Хәсәнов Зекерйән Әхтәм улы
Викидатала элемент тултырылмаған |
Хәсәнов Зекерйән Әхтәм улы (15 сентябрь 1934 йыл — 2016 йыл) —хеҙмәт алдынғыһы. 1970—1980 йылдарҙа Салауат районы «Һарғамыш» совхозының тракторсы-машинисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы. Ленин ордены кавалеры (1972). Салауат районының почётлы гражданы (2015).
Тормош һәм хеҙмәт юлы
үҙгәртергәЗекерйән Әхтәм улы Хәсәнов 1934 йылдың 15 сентябрендә БАССР-ҙың Малаяҙ (хәҙерге Салауат) районындағы Шәрип ауылында тыуған.
1953—1954 йылдарҙа Балаҡатай районы Ямаш ауылы профтехучилищеһында тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштерә.
Арҡауыл МТС-ында тракторсы-машинист булып эшләй, механизация буйынса бригадир итеп үрләтелә.
1970 йылдан ауыл хужалығы культураларын үҫтереү звеноһында эшләй. Хәсәнов Зекерйән Әхтәм улы алдынғы хеҙмәте өсөн 1972 йылда СССР-ҙың иң юғары наградаһын — Ленин орденына лайыҡ була.
1980 йылдан башлап, хаҡлы ялға сыҡҡансы, «Һарғамыш» совхозының Миәшәгәр бүлексәһе управляющийы булған.
Намыҫлы хеҙмәте өсөн Зекерйән Әхтәм улы район һәм республика кимәлендәге күп маҡтау ҡағыҙҙары, грамоталары, миҙалдары, маҡтаулы исемдәре менән бүләкләнгән.
Улы Хәсәнов Радик — хәрби хеҙмәткәр, отставкалағы подполковник, Афғанистан ветераны, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- РСФСР ауыл хужалығы социалистик ярыш алдынғыһы
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы
- Ленин ордены (1972)
- Коммунистик хеҙмәт ударнигы
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Мещегаровский сельсовет муниципального района
- Салаватскому району - 80 лет!!!(недоступная ссылка)