияһында өҫтөн-мөҫтөн генә «Графиня д’ Эскарбаньяс» комедияһында Мольер тарафынан күрһәтелгән финансы откуп хужаһы һүрәтләнә. Мольерҙың «юғары» комедияһы йоғонтоһон шулай уҡ Пирондың һәм Гресстың донъяуи көнкүреш комедиялары, Детуш һәм Нивелье де Лашоссеның әхлаҡи-сентименталь комедиялары ла кисерә. Бынан сыҡҡан яңы мещан йәки буржуаз драма, классик драматургияның антитезаһы, Мольерҙың холоҡтар комедияһы тарафынан әҙерләнә, унда буржуаз ғаиләнең проблемалары, балалар тәрбиәләү- мещан драмаһының ике иң мөһим темалары күтәрелә.

Мольер мәктәбенән социаль-сатирик комедия өлкәһендә Мольерҙың лайыҡлы алмашсыһы Бомаршеның данлыҡлы «Фигароның өйләнеүе» тыуа. XIX быуатта Мольерҙың буржуаз комедияға йоғонтоһо ҙур түгел. Әммә уның комедиялы техникаһы (бигерәк тә фарстарының) XIX быуатта буржуаз комедия-водевиль оҫталары тарафынан Пикар, Скриб һәм Лабиштан алып Мельяк, Галеви, Пайеронға тиклем киң ҡулланыла.

Мольерҙың Франциянан ситтә лә йоғонтоһо емешле була, өҫтәүенә, европа илдәрендә Мольер пьесаларының тәржемәләре милли буржуаз комедияһын булдырыуға ҡеүәтле стимул була. Иң тәүҙә Англияла Реставрация дәүерендә (Уичерли, Конгрив), һуңынан экономик яҡтан артта ҡалған Германияла Мольерҙың пьесалары менән танышыу немец буржуазияһының үҙенсәлекле комедия ижадын булдырыуға дәртләндерә. Тағы ла Мольер комедияһының йоғонтоһо аҫтында итальян буржуаз комедияһының ижадсыһы Гольдони тәрбиәләнә. Шундай уҡ йоғонтоно Мольер Данияның буржуаз-сатирик комедияһы ижадсыһы Хольбергҡа яһай, ә Испанияла — Моратинға.

Рәсәйҙә Мольер ижады менән танышыу XVI быуат аҙағында башлана, риүәйәттәр буйынса батшабикә София һарайында «Ирекһеҙҙән дауалаусы» комедияһында уйнай. XVIII быуат башында беҙ Петр репертуарында уларҙы табабыҙ. Һарай яны спектакльдарынан һуң Мольерҙың спектакльдары А. П. Сумароков етәкселегендәге Петербургтағы беренсе асыҡ ҡаҙна театрына күсә. Шул уҡ Сумароков Рәсәйҙә Мольерҙың беренсе эйәреүсеһе була. Мольер мәктәбендә классик стилдең үҙенсәлекле рус комедиографтары Фонвизин, Е. В. Капнист, И. А. Крылов тәрбиәләнә. Әммә Мольерҙың иң сағыу эйәреүсеһе Грибоедов була, ул Чацкий образына «Күрә алмаусыларҙың» тап килгән вариантын бирә — әлбиттә, был вариант үҙенсәлекле, XIX быуаттың 20-се йылдарында Рәсәйҙә аракчеев-бюрократик шарттарында үҫә. Грибоедовтан һуң Моьерға Гоголь дә тейешле баһа бирә, ул Мольерҙың бер фарсын тәржемә итә («Сганарель…»); Гогольға Мольерҙың йоғонтоһоноң эҙҙәре хатта «Ревизор» комедияһында ла һиҙелерлек. Һуңғы дворян (Сухово-Кобылин) һәм буржуаз-көнкүреш комедияһы ла (Островский) Мольер йоғонтоһонан ҡотола алмай. Революция алды дәүерендәге буржуаз режиссёр-модернистар Мольер пьесаларын сәхнә гротескы йәһәтенән һәм театрлыҡ элементтарын һыҙыҡ өҫтөнә алыу күҙлегенән ҡайтанан баһалауға ынтылыш яһайҙар (Мейерхольд, Комиссаржевский).

Октябрь революцияһынан һуң ҡайһы бер барлыҡҡа килгән яңы театрҙар Мольер пьесаларын үҙ репертуарына индерә. Мольерға ҡарата «революцион» ынтылыш та була. Иң билдәле спектакльдарының береһе — «Тартюф» Ленинград лрама Гостеатрында 1929 йылда ҡуйыла. Режиссура (Н. Петров һәм Вл. Соловьев) комедияның ваҡиғаһын XX быуатҡа күсерә. Режиссерҙар үҙҙәре индергән яңылыҡты бик ышандырырлыҡ булмаған политик терәүҙәр менән аҡланып маташһалар ҙа (йәнәһе, "пьеса ике йөҙлөлөктө, аң-белемгә дошманлыҡты фаш итеү буйынса ла тартюфлыҡ яғынан социал-фашистарҙы фаш итеү буйынса ла эшләй)был әҙ ярҙам итә. Пьеса (factum post ла) «формалистик-эстетик йоғонтоһо» буйынса ғәйепләнә һәм репертуарҙан алып ташлана, ә Петров һәм Соловьев ҡулға алына һәм лагерҙа һәләк була.

Һуңыраҡ совет әҙәбиәт ғилеме «Мольер комедияһының тәрән социаль тонуслы булыуына ҡарамаҫтан уның механистик материализм принциптарына ҡоролған төп ысулы пролетар драматургия өсөн ҡурҡыныс тыуҙыра» («Выстрел» Безыменский),- тип белдерә.

Мольер һәм уның ижады тураһында легендалар

үҙгәртергә
  • 1662 йылда Мольер үҙенең труппаһындағы йәш актриса Арманда Бежар, Мадлен Бежарҙың һеңлеһе менән никахлаша. Әммә был ығы-зығы тыуҙыра, сөнки Арманда Мольер менән Мадлендың провинциялар буйлап йөрөгән йылдарҙа тыуған ҡыҙы тигән һүҙҙәр йөрөй. Бындай ығы-зығыны туҡтатыр өсөн, король үҙе Мольерҙың һәм Арманданың беренсе балаһының исем атаһы була.
  • 1808 йылда Париж театры «Одеонда» (Мольерҙың эшкәртелгән «Казакин» фарсын) Александр Дювальдың «Обойҙар» (франц. "La Tapisserie"«La Tapisserie»)тигән фарсы ҡуйыла. Дюваль, асыҡтан-асыҡ үҙләштергән эҙҙәрен юйыр өсөн, Мольерҙың төп нөсхәһен юҡҡа сығара, ә исемдәрен үҙгәртә, тик характерҙар һәм тәртиптәре генә шикле рәүештә Мольер геройҙарын хәтерләтә. 1911 йылда драматург Гийо де Сэ төп сығанаҡты элекке хәленә ҡайтарырға маташа, һәм 1911 йылда «Фоли-Драматик» театры сәхнәһенә, үҙенсәлекле исем биреп, ҡуя.
  • 1919 йылдың 7 ноябрендә «Comœdia» журналында Пьер Луистың «Мольер — Корнельдың ижад емеше» тигән мәҡәләһе баҫылып сыға. Мольерҙың «Амфитрион» һәм Пьер Корнельдың «Agésilas» пьесаларын сағыштырып, ул Мольер Корнель ижад иткән текстарға ҡул ғына ҡуйған тигән һығымтаға килә. Пьер Луис мистификатор булыуға ҡарамаҫтан, бөгөнгә көнгә билдәле идея «Мольер -Корнель эштәре» ҙур билдәлелек яулай, шул иҫәптән Анри Пулайҙың «Корнель Мольер битлеге аҫтында» (1957), адвокаттар Ипполит Вутер һәм Кристина ле Виль де Гойеның «Мольер, йәки Уйҙағы автор» (1990),Дени Буасьеның «Мольер эштәре: бөйөк әҙәби алдау» (2004) һ. б.

Әҫәрҙәрен экранлаштырыу

үҙгәртергә
  • 1910 — «Мольер», реж. Леонс Перре, в ролях — Андре Баке, Абель Ганс, Рене Д’Оши, Амели де Пузоль, Мари Брюнель, Мадлен Сезан — первый образ Мольера в кинематографе
  • 1925 — «Тартюф», реж. Фридрих Вильгельм Мурнау, в ролях — Герман Пиха, Роза Валетти, Андре Маттони, Вернер Краус, Лиль Даговер, Люси Хёфлих, Эмиль Яннингс
  • 1941 — «Школа жён», реж. Макс Офюльс, в главных ролях — Луи Жуве, Мадлен Озере, Морис Кастель
  • 1965 — «Дон Жуан», реж. Марсель Блюваль, в главных ролях — Мишель Пикколи, Клод Брассёр, Анук Ферьяк, Мишель Лёруае
  • 1973 — «Скупой», телеспектакль, реж. Рене Люко, в главных ролях — Мишель Омон, Франсис Юстер, Изабель Аджани
  • 1973 — «Школа жён», реж. Раймон Руло, в главных ролях — Изабель Аджани, Бернар Блие, Жерар Лартиго, Робер Рембо
  • 1979 — «Скупой», реж. Жан Жиро и Луи де Фюнес, в главных ролях — Луи де Фюнес, Мишель Галабрю, Франк Давид, Анн Кодри
  • 1980 — «Мнимый больной», реж. Леонид Нечаев, в главных ролях — Олег Ефремов, Наталья Гундарева, Анатолий Ромашин, Татьяна Васильева, Ролан Быков, Станислав Садальский, Александр Ширвиндт
  • 1984 — «Мольер». Великобритания. 1984. Русские субтитры. Биографический фильм по пьесе М.Булгакова «Кабала святош».
  • 1989 — «Тартюф», телеспектакль, реж. Анатолий Эфрос, в главных ролях — Станислав Любшин, Александр Калягин, Анастасия Вертинская
  • 1990 — «Скупой», реж. Тонино Черви, в главных ролях — Альберто Сорди и др.
  • 1992 — «Тартюф», реж. Ян Фрид, в главных ролях — Михаил Боярский, Игорь Дмитриев, Ирина Муравьева, Анна Самохина, Игорь Скляр, Владислав Стржельчик, Лариса Удовиченко
  • 1998 — «Дон Жуан», реж. Жак Вебер, в главных ролях — Жак Вебер, Мишель Бужена, Эммануэль Беар, Пенелопа Крус
  • 2006 — «Скупой», реж. Кристиан де Шалонь, в главных ролях — Мишель Серро, Сирил Тувнен, Луиза Моно, Жаки Беруаер
  • 2007 — «Мольер», реж. Лоран Тирар, в главных ролях — Ромен Дюрис, Фабрис Лукини, Лаура Моранте

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • «Жизнь господина де Мольера» — Мольер тормошон художестволы һүрәтләгән Михаил Булгаков романы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #11858331X // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Molière // SNAC (ингл.) — 2010.
  3. 3,0 3,1 Molière // Internet Broadway Database (ингл.) — 2000.
  4. 4,0 4,1 Jean-Baptiste Poquelin // Internet Broadway Database (ингл.) — 2000.
  5. 5,0 5,1 Мольер // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  6. 6,0 6,1 A. L. Molière (ингл.) // Encyclopædia Britannica: a dictionary of arts, sciences, literature and general information / H. Chisholm — 11 — New York, Cambridge, England: University Press, 1911. — Vol. 18. — P. 661—667.
  7. Чешская национальная авторитетная база данных
  8. Oeuvres complètes
  9. https://data.performing-arts.ch/a/98fb946d-b175-4a57-aabe-fdb6f9002c50 / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
  10. с 1643 года, то есть в возрасте 21 года.
  11. М. А. Булгаков. «Мольер». гл. 12.
Мольерҙың баҫмалары
  • Мольерҙың иң яҡшы баҫмалары:
    • в коллекции «Les grands écrivains de la France», под редакцией Eug. Despois и P. Mesnard, 13 томов, Hachette, Париж, 1886—1900,
    • Œuvres poubliées d’après les textes originaux, avec des notices par J. Copeau, 10 томов, Париж, 1929.
  • Русские переводы Мольера появились с 1757 года. Важнейшие пьесы переведены по нескольку раз. Лучшее русское издание в серии «Биб-ка великих писателей», под ред. С. А. Венгерова, изд. Брокгауз-Ефрон, 2 тт., СПБ, 1912—1913.
  • Октябрь революцияһынан һуң айырым пьесаларынан тыш баҫылғандары:
    • Мольер, Избранные комедии, под ред. В. Филиппова, серия «Русские и мировые классики», Гиз, М. — Л., 1929.
    • Готовится новое полное собрание сочинений Мольера в изд. «Academia».
    • Мольер, «Тартюф. Дон Жуан. Мещанин во дворянстве» с иллюстрациями известного российского художника театра и кино М. Ц. Азизян, («Вита Нова», 2013),
Мольер һәм ижады тураһында, рус телендә
  • В Родиславский, Мольер, «Русский вестник», 1872, кн. III;
  • Алексей Веселовский:
    • Этюды о Мольере: «Тартюф», История типа и пьесы, М., 1879;
    • Этюды о Мольере: «Мизантроп», М., 1881;
    • Этюды и характеристики, т. I, изд. 4-е, М., 1912;
  • Цебрикова М. К., Мольер, его жизнь и произведения, СПБ, 1888;
  • Коклен, Мольер и Шекспир, «Артист», М., 1889, кн. IV;
  • Барро М. Б., Мольер, его жизнь и литературная деятельность, СПБ, 1891;
  • Лансон Г., История французской литературы, т. II, М., 1896;
  • Вейнберг П., Мольер, «Ежегодник императорских театров», прилож. 3-е, СПБ, 1899—1900;
  • Бахтин Н. Н., Мольер в русской литературе, «Сочин. Мольера», изд. Брокгауз-Ефрон, т. II, СПБ, 1913, стр. 609—618;
  • Фриче В. М., Мольер, М., 1913;
  • Филиппов В., Мольер в России XVIII в., сб. «Беседы», М., 1915;
  • Комиссаржевский Ф., Театральные прелюдии, М., 1916;
  • Пиксанов Н. К., Грибоедов и Мольер (Переоценка традиции), М., 1922;
  • Манциус К., Мольер. Театры, публика, актёры его времени, перев. Ф. Каверина, М., 1922;
  • Быстрянский В., Мольер и французская буржуазия второй половины XVII в., «Книга и революция», 1922, № 4 (16);
  • Соловьев В. Н., Театр Мольера, «Очерки по истории европейского театра», под ред. А. А. Гвоздева и А. А. Смирнова, П., 1923;
  • Гвоздев А. А., Оперно-балетные постановки во Франции XVI—XVII вв., П., 1923;
  • Патуйе Ю., Мольер в России, Берлин, 1924;
  • Клейнер И., Театр Мольера, Анализ производственной деятельности, М., 1927;
  • Рулин П. И., Русские переводы Мольера в XVIII в., «Известия по русскому языку и словесности Академии наук СССР», т. I, кн. I, 1928.
  • Коган П. С., Социология мольеровского творчества, вступ. ст. к «Избранным комедиям», Гиз, М. — Л., 1929;
  • Филиппов В., Мольер-драматург, Гиз, М. — Л., 1929;
  • Соллертинский И. И., «Мизантроп» Мольера, вступ. ст. к «Мизантропу», Дешевая биб-ка классиков Гиза, М. — Л., 1930;
  • Бордонов Жорж. Мольер (Жизнь в искусстве): Пер.с фр. — М.:Искусство. 1983 − 415 с.
  • Статья основана на материалах Литературной энциклопедии 1929—1939.
Мольер һәм уның ижады тураһында, сит ил телдәрҙә
  • J. Tachereau, Histoire de la vie baptiste poquelin de des et ouvrages, Bruxelles, 1828;
  • Mahrenholtz, ' s und Molière’Werke leben, Heilbronn, 1881;
  • G. Larroumet, comédie de La baptiste poquelin, le et l auteur milieu, 1886;
  • F. Stapfer, baptiste poquelin Shakespeare et, P., 1886;
  • F. Brunetière, théâtre époques Les français du, 1892;
  • Jean baptiste poquelin de La philosophie, «critiques Études», 4-me série, 2-éd me., P., 1891;
  • Weiss J. J., Baptiste Poquelin, P., 1900;
  • G. Lanson, la et baptiste poquelin farce, «Revue de Paris», 1901;
  • H. Schneegans, Baptiste Poquelin, Berlin, 1902;
  • G. Huszar, comparée de littérature Études critiques, t. II. L baptiste poquelin et Espagne, P., 1907;
  • Rigal Eug., Jean baptiste poquelin, vv 2кл., 1908;
  • G. Lafenestre, Baptiste Poquelin, P., 1909;
  • M. Donnay, baptiste poquelin, 5-éd me., P., 1911;
  • Wolff M. J., Dichter seine Werke und der baptiste poquelin, München, 1923;
  • G. Michaut, jeunesse de La baptiste poquelin, 2-éd me., 1923;
  • Jean baptiste poquelin Les à débuts de Paris, P., 1923; luttes de Les baptiste poquelin, P., 1925;
  • E. Wechssler, baptiste poquelin als Philosoph, aufl 2кл., Marburg, 1925;
  • Gutkind C., das und baptiste poquelin Komische Drama, Halle, 1928;
  • H. Heisz, Baptiste Poquelin, Lpz., 1929;
  • W. Küchler, Baptiste Poquelin, P., 1929.
Сит телдәрҙә белешмә
  • P. Lacroix, Molièresque Bibliographie, 2-е изд., Париж, 1875;
  • Ch Livet., Jean baptiste poquelin de langue de la Lexique, 3 ттары, париж, 1896—1897;
  • G. Lanson, Manuel bibliographique de la moderne littérature française, Париж, 1925.

Һылтанмалар

үҙгәртергә