Иҫәнбәт
Иҫәнбәт (рус. Исянбетово) — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 205 кеше булған[3]. ОКАТО коды — 80206831003.
Иҫәнбәт | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Күсей ауыл Советы, Орск өйәҙе һәм Йылайыр кантоны |
Халыҡ һаны |
208 кеше (2002)[1], 205 кеше (2009)[1], 204 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 453644 |
Тарихы
үҙгәртергәАуылға 1727 йылда 1735—1740 һәм 1755 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары башлыҡтарының береһе Сураш Ҡалмырҙин нигеҙ һалған. Иҙрис ауылынан бер нисә тиҫтә ғаилә күсенеп килгән. 1834 йылда ауылда — 197, 1859 йылда — 400, 1920 йылда — 663, 1989 йылда — 210, 1999 йылда 220 кеше йәшәгән[4].
1930 йылда ауыл халҡы «Көрәш» колхозына берләшә.
1957 йылда ауыл Күсей бүлексәһе составында «Сибай» совхозына инә, ә 1965 йылда яңы ойошторолған «Ирәндек» совхозына күсерелә.
Ауыл халҡы малсылыҡ менән шөғөлләнә, көтөүле йылҡысылыҡ — иғтибар үҙәгендә була.
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 204 | 105 | 99 | 50,5 | 48,5 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергәКесе Төйәләҫ йылғаһы буйында урынлашҡан.
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Сураш Ҡалмырҙин, 1735—1740 һәм 1755 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары башлыҡтарының береһе.
- Заманов Мәсғүт Фәйзрахман улы (14.01.1914—16.02.1988), сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү. Совет-фин һуғышында ҡатнашыусы. СССР-ҙың 5-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957).
- Фәтхуллин Әшрәф Әхмәт улы (10.03.1927—26.12.2004), Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты мастеры, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
- Хамматов З. М., иҡтисад фәндәре кандидаты, БДУ-ның Сибай институтының иҡтисад факультеты деканы.
- Байбулов Д. Х., техник фәндәр кандидаты, Силәбе өлкәһенең Ҡарабаш баҡыр иретеү комбинаты директоры.
- Илбулов К. Н., «Ирәндек» совхозы чабаны.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 ғинуар 2021)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 ғинуар 2021)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Иҫәнбәт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 7 ғинуар 2019)
- Исянбетово на портале «Генеалогия и Архивы» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 ғинуар 2021)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |