Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Ҡыҙыл Байраҡ ордены (рус. орден Красного Знамени) — СССР-ҙың иң беренсе һәм юғары ордендарының береһе, ВЦИК декреты менән Совет Рәсәйе осоронда уҡ, граждандар һуғышы ваҡытында — 1918 йылдың 16 сентябрендә булдырылған. Тәүге исеме — Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены.

Граждандар һуғышы ваҡытында ошондай уҡ ордендар башҡа Совет республикаларында ла булдырылған. 1924 йылдың 1 авгусында Совет республикаларының бөтә ордендары СССР-ҙың дөйөм ордены — Ҡыҙыл Байраҡ ордены итеп үҙгәртелә.

Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Ҡыҙыл Байраҡ ордены таҫмаһы

Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Ҡыҙыл Байраҡ ордены, хәрбиҙәрҙең тәҡдиме буйынса, һуғыш ваҡытында айырыуса батырлыҡ, фиҙәҡәрлек һәм ҡыйыулыҡ күрһәткән кешеләрҙе, хәрби частәрҙе, хәрби караптарҙы, хәрби берләшмәләрҙе бүләкләү өсөн булдырыла. Был хәрби орден менән СССР Оборона министрлығы органы булған «Красная звезда» гәзите, Ленинград, Ташкент, Волгоград, Севастополь һәм башҡа ҡалалар бүләкләнгән.

Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән тәүге бүләкләнеүселәр:

1-се орден — Василий Константинович Блюхер;
2-се орден — Иван Фёдорович Федько;
3-сө орден — Иосиф Виссарионович Сталин.

Климент Ворошилов Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән алты тапҡыр, Василий Блюхер — биш тапҡыр бүләкләнә.

1930 йылда Ленин ордены булдырылғанға тиклем Ҡыҙыл Байраҡ ордены йәш Совет дәүләтенең иң оло бүләге була.

Орден тасуирламаһы

үҙгәртергә

Ордендың уртаһында аҡ эмаль менән ҡапланғын түңәрәктә алтын ураҡ һәм сүкеш урынлашҡан. Түңәрәк үҙе алтын лавр таж менән уратылған. Түңәрәк аҫтына ҡыҙыл йондоҙ, уның аҫтына сатрашланғын ҙур сүкеш, һабан, факел һәм ҡыҙыл байраҡ урынлашҡан. Ҡыҙыл байраҡта «Пролетарии всех стран соединяйтесь!»тигән яҙыу бар. Ордендың ситен уратҡан алтын лавр тажда «СССР» тигән яҙыулы ҡыҙыл таҫма урынлашҡан. Ҡыҙыл Байраҡ ордены көмөштән эшләнә. Ордендың бейеклеге — 40 мм, киңлеге — 36,3 мм. Беренсе Ҡыҙыл Байраҡ ордендары ҡыҙыл таҫма өҫтөнә тағып йөрөтелгән. Һуңыраҡ ситтәрендә тар һәм уртаһында киң аҡ һыҙат төшөрелгән ҡыҙыл таҫмаға уратылған биш мөйөшле нигеҙгә эленгән.