Чанышев Әмир Иҙрис улы

(Әмир Чаныш битенән йүнәлтелде)

Чанышев Әмир Иҙрис улы (15 ғинуар 1909 йыл — 4 апрель 1996 йыл) — ғалим-әҙәбиәт белгесе, яҙыусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, дәреслектәр авторы. 1979 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (1949). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.

Әмир Чаныш
Исеме:

Чанышев Әмир Иҙрис улы

Тыуған көнө:

15 ғинуар 1909({{padleft:1909|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны:

Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе (хәҙерге Силәбе өлкәһенең Бреды районы) Байтуҡ ауылы

Вафат булған көнө:

4 апрель 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (87 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы →
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР →
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы

Наградалары:
2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1985
Медаль «Ветеран труда»
Медаль «Ветеран труда»

Биографияһы

үҙгәртергә

Әмир Иҙрис улы Чанышев 1909 йылдың 15 ғинуарында Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе (хәҙерге Силәбе өлкәһенең Бреды районы) Байтуҡ (Петропавловский) ауылында тыуа. Йәшләй етем ҡала һәм Орск ҡалаһындағы балалар йортонда тәрбиәләнә. 1924 йылдан Өфөләге Ленин исемендәге интернат-мәктәптә уҡый.

1928—1932 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. Артабан Мәскәүҙә аспирантура бөтөргәс, шул институтҡа уҡытыусы булып ҡайта.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Салауат Юлаев исемендәге Башҡорт артиллерия полкы сафында Прагаға тиклем юл үтә. 1945 йылдан алып янынан Башҡорт дәүләт педагогия институтында, 1957 йылдан башлап Башҡорт дәүләт университетында доцент. Шулай уҡ — профессиональ яҙыусы.

Тәүге хикәйәһе («Юлда») 1930 йылда баҫыла. Бынан һун уның «Әнтүк» (1935), «Кавказ хикәйәләре» (1940), «Хикәйәләр» (1948), «Тауҙар, үҙәндәр» (1971) тигән китаптары сыҡты. Әмир Чаныш башҡорт урта мәктәптәре өсөн стабиль дәреслектәр төҙәүҙә ҡатнашты. Әҙәби тәнҡит өлкәһендә лә 1930-сы йылдарҙан бирле эшләй. «Күк күкрәтеп, ер тетрәтеп» исемле повесть һәм «Саңҡ-саңҡ игә Ирәндек бөркөтө» тигән роман ижад итте.

Наградалары

үҙгәртергә

2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә