Тинчурин Кәрим Ғәли улы

күренекле татар драматургы, режиссер һәм артист
(Кәрим Тинчурин битенән йүнәлтелде)

Тинчурин Кәрим Ғәли улы (15 сентябрь 1887 йыл — 15 ноябрь 1938 йыл) — татар драматургияһы классигы, артист һәм режиссёр. Сәйәси золом ҡорбаны.

Тинчурин Кәрим Ғәли улы
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 15 сентябрь 1887({{padleft:1887|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Белоозерка[d], Керенский уезд[d], Пенза губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 15 ноябрь 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (51 йәш)
Вафат булған урыны Ҡазан, РСФСР, СССР
Үлем төрө атып үлтереү[d]
Хәләл ефете Тинчурина, Захида Гиреевна[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле татар теле
Һөнәр төрө актёр, яҙыусы, театр режиссёры, драматург
Уҡыу йорто Мөхәмәҙиә
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
заслуженный артист Татарской АССР
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Karim Tinchurin
 Тинчурин Кәрим Ғәли улы Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Кәрим Ғәли улы Тинчурин 1887 йылдың 15 сентябрендә Пенза губернаһының[1] Аҡкүл-Тараҡлы (Белоозерка) ауылында игенсе ғаиләһендә тыуа. Күрше ауыл мәҙрәсәһендә башланғыс белем алғандан һуң, 1900 йылда Ҡазанға килә һәм, төрлө ялланма эштәрҙә эшләп, бер ни тиклем аҡса йыйғас, «Мөхәмәҙиә» мәҙрәсәһенә уҡырға инә. 1905 йылғы революцион хәрәкәттә ҡатнаша.

1906 йылдың февралендә мәҙрәсә тәртиптәренә ҡаршы сыҡҡан өсөн 87 шәкертте, улар араһында Кәрим Тинчурин да була, "Мөхәмәҙиә"нән ҡыуалар. Ул башта Тамбов яҡтарына китеп, урман ҡарауылсыһы булып эшләй, һуңынан Түбәнге Новгород, Һарытау яҡтарындағы ауылдарҙа балалар уҡыта. Хикәйәләр, новеллалар, шиғырҙар яҙа башлай.

1910 йылда тәүге профессиональ татар труппаһы «Сәйәр»ҙең етәксеһе Ғ. Ҡарыев бай тормош тәжрибәһе туплаған белемле егетте «Сәйәр» труппаһына артист итеп саҡыра. К. Тинчуриндың артислыҡ таланты тиҙ асыла. Ғ. Камал, Ғ. Исхаҡи, Ф.Әмирхан, А.Островский, Ф.Шиллер һәм башҡа драматургтарҙың әсәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙә ҡатнашып, үҙенсәлекле образдар тыуҙыра.

1906 йылда уҡ сәхнә әҫәрҙәре яҙа башлаһа ла, әҙәби ижадҡа ныҡлап «Сәйәр»ҙә тотона. Бер-Бер артлы «Шомло аҙым» (19101912), «Беренсе сәскәләр» 1913), «Көйһөҙ кейәү» (1915), «Ас ғашиҡ» (1915), «Елғыуарҙар» (1916), «Һуңғы сәләм» (1917) пьесалары донъя күрә. Ләкин батша цензураһы драматургтың әҫәрҙәрен («Көйһөҙ кейәү»ҙән башҡа) ҡуйырға рөхсәт бирмәй. Кәрим Тинчурин гәзит-журнал биттәрендә күп хикәйәләр баҫтыра, осорҙың ҡатмарлы ваҡиғаларына үҙ баһаһын биреп бара.

1917 йылғы Октябрь революцияһының ғәҙел йәмғиәт төҙөүгә килтерәсәгенә бөтә күңеле менән ышанған Кәрим Тинчурин халыҡҡа хеҙмәт итеүсе театр сәнғәте тыуҙырырға тырыша. Инҡилаптарҙан һуң драматургтың «Йософ менән Зөләйха» (1918), «Тутыйғош» (1918), «Һаҡла, шартламаһын» (1918) комедиялары яҙыла. Шул йылдарҙа уның ойоштороусы, етәксе таланты асыла. 1918 йылды драматург алдына тарҡалған «Сәйәр» труппаһы артистарын йыйып алыу, спектаклдәр әҙерләү бурысы ҡуйыла. Яҙыусы был эшкә ең һыҙғанып тотона һәм тиҙ арала йәш драматургтар Ш. Усманов, Ф. Сәйфи-Ҡазанлы, Ф. Бурнаш менән ижади хеҙмәттәшлек урынлаштыра, рус һәм сит ил авторҙарының әҫәрҙәрен тәржемә итеүҙе ойоштора. Күпмелер ваҡыт Мәскәүҙә Үҙәк мосолман хәрби коллегияһында эшләгәндән һуң, К. Тинчуринды Һамар ҡалаһына, Көнсығыш фронт ҡарамағындағы татар театр студияһына етәксе итеп ебәрәләр. Драматург ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бер төркөм артистар әҙерләп сығара һәм шулар менән Ырымбур ҡалаһында спектаклдәр ҡуя башлай. 1922 йылда ул бер ни тиклем ваҡыт Ташкентта татар театрында эшләп ала.

Кәрим Тинчурин 1922 йылда Ҡазанға саҡырып ҡайтарыла һәм уға Татар дәүләт театр труппаһы ойоштороу бурысы ҡуйыла. Ул яңы театрға төрлө ҡалаларҙан күренекле артистарҙы һәм йәш композитор Сәлих Сәйҙәшевте саҡыра. Уларға хәҙерге Н. Островский урамындағы Йәш тамашасылар театры бинаһы бирелә.

1920—1930-сы йылдарҙа татар театрының репертуарын байытыу, жанрҙы төрләндереү, тамашасы ихтыяжына яуап бирерҙәй һүрәтләү алымдары табыу бурысы баҫа. Мирхәйҙәр Фәйзиҙең "Ғәлиәбаныу"ын ҡуйып, Кәрим Тинчурин музыкаль драма жанрын үҫтереп ебәрә. Тинчуриндың татар профессиональ музыка сәнғәтенә нигеҙ һалған Сәлих Сәйҙәшев менән ижади дуҫлығы, Сәйҙәшевтең сәхнә закондарын һәм әҫәрҙең жанр үҙенсәлектәрен белеүе, халыҡсан рухтағы музыкаһы, ике сәнғәт төрөнөң үҙ-ара синтетик ярашыуы әҫәр тексында йәшерелгән фекерҙәрҙе асырға ярҙам итә. Шул рәүешле «Ҡазан һөлгөһө» (1923), «Һүнгән йондоҙҙар» (1923), «Зәңгәр шәл» (1926), «Ил» (1927), «Ҡандыр буйы» (1931) кеүек тәрән философик, әхлаҡи йөкмәткеле, сихри музыкалы һоҡланғыс әҫәрҙәр яҙыла. Музыкаль драма жанрында уңышлы эшләгән авторҙың трагедия һәм драма-комедиялары донъя күрә: «Зар» (1922), «Американ» (1924), «Елкәнһеҙҙәр» (1926), «Ударниктар байрамы» (1933), «Улар өсәү ине» (1935) һ.б. Әҙиптең драматургия һәм театр сәнғәтен үҫтереүҙәге хеҙмәте юғары баһалана — 1926 йылда «Татарстандың атҡаҙанған артисы» тигән исем бирелә. Ләкин уның ижады, эшмәкәрлеге ҡапма-ҡаршы фекерҙәр ҙә тыуҙыра. Матбуғатта үткәндәрҙе яҡлай, уға мәҙхиә йырлай тигән мәҡәләләр күренә.

1928 йылды Кәрим Тинчурин бер төркөм артистар менән Әстерханға күсеп китергә мәжбүр була. Унда татар театрында баш режиссёр булып эшләй, үҙенең «Ил» драмаһын да шунда беренсе тапҡыр сәхнәгә ҡуя. Ике йылдан уны Ҡазанға саҡырып ҡайтаралар.

Кәрим Тинчуриндың ғүмере ваҡытһыҙ өҙөлә. Ул — Сталин репрессияларының ҡорбаны. 1938 йылдың 15 ноябрендә фажиғәле юҡ ителә, уға бары илле генә йәш була.

  • Ҡазандың Вахит районында урынлашҡан урамға исеме бирелгән.
  • Ҡазандың Вахит районында урынлашҡан паркҡка исеме бирелгән (Ҡазандың «гайд-паркы»).
  • Яр Саллы ҡалаһының (Иҫке ҡала) Комсомол районы ГЭС биҫтәһе 10-сы комплексында урынлашҡан урамға исеме бирелгән.
  • 1988 йылда Татар дәүләт драма һәм комедия театрына Кәрим Тинчурин исеме бирелә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Хәҙер Пенза өлкәһе Спасск районы

Һылтанмалар

үҙгәртергә
 
Викицитата өсөн Кәрим Тинчурин темаһы буйынса бар бит