Тәтешле районы
Тәтешле районы (рус. Татышлинский район) — Башҡортостандағы муниципаль район. 1935 йылда ойошторолған. Административ үҙәге — Үрге Тәтешле ауылы. Районда 23 250 кеше (2016) йәшәй.
Тәтешле районы | |
Тәтешле районы | |
Байраҡ[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 31 ғинуар 1935 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәк | Үрге Тәтешле |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] һәм YEKT |
Халыҡ һаны | 22 918 кеше (2017)[1] |
Сиктәш | Асҡын районы, Балтаc районы, Борай районы, Яңауыл районы һәм Пермь крайы |
Майҙан | 1376,16 км² |
Почта индексы | 4528ХХ |
Рәсми сайт | tatyshly.ru |
Урындағы телефон коды | 34778 |
Тәтешле районы Викимилектә |
Географияһы
үҙгәртергәБашҡортостан Республикаһының төньяғында урынлашҡан. Төньяҡта — Пермь крайының Көйәҙе районы, көнсығышта — Башҡортостан Республикаһының Асҡын, көньяҡ‑көнсығышта — Балтас, көньяҡта — Борай, көнбайышта Яңауыл райондары менән сиктәш. Өфөнән 209 км, ә яҡындағы тимер юл станцияһы Көйәҙенән (Пермь крайы) 25 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Район Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә урынлашҡан. Климаты континенталь, дымлылығы етерлек дәрәжәлә. Райондың көнсығыш ситенән Йоҡ ҡушылдығы менән Тере Танып йылғаһы, ә төньяҡ-көнбайышта — Әри йылғаһы аға. Аҡһыл һоро урман тупрағында күпселек киң япраҡлы һәм ҡараңғы ылыҫлы урмандар үҫә, улар 51,6 мең га (район территорияһының 37 %) ерҙе биләй. Минераль ресурстарҙан нефть (Тәтешле, Йөгәмеш, Тепляк, Көйәҙе), кирбес балсығы (Ураҙгилде), балсыҡҡа ҡушыла торған ҡом (Уяҙыбаш) ятҡылыҡтары билдәле.
Тарихы
үҙгәртергәРайондың күпселек тораҡ пункттары башҡорт аҫаба ерҙәрендә, башлыса Ирәкте, өшләтә Урман-Гәрәй һәм Ҡыр-Танып улустарында барлыҡҡа килгән[2].
Тәтешле районы 1935 йылдың 31 ғинуарында Башҡорт АССР‑ының Балтас һәм Яңауыл райондарын бүлеү һөҙөмтәһендә ойошторола. 1963 йылдың 1 февралендә район бөтөрөлә, уның территорияһы Яңауыл районы составына керә. 1966 йылдың 30 декабрендә Тәтешле районы яңынан ойошторола[3].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергә- Әнғәм Атнабаев — Башҡортостандың халыҡ шағиры.
- Ғәлләмшин Ренат Биктимер улы (28.02.1949), ауыл хужалығы һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1981—2009 йылдарҙа «Дэмен» хужалығы рәйесе. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. «Башҡортостан удмурттарының республика милли-мәҙәни үҙәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994). Кузебай Герд исемендәге Бөтә удмурт милли премияһы лауреаты (2004), Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2009). Саңғы спорты буйынса СССР спорт мастеры, еңел атлетика буйынса мастерлыҡҡа кандидат. Әрибаш ауылынан[4].
- Кейеков Ғарифулла Мөхәмәтғәли улы — мәғрифәтсе-шағир, публицист.
- Ғәли Соҡорой — мәғрифәтсе-шағир.
- Тулвинский Әнәс Шәйхулла улы (10.02.1923—20.01.2011), «Салаватнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ремонт-механика заводының элекке баш инженеры, йәмәғәтсе, II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Октябрь революцияһы ордендары кавалеры. (Элекке Түбәнге Тәтешле ауылынан (хәҙер Үрге Тәтешле менән ҡушылған)[5].
- Фәтхетдинов Салауат Зәки улы — йырсы, йырсы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2005), Башҡортостандың (2019) һәм Татарстандың (1995) халыҡ артисы.
- Хәниә Фәрхи — йырсы. Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостандың һәм Татарстандың (2000) халыҡ артисы.
- Хунафина Динә Хәлим ҡыҙы (10.11.1938), табип-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы, медицина фәндәре докторы (1995), профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының (2004) һәм Башҡортостан Республикаһының (1995) атҡаҙанған табибы, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау (2002) һәм Башҡортостандың мәғариф (2006) отличнигы. Үрге Ҡоҙаш ауылынан[6].
- Атнабаева Зинира Ҡасим ҡыҙы (21 декабрь 1934 — 23 апрель 2013) — башҡорт совет театр актёры, драматург һәм сценарийҙар авторы. Башҡорт АССР-ының халыҡ (1977), РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1980).
- Вәлиева Финә Мансур ҡыҙы (8 ғинуар 1969 йыл) — театр актёры. 1999 йылдан Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2013).
- Ибраһимов Байрас Нәҙим улы 19 февраль 1953 йыл) — актёр, театр режиссёры. Башҡортостан Республикаһының (2003) һәм Татарстан Республикаһының (2008) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1983).
- Пукроков Фёдор (Фәтихйән) Пукрок улы (16 ноябрь 1937 — октябрь 1998) — билдәле удмурт шағиры, драматург һәм публицист, Рәсәй Языусылар союзы ағзаһы.
- Ғарипов Менсадиҡ Ғариф улы (16 февраль 1946 — 12 октябрь 1998) — Удмурт Республикаһының халыҡ рәссамы, Удмуртстандың Дәүләт премияһы лауреаты, СССР Рәссамдар союзы ағзаһы, Удмурт Дәүләт университетынын сәнғәт-графика кафедраһы профессоры.
- Ситдиҡова Гөлзәмиә Маҙһар ҡыҙы (26 ноябрь 1956) — Башҡорт Дәүләт филармонияһының танылған һүҙ оҫтаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисткаһы.
- Әүхәтов Ҡаһим Әүхәт улы (2 ғинуар 1932 йыл — 14 октябрь 2014 йыл) — хеҙмәт ветераны, игенсе-шағир, ете китап авторы, Әнғәм Атнабаев премияһы лауреаты.
- Кәримов Кави Кәрим улы (15 ғинуар 1947) - тарихсы, БР- ның атказанган укытыусыһы (1993), тарих фәндәре докторы, (2000), профессор (2001), СССР мәгариф отличнигы (1990), БР-зың мәгариф отличнигы (1997), РФ-ның юғары һөнәри белем биреү почетлы хеҙмәткәре (2006). 200 фэнни эштәрзең авторы.
- Гамилов Надим Гата улы(24 декабрь 19271-11 август 2016)- республикала билдәле хужалык етәксеһе, партия һәм йәмәғәт эшлексеһе , КПСС Тәтешле райкомының элекке беренсе секретаре
Халыҡ һаны
үҙгәртергә1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
|
Иҡтисад
үҙгәртергәРайон ауыл хужалығы йүнәлешле. ауыл хужалығы ерҙәренең Майҙаны 75,4 мең га (район территорияһының 54,7 %), шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 60,9 мең га, сабынлыҡтар — 1,7, көтөүлектәр — 12,6 мең га Территорияһының 44,2 % һөрөлгән. Хужалыҡтарҙың төп йүнәлеше — мөгөҙлө эре мал үрсетеү, игенселек, сусҡасылыҡ һәм картуф үҫтереү. Үрге Тәтешлелә май яҙыу һәм кирбес заводтары, Түбәнге Тәтешлелә РТП бар. Районда урман хужалығының урман пункты, колхоз-ара ПМК эшләй. Нефть ятҡылыҡтарын «Краснохолмскнефть», Көйәҙе ятҡылығының Тәтешлеләге өлөшөн «Чернушканефть» (Пермь крайы) НГДУ-лары үҙләштерә.
Район территорияһынан Сурай—Иҫке Балтас—Көйәҙе автомобиль юлы үтә.
Районда 53 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 16 урта; 26 дөйөм китапхана, 51 клуб учреждениеһы, үҙәк район һәм 2 ауыл участка дауаханалары эшләй. Татар телендә «Тәтешле хәбәрлере», урыҫ телендә «Татышлинский вестник», башҡорт телендә «Аҡ тирмә» һәм удмурт телендә «Ошмес» газеталары сығарыла.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 https://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
- ↑ Татышлинский | Генеалогия и архивы
- ↑ Голубченко И. В., Курас С. Ғ. Тәтешле районы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Сегодня исполняется 60 лет главному удмурту Башкортостана Ренату Галямшину. ИА «Башинформ», 28 февраля 2009 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 февраль 2019)
- ↑ http://www.gpns.ru/sites/default/files/11.01.22.pdf 2020 йыл 27 ноябрь архивланған. Память. Анас Тулвинский. Газета «Салаватский нефтехимик», 22 января 2011, № 2 (4935) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 февраль 2018)
- ↑ Башкирская энциклопедия — Хунафина Дина Халимовна 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 ноябрь 2018)
- ↑ перепись населения СССР 1939 года
- ↑ 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 8,5 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
- ↑ перепись населения СССР 1959 года
- ↑ перепись населения СССР 1970 года
- ↑ перепись населения СССР 1979 года
- ↑ перепись населения СССР 1989 года
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года
- ↑ 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Рәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
- ↑ Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Башкиры Татышлинского района Республики Башкортостан: научный справочник / С. И. Хамидуллин, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев. – Уфа: АНО «ЦИИНБ «Шежере», 2019. – 344 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Голубченко И. В., Курас С. Ғ. Тәтешле районы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- История сел и деревень Татышлинского района
- На сайте Республики Башкортостан 2011 йыл 30 ғинуар архивланған.