Көбәкәев Тимерәй Көбәкәй улы
Көбәкәев Тимерәй Көбәкәй улы (1 июль 1919 йыл — 15 ғинуар 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының автоматсылар взводы командиры, гвардия кесе сержанты. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).
Көбәкәев Тимерәй Көбәкәй улы | |||||
Тыуған ваҡыты | |||||
---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Өфө губернаһы, Бөрө өйәҙе, Төлдө ауылы[1] | ||||
Үлгән ваҡыты | |||||
Вафат урыны |
Дон ҡасабаһы (Красновка ст. янында, Тарасов районы, Ростов өлкәһе) | ||||
Хеҙмәт иткән урыны | |||||
Хеҙмәт итеү йылдары |
1942—1943 | ||||
Хәрби звание | гвардия кесе сержанты | ||||
Хәрби алыш/һуғыш | |||||
Наградалар һәм премиялар |
| ||||
Связи |
БиографияһыҮҙгәртергә
Тимерәй Көбәкәй улы Көбәкәев 1919 йылдың 1 июлендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районы) Төлдө ауылында[1] крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Тулы булмаған урта мәктәпте тамамлай. Тыуған ауылында тракторист, һуңынан һалсы булып эшләй. Ҡыҙыл Армияға 1942 йылда БАССР-ҙың Ҡалтасы район военкоматы тарафынан саҡырыла. Шул уҡ йылдан Бөйөк Ватан һуғышына инә.
Комсомолец, гвардия кесе сержанты, 130-сы гвардия уҡсылар полкының автоматсылар взводы командиры Көбәкәев 1943 йылдың 15 ғинуарында 13 яугирҙан торған төркөм составында Ростов өлкәһе Тарасов районының станция эргәһендәге Дон ҡасабаһы (хәҙерге Красновка станцияһы) ситендәге өс йортто тотоп тора. Гитлерсылар йорттарға ут төрткәс тә яугирҙар атышыуын дауам итә. Ошо яуҙа һәләк була[2][3].
Тарасов районының Красновка станцияһындағы туғандар ҡәберлегендә ерләнгән[4].
БатырлығыҮҙгәртергә
Комсомолец, гвардия кесе сержанты, 130-сы гвардия уҡсылар полкының автоматсылар взводы командиры Көбәкәев 1943 йылдың 15 ғинуарында 13 яугирҙан торған төркөм составында Ростов өлкәһе Тарасов районының станция эргәһендәге Дон ҡасабаһы (хәҙерге Красновка станцияһы) ситендәге өс йортто тотоп тора. Гитлерсылар йорттарға ут төрткәс тә яугирҙар атышыуын дауам итә. Ошо яуҙа һәләк була[5][3]. Тарасов районының Красновка станцияһындағы туғандар ҡәберлегендә ерләнгән[6].
НаградаларыҮҙгәртергә
- СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 31 мартындағы Указына ярашлы, командалыҡтың ҡушҡан бурысын өлгөлө башҡарғаны һәм фашист илбаҫарҙары менән алышта күрһәткән батырлығы, ҡаһарманлығы өсөн гвардия кесе сержанты Көбәкәев Тимерәй Көбәкәй улына үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме һәм «Алтын йондоҙ» миҙалы бирелә[3].
- Ленин ордены (31.03.1943)
- «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (30.12.1942)[7]
ХәтерҮҙгәртергә
- Красновка станцияһы перроны эргәһендә 13 Геройға һәйкәл ҡуйылған.
- Мәскәүҙә, Ҡораллы Көстәрҙең Үҙәк музейында «Красновканың 13 Геройы» стенды йыһазландырылған[8].
- Башҡортостандың Ҡалтасы районы үҙәгендә, Еңеү паркында Т. К. Көбәкәевҡа һәйкәл ҡуйылған[9].
- Тыуған ауылында мәктәп уның исемен йөрөтә, иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған[10][11].
- Тимерәй Көбәкәев тураһындағы материалдар Бабай урта дөйөм белем биреү мәктәбе музейында һаҡлана[12].
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ 1,0 1,1 Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы, Ҡалтасы районы.
- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525/793756, д. 24/25, л. 12/98—100).
- ↑ ОБД Мемориал|261234054.
- ↑ ОБД Мемориал|52808218.
- ↑ ОБД Мемориал|261234054.
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Подвиг Тринадцати Героев Красновки.
- ↑ Памятник Герою Советского Союза Тимираю Кубакаевичу Кубакаеву.
- ↑ Память о Герое Советского Союза Тимирае Кубакаеве увековечена в его родном Калтасинском районе Башкирии.
- ↑ Герою-марийцу установили мемориальную доску.
- ↑ Бабаевская школа. Калтасинский район РБ.
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
- Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы) — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Көбәкәев Тимерәй Көбәкәй улы. «Герои страны» сайты.
- Көбәкәев Тимерәй Көбәкәй улы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Көбәкәев Тимерәй Көбәкәй улы (рус.). Республика Хәрби Дан музейы. 19 июль 2015 тикшерелгән.